Башҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт халыҡ ижады
Файл:Башкирское народное творчество.png
Автор:

Баимов Б. С., Галин С. Ә., Зарипов Н. Т., Мәмбәтов М. А., Минһажетдинов М. Х., Мәргән К., Нәҙершина Ф. А., Сагитов М. М., Сөләймәнов Ә. М., Сөләймәнов Р. С., Солтангәрәева Р. Ә., Харисов Ә. И., Хөсәйенов Ғ. Б., Шарипова З. Я., Шоңҡаров Н. Д. һ.б.

Жанр:

фольклор

Ил:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Оригинал теле:

башҡорт, урыҫ

Нәшриәт:

Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте

Баҫылып сығыу датаһы:

1954—2009

Урыҫ телендә
баҫылып сығыу датаһы:

1987—2010

«Башҡорт халыҡ ижады» («Башкирское народное творчество») — күп томлы, системаға һалынған башҡорт фольклорының фәнни баҫма өлгөләре.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19541959 йылдарҙа башҡорт телендә беренсе баҫманың өс томы әҙерләп сығарыла[1]. Беренсе томы үҙ эсенә халыҡ иртәктәрен (эпостар), ҡобайырҙар, бәйеттәр, йырҙар, мәҡәлдәр һ. б. ала. Икенсе томға халыҡ әкиәттәре һәм анекдоттары, ә өсөнсөһөнә — совет осоро фольклоры индерелә.

Артабан, 1972—1985 йылдарҙа, Башҡорт китап нәшриәтендә баҫып сығарылған 18 китаптан торған яңы баҫма әҙерләнә; СССР-ҙың Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 1972—1975 йылдарҙа был серия өҫтөндә ғилми эш менән Ә. И. Харисов етәкселек итә, ә 1975—1985 йылдарҙа — Ғ. Б. Хөсәйенов һәм К. Мәргән.

«Эпос» дөйөм жанр тамғаланышы аҫтында тәүге өс китапта эпик әҫәрҙәр («Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» һәм башҡалар) тәҡдим ителә. «Әкиәттәр» үҙ эсенә 5 китап һыйҙыра: хайуандар тураһында һәм тылсымлы — героик, батырҙар, социаль-көнкүреш, сатирик әкиәттәр. «Йыр» жанры өс китапта күрһәтелә: эпик һәм лиро-эпик, йола таҡмаҡтары, йырҙар һәм көйҙәр. Ҡалған жанрҙар айырым китаптарға индерелә — «Бәйеттәр», «Риүәйәттәр, легендалар», «Йомаҡтар», «Мәҡәлдәр, әйтемдәр», «Анекдоттар». Хәҙерге ваҡыттағы фольклор ике китапта сығарыла: «Бәйеттәр, йырҙар, такмаҡтар», «Әкиәттәр, риүәйәттәр, телдән хикәйәләр, сәсәндәр ижады».

Баҫманы әҙерләүҙә һәм төҙөүҙә ҙур өлөш индергән ғалимдар 1987 йылғы Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булдылар: Әхнәф Харисов, Нур Зарипов, Лев Бараг, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов. 1977 йылда премияға кандидат итеп Марат Минһажетдинов та күрһәтелә.

1987 йылдан алып 2010 йылға тиклем урыҫ теленә тәржемәләнгән «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығы нәшер ителә. Барыһы «Китап» нәшриәте 12 том сығарҙы. Һәр том түбәндәге айырым жанрҙарҙан тора: «Эпос», «Риүәйәттәр һәм легендалар», «Батырҙар тураһында әкиәттәр», «Тылсымлы әкиәттәр һәм хайуандар тураһында әкиәттәр», «Көнкүреш әкиәттәре», «Шаян әкиәттәр һәм анекдоттар», «Мәҡәлдәр, әйтемдәр, ырымдар һәм йомаҡтар», «Йырҙар (Октябргә тиклемге осор)», «Совет осоро йырҙары», «Тарихи эпос», «Бәйеттәр», «Йола фольклоры».

1995 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Ә. М. Сөләймәновтың ғилми етәкселегендә яңы йыйынтыҡ баҫтырыла башлай — «Башҡорт халыҡ ижады» (үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән). Хәҙер башҡорт телендә 13 том баҫтырылды, бөтәһе 36 том баҫтырып сығарырға планлаштырыла.

Хәкимйәнова Айгөл Мөжәүир ҡыҙы «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар яҙа[2].

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зарипов Н. Т. Научный свод башкирского фольклора //Башкирский фольклор. Исследования последних лет. — Уфа, 1986.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]