Эстәлеккә күсергә

Роман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Роман
Кана әлифбаһында исеме ちょうへんしょうせつ
Һештег novels[1]
Категория-эпоним Категория:Категории романов[d]
 Роман Викимилектә

Роман — урта быуаттарҙа роман халыҡтарында телдән һөйләнгән хикәйә булараҡ барлыҡҡа килеп, бөгөн эпик әҙәбиәттең иң киң таралған төрөнә әүерелгән һәм күп осраҡта прозаик формалағы әҙәби жанр. Романда кешенең тулҡынландырғыс хис-тойғолар (тәү сиратта мөхәббәт), көрәш, ижтимағи ҡапма-ҡаршылыҡтар менән тулы тормошо һәм идеалға ынтылышы һүрәтләнә. Төп герой (геройҙар) ҡәҙимге булмаған шарттарҙа, йәғни көрсөк осоронда шәхес булараҡ үҫеше һәм тормошо хаҡында киңәйтелеп һөйләнелгәнгә күрә, роман повестан күләме, йөкмәткеһенең ҡатмарлығы һәм һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың киң алымы менән айырыла[2].

Сцена из романа «Персеваль» Кретьена де Труа

Урта быуаттарҙа рыцарҙар (король Артур, Тристан һәм Изольда, Ланселот, Амадис Гальский) тормошо тураһында романдар танылыу яулай. Улар артынса әҙәбиәттең был йәш жанрына реализм һулышы өҫтәүсе әҫәрҙәр — баҫҡынсылар һәм алдаҡсылар хаҡында романдар тыуа. Сервантес һәм Франсуа Рабле романдарға сатирик элементтар индерә. Англияла өгөт-нәсихәтле һәм сентименталь романдарға нигеҙ һалына (Даниель Дефо, Сэмюэл Ричардсон, Генри Филдинг, Оливер Голдсмит); тәүге башлап шулай уҡ унда тарихи (Вальтер Скотт), психологик һәм әхлаҡи романдар (Чарльз Диккенс һәм Уильям Теккерей) киң үҫеш ала. Франция натуралистик һәм реаль романдарҙың (Оноре де Бальзак, Гюстав Флобер, Эмиль Золя, ағале-энеле Гонкурҙар, Ги де Мопассан) тыуған ере булып таныла. Франция идеалистик, романтик һәм психологик романдар мәктәптәренең сағыу вәкилдәрен (Жорж Санд, Виктор Гюго, Поль Бурже һ.б.) бирҙе. Немец һәм итальян романдары инглиз һәм француз өлгөләренә эйәрә. XIX быуаттың икенсе яртыһында һәм XX быуат башында Европа әҙәбиәтенә Скандинавия (Бьернсон, Ионас Ли, Александр Хьелланн, Август Стриндберг) һәм урыҫ (Достоевский, Лев Толстой) романдары айырыуса ныҡ йоғонто яһай[2].

Иллюстрация к «Рейнеке-Лису» 1498

«Роман» атамаһы XII быуаттың урталарында латин телендәге тарихнамәгә ҡапма-ҡаршылыҡлы булып, рыцарь романы жанры менән бергә (иҫке франц. romanz һуңғы лат. romanice «роман (халыҡ) телендә») барлыҡҡа килә. Киң таралған ҡарашҡа ҡаршы был атама тәү баштан алып халыҡ телендәге теләһә ниндәй әҫәргә (героик йырҙар һәм трубодурҙар лирикаһы бер ҡасан да роман тип аталмай) ҡағылмай, ә тик латин моделенә, ситләтелгән булһа ла[3]: тарихнәмәгә, мәҫәлгә («Ренар тураһында роман»), («Роза тураһында роман») ҡаршы ҡуйырлыҡ булғандарына ғына ҡушыла. Ә шулай ҙа, XII—XIII быуаттарҙа , һуңғараҡ булмаһа, roman һәм estoire һүҙҙәре (һуңғыһы шулай уҡ «һүрәтләү», «иллюстрация» тигәнде аңлата) бер-береһен алыштыра. Латин теленә кире тәржемәһендә роман (liber) romanticus тип атала, шунлыҡтан европа телдәрендә XVIII быуат аҙағына тиклем «романға хас», «романдағы кеүек» мәғәнәһенә эйә «романтик» сифаты ҡулланыла башлай, һәм һуңғараҡ ҡына уның мәғәнәһе «мөхәббәт хаҡында» тигәнгә тиклем ябайлаштырыла, уның ҡарауы икенсе яҡтан әҙәби йүнәлеш булараҡ романтизмға башланғыс бирә[4].

