Эстәлеккә күсергә

Ленин Владимир Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(В. И. Ленин битенән йүнәлтелде)
Владимир Ильич Ульянов (Ленин)
рус. Владимир Ильич Ленин
Владимир Ильич Ульянов (Ленин)
Флаг
Флаг
СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы председателе
30 декабрь 1922 — 21 ғинуар 1924
Дауамсы: Алексей Иванович Рыков
Флаг
Флаг
РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы председателе
8 ноябрь 1917 — 21 ғинуар 1924
Алдан килеүсе: вазифа раҫланған; Ваҡытлы хөкүмәт рәйес-министры Александр Фёдорович Керенский
Дауамсы: Алексей Иванович Рыков
 
Дине: Атеист
Тыуған: 22 апрель 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Рәсәй империяһы Сембер ҡалаһы
Үлгән: 21 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (53 йәш)
СССР, Мәскәү губернаһы, Подольск өйәҙе, Суханов волосы, Горки усадьбаһы
Ерләнгән: Ленин мавзолейы, Мәскәү
Династия: Семья Ульяновых[d]
Исеме: рус. Владимир Ильич Ульянов
Атаһы: Илья Николаевич Ульянов
Әсәһе: Мария Александровна Ульянова
Ҡатыны: Надежда Константиновна Крупская
Партия: РСДРП → РКП(б) → ВКП(б)
Белеме: Ҡазан университеты, Петербург университеты
Профессияһы: Юрист
 
Автограф:
 
Наградалары:
Хорезм Халыҡ Социалистик Республикаһының Хеҙмәт ордены

Владимир Ильич Ленин (төп фамилияһы Улья́нов; 22 апрель 1870 йыл — 21 ғинуар 1924 йыл — совет дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, революционер, философ, марксист һәм публицист. Марксизм-ленинизм классиктарының береһе, Рәсәйҙә большевиктар партияһын ойоштороусы, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының (СССР һәм РСФСР хөкүмәтенең) председателе. Өсөнсө (Коммунистик) Интернационалды ойоштороусы һәм уның идеологы.

Бала сағы, белеме һәм тәрбиәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Ильич Ульянов 1870 йылдың 10, яңы стиль буйынса 22 апрелендә Рәсәй Империяһының Сембер (русса Симбирск, 1924 йылдан — Ульяновск) ошо исемдәге губернаның халыҡ училищелары инспекторы ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Ульянов Илья Николаевич (18311886) сығышы менән Нижегород өлкәһе Сергач өйәҙенә ҡараған Андросово ауылынан, элекке крепостной крәҫтиән улы. Әсәһе — Мария Александровна Ульянова (ҡыҙ фамилияһы Бланк, 18351916), әсәһе яғынан швед-немец, атаһы яғынан, төрлө фараздар буйынса, украин, немец йә йәһүд тамырлы. Владимирҙың әсәһе яғынан ҡартатаһы Александр Дмитриевич Бланк, фараздарҙың береһенә ярашлы, православие ҡабул иткән (суҡынған) еврей булған[2][3]. Икенсе фараз буйынса, ул Екатерина II Рәсәйгә саҡырып килтергән немец колонистары ғаиләһенән[4]. Лениндың нәҫелен тикшергән совет яҙыусыһы Мариэтта Шагинян раҫлауынса, «Александр Бланк украин булған».

18791887 йылдарҙа Владимир Ульянов Семберҙәге беренсе классик гимназияла уҡый һәм, уны алтын миҙалға тамамлап, Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға инә. Үҙенең уҡыусыһының латинды һәм телде үҙләштереүҙәге ҙур уңыштары айҡанлы уға тарих-тел факультетына инергә кәңәш биргән гимназияның ул саҡтағы етәксеһе Ф. М. Керенский (Рәсәйҙең 1917 йылдарҙағы Ваҡытлы Хөкүмәте башлығы Александр Керенскийҙың атаһы) Володя Ульяновтың был аҙымын тәрән ҡәнәғәтһеҙлек менән ҡабул итә[5].

1878—1887 йылдарҙа В. И. Ленин йәшәгән бүлмә. Хәҙер Ульяновтар ғаиләһенең йорт-музейы

1887 йылға тиклем Владимир Ульяновтың ниндәйҙер революцион эшмәкәрлеге тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Был ваҡытҡа ул суҡынған була һәм 16 йәшенә тиклем урындағы православие дине ойошмаһына ҡарай. Уның диндән ситләшеүе 1886 йылға тура килә тип фаразларға кәрәк[6]. Уның гимназиялағы Дин предметы буйынса билдәләре тик «отлично» була[7], ҡалған фәндәр буйынса ла шулай уҡ яҡшы уҡый. Уның өлгөргәнлек аттестатында бары бер «дүртле» билдәһе — логиканан була. Гимназияның 1885 йылғы уҡыусылары исемлегендә Владимир — «зирәк, тырыш һәм йыйнаҡ уҡыусы. Бар предметтар буйынса ла бик яҡшы өлгәшә. Үҙен өлгөлө тота» тип билдәләнгән. 1880 йылда уҡ, беренсе синыфты тамамлағандан һуң, ул тәүге бүләккә лайыҡ була — тышлығына «Инсафлылыҡ һәм уңыштар өсөн» тип баҫып яҙылған китап менән маҡтау ҡағыҙы бирелә.

