Феминизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Феминизмдың символы — көҙгө эсендәге йоҙроҡ (көрәш һәм ҡаршылашыу символы). Көҙгө Венера (ҡатын-кыҙҙар символы)формаһында. Феминизмдың традицион төҫө - миләүшә .

Фемини́зм (лат. femina, «ҡатын-ҡыҙ») — ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән бер тиң хоҡуҡ биреүҙе талап иткән ижтимағи-сәйәси хәрәкәт. Киң мәғәнәлә — барлыҡ даирәлә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән тиң хоҡуҡ талап итеү. Тар мәғәнәлә — ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын дискриминациялауҙы бөтөрөү һәм ирҙәр менән тигеҙ хоҡуҡлы итеү. Беренсе сиратта феминизм ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләләрен анализлай, әммә феминизм заттарҙың тигеҙлеге өсөн көрәшә һәм ҡайһы бер феминискалар ирҙәр хоҡуғы өсөн дә көрәшергә кәрәк тип иҫәпләй.[1][2]. Был хәрәкәт XVIII быуатта барлыҡҡа килә. 1960 йылдарҙа киң танылыу ала.

Феминизм күренеше өсөн теорияны түбәндәге Көнбайыштың интелектуаль ағымдары әҙерләне: либераль философия һәм хоҡуҡ теорияһы (Локк, Руссо, Миль һ.б.); социолизм теорияһы (Зигмунд Фрейд, Вильгельм Райх, Маргарет Мид, Франкфурт мәктәбе философтары: Герберт Маркузе һәм Теодор Адорно). Бынан тыш феминизм идеологияһына йәштәр хәрәкәте, негрҙарҙың граждандар хоҡуҡтары өсөн көрәше, контркультура, сексуаль революция ҙур йоғонто яһай. Беренсе феменистик әҙәбиәт АҠШ-та барлвҡҡа килә, һуңғараҡ Бөйөк Британия һәм Францияла. Тәүҙә публицистик һәм сәйәси әҙәбиәт була. Һуңынан «ҡатын-ҡыҙҙар» проблемаһы антропология, этнология, социология, психология, философия, политология кеүек академик тикшеренеүҙәр даирәһе булып китә.


Феминизмдың өс «тулҡыны»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Феминисткалар һәм ғалимдар ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә өс «тулҡын» бар тип иҫәпләй. «Беренсе тулҡын» XIX—XX быуаттарға ҡарай, был ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға тауыш биреү хоҡуғы биреү өсөн көрәш бара. «Икенсе тулҡын» тип 1960 йылдарҙағы ирҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға юридик һәм социаль тигеҙлек биргән азатлыҡ хәрәкәтен күҙаллайҙар. «Өсөнсө тулҡын» "икенсе тулҡын"дың уңышһыҙлыҡтары өсөн реакция һәм дауамы булып тора "Өсөнсө тулҡын"дың 1990 йылдарҙа барлыҡҡ килә[3]. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең өсөнсө тулҡынына квир-теория, расизмға ҡаршылыҡ, интернационализм, ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәһүәтлегенән йәрлек алып ташланыуы хас. Айырым алғанда, икенсе тулҡынға хас булған, порнография- ҡатын-ҡыҙҙарҙы эксплуатациялау, тип һаналһа - өсөнсө тулҡын быға нейтраль ҡарай. Хәрәкәттең иң күренекле вәкилдәре булып бөгөнгө көндә Элис Уокер, Лили Тейлор, Наоми Вульф һәм башҡалар тора.

Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең сығанаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән тиң хоҡуҡлығын дини өлкәлә будда ҡанунының өлөшө булған - Тхеригатха иҫбатлай. 18 быуат аҙағында - 19 быуат башында ирҙәр үҙәк булып торған йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙар иҙелеп йәшәй тигән фекер (патриархат) киң таралыу ала. Бында София де Кондорсе иң әүҙем ҡатнашыусы була. Беренсе тапҡыр тигеҙ хоҡуҡ талаптары ҡатын-кыҙҙар тарафынан 1775—1783 йылдарҙа АҠШ -та Азатлыҡ өсөн көрәш ваҡытында тәҡдим ителә. Беренсе америка феминисткаһы тип Абигейл Смит Адамс (1744—1818) һанала. Ул тарихҡа : "Беҙ, ҡабул итеүҙә үҙебеҙ ҡатнашмаған ҡанундарҙы үтәмәйәсәкбеҙ, беҙҙең мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртмаған хакимиәткә баш эймәйәсәкбеҙ" тигән данлыҡлы фразаһы менән инә. (1776). Францияла йылына 1789 йылғы Бөйөк француз революцияһы алдынан беренсе ҡатын-кыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлығы өсөн көрәшкә арналған журнал сыға башлай. Ҡатын-кыҙҙарҙың революцион клубтары барлыҡҡа килә, уларҙың ағзалары сәйәси көрәштә ҡатнашалар. Ләкин 1791 йылда француз Конституцияһы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлау хоҡуғын кире ҡаға.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1 Harv.Women’s L.J. 107 (1978) Fathers' Rights and Feminism: The Maternal Presumption Revisited; Uviller, Rena K.
  2. Unwed Fathers' Rights, Adoption, and Sex Equality: Gender-Neutrality and the Perpetuation of Patriarchy
  3. Krolokke, Charlotte; Anne Scott Sorensen. Gender Communication Theories and Analyses: From Silence to Performance. — Sage Publications, 2005. — Гл. 1. Three Waves of Feminism: From Suffragettes to Grrls. — ISBN 0-7619-2918-5
Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырырға кәрәк.