Ир

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Микеланджелоның Давид — классик ирҙәрҙең рәсемы

Иркеше, биологик төрләнештәге ике енестең береһе, ир енесендә. Икенсе енестәге кеше ҡатын тип йөрөтөлә. Шулай уҡ өлкән ир йәш ирҙән (малай, егет) айырмалыҡтары бар.[1][2]

Ир-ат символы булып — ♂ (Марс символы тора).

Ир енесендәге кешеләргә ҡарата өндәшеүҙәр[үҙгәртергә]

13-15 йәштәргә тиклем малай, үҫмер. Бәлиғәт йәшенә еткәс егет, йәш кеше тип атайҙар. Өлкән йәштә ир. Ир кеше никахҡа керә ала. Ир кеше үҙенең балаһына атай, ейәндәренә олатай була. Олатай тип башҡорттар бар өлкән кешегә лә әйтә. Ҡарт тип бик өлкән кешегә әйтәләр.

Енестең генетик детерминацияһы[үҙгәртергә]

Һөтимәрҙәрҙә, шул иҫәптән кешелә ир енесе гетерогаметлы. Ирҙәрҙең хромосомалар йыйылмаһы ике төрлө енес хромосомаларынан тора: X һәм Y.

Гаплоидлы хромосомалар йыйылмаһы булған сперматозоид йә X, йә Y-хормосоманан ғына тора. Буласаҡ баланың енесе спермотозоид ниндәй хромосома йөрөтүгә ҡарай. Сөнки күкәй күҙәнәктәре тик Х-хромосома ғына йөрөтә.

Былар ирҙәрҙең төрлө анатомик үҫеш үҙенсәлектәренә алып килә:

  • Ир енес биҙҙәре, шулай уҡ гаметтар һәм сперматозидтар эшләп сығарыусы күкәйҙәр булыуы.
  • Беренсел енси билдәләрҙең, кеше эмбрионда саҡта уҡ енес ағзаһы һәм күкәй тоҡсаһының үҫеше.
  • Енси өлгөрөү осоронда икенсел енси билдәләрҙең үҫеше, ҡандағы тестостеронда ир енесе гармондарының юғары кимәлдә булыуы.

Ирҙәр ауырыуы буйынса махсуслашҡан медицина өлкәһе андрология тип атала. Ирҙәр, башлыса ҡатындар ауырыған ауырыуҙар менән ауырый. Шулай ҙа енси яҡтан ҡайһы бер ауырыуҙар айырыла. Мәҫәлән, дальтонизм һәм Х-хромосомаһы менән бәйле нәҫелдән килеүсе сирҙәр. Шул уҡ ваҡытта енестәрҙең антагоник эволюцияһы һөҙөмтәләрендә Y-хромосомаһында тик гендар ғына ҡалған.Былар енестәрҙең диморфизммы менән бәйле. [3] За 300 миллионов лет непрерывной «гонки вооружений» с Х-хромосомой, Y-хромосома мужчины из исходных 1438 лишилась 1393 генов.[4]

Ир-егеттәрҙең сәнғәттәге образдары[үҙгәртергә]

Ир образы һәр ваҡытта батырлыҡ образы булараҡ һүрәтләнә. Бында ҡайһы бер донъялағы танылған әҫәрҙәр генә алынған.

Живописта: Әҙәмде яралтыу[5]

Музыкала: «Комбат (йыр)»[6]

Кинола: Укрощение строптивого[7]

Скульптурала: Давид (Микеланджело)[8]

Әҙәбиәттә: Одиссея[9]

Байрамдар[үҙгәртергә]

Иҫкәртмәләр[үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь русского языка / Под ред. Д. Н. Ушакова, — М.: Астрель, 2007.
  2. Ожегов С. И. / Словарь русского языка: 70 000 слов, — М.: Русский язык, 1990.
  3. Мэтт Ридли «Геном: автобиография вида в 23 главах» — М: Эксмо, 2010, С. 145—164. ISBN 978-5-699-34865-7
  4. Джон Ллойд и Джон Митчинсон Вторая Книга всеобщих заблуждений — М.: Фантом Пресс, 2012. — С. 228. — 416 с. — ISBN 978-5-86471-619-9.
  5. Сотворение Адама
  6. Роман Алексеевич Илющенко «Безотцовщина»
  7. «Феномен Челентано (Адриано Челентано)» Г. Богемский. (Сборник ежегодника «Экран», Москва, «Искусство» 1986).
  8. (инг.) Anton Gill. Il Gigante: Michelangelo, Florence, and the David, 1492—1504. St. Martin’s Press, 2003. ISBN 0-312-31442-6.
  9. В. С. Вахрушев «Гомер» // Зарубежные писатели. Биобиблиографический словарь. Ч. 1. — М., 1997. — С.201-207

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]