Трамплиндан саңғыла һикереү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Трамплиндан саңғыла һикереү
Рәсем
Пиктограмма
Ҡуллана ski jumping ski[d] һәм Трамплин[d]
Commons-logo.svg Трамплиндан саңғыла һикереү Викимилектә

Трамплиндан саңғыла һикереү[1] (ингл. ski jumpingski jumping[1]) — махсус йыһазландырылған трамплиндан саңғы менән һикереүҙе үҙ эсенә алған спорт төрө. Үҙ аллы спорт төрө булараҡ сығыш яһай, шулай уҡ саңғы икеалышы программаһына ингән. Ярыштар Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы эгидаһы аҫтында үткәрелә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Трамплиндан саңғыла һикереүҙең барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был спорт төрө Норвегияла барлыҡҡа килгән, был илдә тауҙан шыуыу оҫталығы буйынса ярыштар (слалом) уҙғарыу халыҡ йолаһы таралған булған. Тәүге документаль мәғлүмәт 1808 йылдың ноябренә ҡарай, лейтенант Рюэ Олаф (норв. Olaf Rye), хеҙмәттәштәре алдында үҙенең батырлығын иҫбат итеү өсөн, 9,5 метр оса[2]. 1862 йылға осоусы саңғысылар юғарыраҡ күтәрелгән һәм алыҫыраҡ һикергән, ә 1862 йылдың 22 ғинуарында Трюсилдә документҡа теркәлгән тәүге ярыштар уҙған[3].

Шамондә 1924 йылғы тәүге ҡышҡы олимпия уйындары программаһына 70 метрлыҡ трамплиндан һикереү, 1964 йылдан — 70 — 90 метрлыҡ трамплиндан һикереү индерелә.

ә был … 1936 йыл

1925 йылда Чехословакиялала спорттың саңғы төрө буйынса тәүге донъя чемпионаты үтә. 1929 йылда Халыҡ-ара саңғы федерацияһы ФИС, сираттағы Олимпия уйындары араһында 4 йылға һуҙылған аралыҡ бик күп була, тип иҫәпләй һәм йыл һайын саңғы спортының бөтә төрҙәре буйынса донъя беренселеген уйнатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1950 йылдан саңғы уҙышы, саңғы икебәйгеһе һәм һикереү буйынса беренселек ярыштар 4 йылға бер тапҡыр, Олимпия уйындары араһында уҙғарыла, ә 1982 йылдан — ике йылға бер тапҡыр була.

1992 йылдан шәхси ярыштар 90 һәм 120 метрлыҡ трамплиндарҙан һәм команда ярыштары — 120 м трамплиндан уҙғарылған. 1992 йылдан трамплиндар классификацияһы һәм уларҙың конфигурацияһы үҙгәрә. Хәҙерге заман трамплиндары хәүефһеҙерәк була бара. Элегерәк трамплин проектының ҡеүәте тигән төшөнсә бар ине. Бынан сығып, һикереү оҙонлоғо өсөн мәрәй иҫәпләнә ине. П70 трамплинынан 77 метрға һикереү 60 мәрәй булып иҫәпләнә. Хәҙер был К90 (киҫкен нөктә), һәм шуға ярашлы рәүештә, 90 метрға һикереү 60 мәрәй менән баһалана.

