Абросимова Тамара Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абросимова Тамара Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ноябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Херсон, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 27 март 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Хәләл ефете Абросимов Владимир Сергеевич
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, театр белгесе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Абро́симова Тамара Петровна (15 ноябрь 1947 йыл27 март 2022 йыл) — филолог, театр белгесе. Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театрының элекке әҙәби бүлек мөдире; 1994—1998 йылдарҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары; артабан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәре. Хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының элекке уҡытыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамара Петровна Абросимова 1947 йылдың 15 ноябрендә хәҙерге Украинаның Херсон ҡалаһында тыуған. Атаһы — П. А. Рогалев (1912—1988) хәрби хеҙмәткәр. Әсәһе — Рогалева Е. Э. (1913—1980) йорт хужабикәһе. 1955 йылда Мәскәүҙә 34-се урта мәктәптең 1-се класына уҡырға инә. 1966 йылда Өфөлә 39-сы урта мәктәпте тамамлай. 1967—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында филология факультетында уҡый, театр ғилеме буйынса махсуслаша.

Күп йылдар буйына Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеген етәкләй. Спектаклдәр, актерҙар, ижади цех хеҙмәткәрҙәре тураһында мәҡәләләр яҙа. 1994—1998 йылдарҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында репертуар буйынса директор урынбаҫары, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй. Өфө дәүләт сәнғәт институтында сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһында рус әҙәбиәтен уҡыта. 2022 йылдың 27 мартында Санкт-Петербург ҡалаһында вафат була, Смоленск зыяратында ерләнә[1].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ире — Абросимов Владимир Сергеевич, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы;
  • Улы — Абросимов Егор Владимирович (1973) — режиссёр, актёр, продюсер.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ()

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]