Хисмәтуллин Ғарифйән Рәхимйән улы
Хисмәтуллин Ғарифйән Рәхимйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 9 август 1932 |
Тыуған урыны | Түбәнге Бәгәнәш, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 ноябрь 2004 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Первомайский ауылы, Стәрлетамаҡ районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | комбайнёр, тракторсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хисмәтуллин Ғарифйән Рәхимйән улы (9 август 1932 йыл — 15 ноябрь 2004 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1948—1992 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының «Первомайский» совхозы механизаторы, трактор бригадаһы бригадиры. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1971—1975). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (1972).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғарифйән Рәхимйән улы Хисмәтуллин 1932 йылдың 9 авгусында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылында тыуған[1].
Урта белемле. Хеҙмәт юлын 1945 йылда Стәрлетамаҡ районы Әлшәй совхозының Бәгәнәш бүлексәһендә башлай. 1949—1950 йылдарҙа Әлшәй совхозының механизаторҙар мәктәбендә, Стәрлетамаҡ районының 21-се һөнәрселек-техник училищеһында уҡый. 1950—1951 йылдарҙа Первомайский совхозында тракторсы булып эшләй. 1951—1954 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1954 йылдан алып — Первомайский иген совхозында тракторсы-машинист, комбайнсы.
1966 йылда комбайнсы Хисмәтуллин СК-4 комбайнында 228 майҙандың бөртөклөләрен урып-йыя һәм 12 эш көнөндә 4 626 центнер иген һуға. 1970 йылда 21 эш көнө эсендә, 279 гектар майҙандан урып-һуғып, 6709 центнер иген йыя.
Һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) Ғ. Р. Хисмәтуллин 1451 гектар майҙанда үҫтерелгән 33203 центнер бөртөклөләрҙе йыйып ала, һәр бер гектарҙан уртаса 22,8 центнер иген сыға, ә совхоз буйынса уртаса уңыш 20,3 центнер тәшкил иткән була.
Иген йыйыуҙан тыш ваҡытта Ғ. Р. Хисмәтуллин ДТ-75 тракторында эшләй. Был сезон ваҡытында ул 1966 йылда 1412 гектар, 1967 йылда — 1 308, 1968 йылда — 1 492, 1969 йылда — 1450, 1970 йылда — 1 480 гектар ерҙе йомшартып һөрә.
Биш йыллыҡ эсендә ул 1 140 килограмм яғыулыҡты, техниканы ремонтлауға бүленгән аҡсаның 260 һумын экономлай.
Ауыл хужалығы продукттарын етештереү һәм дәүләткә һатыу планын үтәүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн 1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Ғ. Р. Хисмәтуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исемен бирә.
Хисмәтуллин Ғарифйән Рәхимйән улы 1982 йылда хаҡлы ялға киткәнсе Первомайский иген совхозының Бәгәнәш бүлексәһендә тракторсылар бригадаһында бригадир булып эшләй.
2004 йылдың 15 ноябрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены (1971)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мы гордимся ими - Стерлитамакский район - 450 лет в составе России . Дата обращения: 28 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Гарифьян Рахимьянович Хисматуллин: [Герой Соц. Труда, 1932—2005: Некролог] // Респ. Башкортостан. — 2004. — 18 нояб. — Подписи: М. Г. Рахимов, К. Б. Толкачев, Р. И. Байдавлетов и др.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисмәтуллин Ғарифйән Рәхимйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 август 2021)
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 9 августа тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Ауырғазы районында тыуғандар
- 15 ноябрҙә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Стәрлетамаҡ районында вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- 8-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Комбайнсылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Тракторсылар