1887 йылдың 8 (20) майында өлкән ағаһы Александр Ульянов, император Александр III-не үлтерергә теләүселәр заговорында ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, үлем язаһына хөкөм ителә. Александрҙың революцион эшмәкәрлеге хаҡында бер ни белмәгән Ульяновтар ғаиләһе өсөн был оло ҡайғы була.

Ҡазан университетында Владимир студенттарҙың Лазарь Богораз етәкләгән «Халыҡ азатлығы» («Народная воля») тигән йәшерен түңәрәгенә йәлеп ителә. Өс айҙан һуң, университеттың яңы уставы айҡанлы сыҡҡан студенттар сыуалышында ҡатнашҡаны өсөн ул уҡыуҙан ҡыуыла[8]. Сыуалыштарҙан зыян күргән инспектор һүҙҙәренсә, Ульянов ғауғасы студенттарҙың беренсе рәтендә була.

Был ваҡиғаларҙан һуң икенсе төндә башҡа ҡырҡ студент менән бергә Владимир ҙа ҡулға алына. Улар барыһы ла университеттан ҡыуыла һәм һөргөнгә оҙатыла. Владимир Ульянов 1888—1889 йылдың ҡышына тиклем Ҡазан губернаһының Лайыш өйәҙе Кокушкино ауылында (хәҙер Татарстандың Питрәч районы Ленино-Кокушкино ауылы) йәшәй.

Тикшереү ваҡытында, йәш Ульяновтың алда телгә алынған Богораз түңәрәге менән бәйләнеше асыҡланғанлыҡтан һәм уның ағаһының батшаға ҡаршы булғаны өсөн, үлем язаһына тарттырылғанлыҡтан, ул полиция күҙәтеүе аҫтында булырға тейешле «ышанысһыҙҙар» исемлегенә эләгә. Шул сәбәптән уға университетта уҡыуын дауам итергә рөхсәт ителмәй, әсәһенең был турала юллауҙары бер-бер артлы кире ҡағыла. Америка ғалимы, Рәсәй тарихы белгесе Ричард Пайпс билдәләүенсә[9],

Был осорҙа Ленин күп уҡый. Ул 1860—1870 йылдарҙа сыҡҡан бөтә «прогрессив» журнал һәм китаптарҙы ентекләп өйрәнә, бигерәк тә Николай Чернышевский әҫәрҙәренә ныҡлы иғтибар бирә. Улар, Лениндың үҙ һүҙҙәре буйынса, уға мөһим йоғонто яһай. Был ваҡыт Ульяновтар ғаиләһе өсөн ауыр осор була: Семберҙә күптәр уларҙан ситләшә, кешеләр язаланған террорсы ғаиләһе менән бәйләнеш полицияның кәрәкмәгән иғтибарын йәлеп итеренән ҡурҡа…

Революцион эшмәкәрлегенең башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Владимир Ульянов Сембер гимназияһын тамамлағанда, 1887 йыл.

1888 йылдың көҙөндә Ульянов Ҡазанға ҡайтырға рөхсәт ала, һуңыраҡ Рәсәйҙә марксизмды тәүге пропагандалаусыларҙың береһе Николай Федосеев ойошторған түңәрәккә инә. Бында Карл Маркс, Фридрих Энгельс һәм Георгий Плеханов әҫәрҙәрен өйрәнәләр һәм тикшерәләр. Был турала 1924 йылда Н. К. Крупская «Правда» гәзитендә түбәндәгеләрҙе яҙып сыға: «Плехановты Владимир Ильич мөкиббән булып ярата. Плеханов уның үҫешендә ҙур роль уйнай, дөрөҫ революцион ҡараш табырға ярҙам итә, шуға ла Плеханов уның өсөн оҙаҡ ваҡыт юғары өлгө (ореол) була: Плеханов менән хатта ваҡ ҡына айырымлыҡтарҙы ла ул ныҡ ауыр кисерә»[10].

1889 йылдың майында М. А. Ульянова Һамар губернаһына ҡараған Алакаевкала 83,5 дисәтинә (91,2 гектар) ер биләме булған имение һатып ала, һәм ғаилә шунда йәшәргә күсенә. Әсәһенең ныҡышмалы үтенесенә ҡаршы килә алмаған Владимир хужалыҡ менән идара итеп ҡарай, әммә әллә ни эш ҡыра алмай[11]. Яҡын-тирәлә йәшәгән крәҫтиәндәр, яңы хужаларҙың тәжрибәһеҙлегенән файҙаланып, уларҙың атын һәм ике һыйырын урлап алып китә[11]. Һөҙөмтәлә Ульянова башта ер биләмәһен, аҙаҡтан өйөн дә һата[11]. Совет заманында был ауылда Лениндың йорт-музейы булдырыла[12].