«Роман» атамаһы XIII быуатта башҡарылған шиғри романға алмашҡа уҡымлы прозаик роман (тулыһынса рыцарь топигы һәм сюжетикаһы һаҡланыуы менән) килгәндә лә, шулай уҡ артабанғы рыцарь романдары трансформацияларында, беҙ поэма тип йөрөткән, ә уларҙың замандаштары роман тип иҫәпләгән Ариосто һәм Эдмунд Спенсер әҫәрҙәренә тиклем һаҡлана. Ул һуңғараҡ, XVII—XVIII быуаттарҙа «мажаралы» романға «релистик» һәм «психологик» роман алмашҡа килгәндә лә һаҡлана (был күсәгилешлектә күҙалланған айырымланыуҙы үҙенән үҙе ҡатмарлаштыра).

Роман проблмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роман жанрының ҡайһы ваҡытта жанр булып барлыҡҡа килеүен тарихи-әҙәби яҡтан һөйләргә мөмкин түгел. «Роман» — инклюзив термин, ул фәлсәфәүи һәм идеологик коннотациялар менән һуғарылған генетик яҡтан бәйләнмәгән, сағыштырмаса автономиялы күренештәрҙең тотош комплексы. «Романдың барлыҡҡа килеүе» был мәғәнәлә антиклыҡтан башлап XVII һәм хатта XVIII быуаттар менән тамамланған бөтә дәүерҙәрҙе үҙ эсенә алып тора. Генетик проблема.

Тарихи роман төрҙәре араһында бары тик пунктирлы, әҙ генә күсәгилешлекте табырға була . Ошо хәлде иҫәпкә алып, шулай уҡ норматив жанр йөкмәткеһен нигеҙләүҙә күп тапҡырҙар «традицион» роман тибы төшөнсәһен (антик, һәм, ғөмүмән, мажаралы рыцарь) алып ташларға тырышҡандар. Мәҫәлән, был Д.Лукачтың («эпос буржуаз») һәм М. М. Бахтиндың («диалогизм») концепцияһында күҙәтелә.

Типологик проблема.

Романды тарихи тип түгел, ә әҙәби эволюция барышында барлыҡҡа килгән стадиалы күренеш тип ҡарау күҙәтелә һәм уға ҡайһы бер «урта быуаттар» (етә-хәҙерге заманы) эре хикәйәләү формалары (Ҡытай, Япония, Персия, Грузия һәм башҡаларҙа) индерелә.

Жанрҙың барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы урта быуаттарҙан башлап роман тураһында бик күп бәхәстәр булған.