Ҡатын-ҡыҙҙар ярыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1993 йылда, тарихтағы икенсе чемпионатта уҡ, тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ трамплиндан һикереү буйынса ярышта ҡатнашты[4]. Әммә, имгәнеү ҡурҡынысы көслө һәм ауыр техника ҡатнашҡанлыҡтан, Аҡ Олимпиада программаларында ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашмаған ике төр бар ине: трамплиндан һикереү һәм саңғы икебәйгеһе. Ҡатын-ҡыҙҙар был ярыштарҙы бик оҙаҡ көттө һәм яйлап үҙләштерҙе: 2006 йылда дисциплина донъя беренселеге ярыштары программаһына индерелә, ә 2009 йылда — донъя чемпионатына. Шул уҡ йылда 15 европа һәм америка ҡатын-ҡыҙ спортсыһы, Ванкувер Уйындары программаһына трамплиндан һикереү индерелмәгәне өсөн, хоҡуҡтар боҙола тип, Британия Колумбияһының канада провинцияһы судына бирә. Суд дискриминация фактын таныһа ла, был төрҙө пронраммаға индереү МОК ҡарамағында тигән ҡарар ҡабул итә. 2010-сы йылдарға тиклем был төр буйынса ярыштарҙа тик ир-ат ҡына ҡатнашып килде. Дүрт йылдан һуң ғына, Сочи Ҡышҡы Олимпиадаһында ғына яңы дисциплинаның дебюты була. Тәүге олимпия чемпионкаһы — немка Карина Фогт. Әлеге ваҡытта Уйындар программаһында трамплиндан һикереүҙең дүрт төрө бар, шуның береһендә — урта трамплинда ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Әммә быйыл, 2018 йылда, программа киңәйтелеүе мөмкин: Валь-ди-Фьеммалағы донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаш команда ярыштарында, ә Ослолағы 2014 йылғы Донъя Кубогында тәүге тапҡыр үҙ көстәрен ҙур трамплинда һынап ҡаранылар:[5]. Саңғы икебәйгеһендә лә, программаһына трамплиндан һикереү ингәнлектән, ҡатын-ҡыҙ ҡатнашмай ине. 2018 йылда Көньяҡ Кореяла уҙасаҡ Ҡышҡы төрҙәр ярышына рәсәйҙең бер спортсыһы ла ҡатнаша алмау мәсьәләһе килеп тыуҙы[6].

2000-се йылдар уртаһында ла ҡатын-ҡыҙҙы был ярыштарға индереү тәҡдимдәре була. Әммә Халыҡ-ара олимпия комитеты башлығы Жак Рогге, ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың трамплиндан һикереүе Олимпиада программаһына индереү талаптарына яуап бирерлек түгел тип аңлатты. Уның фекеренсә, был спортҡа йәлеп етерлек спортсы йәлеп ителмәгән, һәм был спорт төрөнөң әүҙем таралышы (35 ил) кәрәк булған һанға етмәй.

Шулай ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар башта күрһәткес сығыштарҙа, ә аҙаҡ FIS эгидаһы аҫтында рәсми ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын яулай. Башта улар Континенталь кубокта (FIS Ski Jumping Continental Cup) сығыш яһаны.

2006 йылда, башлыса Төньяҡ Америка энтузиастары, Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһын (FIS) 2009 йылғы Либерецта үткән донъя беренселеге программаһына ҡатын-ҡыҙҙар турнирын индереү хоҡуғын ала. 2006 йылдың 26 майында Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы 2009 йылғы Либерец (Чехия) саңғы төрҙөре спорты буйынса Донъя чемпионатына трамплиндан саңғыла һикереү ярыштарына ҡатын-ҡыҙҙарҙы индереү ҡарарын ҡабул итә. Был ярыштарҙа трамплиндан саңғыла һикереү тарихында тәүге донъя чемпионы исемен америка саңғысыһы Линдси Вэн (en:Lindsey Van) яулай.

2009 йылда, 2010 йылғы Ванкуверҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпиадаһына программаһына трамплиндан саңғы менән һикереү инмәй тигән хәбәр таралғас, Канада, Норвегия, Германия, Словения һәм АҠШ-тың элита спортсылары төркөмө үҙҙәрен, енес билдәләре буйынса хоҡуҡты сикләйҙәр һәм Канаданың хоҡуҡтар һәм азатлыҡ Хартияһының 15-се статьяһын боҙалар тип, судҡа мөрәжәғәт итә. Әммә Британия Колумбияһының Канада провинцияһы Юғары суды законды боҙоу күренеше юҡ тигән ҡарар ҡабул итә[7].

2011 йылдың 3 декабрендә норвег ҡалаһы Лиллехаммерҙа тарихта тәүге тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар араһында трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Донъя кубогы этабы үтә[8].

