9 август
9 август | |
![]() | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
9 август — григориан стиле буйынса йылдың 221-се (кәбисә йылында 222-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 144 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Ҡул ҡыҫышыу көнө.
КАР: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Рәсәй: Хәрби дан көнө: Пётр I етәкселегендәге Рәсәй империяһы флотының Гангут морононда шведтарҙы еңеүе (1714).
Сингапур: Республика көнө.
Япония: Нагасакиға атом бомбаһы ташлау ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Канада: Тыныслыҡ һаҡлаусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1859: АҠШ-та эскалаторға патент алына.
- 1928: Ленинградта донъялағы тәүге Цирк һәм эстрада музейы асыла.
- 1991: хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы эш башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чурова Софья Михайловна (1945), хеҙмәт ветераны. Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитетының элекке секретары һәм ҡала хакимиәтенең элекке эштәр идарасыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтйәнов Наил Хәбиб улы (1931—31.01.2005), ауыл хужалығы эшмәкәре, зоотехник. 1965—1980 йылдарҙа Белорет районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Райондың почётлы гражданы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылынан.
- Мирхәйҙәров Илсен Мөғәлләм улы (1936—5.06.2009), ҡумыҙсы. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға халыҡ башҡарыусыларының республика конкурсы (Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, 1988), Инвалидтар сәнғәте һәм спортының халыҡ-ара фестивале (Белорет ҡалаһы, 2005) лауреаты; донъя халыҡтары варгансылары (ҡумыҙсылары)ның халыҡ-ара (Яҡут, 1991), төрки халыҡтары (Мәскәү, 1997) фестивалдәре, йыраусылар конкурсы (Ҡыҙылурҙа ҡалаһы, Ҡаҙағстан, 2005), «Еңеү яҙы» республика халыҡ ижады фестивале (Өфө, 1995) дипломанты. Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
- Шеин Петр Александрович (1941—17.08.2008), мәҙәниәт эшмәкәре, режиссёр. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1966 йылдан «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Техника йорто (Нефтекама ҡалаһы) директоры, режиссёры; 1981—2006 йылдарҙа Өфөләге «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы директоры, баш режиссёры. Бер үк ваҡытта 1983—2005 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000), РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1982). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Буғабаш ауылынан.
- Шабанов Виталий Алексеевич (1946), ғалим-нефтсе. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан производство процестары факультетының декан урынбаҫары; 1987—2020 йылдарҙа электротехника һәм предприятиеларҙың электр ҡорамалдары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1980), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Трофимов Александр Сергеевич (1951), хужалыҡ эшмәкәре. 1974 йылдан «Кристалл» монтаж-технология идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылдан — «Кристалл» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хисмәтуллин Ғарифйән Рәхимйән улы (1932—15.11.2004), механизатор. 1954—1992 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Беренсе Май» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Райондың почётлы гражданы (1972).
- Соколов Владимир Вячеславович (1952), ғалим-математик. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Математика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1989 йылдан — бүлек мөдире, 1995 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1995—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы; 1997 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Л. Д. Ландау исемендәге Теоретик физика институтының (Черноголовка ҡалаһы) әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Физика-математика фәндәре докторы (1990), профессор (1997). Башҡорт АССР-ының мәғариф отличнигы (1983). С. В. Ковалевская исемендәге премия лауреаты (2006). Сығышы менән Яңауыл ҡалаһынан.
- Ямалиев Вил Үзбәк улы (1952), ғалим-тау инженеры. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995), шахмат буйынса халыҡ-ара мастер (2000) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (2001). Ситтән тороп шахмат уйнау буйынса команда иҫәбендә Рәсәй чемпионы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәхрисламов Рәил Салауат улы (1957), комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1985 йылдан Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозының партком секретары, 1991 йылдан — агроном; 2000 йылдан — «Ҡыҙыл Башҡортостан» хужалығының тышҡы идарасыһы, 2009 йылдан — рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылынан.
- Солтанова Светлана Тәлғәт ҡыҙы (1967—2.04.1992), спортсы, хәҙерге бишбәйге (пятиборье) буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991). Европа кубогын яулаусы (1990), СССР чемпионы (1991), шәхси зачётта Венгрияның асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1988). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (1913—10.05.1998), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1957—1975 йылдарҙа Кушнаренко районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (1987).
- Куликов Геннадий Григорьевич (1948), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор. (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Горный ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ураҙаҡов Камил Рәхмәтулла улы (1949), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Костенко Сергей Григорьевич (1954), хеҙмәт алдынғыһы. 1980 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан троллейбус заводы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1997 йылдан — цех, 2002 йылдан — производство‑диспетчер бүлеге начальнигы, 2013—2015 йылдарҙа — техник директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1999), ҡала электр транспортының почётлы хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Ташуғыҙ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1920: Анатолий Кито́в, СССР һәм Рәсәй ғалимы, кибернетик, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, инженер-полковник.
- 1930: Виктор Барьяхтар, СССР һәм Украина физигы, Украина Милли фәндәр академияһының вице-президенты.
- 1930: Александр Бовин, СССР һәм Рәсәй журналисы, публицист, политолог һәм дипломат.
- 1930: Юрий Гуляев, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1968).
- 1945: Валерий Әхәдов, СССР, Рәсәй һәм Тажикстандың театр һәм кино режиссёры.
- 1945: Зураб Саканделидзе, СССР баскетболсыһы, донъя һәм Олимпия уйындары чемпионы.
- 1985: Анна Кендрик, АҠШ актрисаһы, йырсы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]