1889 йылдың көҙөндә Ульяновтар ғаиләһе Һамар ҡалаһына күсенә. Ленин бында ла урындағы революционерҙар менән бәйләнеш тота.

Ричард Пайпс фекеренсә, 1887—1891 йылдар арауығында йәш Ульянов, язалап үлтерелгән ағаһы артынан, «Халыҡ азатлығы» («Народная воля») яҡлы булып китә. Ҡазанда һәм Һамарҙа уның ағзаларын махсус эҙләп таба, уларҙан был ваҡытта «һөнәри революционерҙарҙың» конспирациялы һәм дисциплиналы ойошмаһы булып күренгән ошо хәрәкәттең практик эшмәкәрлеге хаҡында белешмә ала.

1890 йылда властар йомшара һәм Владимир Ульяновҡа экстерн рәүешендә имтиханға әҙерләнергә рөхсәт бирә. 1891 йылдың ноябрендә Ленин Петербург университетының юридик факультеты курсы буйынса экстерн формала имтихан тапшыра[13]. Бынан һуң ул иҡтисад темаһына бик күп хеҙмәттәр өйрәнә, бигерәк тә ауыл хужалығы буйынса земство отчеттарына ҙур иғтибар бүлә.

18921893 йылдар барышында Плеханов хеҙмәттәренең ныҡлы тәьҫире аҫтында Лениндың фекерҙәре «Халыҡ азатлығы» («Народная воля») хәрәкәте ҡараштарынан социал-демократик йүнәлешкә үҙгәрә башлай. Ул 1893 йылда уҡ заманы өсөн яңы доктрина эшләй: унда халҡының биштән дүрт өлөшө крәҫтиәндәр булған Рәсәй «капиталистик ил» итеп иғлан ителә. Ленинизмдың төп ҡараштары (кредоһы) 1894 йылда тулыһынса формалаша: «рус эшсеһе, барлыҡ демократик элементтарҙы етәкләүгә күтәрелеп, абсолютизмды ҡолатасаҡ һәм рус пролетариатын бөтә илдәрҙең пролетарийҙары менән бергә асыҡ сәйәси көрәш юлынан еңеүле коммунистик революцияға алып барасаҡ».

Тикшеренеүсе М. С. Восленский «Номенклатура» хеҙмәтендә билдәләүенсә,

Яңы етештереү мөнәсәбәттәре өсөн материаль шарттар өлгөрөү-өлгөрмәүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә революцияға өлгәшеү Лениндың бынан һуңғы тормошоноң төп практик маҡсатына әүерелә.

Ул ваҡыттағы башҡа рус марксистары өсөн тотҡарлыҡ һәм ҡамасау тыуҙырған нәмә лә йәш кешене уңайһыҙландырмай. Ярар, Рәсәй артта ҡалған, тей, уның пролетариаты көсһөҙ, тей, Рәсәй капитализмы әлегә үҙенең барлыҡ етештереү көстәрен йәйелдермәгән — эш бында түгел. Мөһиме — революция яһау!

… «Ер һәм ирек» («Земля и воля») тәжрибәһе күрһәтеүенсә, крәҫтиәндәргә революцияның төп көсө булараҡ ышаныу үҙен аҡламаны. Ниндәйҙер ҙур синыфҡа таянмай, батша дәүләтен әйләндереп ташлау өсөн бер төркөм революцион интеллигенция бигерәк аҙ һанлы булды: «народниктар» террорының һөҙөмтәһеҙлеге быны бөтә асыҡлығы менән күрһәтте. XIX һәм XX быуаттар сигендә һан яғынан тиҙ үҫкән пролетариат ҡына ул шарттарҙа Рәсәйҙә бындай ҙур синыф була алыр ине. Производствоға тупланыуы һәм хеҙмәт шарттары тыуҙырған тәртиплелеге арҡаһында эшселәр синыфы йәшәп килгән ҡоролошто ҡолатыу өсөн төп көс итеп ҡулланылырлыҡ иң яҡшы социаль ҡатлам.

1892—1893 йылдарҙа Владимир Ульянов Һамарҙа адвокат ярҙамсыһы була, башлыса енәйәт эштәрен алып бара"[14].