2014 йылда Сочи Олимпия уйындарында беренсе тапҡыр трамплиндан саңғыла ырғыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан.

Ярыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саңғы менән трамплиндан һикереү буйынса ярыштар йәйге һәм ҡышҡы миҙгелдәрҙә үткәрелә. Ҡыш көнө киҫкен нөктәһе 90 метр һәм унан да күберәк булған трамплиндан саңғыла һикереү — иң абруйлы һәм мөһим старт булып тора.

Олимпия уйындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына (4 йылға бер тапҡыр) түбәндәге дүрт дисциплина инә.

  • K-125 шәхси беренселек — 125 м трамплин, ир-егеттәр
  • K-125 команда беренселеге — 125 м трамплин, ир-егеттәр
  • K-95 шәхси беренселек — 95 м трамплин, ир-егеттәр.
  • K-95 шәхси беренселек— 95 м трамплин, ҡатын-ҡыҙҙар.

Донъя чемпионаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионаты программаһына (һәр 2 йыл һайын) түбәндәге биш дисциплина инә:

  • K-120 шәхси беренселек — 120 м трамплин, ир-егеттәр
  • K-120 команда беренселеге — 120 м трамплин, ир-егеттәр
  • K-95 шәхси беренселек — 95 м трамплин, ир-егеттәр.
  • K-95 шәхси беренселек — 95 м трамплин, ҡатын-ҡыҙҙар (2009 йылдан).
  • K-95 команда беренселеге — 95 м трамплин, ир-егеттәр (2011. йылға тиклем. 2013 йылдан башлап ҡатнаш команда беренселеге була, сөнки команда беренселегендә ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша башлай).

Осоуҙар буйынса донъя чемпионаты программаһына (2 йыл һайын) түбәндәге ике дисциплина инә:

  • K-185 (К-195) шәхси беренселек — 185 м (195 метр) трамплин, ир-егеттәр
  • K-185 (К-195) команда беренселеге — 185 м (195 м). трамплин, ир-егеттәр

Ҡатын-ҡыҙҙар индерелмәгән.

Милли командаға дүрт спортсы инә.

Донъя кубогы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа, Төньяҡ Америка һәм Азия трамплиндарында үҙ эсенә 37 шәхси һәм команда старттарын (2008—2009 йыл миҙгелдәре) индергән йыл һайын үткән ҡышҡы ярыштар.[9] Донъя кубогы ярыштары киҫкен нөктәһе 105 метр булған трамплиндарҙа үткәрелә. Бер нисә этабы осоу трамплиндарында үткәрелә.

Шәхси һәм команда беренселегендә еңеүселәр спортсылар ҡатнашҡан бөтә илдәрҙәге барлыҡ ярыштарҙа йыйылған мәрәйҙәр суммаһы буйынса билдәләнә.

Донъя кубогы программаһына айырым старт булып «Дүрт трамплин турнеһы» — яңы йыл байрамы көндәрендә, 29 декабрҙән 6 ғинуарға тиклем, һикереү донъяһында үҙ аллы абруйға эйә булған һәм айырым ҡағиҙә буйынса үткәрелгән ярыштар инә.

Башҡа ярыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Трамплиндан һикереү буйынса Континенталь кубок
  • Трамплиндан һикереү буйынса йәйге Гран-при.

Һикереү техникаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

V стиль менән һикереүҙең осош фазаһы

Һикереү техникаһы йүгереп килеп, айырылыу өҫтәленән күтәрелеү, осоу фазаһы һәм ергә төшөүҙе үҙ эсенә ала. Барлыҡ элементтарҙы яйға һалып эшләү, һауаға күтәрелгәндә тәнде яраштырыу — был ырғыусы арсеналындағы мөһим техник элементтар.