Новеллаларҙың циклизацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы заман романдары «Новеллалар циклизация»һы, йәғни, элек новелла йәки анекдот булған эпизодтарҙы бары тик бер-береһе өҫтөнә механик рәүештә өҫтәп ҡуйыу процесында барлыҡҡа килгән, тип һаналған фекер йөрөй. Мәҫәлән Бокаччоның «Декамерон», Чосерҙың «Кентерберийские рассказы» кеүек әҫәрҙәрҙә үтәгилешле сюжет һәм композицияларҙың оло формалы бары тик йыйылма новеллалар йыйынтығынан тора, тип һанала. ОПОЯЗ-дың Виктор Шкловский тарафынан эшкәртелгән бындай теоретик догмалары Борис Томашевскийҙың «Әҙәбиәт теорияһы» китабында популярлаштырылған һәм совет әҙәбиәт ғилеме тарафынан ҡабул ителгән сөнки ул терминдары булмаған әҙәбиәт тарихының социологик схемаһына бик уңайлы инеп ята. Рыцарь мотивтары, мәҫәлән, легендар король Артур һәм Түңәрәк өҫтәл рыцарҙары менән бәйле бретон циклы романдарына үтеп инә. Христиан легендалары Робер де Барондың (XII быуат) «Иосиф Аримафейский» шиғырҙарын тыуҙыра (хәҙерге ваҡытта «Роман о Граале» кеүек билдәле). Был дини әҫәрҙәр менән бер рәттән бретон циклы составына донъяуи, тормошто тергеҙеүсе, кеше ҡаһарманлығы йәки Артур сәхәбәләренең тормошон һүрәтләүсе әҫәрҙәр ҙә инә.

Роман тураһында бәхәстәр Рыцарь идеалдары шулай уҡ антик циклына ла инә. Улар XII быуатта Бенуа де Сент-Морҙың Троя һуғышы тураһында яҙған әҫәренә үҙенсәлекле төҫтәр өҫтәй. Ламбер һәм Александр Парижский Александр Македонский тураһындағы шиғри әҫәр яҙған, Бөйөк Македонскийға рыцарҙарҙың саф христиан сифаттарын биреп, ижад иткән шиғри роман. Антонио Минтурно «Поэтическое искусство» (1653)хеҙмәтендә романды варварҙар уйлап сығарған, ә уларҙы ҡамиллы тормошҡа ашырылыуы Гомер һәм Вергилийҙың эпик әҫәрҙәрендә, һәм бына шуларға быуаттар буйына эпик шағир эйәрергә тейеш булған да инде. Шиғриәт ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларҙың үҙгәреүен сағылдырһа ла, үҙ закондарынан бер аҙым да сигенергә ирекле түгел. 1665 йылда Пьер Николь «Письмо о ереси сочинительства» (Imaginaire sur l hérésie Lettre) китабында енәйәтсел теләктәрҙе һүрәтләүсе пьесалар һәм роман авторҙарын «күңелдәрҙе ағыулаусылар» тип атай. Уның элекке уҡыусыһы Жан Расин был ғәйепләүҙе үҙ иҫәбенә ҡабул итә һәм уға ҡаршы ҡырҡа яуап хатын яҙа. Никола Буалоны «Герои романа» (1664 йылда яҙылып, төрлө салондарҙы уҡылған, 1672 йылда тамамланған, ә 1713 йылда мадемуазель Скюдериҙың кәйефен боҙмаҫ өсөн генә һуңлап нәшер ителгән) хеҙмәтендә романдарҙын стиль манералығын, улар