1893 йылда Ленин Санкт-Петербургка күсә һәм адвокат ярҙамсыһы хеҙмәтен дауам итә[15]. Петербургта ул марксистик политэкономия проблемалары, рус азатлыҡ хәрәкәте тарихы, Рәсәй империяһы ауылдары һәм сәнәғәтенең реформанан һуң капиталистик эволюция тарихтары буйынса хеҙмәттәр яҙа. Уларҙың бер өлөшө легаль донъя күрә. Был ваҡытта шулай уҡ социал-демократик партия программаһын эшләй. В. И. Лениндың публицист һәм бай статистик материалдар нигеҙендә Рәсәйҙә капитализм үҫешен тикшереүсе булараҡ эшмәкәрлеге уға социал-демократтар һәм оппозицион ҡарашлы либераль эшмәкәрҙәр араһында, шулай уҡ рус йәмғиәтенең башҡа күп кенә даирәләрендә киң билдәлелек килтерә[16].

В. И. Ульяновтың полицияла эшләнгән фотоһүрәте, декабрь, 1895

Ричард Пайпс фекеренсә, 1893 йылда Петербургка килгәндә, 23 йәшендә Ленин шәхес булараҡ тулыһынса өлгөрә:

… был һөйкөмһөҙ тышҡы ҡиәфәтле кешенән шундай эске көс бөркөлөп тора, башҡалар үҙҙәренең тәүге тәьҫораттарын бик тиҙ онота. Ихтыяр көсө, ныҡлы тәртип, энергия, аскетлыҡ һәм эшенә ҡаҡшамаҫ ышаныс бергә ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән иҫ киткес көслө тәьҫирҙе бары тик күп ҡабатланған «харизма» һүҙе (Хоҙайҙан бирелгән ылыҡтырыу һәләте) менән тасуирларға мөмкин. Потресов һүҙҙәренсә, был «килбәтһеҙ һәм тупаҫыраҡ», һөйкөмлөктән мәхрүм кеше, «гипнотик тәьҫир» яһай: «Плехановты — ихтирам иттеләр, Мартовты — яраттылар, әммә берҙән-бер бәхәсһеҙ юлбашсы кеүек бары тик Ленин артынан ғына һүҙһеҙ барҙылар. Сөнки тик Ленин ғына тимер ихтыярлы, ярһыу энергиялы һәм хәрәкәткә, эшкә фанатик ышаныуҙы унан кәм булмаған үҙенә ышаныу менән берләштергән һирәк осраған, бигерәк тә Рәсәйҙә, кеше ине»

1895 йылдың майында Ульянов сит илдәргә сығып китә: Швейцарияла Георгий Плеханов, Германияла — Вильгельм Либкнехт, Францияла — Поль Лафарг һәм халыҡ-ара эшселәр хәрәкәтенең башҡа эшмәкәрҙәре менән осраша. Шул уҡ йылда, Петербургҡа ҡайтҡас, Юлий Мартов һәм башҡа йәш революционерҙар менән бергә тарҡау марксистик түңәрәктәрҙе "Эшселәр синыфын азат итеү өсөн көрәш союзы"на берләштерә[17]. Плеханов йоғонтоһонда Ленин, батша Рәсәйен ярым феодаль ил тип иғлан итеп, уны «капиталистик» ил тип атаған үҙенең элекке доктринаһынан өлөшләтә баш тарта. Хәҙер инде «Либераль буржуазия» менән берлектә самодержавиены ҡолатыу уның өсөн иң яҡын маҡсатҡа әйләнә. «Көрәш союзы» эшселәр араһында әүҙем пропаганда эшмәкәрлеген йәйелдерә, 70-тән артыҡ листовка баҫтырып тарата[18]. 1895 йылдың декабрендә "Союз"дың башҡа күп ағзалары менән бер рәттән Ульянов ҡулға алына. Йылдан артыҡ төрмәлә тотолғандан һуң, 1897 йылда Енисей губернаһы Минусинск өйәҙенең Шушенское ауылына өс йылға һөргөнгә ебәрелә.

Бында ул йыйылған материалдары нигеҙендә «Рәсәйҙә капитализм үҫеше» («Развитие капитализма в России») тигән китабын яҙа, ул «легаль марксизм»ға һәм «народниклыҡ» теорияһына ҡаршы йүнәлтелгән була[19]. Дөйөм алғанда, һөргән осоронда 30-ҙан артыҡ хеҙмәт яҙа[20], Петербург, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Воронеж һәм башҡа ҡалаларҙың социал-демократтары менән бәйләнештәрҙе яйға һала. 1890-сы йылдар аҙағында «К. Тулин» псевдонимы менән В. И. Ульянов марксистик даирәләрҙә билдәлелек яулай. Һөргөндә Ульянов крәҫтиәндәргә юридик мәсьәләр буйынса кәңәштәр бирә, улар өсөн төрлө документтар төҙөй[14].

