Эстәлеккә күсергә

Фәттәхов Ҡасим Камал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәттәхов Ҡасим Камал улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Яңы Мошто, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 5 май 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Уртауыл, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Әүҙемлек урыны Иҫке Йәнйегет һәм Касёво
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены III дәрәжә Дан ордены

Фәттәхов Ҡасим Камал улы (21 ғинуар 1921 йыл5 май 1981 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1981 йылдарҙа Краснокама районы «Красный Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хухалығы хеҙмәткәре. Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.

Ҡасим Камал улы Фәттәхов 1921 йылдың 21 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең [2] Яңы Мошто ауылында тыуған.

1938 йылдан алып тракторсы, трактор бригадаһы бригадиры, Краснокама районының Йәнйегет машина-трактор станцияһында механик булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ә һуғыш тамамланғандан һуң — совет-япон һуғышында ҡатнаша. 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Краснокама район хәрби комиссариатынан саҡырылған. Хеҙмәт өлөшө түбәндәгесә: 1945 йыл — ДВФ 73 танк бригадаһының 2 танк батальонында механик-водитель. Сержант Фәттәхов Ҡасим Камал улы 1945 йылда III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[3].

1956 йылдан алып баш инженеры вазифаһын биләй, ә киләһе йылдан алып — Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Кәсәү ремонт-техник станцияһы директоры.

1960 йылдан алып Краснокама «Сельхозтехника» район берекмәһенең идарасыһы, ә 1962 йылдан алып — «Маяҡ» колхозы рәйесе. 1967—1981 йылдарҙа Краснокама районының «Ҡыҙыл Октябрь» колхозының рәйесе. Уның етәкселеге аҫтында колхоз юғары рентабелле хужалыҡҡа әйләнә. 1978 йылда «Ҡыҙыл Октябрь» колхоздың иген культураларынан алған уңышы гектарынан 23,8 центнерға етә.

1981 йылдың 5 майында Краснокама районы Уртауыл ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хухалығы хеҙмәткәре.
  • Ленин ордены (1976)
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971, 1981)
  • «Почёт Билдәһе» ордены [1973)
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены [1945)