авторҙарының XVII быуат тарихын аңламауында һәм шул заман күренештәрен Рим һәм Элладаныҡы менән бутап күрһәтеүҙә ғәйепләй. Маркиза де Ламбер «Материнское поучение к дочери» (Avis d’une mère à sa fille, 1728) китабында ҡыҙҙарын романын уҡыуҙан киҫәтә уныңса, романдар башты бутай, оялыуҙы бөтөрә, кәрәкмәгән етешһеҙ ғәҙәттәрен үҫтерә. Вольтер 1733 йылда «яңы романдар» — «йәштәр күңелен асыусы елбәҙәк сара», үҙҙәренең баһаһын белгән әҙәбиәтселәр уларҙы уҡымаҫҡа, мыҫҡыл итергә тейеш, тип яҙа. Һуңғараҡ, «Век Людовика XIV» китабында был ғәйепләүҙәҙе ул XVII быуаттың «иҫке» романдарына ла таға. 1734 йылда аббат Ленгле-Дюфренуа[fr] Гордон де Персел псевдонимы аҫтында ике томлыҡ «О пользе романов …» (De l’usage des romans…), ә 1735 йылда үҙ исеме аҫтында «Справедливые обвинения против романов» (Histoire justifiee contre les romans) китабын баҫтырып сығара. Ошо ике китабында уның романға ҡарата ҡапма-ҡаршы ҡараштары сағылдырыла. 1735 йылда «Чудесное путешествие принца Фан-Фередена в страну Романсию» китабында Бужан-атай, прециозлы романға пародия яҙа, бының менән ул романдарҙы уҡыусыларҙа сирҡаныу тыуҙырыу маҡсатын ҡуйған. 1736 йылда иезуит Шарль Поре[fr] латин телендә тамашасылар алдында «О книгах, в просторечии именуемых романами…» (De libris qui vulgo dicuntur Romanses…) тигән телмәр тота. Уның телмәре романдарға ҡаршы вәғәз була, сөнки ул, романдар башҡа әҙәби жанрҙарға юл бирмәй, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе боҙа, күңел яҡшылығын юҡҡа сығара, тип һөйләй һәм властарға, кеше күңелендә изгелекте һаҡлау, уларҙың йәнен ҡотҡарыу өсөн, бындай романдарҙы тыйыу һәм уларға ҡарата ҡаты саралар күреүҙе тәҡдим итә. Шарлдың телмәрен, айырым брошюра итеп, «Мемуары Треву» журналында, уға арнап, махсус номер баҫып сығара. Был телмәр француз теленә тәржемә ителә һәм уны хуплаусы комментарий яҙыла. 1737 йылда Францияның короленең ҡарары баҫылып сыға, уға ярашлы, ошо көндән башлап Франция территорияһында бары тик махсус рөхсәт менән генә яңы романдарҙы баҫтырыу мөмкин була, шулай итеп романдар тыйыла. Аббат Жакен «Беседы о романах» (Armand-Pierre Jacquin, sur Entretiens romans les, 1755) папа Пореның иң киҫкен ғәйепләүҙәрен ҡабатлай, һәм уның әҫәре «романға ҡаршы» XVIII быуаттың иң билдәле китабы була. 1765 йылда «Энциклопедия»ның 14 томы сыға, унда «Роман» тигән мәҡәлә Луи де Жокур авторлығында яҙылған була. Луи де Жокур ҙа мәҡәләһендә роман жанрын әхлаҡһыҙлыҡтаһәм эстетикаға ҡаршы торғанлыҡта ғәҙәттәгесә ғәйепләй.