Беренсе эмиграцияһы (19001905)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1898 йылда Минск ҡалаһында Петербург «Көрәш союзы» лидерҙарынан башҡа РСДРП-ының I съезы була, унда 9 делегат ҡатнаша. Съезд Рәсәй социаль-демократик эшселәр партияһын (Российская социаль-демократическая рабочая партия) ойоштороу тураһында Манифест ҡабул итә[21]. Үҙәк Комитеттың съезда һайланған барлыҡ ағзалары һәм делегаттарҙың күпселеге шунда уҡ ҡулға алына, үҙ делегаттарын съезға ебәргән ойошмалар полиция тарафынан тар-мар ителә. "Көрәш союзы"ның Себерҙә һөргөндәге етәкселәре ил буйынса таралған күп һанлы социаль-демократик ойошмаларҙы һәм марксистик түңәрәктәрҙе гәзит ярҙамында берләштерергә ҡарар итә.

1900 йылдың февралендә, һөргөн ваҡыты бөткәндән һуң, Ленин, Мартов һәм Александр Потресов Рәсәй ҡалаларын йөрөп сыға һәм урындағы ойошмалар менән бәйләнеш урынлаштыра. 26 февралдә Ульянов үҙенә һөргөндән һуң йәшәргә рөхсәт ителгән Псков ҡалаһына килә. Бында апрелдә дөйөм Рәсәй эшселәр гәзите "Искра"ны булдырыу буйынса ойоштороу кәңәшмәһе үтә. Унда В. И. Ульянов-Ленин, Степан Радченко, Пётр Струве, Михаил Туган-Барановский, Юлий Мартов, Александр Потресов, Александр Стопани ҡатнаша. Шул уҡ айҙа Ленин йәшерен рәүештә бер көнгә Псковтан Ригаға барып килә. Латыш социал-демократтары менән һөйләшеүҙәрҙә «Искра» гәзитен сит илдән Рәсәйгә Латвия порттары аша индереү мәсьәләләре тикшерелә ref>М. Мистре Ленин в Риге</ref>. 1900 йылдың май башында Владимир Ульянов Псковта сит илгә сығыу өсөн паспорт ала. 19 майҙа ул Петербургка китә, ә 21 майҙа уны полиция тотҡарлай. Ульяновтың Псковтан Подольск ҡалаһына ебәргән багажы ла ентекле тикшерелә, әммә унда китаптарҙан башҡа бер ни тапмай[22]. Шулай итеп, полицияның социаль-демократты ҡулға алыу операцияһы уңышһыҙлыҡҡа дусар була. Инде тәжрибәле конспиратор В. И. Ленин үҙенә ҡаршы ҡулланылырлыҡ бер нәмәгә лә сәбәп бирмәй. Псков жандарм идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, «сит илгә киткәнсе, Псковта йәшәү осоронда ғәйепкә алырлыҡ бер ни ҡылманы». Лениндың Псков губерна земствоһының статистика бюроһында эшләүе һәм губернаны статистик тикшереү программаһын әҙерләүҙә ҡатнашыуы ла уға ныҡлы «ышыҡлау» булып хеҙмәт итә[23]. Баш ҡалаға рөхсәтһеҙ барыуынан башҡа бүтән ғәйебе табылмағанлыҡтан, ун көндән һуң уны ебәрәләр[24].

1900 йылдың июнендә Владимир Ульянов әсәһе Мария Александровна һәм оло апаһы Анна Елизарова-Ульянова менән Өфөгә, бында һөргәндә булған ҡатыны Надежда Константиновна Крупская янына килә[25].

1900 йылдың 29 июлендә Ленин Швейцарияға китә, унда Плеханов менән гәзит һәм теоретик журнал сығарыу тураһында һөйләшә[26]. «Искра» гәзите редколлегияһына (һуңыраҡ «Заря» журналы ла сыға башлай) «Освобождение труда» төркөмөнөң эмиграцияла булған өс вәкиле — Плеханов, Павел Аксельрод һәм Вера Засулич, шулай уҡ "Көрәш союзы"нан — Ленин, Мартов һәм Потресов инә. Гәзиттең уртаса тиражы 8000 дана булһа, ҡайһы бер һандары — 10 000-гә тиклем етә. Баҫманы таратыуға Рәсәй империяһы биләмәләрендә йәшерен ойошмалар селтәре булдырыу ярҙам итә. «Искра» редакцияһы Мюнхенда урынлаша, ә Плеханов Женевала ҡала. Аксельрод элеккесә Цюрихта йәшәй. Мартов менән Засулич та Рәсәйҙән килеп етмәй. Мюнхенда аҙ ғына йәшәгәндән һуң Потресов та уны ҡалдырып китә. «Искра» гәзитен сығарыу буйынса төп эштәрҙе Ульянов башҡара. "Искра"ның тәүге һаны 1900 йылдың 24 декабрендә баҫыла. 1901 йылдың 1 апрелендә, Өфөләге һөргөнөн тултырып, Н. К. Крупская Мюнхенға килә һәм «Искра» редакцияһында эшкә тотона"[27].

1901 йылдың декабрендә «Заря» журналында «Аграрный вопрос и „критики Маркса“» исемле мәҡәлә донъя күрә — был Владимир Ульяновтың «Н. Ленин» тигән псевдоним менән баҫтырған тәүге хеҙмәте була[28][29].

