27 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
27 март — григориан стиле буйынса йылдың 86-сы (кәбисә йылында 87-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 279 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Милли гвардия (1996—2016 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре) көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1854: АҠШ-та керосинға патент алына.
- 1860: Нью-Йоркта М. Л. Бирн штопорға (бөкө һурғысҡа) патент ала.
- 1861: Өфөләге хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры эшләй башлай.
- 1925: Советтарҙың 5-се Бөтә Башҡортостан съезы Башҡортостан АССР-ының тәүге Конституцияһын ҡабул итә.
- 1925: Комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты органы булған «Башҡортостан йәштәре» — «Молодежь Башкортостана» гәзитенең 1-се һаны донъя күрә.
- 1930: Өфөлә Башҡортостан комплекслы фәнни-тикшеренеү институты эш башлай.
- 1990: Лондондың Бейкер-стрит урамында Шерлок Холмс музейы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәхәүетдинов Барый Мөхәмәт улы (1900—7.05.1969), ғалим-агроном, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1935—1966 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1959 йылға тиклем агрономия факультеты деканы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1937), профессор (1960). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Слободчиков Иван Фёдорович (1905—2.07.1994), яҙыусы, тәржемәсе, хужалыҡ һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1959 йылдарҙа Учалы урман хужалығы директоры, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Йылайыр район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының финанс төркөмө начальнигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Попов Владимир Иванович (1945—1.10.2019), ғалим-химик, педагог. 2019 йылға тиклем Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының дөйөм химия кафедраһы доценты. Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы (1950—7.04.2004), артист. 1972—2013 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурсаҡ театры актёры. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
- Сәғитов Ринат Шәйхимансур улы (1955—24.08.2017), инженер-төҙөүсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының V саҡырылыш (2007—2011) Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы (1916—27.10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Камалов Эрнст Мәснәүи улы (1951), ғалим-табип, 2000 йылдан Өфөнөң 4-се клиник бала табыу йортоноң баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Апрелков Алексей Васильевич (1921—3.11.2005), ғалим-тарихсы, Көньяҡ Урал тарихын, шул иҫәптән граждандар һуғышы осоронда Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы биләмәләрендәге хәл-ваҡиғаларҙы өйрәнеүсе. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, 1-се ранг капитаны. 1973—1986 йылдарҙа хәҙерге Силәбе юғары хәрби автомобиль команда-инженер училищеһы доценты. Тарих фәндәре кандидаты (1968). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Силәбе өлкәһенең Ф. М. Стариков исемендәге премияһы (2003) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы (2004) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Үрге Урал ҡалаһынан.
- Хәбибуллин Руслан Әмин улы (1966), опера йырсыһы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Асыҡ республика вокалистар конкурсы лауреаты (Өфө, 1997).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғизбуллин Наил Ғәйфулла улы (1937), ғалим-агроном, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1982), профессор (1986), Украинаның Аграр фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995) һәм атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2012). Сығышы менән Дыуан районының Өлкөндө ауылынан.
- Сабитов Рәшит Мәхмүт улы (1937), журналист, яҙыусы, 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың матбуғат отличнигы (1987).
- Ямалов Марат Барый улы (1947), тарихсы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (2000). РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәрйәм Бураҡаева (1943), журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткере (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
- Зарипов Ирек Айрат улы (1983), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Ванкувер Паралимпиадаһының 4 тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, Рәсәй терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған инвалидтарҙың физкультура һәм спорт федерацияһы беренсе вице-президенты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.
- Шакиров Илмир Әбүзәр улы (1968—4.01.1987), Афғанстан Республикаһында интернациональ хәрби бурыс үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор, разведчик. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (үлгәндән һуң).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғабдрахман Сәғҙи (1889—6.11.1965), шәрҡиәтсе, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1950), профессор (1946). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1946).
- Ғәлиханов Мөхәмәт Ғәлихан улы (1929—2003), журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ҡариҙел район гәзитенең элекке мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ядренников Василий Иванович (1929—5.12.2017), хужалыҡ эшмәкәре. 1970—1989 йылдарҙа «Стерлитамакстрой» тресы управляющийы. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районы Боровое ауылынан.
- Густов Виталий Павлович (1949), ветеран-нефтсе, 1967—2009 йылдарҙа «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылдан — цех начальнигы. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2001). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Иҫке Драж ауылынан.
- Маслов Виктор Панфилович (1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1987—2009 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтёры (1994).
- Веселов Станислав Юрьевич (1954), ғалим-биохимик, иммунолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы (1954), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Социология фәндәре докторы (2008), профессор.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1765: Франц Ксавер фон Баадер, Германия табибы, философ.
- 1845: Вильгельм Конрад Рёнтген, Германия физигы, Нобель премияһының беренсе лауреаты (1901).
- 1875: Альбер Марке, Франция рәссамы.
- 1925: Ғәлләм Мырҙаханов, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1980: Анна Слю, Рәсәйҙең кино актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1968: Юрий Гагарин, планетаның беренсе космонавы (ғүмере авиаһәләкәттә өҙөлә)
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]