Пневмония
Пневмония | ||
---|---|---|
Streptococcus pneumoniae — пневмонияны тыуҙырыусы. | ||
МКБ-10 | J12., J13., J14., J15., J16., J17., J18., P23. | |
МКБ-9 | 480-486, 770.0 | |
DiseasesDB | 10166 | |
eMedicine | topic list | |
MeSH | D011014 |
Пневмония (гр. pneumon — үпкәләр), үпкә ялҡынһыныуы, эске альвеоляр экссудация менән барған үпкәнең респиратор бүлектәренең сығанаҡ урыны зарарланыуы менән сифатланған ауырыуҙар төркөмө. Кеше пневмонияһы
Этиологияһына бәйле бактериаль, вируслы, микоплазмалы һ.б. пневмония; ҡатнаш (вируслы бактериаль), аллергик, физик химик факторҙар менән билдәләнгән (травманан һуңғы, аспирацион, операциянан һуңғы һ.б.); барлыҡҡа килгән урыны буйынса — дарыухананан тыш (амбулатор) һәм нозокомиаль (госпиталдә); үҫеш механизмы буйынса — беренсел (бронхоген) һәм икенсел (инфекция тыуҙырған ҡан йәки лимфа аша таралғанда) һ.б.; педиатрияла киҫкен һәм хроник пневмония айырыла. Үҫешенә булышлыҡ итеүсе факторҙар: иммунитет ҡаҡшауы, һалҡын тейеү, тәмәке тартыу, стресс һ.б.
Төп билдәләре: температура күтәрелеү, төскөрөү, тын ҡыҫылыу. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (рентгенологик, ультратауыш, радиоизотоплы һ.б.) һәм лаб. (микроскопик, бактериологик һәм серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (антибактериаль, дезинтоксикацион, ялҡынһыныуға ҡаршы, бронхолитик, ҡаҡыртҡыс, иммуномодулләүсе препараттар), физиотерапевтик һ.б., шифахана-курорт учреждениеларында реабилитацияланыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр (осложнение): киҫкен тын алыу етешмәүсәнлеге, инфекцион токсик шок, сепсис, үпкә туҡымаһы деструкцияһы һ.б.
Хайуандар пневмонияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Этиологияһы буйынса специфик (инфекциянан килеп сыға; туберкулез, тымау ауырыуы һ.б. булғанда) һәм специфик булмаған (шартлы патоген микроорганизмдар тыуҙыра) пневмония айырыла.
Булышлыҡ итеүсе факторҙар: малдар тотоуҙың санитария гигиена нормалары боҙолғанда организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре кәмеү (үтәнән-үтә йылы, һыуыҡ, дымлы булыу һ.б.), хайуандарҙы дөрөҫ файҙаланмау (артыҡ эшләтеү һ.б.). Йәш малдар тиҙерәк бирешә. Диагностика өсөн клиник, лаборатор, рентгенологик, патоморфологик һәм башҡа тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (бактерияларға ҡаршы, бронхолитик, иммуномодулләүсе һ.б. саралар, новокаин блокадаһы), физиотерапия һ.б.
Өҙлөгөүҙәр: плеврит, йөрәк етешмәүсәнлеге һ.б.
Профилактика: мал тотҡанда нормаль шарттар булдырыу, ауыл хужалығы малдарын яҡшы аҙыҡ менән ашатыу һ.б.