Һыуға һикереү
Һыуға һикереү | |
Спорт төрө | водный спорт[d] |
---|---|
Һыуға һикереү Викимилектә |
Һыуға һикереү— һыу спорты төрҙәренең береһе, һыуға һикереү,төрлө снарядтарҙан башкарыла: вышканан (5-10 метр), йә трамплиндан (1-3 метр). Һикереү ваҡытында ҡайһы бер спортсылар акробатика элементтары (әйләнеү, винт, өйөрөлөү) башҡаралар.
Ярышта судьялар осоу ваҡыттында акробатика элементтарының сифатын, шулай уҡ һыуға инеү таҙалығын баһалайҙар, синхрон һикереүҙәрҙә, шулай уҡ, ике катнашыусының элементтарҙы синхрон башҡарыуы баһалана.
Снарядтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трамплин – оҙонлоғо 4,8 метр һәм киңлеге 0,5 метр булған махсус пружиналы таҡта, уның бер осо бассейндың ситенә нығытыла. Һикереү ваҡытында спортсы трамплинда тирбәлә, һуңынан көслө этәрелеп, трамплиндан өҫтәмә рәүештә тиҙлек ала. Бөтә оҙонлоғо буйынса тайыуҙы туҡтата торған түшәм менән ҡапланған. Һыу кимәленән 1 йәки 3 метр бейеклектә ҡуйыла.
Вышка – төрлө бейеклектә: 1, 3, 5, 7.5 һәм 10 метрлыҡ бер нисә платформаһы булған ҡоролма. Һәр бер платформаның киңлеге 2 метр, оҙонлоғо – 6 метр. Платформаның (трамплиндың алғы сиге кеүек үк) бассейн ҡырынан кәмендә 1,5 метрға сығып тора.
Һикереү төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барлыҡ һикереу төрҙәре бер нисә төркөмгә бүленә:
- Терәүҙәр
- Алдағы (бит менән һыуға);
- Артҡы (арҡа менән һыуға);
- Ҡулда тороу.
- Йүгереп һикереү
- Урындан һикереү
- Йүгереп һикереү
- Кәүҙә торошо
- Эйелеп – тура аяҡтар бергә тора;
- Бөгөлөп – кәүҙә билдән бөгөлә, аяҡтар тура була;
- Кәүҙәне йыйып – кушылған тубыҡтар кәүҙәғә тартыла, ҡулдар аяҡтарҙың аҫ яғын ҡосаҡлай.
- Әйләнештәр һәм винттар
- Ярым әйләнеш –кәүҙәнең арҡыры күсәр тирәһенән 180 градусҡа әйләнеүе;
- Әйләнеү – кәүҙәнең арҡыры күсәр тирәһенән 360 градусҡа әйләнеүе, шулай уҡ 1,5, 2, 2,5, 3, 3,5 һәм 4,5 әйләнешле һикереүҙәр була;
- Ярымвинт – кәүҙәнең буй күсәр тирәһенән 180 градусҡа әйләнеүе;
- Винт – кәүҙәнең буй күсәр тирәһенән 360 градусҡа әйләнеүе, шулай уҡ с 1,5, 2, 2,5 һәм 3 винтлы һикереүҙәр була.
Трамплинда төрлө элементарҙы башҡарыуҙыңу варианттары 60-тан ашыу, ә вышканан 90-дан ашыу һикереү мөмкинлеген бар. Һәр бер һикереү төрөнә 1,2-нән алып 3,9-ға тиклем диапазонында үҙ ҡатмарлыҡ коэффициенты бирелә.
Ярыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыуға һикереү буйынса ярыштар Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы (FINA) тарафынан үткәрелә. Һыуға һикереү һыу спорт төрҙәре буйынса донъя чемпионаты программаһына инә.
Беренсе тапҡыр һыуға һикереүҙе өсөнсө Олимпия уйындары праграммаһына индерәләр (1904 йылдарҙа), шул мәлдән һыуға һикереү һәр Олимпия уйындарында бар.2000 йылда Сидней ҡалаһында Уйындар программаһына синхрон һикереүҙәр инә.
Әлеге ваҡытта олимпия программаһы үҙенә 8 комплект миҙал индерә, 4 комплекты ирҙәр араһында һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 3 метрлыҡ трамплиндан (яңғыҙ һәм синхрон) һикереү һәм 10 метрлыҡ вышканан (яңғыҙ һәм синхрон) һикереүҙә уйнатыла. Донъя һәм Европа чемпионаттары прорграммаһы 10 ярыштан тора һәм өҫтәмә рәүештә бер метрлыҡ трамплиндан шәхси һикереүҙәрҙе лә үҙенә индерә. Унан башҡа, 2013 йылғы донъя чемпионтарына хай-дайвинг буйынса ярыштар ҙа индерелә.