19001902 йылдар арауығында Ленин революцион хәрәкәттә был осорҙа башланған дөйөм көрсөк (кризис) тәьҫирендә «үҙ иркенә бирелгән революцион пролетариат тиҙҙән, бары тик иҡтисади талаптар менән генә сикләнеп, батша самодержавиеһы менән көрәштән баш тартасаҡ» тигән һығымтаға килә.

1902 йылда «Что делать? Наболевшие вопросы нашего движения» тигән хеҙмәтендә Ленин үҙенең партия хаҡындағы концепцияһын иғлан итә: ул партияны үҙәкләштерелгән хәрби ойошма тип күҙаллай («партия нового типа» — «яңы тип партияһы»). «Беҙгә революционерҙар ойошмаһы бирегеҙ, һәм беҙ Рәсәйҙе түңкәрәсәкбеҙ!» («Дайте нам организацию революционеров, и мы перевернём Россию!») тип яҙа ул. Был мәҡәләһендә Ленин шулай уҡ тәүге тапҡыр үҙенең «демократик централизм» доктринаһын аныҡ итеп әйтеп бирә: революционерҙар партияһының ҡаты (ҡәтғи) иерархик төҙөлөшө — (строгой иерархической организации партии революционеров).

Батша разведкаһының сит илдәге агентураһы Мюнхенда «Искра» эҙенә төшә, шуға ла 1902 йылдың апрелендә гәзит редакцияһы Лондонға күсә. Ленин менән Крупская, Мартов һәм Засулич та шунда китә[30]. 1902 йылдың апреленән 1903 йылдың апреленә тиклем В. И. Ленин Рихтер фамилияһы аҫтында Н. К. Крупская менән Лондонда йәшәй. Улар башта йыһазлы бүлмәләрҙә, аҙаҡтан Британ музейынан алыҫ булмаған йортта фатирҙа тора. Владимир Ильич музей китапханаһында йыш була[31]. 1903 йылдың апрелендә, «Искра» гәзитен баҫыу күсерелеү сәбәпле, Ленин да ҡатыны менән Лондондан Женеваға күсенә[32]. Унда улар 1905 йылға тиклем йәшәй[33].

РСДРП-ның II съезында ҡатнашыуы (1903 йыл)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСДРПРСДРП(б)РКП(б)
ВКП(б)КПСС

Партия тарихы
Октябрь революцияһы
(1917)
Хәрби коммунизм
(1918—1921)
Яңы иҡтисади сәйәсәт
(1921—1928)
Ленин өндәмәһе
(1924)
Внутрипартийная борьба
(1926—1933)
Сталинизм
(1933—1953)
Хрущевская оттепель
(1953—1964)
Торғонлоҡ осоро
(1964—1985)
Үҙгәртеп ҡороу
(1985—1991)

Партия ойошмаһы
Политбюро
Секретариат
Оргбюро
Үҙәк Комитет
Обком
Окружком
Горком
Райком
Партком

Пария етәкселәре
В. И. Ленин
(1917—1924)
И. В. Сталин
(1924—1953)
Н. С. Хрущёв
(1953—1964)
Л. И. Брежнев
(1964—1982)
Ю. В. Андропов
(1982—1984)
К. У. Черненко
(1984—1985)
М. С. Горбачёв
(1985—1991)

Башҡалары
Устав
Партия съездары
Партия конференциялары
ВЛКСМ
«Правда» гәзите
Ленин гвардияһы
ВКП(б)-ла оппозициялар
Ҙур террор
Партияға ҡаршы төркөм
Партияның генераль линияһы


КП РСФСР
Евсекция

1903 йылдың 17 июленән 10 авгусҡа тиклем Лондонда РСДРП-ның II съезы була. Ленин уны әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша: «Искра» гәзитендә һәм «Заря» журналында мәҡәләләр баҫтырыу менән бер рәттән 1901 йылдың йәйенән алып Плеханов менән бергә партия программаһы проекты өҫтөндә эшләй, устав проектын әҙерләй[34]. Программа ике өлөштән тора — программа-минимум һәм программа-максимум; уларҙың беренсеһе батшалыҡты ҡолатыуҙы һәм демократик республика төҙөүҙе, ауылда крепостнойлыҡ хоҡуҡ ҡалдыҡтарын бөтөрөүҙе, атап әйткәндә, крепостнойлыҡ хоҡуҡты юҡҡа сығарғанда, помещиктар киҫеп алған ерҙәрҙе крәҫтиәндәргә кире ҡайтарып биреүҙе, һигеҙ сәғәтлек эш көнө индереүҙе, милләттәрҙең үҙбилдәләнеш хоҡуғын таныу һәм уларҙың тигеҙлеген индереүҙе күҙ уңында тота; программа-максимум партияның аҙаҡҡы маҡсатын — социалистик йәмғиәт төҙөүҙе һәм был маҡсатҡа ирешеү шарттарын — социалистик революцияны һәм пролетариат диктатураһын билдәләй[34].