Ергә килеп төшкән саҡта спортсының быға тиклем бер яҫылыҡта ятҡан аяҡтары «телемарк» (рәсми булмаған исеме — «разножка») тип аталған торошта булған. Был хәлдә спортсы бер аяғын алға сығарып, ә икенсеһен — артта ҡалдырып баҫа; ике аяғы ла тубыҡ тәңгәлендә бөгөлә; «артҡы» аяҡтың тубығы аҫҡа төшөрөлә; ҡулдары яурындан өҫтәрәк йәйелгән хәлдә. Ергә төшкән ваҡытта саңғылар параллель хәлдә тора һәм максималь рәүештә яҡыная. Ергә ошолай төшөү өсөн хәрәкәтте юғары координациялау һәм тигеҙлекте тел тейҙермәҫлек һаҡлау оҫталығы кәрәк. Ергә төшкән саҡта «разножка» эшләмәгән өсөн мәрәйҙәр (һәр судья тарафынан кәм тигәндә ике мәрәй) алынып ташлай.

Ергә килеп төшкән спортсының һикереү оҙонлоғо — айырылыу өҫтәле ситенән саңғылар спортсының аяҡ табандарының ергә бөтөн яҫылығы менән ҡағылғанға саҡлы ара; «телемарк» торошон дөрөҫ үтәгәндә, өҫтәл ситенән алып спортсының табандары араһы уртаһына тиклемге алыҫлыҡ.

Һикереүҙәрҙе баһалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киҫкен нөктәгә тура килгән дистанцияла ергә төшкәндә, (мәҫәлән, К125 трамплины өсөн — 125 метр), спортсы 60 мәрәй ала. Әгәр ул шунан да артыҡ осһа, был 60-ҡа өҫтәлә, ә әгәр ҙә ергә яҡыныраҡ төшһә — һикереүҙең оҙонлоғон баһалау таблицаһына (киҫкен нөктә менән бәйле) ярашлы, өҫтәлмә мәрәйҙәр алынып ташлана:

  • K20 — K24: метр өсөн 4,8 мәрәй
  • K25 — K29: метр өсөн 4,4 мәрәй
  • K30 — K34: метр өсөн 4 мәрәй
  • K35 — K39: метр өсөн 3,6 мәрәй
  • K40 — K49: метр өсөн 3,2 мәрәй
  • K50 — K59: метр өсөн 2,8 мәрәй
  • K60 — K69: метр өсөн 2,4 мәрәй
  • K70 — K79: метр өсөн 2,2 мәрәй
  • K80 — K99: метр өсөн 2 мәрәй
  • K100 — K169: метр өсөн 1,8 мәрәй
  • K170 һәм унан юғарыраҡ: метр өсөн 1,2 мәрәй
Ергә килеп төшөү һәм телемарк

Һикереү техникаһы(стиль) асыҡ система буйынса биш судья тарафынан баһалана[10]. Судьялар спортсының осоу фазаһын эстетик яҡтан баһалайҙар һәм бигерәк тә телемаркка хатаһыҙ ергә төшөү мәсьәләһенә тәнҡит менән ҡарайҙар. Һәр судьяның максималь баһаһы — 20 мәрәй. Судьялар ҡуйған иң ҙур һәм иң бәләкәй баһа иҫәпкә алынмай, башҡа өсөһөнөң баһалар суммаһы һикереүҙең оҙонлоғо өсөн ҡуйылған мәрәйҙәргә өҫтәлә. Судьялар, спортсы ергә төшкәндә, кәүҙәнең теләһә ниндәй өлөшө менән ергә ҡағылыуҙы, спортсының артыҡ хәрәкәттәрен һәм йығылыуын ҡаты хөкөм итә. Әгәр ҙә йығылыу һәм ҡағылыуҙар махсус һыҙыҡ артында булһа, улар баһаға тәьҫир итмәй. Ҡатнашыусының һөҙөмтәһе ике зачёт ынтылыш баһалары суммаһы менән билдәләнә.

