Әҙәби жанрҙар
Әҙәби жанрҙар (франц.франц. genre, от лат. genus — төр) — әҙәби әҫәрҙәрҙең формаль һәм йөкмәтке яғынан ҡушылмалары буйынса (әҙәби формаларҙан айырмалы рәүештә, уларҙың айырыу бары тик формаль билдәләргә нигеҙләнгән) тарихи яҡтан ойошҡан төркөм.. Әммә был терминды күп осраҡта «әҙәби төр» төшөнсәһе менән бутайҙар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр жанр фольклор стадияһында әҙәбиәттән тыш (культ) ситуацияһында танылһа, ул саҡта жанр әҙәбиәттә риторика тарафынан кодификациялана һәм үҙен билдәләүсе әҙәби ҡалыптары буйынса ҡылыҡһырлана. Боронғо жанрҙарҙың был боролошҡа тиклемге бөтә наменклатураһы ошо боронғолоҡ йоғонто аҫтында өр-яңынан ҡарала[1].
Үҙенең «Поэтика» тигән хеҙмәтендә әҙәби жанрҙарҙың беренсе систематизацияһын биргән Аристотель заманынан алып, әҙәби жанрҙар билдәле бер ҡанунға яраҡлашҡан, тулыһынса нығынған системаны күҙаллай тигән ҡараш йәшәй. Был ҡараш буйынса, автор ни бары үҙенең әҫәрен һайланған жанр үҙенсәлектәренә тап килтереү мәсьәләһен генә хәл итергә тейеш була. Жанрҙы авторға бирелгән әҙер структура тип ҡарау, авторҙарға ода, трагедия яҙыу буйынса әҙер күрһәтмәләре булған поэтик нормативтарҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәп була. Бындай типтағы әҫәрҙәрҙең юғарылыҡ яулағандарының береһе булып Буалоның «Поэтика сәнғәте» (1674) тигән трактаты иҫәпләнә. Әлбиттә, был ике мең йыл дауамында жанрҙар системаһы тулыһынса һәм айырым жанрҙарҙың үҙенсәлектәре үҙгәрешһеҙ ҡалған тигәнде аңлатмай, — әммә үҙгәрештәр ( бигерәк тә әһәмиәтлеләре) теоретиктар тарафынан йә иҫәпкә алынмай, йә кәрәкле өлгөләрҙе боҙоп күрһәтеү кеүек ҡабул ителә. Бары тик XVIII быуат аҙағында ғына әҙәбиәттәге эске процестар менән бер рәттән, яңы ижтимағи һәм мәҙәни шарттарҙың йоғонтоһо аҫтында, әҙәби эволюцияның дөйөм принциптарына ярашлы, бынан ары ул шул тиклем алға китә, хатта поэтика нормативтары әҙәби ысынбарлыҡты бер нисек тә тасуирлай ҙа, тыя ла алмай.
Бындай шарттарҙа традицион жанрҙарҙың ҡайһы береһе юҡҡа сыға йәки маргиналләшә, икенселәре, киреһенсә, әҙәби сиктәрҙе үтеп, әҙәби процесс үҙәгенә күсә. Мәҫәлән, XVIII—XIX быуаттарҙа Рәсәйҙә Жуковский исеме менән бәйле булған балладаның күтәрелеше бик ҡыҫҡа ваҡытлы булһа (шулай ҙа рус шиғриәтендә XX быуаттың беренсе яртыһында көтөлмәгән яңырыу күҙәтелә — мәҫәлән, Багрицкий һәм Николай Тихонов, — ә һуңынан, XXI быуат башынан Мария Степанова, Федор Сваровский һәм Андрей Родионов[2]), роман гегемониһы — норматив поэтиктар быуаттар һуҙымында жанрҙы түбән һәм әһәмиәтһеҙ иҫәпләп, иғтибарға алмаҫҡа тырыштылар, — европа әҙәбиәтендә, кәм тигәндә, бер быуатҡа һуҙылды. Бигерәк тә ҡатнаш жанрлы һәм жанр асылы билдәһеҙ әҫәрҙәр әүҙем үҫеш ала: үҙҙәрен йә комедия, йә трагедия тип билдәләргә мөмкин булмаған пьесалар, жанр йәһәтенән билдәләмә биреп булмаған шиғырҙар, уларҙы бары лирик шиғыр тип кенә билдәләп үтергә булыр ине. Жанр идентификацияһының асыҡтан-асыҡ түбән тәгәрәүе жанрҙарҙы емереү ниәте менән аңлы рәүештә эшләгән автор ишараларында ла: Лоренс Стерндың ярты һүҙҙә өҙөлөп ҡалған «Джентльмен Тристрам Шенди тормошо һәм ҡарашы» тигән романында ла, Н. В. Гоголдың «Үле йәндәр»ендә лә асыҡ күренә. Бында сәсмә текст өсөн парадоксаль булған поэма атамаһы китап уҡыусыны мутлыҡлы романға хас йүнәлешкә көйләй алыуы икеле,сөнки бында әленән-әле лирик (ә ҡайһы саҡ — эпик) сигенеүҙәр менән албырғаталар.