Романдың тарихи формалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Вавилон повесы». Ямвлих.
  • «Эфиопика». Гелиодор
  • «Херей һәм Каллироя». Харитон
  • «Левкиппа һәм Клитофонт». Ахилл Татий
  • «Дафнис һәм Хлоя». Лонг
  • «Аполлоний Тирскийҙың тарихы»
  • «Алтын ишәк». Апулей
  • «Сатирикон». Петроний

Кеше холҡон, кисерештәрен һүрәтләгән, кешеләрҙе тәрбиәләгән романдар 1688 йылда инглиз революцияһынан һуң башлап яҙыла . Ошо маҡсатты күҙ алдында тотҡанАдиссон һәм Стил тарафынан («Болтун», Tatler, 1709; «Зритель», Spectator The, 1711-1712) журналдары нигеҙләнә, уларҙа Дефоның «Робинзон» (1719) романын яҙа, шулай уҡ Ричардсон, XVIII быуаттың урталары тирәһендә, яңы роман ижад төрҙәре — ғаилә роман хаттарын булдыра. Ул әҫәрҙәрендә автор шул замандың буржуаз ғаиләһе хәлдәре төпкөлөнә үтеп инә, улар шундай тетрәндергес булыуы арҡаһында уларҙы хатта сәхнәлә пьеса итеп күрһәтелергә лә мөмкин булаә. Юҡҡа ғына Дидро Ричардсон романдарын драма тип атамаған. Ричардсондың романдары кешенең күңел хәрәкәтен, тормошон, микроскоп аҫтында ҡуйып, ентекләп, дөрөҫ сағылдырғанлығы арҡаһында ҙур популярлыҡ яулаған. Бретон романдары Тассо, Ариосто, Баяр әҫәрҙәренә йоғонто яһай; уларҙың Спенсер, хатта Шекспирҙың әҫәрҙәренә йоғонто яһауҙың эҙҙәре бар, Улар айырыуса немец шағирҙарына ныҡ оҡшай, улар романдарҙы туранан-тура үҙ теленә тәржемә итә йәки уларҙы яңыртып, өҫтәп яҙа; мәҫәлән, Вольфрам фон Эшенбах Парцифал тураһындағы риүәйәтте иң һәйбәт эшкәртеүсе, ә Готфрид Страсбургский Тристан һәм Изольда тураһындағы риүәйәтте яңыртып, «Тристан» тигән шиғри роман яҙа. XVIII быуатта Руссо «Новая Элоиза» (1761) романында кеше психологияһын һүрәтләй , был роман мөхәббәт-психологик романының идеалына әйләнә. Руссо аббат Превоның «Манон Леско»һына (1731) эйәреп, яҙһа ла, унан айырмалы рәүештә сәхнәгә үҙ юлында бөтә нәмәне лә еңеп сығыусы мөхәббәт тойғоһон һүрәтләй, шуның арҡаһында Руссо үҙ замандаштары өсөн был роман төрөн тәүге асыусы булып тора, Гёте «Вертер» тигән әҫәрендә Руссоға оҡшарға тырыша. Артабан бындай романдарҙы Смоллет, Голдсмит, Вальтер Скотт, Диккенс, Теккерей, Чарльз Кингсли һәм уларға күп һанлы эйәреүселәр яҙа. Уларҙың әҙәрҙәрендә инглиз донъяһының етешһеҙлектәре асыҡ күрһәтелә, шулай итеп тап улар социаль романға нигеҙ һала. Рыцарь романдары оҙайлы ваҡыт дауамында иң уҡымлы әҫәрҙәр булып тора; һәм рыцарҙар йолалар онотолған заманда ла төрлө Европа илдәрендә уларға оҡшаш әҫәрҙәр яҙылыуын дауам итә мәҫәлән, XVII быуатта Соервантес яҙған «Дон Кихот» романы шундайҙарҙан.

Аллегориялы романдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырым осраҡтарҙа ҡайһы бер урта быуаттарҙың аллегорик хикәйәләүҙәре роман тип атала. Мәҫәлән, Данте Алигьериҙың «Божественная комедия»һы. Был әҫәр бер яҡтан латин сиркәү апологтарына ҡараһа, икенсе яҡтан, «Роман о Розе»тигән рыцарҙар тураһындағы әҫәр менән бәйле. Шундай аллегорик әҫәрҙәр булып, Мольендың «Роман о Милосердии», Гюон Ле Руаның «Турнир Антихриста», Тибоның «Роман о груше» әҫәрҙәре тора. Ричардсонға ҡапма-ҡаршы тороп, бер нисә һүҙ менән генә, юмор аша геройҙың бөтөн холҡон һүрәтләүсе Генри Филдинг һәм Теккерей була, уларҙы инглиз әхлаҡ романдар яҙыусыларҙың уҡытыусыһы, остазы тип әйтергә мөмкин.

  • «Яңы Ренар» Лилдә тыуған Жакмар Жиеле әҫәре (яҡынса 1290 й.)
  • «Ренар Наизнанку» (XIV быуаттың беренсе яртыһы )
  • «Фовель» ( XIV быуат башы): роман геройы — эмблемалы ат. Фовелдең Тынғыһыҙ Дан менән туйы Антихристың һәм ахырзамандың килеүен иҫкәртә.