Ҡапҡа бейеклеген төҙәтеү кәрәклеге, һауа торошоноң көтөлмәгәндә үҙгәреүе трамплиндан саңғыла һикереү ярыштарын ойоштороусыларға даими ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. 2010 йылдың июненән FIS мәрәй иҫәпләү ҡағиҙәләренә айырымлыҡтарҙы тиңләштереү мөмкинлеге биргән үҙгәреш индергән. Елдең көсө һәм йүнәлеше (ҡаршы/ыңғай), шулай уҡ старт ҡапҡаһының торошо махсус һыҙыҡлы формулала иҫәпкә алына. Әйтер кәрәк, һәр трамплиндың ҡапҡа торошона ҡарата төҙәтеү коэффициенты үҙенеке. Төҙәтеү шулай уҡ саңғы икебәйгеһендә лә файҙаланыла[11].

Бындай мөнәсәбәт ярыш графигын алдан әйтерлек хәлгә килтергән, ләкин уға ҡаршы тороусылар ҙа бар. Формула һикереүгә тәьҫир итеүсе ҡабырға яҡтан иҫкән елде һәм өйрөлтмәне иҫәпкә алмай. Шулай уҡ формулала һикереү оҙонлоғо иҫәпкә алынмай. Һикереү ни тиклем оҙонораҡ, шул тиклем уға ел тәьҫир итә. Шулай итеп, һыҙыҡлы булмаған формуланы файҙаланыу корректлыраҡ була[12].

Заманса методика буйынса баһаны иҫәпләп сығарыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҫал сифатында 2013 йылдың 1 ғинуарында Гармиш-Партенкирхенда Дүрт трамплин турнеһы сиктәрендә үткән ярыштарҙа Дмитрий Васильевтың беренсе һикереүен алайыҡ.

Трамплин тасуирламаһы:

  • Kиҫкен нөктә: 125 метр.
  • Мәрәй иҫәпләү: К-нөктәгә ҡарата оҙонлоҡтоң һәр метры өсөн ±1,8 мәрәй.
  • Был трамплин өсөн g старт ҡапҡаһы факторы: һәр бер метр өсөн ±7,56 мәрәй.
  • Был трамплин өсөн k еленә төҙөтеү факторы: секундына 1 метр тиҙлеге булған ел өсөн ±9,36 мәрәй.

1. Дмитрий Васильев 132,5 метрға һикерә, был К-нөктәнән 7,5 метрға алыҫыраҡ. Был һикереүҙең оҙонлоғо өсөн мәрәй: 60+(7,5*1,8) = 73,5 тәшкил итә.

2. Васильевҡа был һикереүе өсөн судьялар биргән баһалар: 15,0; 15,5; 15,5; 16,5; 15,5. Иң яҡшы (16,5) һәм иң түбән (15,0) баһалар алып ташлана, ҡалған өсәүһе бергә ҡушыла. Судьяларҙың дөйөм баһаһы: 15,5+15,5+15,5 = 46,5 мәрәй тәшкил итә.

3. Тренер ҡарары буйынса Васильев, башҡа ҡатнашыусылар кеүек, 26-сы һанлы ҡапҡанан һикермәгән, ә 0,5 метр түбәнерәк урынлашҡан 25-се һанлы ҡапҡанан һикергән. Васильев, йүгереп килеүе ҡыҫҡараҡ булғанлыҡтан, ул 0,5 * фактор g: 0,5*7,56 = 3,78 дәүмәлендәге ыңғай компенсация алған. Һөҙөмтә тиҫтә өлөштәргә тиклем түңәрәкләнә. Шулай итеп, компенсация +3,8 мәрәй тәшкил итә.

4. Һикереү ваҡытында елдең уртаса тиҙлеге ел ыңғайына секундына 0,33 метр тәшкил иткән. Ыңғай ел ырғыусыны ергә «эйелтә», ә ҡаршы ел, киреһенсә, һауала оҙағыраҡ кәйелеп осорға ярҙам итә, тимәк Васильев тиҫкәре ел өсөн ел тиҙлеге дәүмәлен k факторына 0,33*9,36 = 3,0888 ҡабатлаған ыңғай компенсация ала. Һөҙөмтә тиҫтә өлөштәргә тиклем түңәрәкләнә. Шулай итеп, елгә ҡарата төҙәтеү +3,1 мәрәй тәшкил итә.

