Август Стриндберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
{{{Исеме}}}

Юхан Август Стриндберг (швед. Johan August Strindberg, 22 ғинуар 1849 йыл, Стокгольм — 14 май 1912 йыл, шунда уҡ) — швед яҙыусыһы һәм публицисы[1]. Хәҙерге заман швед әҙәбиәтенә һәм театрына нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙыусының атаһы негоциант (эшҡыуар) аристократтар нәҫеленән, әсәһе-хеҙмәтсе булған[2]. 18671872 йылдарҙа Август Стриндберг Уппсала университетында[2] уҡый. Йәш сағында финанс ҡыйынлыҡтар кисереп, бер нисә һөнәр (уҡытыусы, китапханасы, актер, телеграфсы һәм башҡалар) менән шөғөлләнеп тә ала[3]. 1870 йылдар башында «В Риме» (Rom, 1870), «Изгнанник», «Местер Улоф» («Mäster Olof», 1872) драмалары менән яҙыусы булараҡ дебют яһай[4]. 1879 йылда баҫылған «Красная комната» социаль-тәнҡит романы уға киң танылыу килтерә[5].

1872 йылдан Стокгольмда журналист булып эшләй. 1874 йылда Король асыҡ китапханаһында китапханасы ярҙамсыһы була.

1890-сы йылдар ағымында байтаҡ ваҡытын сит илдә үткәрә, ғилми эксперименттар һәм тикшеренеүҙәр, шулай уҡ оккультизм менән шөғәлләнә[6]. 1893 һәм 1897 йылдар арауығында уның «Кризис Инферно», швед. Infernokrisen) тип аталған психик эпизодтар серияһы уны Швецияға ҡайтарыуға һәм клиникаға госпиталләштереүгә килтерә[6]. Һуңынан, швед мистигы Эммануил идеялары йоғонтоһо аҫтында Сведенборг «Золя оккультизма» (ингл. «The Zola of the Occult») булам тигән ниәт менән «оккульт көндәлегенә» төрлө эзотерик материалдар йыя[6]. 1898 йылда Стриндберг француз телендә «Инферно» (франц. «Inferno»)автобиографиккитабын баҫтырып сығара. Һуңынан яҙыусының был әҫәрен ҡайһы бер тикшеренеүселәр Стриндбергтың психик сауырығанын иҫбатлаусы дәлил булараҡ телгә ала, диагноздарының береһе — параноидлы психоз[7][8].

1911 йылғы Раштыуа алдынан пневмония менән ауырып китә һәм артабан аяҡҡа баҫа алмай. Пневмониянан һәм ашҡаҙан яман шешенән 1912 йылда вафат була.

Сәйәсәттә социалистик, хатта анархист ҡарашлы була, был ҡараштары уның әҙәби ижадында ла сағылыш тапҡан. XX быуат башында көнбайыш цивилизацияһы етәкселәренең береһе була. Стриндберг стиле үҫешендә натурализм башланғыс платформа була , ә һуңғы ижады осоронда -XIX быуат аҙағында байтаҡ европа илдәре әҙәбиәтендә эпизодик рәүештә барлыҡҡа килгән йәш экспрессионизм йүнәлеше сағыла

Күренекле урыҫ шағиры Александр Александрович Блок «Памяти Августа Стриндберга» тигән некролог яҙа.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стриндберг өс тапҡыр өйләнгән була.

  • Беренсе никахы: Сири Фон Эссен (1877-1891). Дүрт балаһы: Керстин (тыуғандан һуң вафат була), Карин, Грета һәм Ганс.
  • Икенсе никахы: Фрида Уль (1893-1897). Ҡыҙы Керстин,улдары Фридрих (стриндбергтың улы түгел, юридик яҡтан ул тип танылған).
  • Өсөнсө никахы: Харриет Боссе (1901-1902). Ҡыҙы Анн-Мари.

Яҙыусының ҡыҙы, Карин Стриндберг, Рәсәй революционер Владимир Мартынович Смирновта кейәүҙә була .

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стриндбергтың хөрмәтенә Меркурийҙағы бер кратерҙы уның исеме менән атағандар.