XX быуатта киң таралыш әҙәбиәтенең жудожестволыҡҡа йүнәлтелгән әҙәбиәттән айырымланыуы әҙәби жанрҙар торошона көслө йоғонто яһай. Киң таралыш әҙәбиәте алдында аныҡ жанр күрһәтмәләре булдырыу кәрәклеге мәсьәләһе өр-яңынан ҡалҡып сыға, ул китап уҡыусылары өсөн тексты алдан күҙаллау һәм кәрәк әҫәрҙе еңел табыу мөмкинлеген арттырға тейеш була. Билдәле, киң таралыш әҙәбиәте өсөн элекке жанрҙар яраҡһыҙ булып сыға, һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы система булдырыла. Был системаның нигеҙе итеп һығылмалыҡ сифаттарына эйә булған һәм һәр төрлө тәжрибә туплаған роман жанры алына. XIX быуат аҙағында һәм XX быуаттың беренсе яртыһында детектив һәм полиция романы, фәнни фантастика һәм ханымдар («алһыу») романы жанрҙары барлыҡҡа килә. Художестволыҡты табыуға йүнәлтелгән көнүҙәк әҙәбиәттең киң таралыш әҙәбиәтенән мөмкин ҡәҙәр ситләшеүе һәм шуға күрә жанр билдәләнешенән аңлы рәүештә тайпылыуы һис тә аптырау тыуҙырмай. Ҡапма-ҡаршылыҡтар бер-береһе менән осрашҡанлыҡтан, жанр тәғәйенләнешенән алыҫыраҡ булыуға ынтылыш яңы жанрҙарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә: мәҫәлән, француз антироманы шул ҡәҙәрем роман булып иҫәпләнергә теләмәй, хатта Мишель Бютор һәм Натали Саррота кеүек үҙенсәлекле авторҙар тарафынан тәҡдим ителгән яңы жанрҙың билдәләре ярылып ята. Шулай итеп, хәҙерге әҙәби жанрҙар (бындай фараз М. М. Бахтин уйланыуҙарында ла осратырға була) ниндәй ҙә булһа алдан күрһәтелгән система элементы булып һаналмай: киреһенсә, художество мәсьәләлренә ярашлы, улар әлеге мәлгә ҡарата билдәле бер авторҙар төркөмө тарафынан ҡуйыла һәм «әйтеләсәк фекерҙең тематик, композицион һәм стилистик яҡтан тотороҡло»[3] булараҡ билдәләнә. Бындай яңы жанрҙарҙы махсус өйрәнеү киләсәк заманда атҡарыласаҡ эш булып ҡала.
Әҙәби жанр типологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәби әҫәр һәр төрлө критерийҙар буйынса теге йәки был жанрға индерелергә мөмкин. Түбәндә ҡайһы бер критерийҙар һәм жанрҙарға миҫалдар килтерелә.