Ҙур ярыштар, улар араһына донъя чемпионаттары һәм олимпия уйындары ла инә, өс этапта үткәрелә. Беренсеһе квалификациянан һуң, иң яҡшы 18 ҡатнашыүсы билдәләнә, ярымфинал һикереү серияһында финалға сыҡҡан 12 спортсы асыҡлана. Бынан алдағы йылдарҙа, финалда алынған баһалар менән ярымфиналда алынған баһаларҙы ҡушҡан булалар, ләкин 2007 йылда FINA яңы ҡағиҙәләрҙе, финалды «нулдән» башлауҙы, талап итә. Һәр бер этапта спротсылар сират буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар — 5, ирҙәр 6 һикереү башҡаралар. Һәр этап алдынан спортсылар һикереү программаһын белдерәләр, ә судьялар һәр бер һикереүзең ҡатмарлылыҡ коэффициентын раҫлай. Ярыш барған ваҡытта һикереү төрҙәрен һәм тәртибен үҙгәртергә рөхсәт ителмәй.
Баһалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәхси ярыштарҙа һәр бер һикереү баһаһын асыҡ система буйынса ете судья ҡуя[1]. Уларҙың һәр береһе 10-ға тиклем баһа ҡуя, унан һуң ике иң яҡшы һәм ике иң насар баһа алып ташлана һәм ҡалған өс баһа һикереүҙең ҡатмарлыҡ коэффициентына һәм 0.6-ға ҡабатлана.
Синхрон һикереүҙәрҙе 9 арбитрҙан торған коллегия баһалай, ике судья һәр спортсының башҡарыу техникаһын, ә ҡалған бишәүһе тик синхронлыҡты ғына баһалай. Унан һуң иң яҡшы һәм иң насар баһалар алып ташлана һәм ҡалған баһаларҙың суммаһы һикереүҙең ҡатмарлыҡ коэффициентына һәм 0.6 ҡабатлана.
Һикереү техникаһына баһа биргәндә, судья йүгереп килеүгә һәм башланғыс позиция сифатына иғтибар итә (йүгереп килеү тура һыҙыҡ буйынса башҡырыла һәм, кәм тигәндә, дүрт аҙымдан тора, терәү яҡшы нығытылырға тейеш), этәрелеү, осоу ваҡытында элементтарҙы башҡарыуы, һыуға инеү (максималь вертикаль булырға һәм һыу сәсрәүе минималь булырға тейеш).
Билдәле һикереүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клаус Дибиась — 3-тапҡыр олимпия чемпионы;
- Го Цзинцзин — 4 тапҡыр олимпия чемпионы, күп тапҡыр донъя чемпионы;
- Елена Вайцеховская — СССР һәм Рәсәй тарихында Олимпия уйындарында 10 метрлыҡ вышканан һикереүҙә еңгән берҙән-бер спортсы;
- Грег Луганис — 4 тапҡыр олимпия чемпионы (ир-егеттәр араһында берҙән-бер һыуға һикереүсе), 5 тапҡыр донъя чемпионы, 6 тапҡыр Панамерика уйындары чемпионы, 47 тапҡыр АҠШ чемпионы;
- Дмитрий Саутин — 2 тапҡыр олимпия чемпионы, Тарихта берҙән-бер һыуға һикереү буйынса 8 олимпия наградаһы яулаған спортсы;
- У Минься — 5 тапҡыр олимпия чемпионы;
- Фу Минсь — 4 тапҡыр олимпия чемпионы;
- Чэнь Жолинь — 5 тапҡыр олимпия чемпионы;
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хай-дайвинг
- Йөҙөү
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бакал Д. С. и др. Большая олимпийская энциклопедия. — М.: Эксмо, 2008. — С. 550.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М.,1980 Олимпия энциклопедияһы. П. С. Павлов. редакцияһы аҫтында.
- Һыуға һикереү. Белешмә. М., 1980
- Һыуға һикереү буйынса китапхана: теория, дәреслектәр, видео, ҡушымта.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Һыуга һикереү» спорт төрөнөң ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында , 2013 йыл 23 декабрендә рәсәй федерацияһы спорт Министрлығы бойороғо № 1109.
- FINA рәсми сайты
- Һыуға һикереү рәсәй федерацияһының рәсми сайты.
- ФизкульУРА. 2018 йыл 11 ғинуар архивланған. Һыуға һикереү. 2018 йыл 11 ғинуар архивланған.