5 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
5 май — григориан стиле буйынса йылдың 125-се (кәбисә йылында 126-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 240 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Беларусь: Матбуғат көнө.
Ҡырғыҙстан: Конституция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1836: Бельгияла Европалағы беренсе тимер юл сафҡа индерелә.
- 1921: Францияла «Chanel No. 5» хушбуйы тәү тапҡыр тәҡдим ителә.
- 1949: Лондонда Европа Советы Уставына ҡул ҡуйыла. Был көн «Европа көнө» булараҡ билдәләнә.
- 1949: «Өфөоргсинтез» берекмәһе файҙаланыуға тапшырыла.
- 1951: Британияла уйнау өсөн йыйылған махсус копьютерҙы эшләтеп күрһәтәләр.
- 1975: Ленинградтың Киров исемендәге заводында беренсе 300 ат көслө «К-701» тракторҙары эшләп сығарыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәғитов Нурғәли Хәбибулла улы (1905—12.04.1971), ғалим-селекционер. 1962 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1951). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Һынны ауылынан.
- Сафронова Вера Ивановна (1935), хеҙмәт ветераны. Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозының элекке машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Азаматов Дамир Мостафа улы (1940—27.11.2020), ғалим-философ. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытыусыһы, профессор-консультанты. Рәсәй Федерацияһы Сәйәси фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы (1886—14.04.1938), башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы (1901—23.02.1943), Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының штаб начальнигы урынбаҫары, майор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
- Хилажев Мәүлит Хилаж улы (1916—30.08.1997), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының орудие төҙәүсеһе, ефрейтор. Дан орденының тулы кавалеры.
- Шәйхетдинов Рөстәм Рәжәп улы (1976), Рәсәй пианисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2001), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014), халыҡ-ара һәм республика пианистар конкурстары, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зайцев Геннадий Александрович (1937—18.02.1998), журналист һәм шағир. 1991 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Николаева Мәфрүзә Мөхтәр ҡыҙы (1948), педагог, 1973—2004 йылдарҙа Баймаҡтағы 58-се һөнәри училище мастеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү уҡытыусыһы.
- Сәфәров Альберт Тәлғәт улы (1958), СССР спортсыһы, судья һәм тренер. Биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1979), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы (1894—5.03.1947), театр актёры, режиссёр, ҡурайсы, бейеүсе һәм йырсы. Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1944).
- Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы (1904—15.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ибраһим ауылынан.
- Байдин Николай Анатольевич (1919—7.07.1993), хеҙмәт алдынғыһы. 1946—1959 йылдарҙа Өфөләге «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүсеһе, 1959—1987 йылдарҙа — производствоға өйрәтеү мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
- Антонова Альбина Закир ҡыҙы (1929), табип-офтальмолог, 1952–2003 йылдарҙа Баймаҡ район үҙәк дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1957–1982 йылдарҙа — трахома диспансере мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.
- Сидоров Валерий Александрович (1954—4.08.2020), педагог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999 йылдан Өфө район Советы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдан — район хакимиәте башлығы урынбаҫары; 2004 йылдан Өфө район Советы секретары. Башҡортостан сыуаштары Канашы (съезы) башҡарма комитетының элекке (1999 йылдан) рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ермолкин ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1815: Эжен Марен Лабиш, Франция драматургы, комедиограф, водевилдар авторы.
- 1818: Карл Маркс, Германия философы, сәйәсмән. Коммунизм теорияһына нигеҙ һалыусы.
- 1905: Мария Канилья, Италияның опера йырсыһы (сопрано).
- 1915: Евгений Долматовский, шағир, йыр текстары авторы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1925: Владимир Вавилов, СССР музыканты, композитор.
- 1935: Рифат Ибраһимов, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре, Түбәнге Новгород өлкәһенең «Туган як» гәзитен ойоштороусы.
- 1940: Лэнс Хенриксен, АҠШ актёры.
- 1940: Михаил Юзовский, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, театр белгесе.
- 1940: Лион Измайлов, Рәсәйҙең сатирик яҙыусыһы.
- 1980: Йосси Бенаюн, Израиль футболсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1821: Наполеон I, Франция императоры.
- 1977: Арыҫлан Мөбәрәков, актёр, режиссёр, драматург, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]