Стриндберг һәм музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стриндберг Л. ван Бетховен музыкаһына ныҡ табыныусы була Пьесаларының береһе «Spöksonaten»ды (премьераһы 1908 йылда Стокгольмда) ул композиторҙың d-moll op фортепиано сонатаһы менән илһамланып, уны B-dur, op.11 фортепиано триоһы тип атай (ике программа атамаһы ла — «Gespenstersonate» һәм «Gespenstertrio» — композиторҙыҡы түгел) һәм ул пьесаһын хатта «opus»тип атай. Пьесанан өҙөк 1915 йылда уҡАнтон Веберн («Schien mir's als ich sah die Sonne», op. 12 № 3) тарафынан музыкаға һалына. Стриндберг пьесаһының тексы Ариберт Раймандың (премьераһы Берлинда, 1984 йылда Арибер Раймандың шул уҡ исемендәге «Gespenstersonate» опера либреттоһына нигеҙ була (премьераһы Берлинда, 1984 йылда үтә).ҙы уның исеме менән атағандар

Кинематографтағы образы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Август Стриндберг. Жизнь между гениальностью и безумием» (мини-сериал; Швеция, Австрия, Германия, Дания; 1985; режиссерҙары Йохан Бергенстрале, Челль Греде) ; фильмда төп ролдә — Томми Бергрен.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стокгольмда Карл Эльд эшләгән Стриндберг һәйкәле (1942)
Стокгольмда Карл Эльд эшләгән Стриндберг һәйкәле

Романдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Красная комната» — роман, 1879
  • «Сын служанки» — роман, 1886—1887
  • «Жители острова Хемсё» — роман, 1887
  • «Исповедь безумца» — роман, 1888
  • «На шхерах» — роман, 1890
  • «Ад» — автобиогр. книга, 1897
  • «Легенды» — автобиогр. книга, 1897
  • «Одинокий» — роман, 1903
  • «Готические комнаты» — роман, 1904
  • «Чёрные знамёна» — роман, 1905

Повестары һәм хикәйәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Новое царство» — повесть, 1882
  • «Рассказы о браке» — сборник, 1884—1886
  • «Утопии в действительности» — сборник новелл, 1885
  • «Чандала» — повесть, 1889
  • «Первые и последние» — рассказ из сборника «Веселая Бухта и Позорный залив». (В 1903 году был напечатан в приложении к газете «Приазовский край», № 43 от 12 октября, С. 1-2)
  • «Кукольный дом» — рассказ. (В 1905 году был напечатан в газете «Приазовский край», № 196 от 18 августа и № 197 от 19 августа)

Пьесалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Вольнодумец» (Fritänkaren, 1869)
  • «Гермиона» (Hermione, 1870)
  • «В Риме» (I Rom, 1870)
  • «Изгнанник» (Den fredlöse, 1871)
  • «Местер Улоф» (Mäster Olof, 1872, 1874, 1877)
  • «Странствия Счастливчика Пера» (Lycko-Pers resa, 1882)
  • «Отец» (Fadren, 1887)
  • «Товарищи» (Kamraterna, 1887)
  • «Фрёкен Юлия» ("Фрекен Жули") (Fröken Julie, 1888)
  • «Кредиторы» (Fordringsägare, 1888)
  • «Кто сильнее» (Den starkare, 1889)
  • «Пария» (Paria, 1889)
  • «Самум» (Samum, 1889)
  • «Перед смертью» (Inför döden, 1892)
  • «Узы» (Bandet, 1892)
  • «Игра с огнём» (Leka med elden, 1892)
  • «Путь в Дамаск» (трилогия, Till Damaskus, 1898—1904)
  • «Борьба и преступление» (Brott och brott, 1899)
  • «Густав Васа» (Gustav Vasa, 1899)
  • «Эрик XIV» (Erik XIV, 1899)
  • «Пасха» (Påsk, 1900)
  • «Карл XII» (Karl XII, 1901)
  • «Пляска смерти» (Dödsdansen, 1901)
  • «Невеста-девственница» (Kronbruden, 1901)
  • «Лебедь белая» (Svanevit, 1901)
  • «Энгельбрект» (Engelbrekt, 1901)
  • «Игра снов» (Ett drömspel, 1902)
  • «Королева Кристина» (Kristina, 1903)
  • «Виттенбергский соловей» (Näktergalen i Wittenberg, 1903)
  • «Соната призраков» (Spöksonaten, 1907)
  • «Большая дорога» (Stora landsvägen, 1909)

Публицистикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Синяя книга» — публицистика, 1907—1908
  • «Открытые письма Интимному театру» — 1909
  • «Речи к шведской нации» — 1910

Әҫәрҙәренең баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Стриндберг, Август. Полное собрание сочинений. — Москва: Современные проблемы, 1908—1912. — Т. 1—15.
  • Стриндберг А. Избранные произведения, тт. 1-2. М., 1986.
  • А. Стриндберг. Красная комната. — Москва: Правда, 1989. — 640 с.
  • Август Стриндберг. Слово безумца в свою защиту / пер. Л. Лунгиной. — Ижевск: Удмуртия, 1990. — 272 с. — ISBN 5-7659-0039-9.
  • Стриндберг А. Игра снов: Избранное. М., 1994.
  • Август Стриндберг. На круги своя. Повести и рассказы. — Москва: Текст, 2002. — ISBN 5-7516-0319-2.
  • Август Стриндберг. Серебряное озеро : Повести и рассказы. — Москва: Текст, 2002. — ISBN 5-7516-0320-6.
  • Август Стриндберг. Густав Ваза. Карл XII. На пути в Дамаск. — Москва: Индрик, 2002. — ISBN 8-85759-222-4.
  • Август Стриндберг. Жестокий театр. — Совпадение, 2005. — 328 с. — ISBN 5-86402-132-6.
  • Август Стриндберг. Интимный театр. — Совпадение, 2007. — ISBN 978-5-903060-28-3.
  • Юхан Август Стриндберг. Собрание сочинений в 5 томах. — Книжный Клуб Книговек, 2010. — ISBN 978-5-4224-0010-2.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Брандес Г., Август Стриндберг, Собр. соч., т. 2, СПБ, [б. г.];
  • Луначарский А. В., Великомученик индивидуализма (А. Стриндберг), в кн.: Мещанство и индивидуализм, М. — П., 1923;
  • Блок А. Статьи о Стриндберге, Собр. соч., т. 9, М. — Л., 1936;
  • Горький М., Собр. соч., т. 24, М., 1953, с. 49, 468; т. 28, М., 1954 с. 77-79; т. 29, М., 1955, с. 245;
  • Манн Т., Август Стриндберг, Собр. соч., т. 10, М., 1961;
  • История западноевропейского театра, т. 5, М., 1970;
  • Шарыпкин Д. М. А. Стриндберг и Г. Ибсен в русской литературе // Шарыпкин Д. М. Скандинавская литература в России. М., 1980.
  • Ерхов Б. А. Август Стриндберг. Биоблиографический указатель. М., 1981.
  • К. Ясперс. Стриндберг и Ван Гог. Опыт сравнительного патографического анализа с привлечением случаев Сведенборга и Гельдерлина.
  • В. Максимов. Проект драматической эпопеи Августа Стриндберга // Стриндберг А. Интимный театр. М.: Совпадение, 2007.
  • Бальзамо Е. Август Стриндберг: лики и судьба. М.: Новое литературное обозрение, 2009
  • Анатолий Ливри. Dr. Anatoly Livry, «August Strindberg : de Rhadamanthe à Busiris et l’Etna de Zarathoustra», Nietzscheforschung, Berlin, «Akademie Verlag», 2011, p. 123—135

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мацевич А.А. Стриндберг, Август // Большая российская энциклопедия. Том 31. М., 2016, с.318.
  2. 2,0 2,1 Стриндберг Юхан Август // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Венгерова З. А. Стриндберг, Август // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Мацевич А. А., op.cit.
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; ЛЭ төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. 6,0 6,1 6,2 Banham M. The Cambridge Guide to Theatre. — Cambridge University Press, 1995. — P. 1040. — 1233 p. — ISBN 978-0-521-43437-9. (инг.)
  7. Hans Göran Ekman Samlaren (швед.) // Tidskrift for svensk litteraturvetenskaplig forskning : журнал. — Varnamo, 1994. — С. 189—191. — ISSN 0348-6133. Архивировано из первоисточника 8 ғинуар 2018.
  8. Rothenberg A. Creativity and Madness: New Findings and Old Stereotypes. — Johns Hopkins University Press, 1990. — С. 93. — 199 с. — ISBN 978-0-8018-4011-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]