- Әҙәби формалары буйынса:
- күренеш
- новелла
- мәдхиә
- опус
- очерк
- повесть
- пьеса
- хикәйә
- роман
- скетч
- эпопея
- эпос
- эссе
- Йөкмәткеһе буйынса:
- комедия
- фарс
- водевиль
- интермедия
- скетч
- пародия
- хәл-торош комедияһы
- характерҙар комедияһы
- трагедия
- Драма (жанр)|драма
- комедия
- Әҙәби төрҙәре буйынса:
- Эпос (әҙәби төрө)|эпик
- мәҫәл
- аполог
- былина
- баллада
- миф
- новелла
- повесть
- хикәйә
- роман
- роман-эпопея
- әкиәт
- эпопея
- лирика
- мәҫәл
- Эпистоляр әҙәбиәт мөрәжәғәт
- элегия
- эпиграмма
- Лироэпика
- стансы
- баллада
- поэма
- Драма (әҙәби төр)|драматик
- Драма (жанр)|драма
- комедия
- трагедия
- Эпос (әҙәби төрө)|эпик
- Жанрҙар клацизмының иерархияһы.
Классицизм, мәҫәлән, Жанрҙар иерархияһы}}
Шулай уҡ ҡарарға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жанр
- Әҙәби жанрҙар
- Жанрҙар системаһы[4]
- Фантастик жанрҙары
- Әҙәби жанрҙарҙы классификациялау[5]
- Жанр хәтере[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Аверинцев С. С. Древнегреческая поэтика и мировая литература // Поэтика древнегреческой литературы. М.: 1981. С. 4.
- ↑ Кукулин И. В. От Сваровского к Жуковскому и обратно: О том, как метод исследования конструирует литературный канон // «Новое литературное обозрение», 2008, № 89.
- ↑ Бахтин М. М. Эстетика словесного творчества. — М., 1986. — С. 255
- ↑ Тамарченко Н. Д. Жанровая система // Поэтика: словарь актуальных терминов и понятий / Ред. Н. Д. Тамарченко. — ИНИОН РАН: Intrada, 2008. — С. 71. — 358 с. — ISBN 978-5-903955-01-5.
- ↑ Лозинская, 2004, Жанровые классификации, с. 148—150148—150
- ↑ Юрченко Т. Г. Память жанра // Литературная энциклопедия терминов и понятий / Глав. ред. и сост. А. Н. Николюкин. — ИНИОН РАН: Интелвак, 2001. — С. 516—517. — 1596 с. — ISBN 5-93264-026-X.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дарвин М. Н., Магомедова Д. М., Тюпа В. И., Тамарченко Н. Д. Теория литературных жанров / Под ред. Н. Д. Тамарченко. — М.: Академия, 2011. — 256 с. Дарвин М. Н., Магомедова Д. М., Тюпа В. И., Тамарченко Н. Д. Теория литературных жанров / Под ред. Н. Д. Тамарченко. — М.: Академия, 2011. — 256 с. — (Высшее профессиональное образование. Бакалавриат). — ISBN 978-5-7695-6936-4.
- Жанр как инструмент прочтения / Под ред. В. И. Козлова. — Ростов-на-Дону: Инновационные гуманитарные проекты, 2012. — 234 с. Жанр как инструмент прочтения / Под ред. В. И. Козлова. — Ростов-на-Дону: Инновационные гуманитарные проекты, 2012. — 234 с. — ISBN 978-5-4376-0073-3.
- Ҡалып:Из ЛЭА. ЦейтлинҠалып:Из ЛЭ
- Кожинов В. В. Жанр // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М.: Советская энциклопедия, 1962—1978.
- Лейдерман Н. Л. Теория жанра. Исследования и разборы / Научные редакторы М. Н. Липовецкий, С. И. Ермоленко. — Екатеринбург: Уральский государственный педагогический университет, 2010. — 904 с. Лейдерман Н. Л. Теория жанра. Исследования и разборы / Научные редакторы М. Н. Липовецкий, С. И. Ермоленко. — Екатеринбург: Уральский государственный педагогический университет, 2010. — 904 с. — ISBN 978-5-9042-0504-1.
- Лозинская Е. Лозинская Е. В. Жанр // Западное литературоведение XX века. Энциклопедия / Идея, сост., науч. ред., справ. библиогр., тезаурус Е. А. Цургановой. — ИНИОН РАН: Intrada, 2004. — С. 145—148. — 560 с. — ISBN 5-87604-064-9.
