Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
15 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 319-сы көнө (кәбисә йылында 320-се). Йыл аҙағына тиклем 46 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Халыҡ-ара
Ер : Икенсел эшкәртеү көнө.
Милли
Һөнәри
АҠШ : Эшҡыуарлыҡ көнө.
Беларусь : Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Ҡаҙағстан : Ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
СССР Рәсәй Федерацияһы : Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш подразделениелары көнө.
Украина : Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (1930—6.03.2017), педагог , яҙыусы . 1961—1966 йылдарҙа Баймаҡ район мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965), Башҡортостан Республикаһының почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты, Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
Хәкимов Факил Саҙрый улы (1930), хужалыҡ эшмәкәре. 1978—1982 йылдарҙа Хәйбулла районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1983—1990 йылдарҙа район агросәнәғәт берекмәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Рәшит Низамов (1935—9.06.2018), журналист , яҙыусы. 1991—2012 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007).
Файрушин Иван Сергеевич (1950—4.07.2006), график. 1998—2006 йылдарҙа «Бельские просторы» журналының художество мөхәррире. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе (1981), бөтә Рәсәй «Китап сәнғәте» (1987), миниатюр китаптар (1991) конкурстары дипломанты.
Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы (1931—30.10.2020), бейеүсе , йәмәғәтсе. 1952 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1973 йылдан — директоры; 1980 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры; 1986—2001 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм баш администраторы. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика телевизион конкурс-фестивален ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977).
Фазлыева Фәһимә Ғаяз ҡыҙы (1931), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. 1946—1986 йылдарҙа Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән ошо райондан.
Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы (1941—11.11.2007), ғалим -тарихсы-этнограф. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2007 йылдарҙа Башҡортостан тарихы һәм этнология кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәйҙең почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (1997).
Вәлиева Әлфия Муллайән ҡыҙы (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2-се республика клиник дауаханаһының табип-терапевы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
Сәйетов Йыһанғәли Хажғәли улы (1946), хеҙмәт ветераны. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ҡотош ауылынан.
Хаматшин Фәнзир Хаматхан улы (1946), хеҙмәт ветераны һәм алдынғыһы. 1966—2006 йылдарҙа Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Сығышы менән ошо райондан.
Шәһиев Рәүеф Вәли улы (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе , әҙәби тәнҡитсе. 2009 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ташҡыя ауылынан.
Хәбибдиярова Нәфисә Мәүләүи ҡыҙы (әҙәби псевдонимы Сөмбөл ; 1956), шағир. 2005 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Тайнин районы Усть-Черный ауылынан.
Әхмәҙиева Ләйлә Ринат ҡыҙы (1971), ғалим-невролог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге начальнигы, 2016 йылдан БДМУ клиникаһының неврология һәм медицина реабилитацияһы үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Сығышы менән Новосибирск ҡалаһынан.
Новиков Иван Григорьевич (1927—27.02.2015), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1941 йылдан Хәйбулла районы «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозы тракторсыһы; 1945—1949 йылдарҙа Һаҡмар МТС-ының участка механигы, 1950—1956 йылдарҙа — баш инженеры; 1959—1987 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990). Октябрь Революцияһы (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ивановка ауылынан.
Тойғонов Хәкимйән Әхмәтйән улы (1937), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1975). Сығышы менән ошо райондың Ислам ауылынан.
Абросимова Тамара Петровна (1947—27.03.2022), филолог , театр белгесе. Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театрының элекке әҙәби бүлек мөдире; 1994—1998 йылдарҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары; артабан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәре. Хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Херсон ҡалаһынан.
Солин Владимир Иванович (1947), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1974 йылдан «Сельхозтехника»ның Дыуан район берекмәһе баш инженеры, механизацияланған отряд начальнигы, берекмәнең идарасы урынбаҫары; 1985 йылдан — «Победа» колхозы рәйесе; 2006—2012 йылдарҙа Дыуан район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо район үҙәге Мәсәғүт ауылынан.
Сәмиғуллин Венир Кәлимулла улы (1947), ғалим -хоҡуҡ белгесе, педагог . 1995 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт хоҡуғы кафедраһы мөдире; 2005 йылдан Рәсәй сауҙа иҡтисад университеты Өфө институтының (филиалының) юридик факультет деканы вазифаһын башҡарыусы, 2008 йылдан хоҡуҡи һәм гуманитар дисциплиналар кафедраһы мөдире; 2010 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының дәүләт, хоҡуҡ һәм халыҡ ара мөнәсәбәттәр теорияһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Юридик фәндәр академияһы ағзаһы, Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015).
Үтәшев Фәрит Зәйнулла улы (1947), ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты хеҙмәткәре; 1982 йылдан «Тантал» махсус конструкторлыҡ-технология бюроһының ҙур габаритлы деталдәр эшләү технологияһы бүлеге мөдире, 1987 йылдан — баш инженер; 1989 йылдан Рәсәй Металдарҙың үтә һығылмалыҡ проблемалары институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан — ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙе йәйеү технологияһы бүлеге мөдире, 2006 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр, 2014 йылдан — сектор мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), техник фәндәр докторы (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997).
Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (1962—14.05.2019), дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, генерал-лейтенант. 2008—2015 йылдарҙа Көньяҡ Осетия–Алания Республикаһы буйынса эске эштәр министры; 2018—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. 2-се һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендарҙың миҙалдары һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Ғәзизов Марат Әсхәт улы (1967), дәүләт хеҙмәткәре, ғалим. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары. Сәйәси фәндәр кандидаты. Сығышы менән Свердловск өлкәһенән .