5. Ахырҙа, һикереү оҙонлоғо өсөн мәрәй, судьялар баһаһы, йүгереп килеү һәм елгә ҡарата төҙөтеү компенсациялары ҡушыла: 73,5 + 46,5 + 3,8 + 3,1 = 126,9 мәрәй. Был һикереүҙең дөйөм баһаһы.

Билдәле трамплиндан ырғыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Трамплиндан саңғыла һикереүҙәр тарихында алтын олимпия миҙалдары һаны буйынса рекордты финн Матти Нюкянен һәм швейцарлы Симон Амман бүлешә — 4-шәр. Донъя чемпионаттарында шәхси дисциплиналарҙа поляк Адам Малыш иҫәбендә иң күп еңеү — 4.

  • Флаг Словении Петер Превц
  • Флаг Швейцарии Симон Амман
  • Янне Ахонен
  • Эспен Бредесен
  • Андреас Гольдбергер
  • Йенс Вайсфлог
  • Нориаки Касай
  • Вольфганг Лойцль
  • Адам Малыш
  • Томас Моргенштерн
  • Ари-Пекка Никкола
  • Матти Нюкянен
  • Биргер Рууд
  • Кадзуёси Фунаки
  • Свен Ханнавальд
  • Грегор Шлиренцауэр
  • Мартин Шмитт
  • Камиль Стох

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һикереүсе саңғысының өҫтәлдән айырылғандан һуң осоу бейеклеге 5-8 м тәшкил итә.
  • Трамплиндан саңғыла һикереү

Трамплиндан саңғыла һикереү — һәр ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына ингән (конькиҙа тимераяҡ фигуралы шыуыу, саңғы ярыштары, хоккей, саңғы икебәйгеһе һәм конькиҙа йүгереү спорты менән бер рәттән) ингән алты спорт төрөнөң береһе.

  • 1952 йылда Ослола үткән ярыштар иң күп тамашасы — 150 000 кеше — йыйған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Олимпия уйындарында трамплиндан саңғыла һикереү
  • Саңғыла осоуҙар
  • Саңғы икеалышы
  • Ski jumping
  • Ski jumping techniques

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийский реестр видов спорта
  2. Sihera, Elaine. History of Ski Jumping Winter Olympics Norway: Matt Nykanen, Sondre Nordheim, Olaf Rye. sportinglife360.com (2010-01-13). Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 июль 2014. 13 май 2015 тикшерелгән.
  3. Saur, Lasse (1999): Norske ski — til glede og besvær. Research report, Høgskolen i Finnmark.
  4. Haarstad, Kjell (1993): Skisportens oppkomst i Norge. Trondheim: Tapir
  5. http://сборнаякоманда.рф/encyclopedia/kogda-zhenshchinam-razreshili-prygat-s-tramplina/
  6. https://news.yandex.ru/yandsearch?cl4url=www.gazeta.ru/sport/2018/01/24/a_11624233.shtml&lang=ru&from=main_portal&stid=BgR9aYVJR7S3eA2xqwJs&t=1516871184&lr=172&msid=1516871507.35123.22865.6742&mlid=1516871184.glob_225.e20f8d72
  7. Спортивная политика — XXI Олимпийские зимние игры. 11.07.2009
  8. Прыжки на лыжах: Стартовал первый в истории женский Кубок мира
  9. FIS World Cup Calendar 2008—2009 ссылка проверена 29 декабря 2008
  10. Бакал Д. С. и др. Большая олимпийская энциклопедия. — М.: Эксмо, 2008. — С. 550. — ISBN 978-5-699-27387-4.
  11. FIS media info: Decisions of the FIS Council Spring Meetings in Antalya Ҡалып:Webarchive  (Тикшерелгән 9 декабрь 2012)(Тикшерелгән 9 декабрь 2012)
  12. FIS Ski Jumping wind + gate compensation explained  (Тикшерелгән 9 декабрь 2012)(Тикшерелгән 9 декабрь 2012)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]