- Смирнов И. П. Олитературенное время. (Гипо) теория литературных жанров. — М.: Издательство Русской христианской гуманитарной академии, 2008. — 264 с. Смирнов И. П. Олитературенное время. (Гипо) теория литературных жанров. — М.: Издательство Русской христианской гуманитарной академии, 2008. — 264 с. — ISBN 978-5-88812-256-3.
- Тамарченко Н. Д. Жанр // Литературная энциклопедия терминов и понятий / Глав. ред. и сост. А. Н. Николюкин. — ИНИОН РАН: Интелвак, 2001. — С. 263—265. — 1596 с. Тамарченко Н. Д. Жанр // Литературная энциклопедия терминов и понятий / Глав. ред. и сост. А. Н. Николюкин. — ИНИОН РАН: Интелвак, 2001. — С. 263—265. — 1596 с. — ISBN 5-93264-026-X.
- Тодоров Ц. Введение в фантастическую литературу. — М.: Дом интеллектуальной книги, 1999. — 144 с. Тодоров Ц. Введение в фантастическую литературу. — М.: Дом интеллектуальной книги, 1999. — 144 с. — ISBN 5-7333-0435-9.
- Фрейденберг О. М. Поэтика сюжета и жанра. — М.: Лабиринт, 1997. — 450 с. Фрейденберг О. М. Поэтика сюжета и жанра. — М.: Лабиринт, 1997. — 450 с. — ISBN 5-8760-4108-4.
- Шеффер Ж.-М. Что такое литературный жанр?. — М.: Едиториал УРСС, 2010. Шеффер Ж.-М. Что такое литературный жанр?. — М.: Едиториал УРСС, 2010. — ISBN 9785354013241.
- Чернец Л. В. Литературные жанры (проблемы типологии и поэтики). — М.: Издательство МГУ, 1982.
- Черняк В. Д., Черняк М. А. . Жанры массовой литературы. Формульность массовой литературы // Массовая литература в понятиях и терминах. — Наука, Флинта, 2015. — С. 50, 173—174. — 193 с. Черняк В. Д., Черняк М. А. . Жанры массовой литературы. Формульность массовой литературы // Массовая литература в понятиях и терминах. — Наука, Флинта, 2015. — С. 50, 173—174. — 193 с. — ISBN 978-5-9765-2128-5.
- Эльсберг Я. Е., Гачев Г. Д., Кожинов В. В., Мелетинский Е. М., Сквозников В. Д., Кургинян М. С., Борев Ю. Б. Роды и жанры литературы / Редакторы Г. Л. Абрамович, Н. К. Гей, В. В. Ермилов, М. С. Кургинян, Я. Е. Эльсберг. — М. : Наука, 1964. — 488 с. — (Теория литературы; vol. 1962—1965, вып. 2).
- Belas O. Genre // The Encyclopedia of Literary and Cultural Theory. Belas O. Genre // The Encyclopedia of Literary and Cultural Theory. Vol. II. Literary Theory from 1966 to the Present / Eaglestone R.[en]. — Wiley, 2011. — С. 625—629. — 1544 с. — ISBN 978-1405183123. — DOI:10.1111/b.9781405183123.2011.x.
- Narrative and Genre / Chamberlain M., Thompson P.. Narrative and Genre / Chamberlain M.[en], Thompson P.. — Routledge, 1997. — 2002 с. — ISBN 0-415-15198-8.
- Genre in the New Rhetoric / Freedman A., Medway P.. Genre in the New Rhetoric / Freedman A., Medway P.. — Taylor & Francis, 2005. — 200 с. — (Critical Perspectives on Literacy and Education). — ISBN 0-7484-0256-X.
- Frow J.. Frow J.[en]. Genre. — Routledge, 2005. — 171 с. — (The New Critical Idiom). — ISBN 9780415280631.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жанр 2017 йыл 25 ноябрь архивланған. // Динамика атмосферы — Железнодорожный узел. — М. : Большая Российская энциклопедия, 2007. — С. 734—735. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов; 2004—, т. 9). — ISBN 978-5-85270-339-2.
- Теоретик поэтика: төшөнсәләрен билдәләй һәм филология факультеты студенттары өсөн хрестоматия. Автор-составитель Н. Д. Тамарченко
- Георгий Левинтон. Рус фольклорының жанрҙар киңлеге (лекция видеояҙма)