Съездың үҙендә Ленин бюро составына һайлана, программа, ойоштороу һәм мандат комиссияларында эшләй, бер нисә ултырышта рәйеслек итә һәм көн тәртибендәге барлыҡ мәсьәләләр буйынса ла тиерлек сығыш яһай[34].

РСДРП-ның Үҙәк Комитетын һайлағанда Ленин яҡлылар күпселек тауышты ала. Был осраҡлы хәл, артабанғы ваҡиғалар күрһәтеүенсә, партияны бөтөнләйгә «большевиктар»ға һәм «меньшевиктар»ға бүлә.

Беренсе рус инҡилабы (1905—1907)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1904 йылдың аҙағына уҡ, киңәйә барған стачка хәрәкәте фонында, «большевиктар» һәм «меньшевиктар» фракциялары араһында ойоштороу мәсьәләләренән тыш сәйәси йәһәттән дә ҡапма-ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә[35].

Рәсәйҙәге 1905—1907 йылдар революцияһын Ленин сит илдә — Швейцарияла ҡаршылай.

РСДРП-ның 1905 йылдың апрелендә Лондонда үткән III съезында Ленин был революцияның төп бурысы — «Рәсәйҙә самодержавиены һәм крепостнойлыҡ хоҡуҡ ҡалдыҡтарын бөтөрөү» тип билдәләй.

Һөргөнлөктән ҡотолғас, өҙлөкһөҙ революцион эшсәнлеккә бирелә. Ҡулға алыныуҙан ҡасып, эмиграцияла була, Рәсәйҙәге революцион хәрәкәт, социал-демократик партия менән ситтән тороп етәкселек итә, төрлө оппортунистик ағымдар менән көрәш алып бара, күп төрлө сығыштар, теоретик хеҙмәттәр яҙа.

1917 йылдың апрелендә Ленин Рәсәйгә ҡайта һәм, февраль айында уҙған буржуаз-демократик революцияны социалистик революцияға үҫтереү маҡсатын күҙҙә тотоп, эстәлеге менән ҡатлаулы, характеры менән ғәйәт дәрәжәлә киң эшсәнлек алып бара башлай. Октябрь революцияһынан һуң самаһыҙ ауыр шарттарҙа совет дәүләтен төҙөү эшенә керешә. Граждандар һуғышын туҡтатыу, эске ҡаршылыҡтарҙы йыра-йыра, Рәсәй өсөн кәмһетеүле солохты яулау, аслыҡ менән көрәш ойоштороу, хәрәбәләр дәрәжәһендә ҡалған сәнәғәтте, транспортты торғоҙоу, иҡтисадты яңынан, яңы принциптар нигеҙендә ҡороу пландарын әҙерләү, партия эсендә барған дискуссияларға сик ҡуйыу, бәхәсле проблемаларҙы хәл итеү, спекуляция, саботаж, ҡоротҡослоҡҡа ҡаршы көрәш асыу, съездар, кәңәшмәләр, улар өсөн резолюциялар әҙерләү. Сит ил делегацияларын, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән "ходок"тарҙы ҡабул итеү, ата-әсәһеҙ ҡалған йәтим балаларға ярҙам ойоштороу, ғалимдәргә хеҙмәт шарттарын булдырып, фән үҫешенә юл асыу, күп милләтле дәүләттә милли мәсьәләне хәл итеү, һәр яҡлап бөлгөнлөк һәм хәйерселек баҫҡан йәш, яңы йәмғиәтте яҡлау һәм уны һаҡлап ҡалыу өсөн, ҡораллы көстәр ойоштороу, социалистик йәмғиәт принциптарын тормошҡа ашырыу юлында аяуһыҙ көрәш алып барыу. Оҙаҡ йылдар дауамында интеллектуаль һәм физик яҡтан ошондай күтәренке эш алып барыу Лениндың сәләмәтлеген ҡаҡшатмай ҡалмаған, әлбиттә, һәм был глобаль күләмдәге проблемалар, уйҙар солғанышында йәшәү уны ҡотолғоһоҙ рәүештә ваҡытһыҙ үлеүгә алып барған. Ленин гигант күләмле революцион һәм ойоштороу эше менән бергә теория, шул иҫәптән философия теорияһы өлкәһендә эшләүҙән дә ситләшмәгән.

