21 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
21 ғинуар | |
![]() |
21 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 21-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 344 көн ҡала (кәбисә йылында 345).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1865: Рәсәй империяһының билдәле пианисы, сығышы менән Өфөнән булған Вера Тиманова тәүге асыҡ концерт менән сығыш яһай.
- 1941: Өфөлә В. И. Лениндың йорт-музейы асыла.
- 2011: Башҡортостан Республикаһының Социаль торлаҡ төҙөү фонды ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Итбаев Марс Салауат улы (1970—21.09.2020), театр артисы. 1991 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005), «Театр яҙы» республика конкурсының «Өмөт» номинацияһы лауреаты (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Бикбау ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Төхфәт Морат (Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы; 1906—27.12.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир, журналист һәм уҡытыусы. 1927 йылдан «Башкнига» ширҡәте мөхәррире, «Үктәбер» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы хеҙмәткәре, 1936—1941 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр башҡорт урта мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1994).
- Фәттәхов Ҡасим Камал улы (1921—5.05.1981), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1981 йылдарҙа Краснокама районы «Красный Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хухалығы хеҙмәткәре. Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
- Кәримов Айрат Таһир улы (1941—11.05.2016), пианист, композитор. Хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ирәндек» вокаль-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның 1970—1976 йылдарҙағы етәксеһе; 1981–1988 йылдарҙа Рус дәүләт академия драма театрының музыкаль етәксеһе. 1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Республика композиторҙар конкурстары призеры һәм лауреаты. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск ҡалаһында БАССР-ҙың мәҙәниәте көндәрендә (1968), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнашыусы. Композитор Таһир Кәримовтың улы.
- Морозов Николай Андреевич (1941), хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының физик культура уҡытыусыһы, доцент (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Кострома өлкәһенең Буй районынан.
- Рогачёв Михаил Константинович (1951, ғалим-тау инженеры. 1976—2005 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты, 2005 йылдан Санкт-Петербургтағы «Горный» Милли минераль-сеймал университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2006 йылдан нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2008—2014 йылдарҙа нефть газ факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Горбунов Виктор Иванович (1956), хеҙмәт ветераны. «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең элекке машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Ғибәҙуллин Марат Мулланур улы (1956), ғалим-хәрби табип. 1983 йылдан граждандар оборонаһы полкының (Ленинград) медицина хеҙмәте начальнигы; 1990 йылдан СССР Ҡораллы Көстәренең Көнбайыш төркөмө (Германия) полкының медицина хеҙмәте начальнигы; 1994 йылдан Санкт-Петербург Хәрби-топография училищеһының поликлиника начальнигы; 1997 йылдан Санкт-Петербург педиатрия медицина универстеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (2006), доцент (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Әхмәтзарипов Марат Әғзәм улы (1956), дирижёр, музыкант. 1996 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт опера һәм балет театры дирижёры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2002—2010 йылдарҙа Милли симфоник оркестр (Өфө) дирижёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһынан.
- Сидоров Георгий Маркелович (1961), ғалим-инженер механик. 1989 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1992 йылдан өлкән, 1999—2005 йылдарҙа — төп ғилми хеҙмәткәр, 2012 йылдан уҡытыусы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы акаадемигы, техник фәндәр докторы (1999), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәхтизин Әхтәм Мөсәлим улы (1897—16.08.1943), Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—1922 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларҙы юҡ итеүҙә, Хәсән күле буйындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Полковник (1939). 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Георгий тәреләре, ике Ҡыҙыл Байраҡ (1918, 1940) һәм 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары кавалеры.
- Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (1957), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Толстиков Генрих Александрович (1933—25.04.2013), ғалим-органик-химик, 1984—1993 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Өфө фәнни үҙәге Президиумы рәйесе. 1991 йылдан Рәсәй, 1987 йылдан — СССР Фәндәр академияһы академигы, химия фәндәре докторы (1969), профессор (1970). СССР Дәүләт премияһы (1990) һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2003) лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Руттер Валерий Дмитриевич (1924—25.09.2010), дирижёр. 1966—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры. Башҡорт АССР‑ының (1969) һәм Ҡаҙаҡ ССР-ының (1978) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков ҡалаһынан.
- Алфимов Владимир Александрович (1939), хеҙмәт ветераны, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең элекке слесары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2006).
- Сәғитов Наил Абдулла улы (1939), табип-хирург, медицина эшмәкәре. 1974—1989 йылдарҙа Күгәрсен үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1987), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Багдашкин ауылынан.
- Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (1949), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылынан.
- Мәсәлимов Урал Тимербулат улы (1959), график. 1994 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1850: Иван Мушкетов, Рәсәй империяһының ғалим-геологы, географ, сәйәхәтсе.
- 1855: Джон Браунинг, АҠШ-та тыуып, Бельгияла эшләгән ҡорал конструкторы.
- 1900: Олег Волков, СССР яҙыусыһы, РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1991).
- 1905: Ванда Василевская, СССР яҙыусыһы, шағир һәм драматург, өс Сталин премияһы лауреаты (1943, 1946, 1952).
- 1905: Кәрим Рәшидов, СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, Ҡырым татарҙары әҙәбиәте буйынса тәүге диссертация авторы.
- 1920: Николай Трофимов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1990).
- 1941: Пласидо Доминго, Испанияның опера йырсыһы.
- 1960: Дмитрий Харатьян, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2007).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1938: Ғәлимйән Ибраһимов, журналист һәм яҙыусы. Хеҙмәт Геройы (1932).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]