Психологик романдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джованни Бокаччоның «Фьямметта» (1343, 1472 йылда баҫыла; ҡара шулай уҡ Фьямметта) әҫәрендәге ғишыҡ дәрте психологияһы XVII быуатта францияла психологик романдар яҙыуға йоғонто яһай. XIX быуатта Золя (1840-1902), ахырҙа, кеше йәнен өйрәнеүҙе ситкә сығарып, иң тәүҙә кеше холҡоноң ниндәй тормош хәлдәрендә барлыҡҡа килеүен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә уға бик күптәр ҡаршы сыға, ә Ги де Мопассан (1850-1893), үҙ әҫәрҙәре нигеҙендә реаль романды алмаштыра һәм уны тағы ла психологик нигеҙгә яңынан баҫтырып ҡуя. XХ быуатта Францияла психологик романдар ҙур популярлыҡ ала бара; уның вәкилдәре — Поль Бурже, Анатоль Франс һ. б. — социаль мотивтарҙы психологик романдарға бик оҫта индереп һүрәтләй алған.

Француз романдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хюлста Лису Рейнарду һәйкәл (Нидерланды)
Домьеның «Гаргантюа һәм Пантагрюэлюға иллюстрацияһы»
Аббат Прево
  • «Роман о Ренаре»
  • «Окассен и Николетта»
  • «Флуар и Бланшефлор»
  • «Маленький Жан из Сантре» Антуан де ла Саль
  • Франсуа Рабле, «Гаргантюа и Пантагрюэль»
  • Оноре д’Юрфе, «Астрея (роман)»: ғашиҡ йәш көтөүсе егет Селадон ҡатын-ҡыҙҙар идара иткән илдә тип күҙалланған роман Скаррондың галантлы романына ҡаршы яҙылған роман
  • айырым үҙенсәлекле мут, хәйләкәр роман плутовской роман — «Жиль Блаз» и «Хромой бес (роман )» Ален Рене Лесаж (XVIII быуат башында)
  • психологик роман, унда әхлаҡи мәсьәләләр күтәрелгән. Бының иң сағыу миҫалы булып Жан Жак Руссоның «Новая Элоиза» романы тора.
  • Руссо осоронда шулай уҡ Вольтер үҙенең «Кандид») әҫәрҙәре менән сығыш яһай.
  • Улар менән бер рәттән психологик роман ижад ителә: «Рене (повесть)» һәм «Атала (повесть)»? Франсуа Рене де Шатобриан.
  • рококо романдары Эротика менән бәйле әҫәрҙәр, XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы француз йәмғиәтенә ҙур йоғонто яһайҙар (мәҫәлән, Луве де Кувре, Жан Батист Кувре — «Любовные похождения кавалера де Фобла»).
  • психологик романдың башын үҙенең «Манон Леско» романы менән нигеҙләүсеһе Антуан Франсуа Прево.
  • Виктор Гюго
  • Эжен Сю
  • Александр Дюма-атай
  • Никола Ретиф де ла Бретонн
  • Бенжамен Констан («Адольф» роман)
  • Пьер Амбруаз Франсуа Шодерло де Лакло
  • Стендаль, «Красное и чёрное»
  • Бальзак, «Человеческая комедия»
  • Флобер]], «Госпожа Бовари»
  • Жорж Санд
  • Дюма-ул
  • ағалы-энеле Эдмон Луи Антуан де Эдмон Гонкур һәм Жюль де Гонкур
  • Золя, «Ругон-Маккары»
  • Альфонс Додэ «Тартарен из Тараскона»
  • Мопассан, «Жизнь (роман)», «Милый друг», «Пьер и Жан», «Наше сердце»
  • экзотик, колониаль роман (Пьер Лоти, Клод Фаррер, Луи Жаколио
  • Марсель Пруст
  • Луи-Фердинанд Селин, «Путешествие на край ночи»
  • Ромен Роллан
  • Андре Жид
  • Анатоль Франс
  1. #novels - Twitter Search / Twitter
  2. 2,0 2,1 Роман (в литературе) // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  3. Поль Зюмтор. Опыт построения средневековой поэтики. СПб., 2002, с. 163.
  4. Поль Зюмтор. Опыт построения средневековой поэтики. СПб., 2002, с. 163.