Ленин күп милләтле дәүләттә милли мәсьәләне сисеү юлдарын эҙләүҙә ғәжәйеп дәрәжәлә тапҡыр рәүештә ике ҡапма-ҡаршы тенденцияны, практик эшсәнлектә, конкрет әйткәндә, милли сәйәсәттә бының ҡотолғоһоҙлоғон, объективлығын иҫтән сығармаҫка кәрәк тигән нәтижә яһай. Ленин теорияла, шулай уҡ ғәмәли эшсәнлегендә лә хаталар ебәрә. Теория өлкәһендә уның империализмдың яҡын киләсәктәге яҙмышы тураһындағы, эшселәр синыфының теләһә ниндәй ижтимағи шарттарҙа ла революционлығы, уны абсолютҡа әүерелдереү кеүек нәтижәләре тарихи ысынбарлыҡ тарафынан иҫбатланманы.

  1. Лев Левинсон Вехи и судьбы фотографа и его героев К 140-летию со дня рождения М. С. Наппельбаума
  2. Штейн М. Г. Ульяновы и Ленины. Тайны родословной и псевдонима. — СПб.: ВИРД, 1997. — С. 10-46. — 280 с. — ISBN 5-89-559012-8.
  3. Yohanan Petrovsky-Shtern (Йоханан Петровский-Штерн). [1] = Lenin's Jewish Question. — 1-е. — Издательство Йельского университета (Yale University Press), 2010. — P. 224. — ISBN 9780300152104.
  4. Пейн Р. Ленин. М., 2008. С. 42.
  5. Елизарова-Ульянова А. И. Ленин Владимир Ильич. // Деятели СССР и революционного движения России: энциклопедический словарь Гранат. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 498.
  6. Смирнов М. Ю. Религия и Библия в трудах В. И. Ленина: новый взгляд на старую тему
  7. Логинов В. Т. Глава 1. Начало пути, Аттестат зрелости // Выбор пути. — Республика, 2005. — P. 448. — 1500 экз. — ISBN 5-250-01891-2.
  8. Ленин // Новый энциклопедический словарь: 48 томда. — СПб., Пг.: 1911—1916.
  9. Пайпс Ричард. Русская революция: В 3 кн. Кн. 2. Большевики в борьбе за власть. 1917—1918. Глава 1. Ленин и истоки большевизма 2014 йыл 13 июль архивланған.
  10. Цит. по: Шуб В. Политические деятели России. — С. 157.
  11. 11,0 11,1 11,2 Р.Сервис «Ленин. Биография», с. 92
  12. Дом-музей В. И. Ленина в с. Алакаевка
  13. Логинов В. Т. Владимир Ленин. Выбор пути: Биография. — М.: Республика, 2005. — 447 с.
  14. 14,0 14,1 Е. Тетерев Октябрьская революция и адвокатура: путь к правовому государству и гражданскому обществу
  15. С 28.02.1889 г. М. Ф. Волькенштейн стал присяжным поверенным в Санкт-Петербурге.// Список присяжных поверенных округа Санкт-Петербургской судебной палаты и их помощников к 31 января 1914 г. Санкт-Петербург, 1914. — С.17.
  16. История России XX — начала XXI века / А. С. Барсенков, А. И. Вдовин, С. В. Воронкова; под ред. Л. В. Милова. — М.: Эксмо, 2007. — 960 с.
  17. Ленин В. И. Полное собрание сочинений. — Т. 2. — С. 660. — «Даты жизни и деятельности В. И. Ленина».
  18. Костин А. Ф. Ленин — создатель партии нового типа. (1894—1904 гг.). — М., 1970.
  19. В. И. Ленин «Развитие капитализма в России». 2010 йыл 18 декабрь архивланған.
  20. Статья П. В. Волобуева из кн.: Политические деятели России 1917. Биографический словарь. — М., 1993.
  21. БСЭ
  22. И. Н. Лукина. Книги Ленинской библиотеки 2014 йыл 16 ғинуар архивланған.
  23. И. Н. Лукина По поводу одной статьи о В. И. Ленине
  24. Синельников А. В. Шифры и революционеры России
  25. Ленин в Уфе
  26. В. И. Ленин, «Полное собрание сочинений», т. 4, стр. 553, разд. «Даты жизни и деятельности В. И. Ленина», подг. Никольской, Л. Ф.
  27. Е. Зазерский, А. Любарский «Ленин. Эмиграция и Россия». Политиздат, 1975. 2012 йыл 17 апрель архивланған.
  28. «Аграрный вопрос и "критики Маркса"» — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  29. Ленин: Жизнь и смерть / Роберт Пейн; Пер. с англ. О. Л. Никулиной; введ. авт.; от редакции. — 3-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2008. — 667[5] с.: ил. — (Жизнь замечательных людей: сер. биогр.; вып.1120) — ISBN 978-5-235-03137-1.
  30. История газеты «Искра» в Советской исторической энциклопедии
  31. По ленинским местам Европы 2013 йыл 18 май архивланған.
  32. Биохроника Ленина 1903 (январь-июль)
  33. Ленин в Женеве 2012 йыл 8 ғинуар архивланған.
  34. 34,0 34,1 34,2 Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  35. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; shelokh төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Периодик матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Документтар тупланмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лениндың хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]