Эстәлеккә күсергә

Һыуҙа туп уйнау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һыу полоһы битенән йүнәлтелде)
Һыуҙа туп уйнау
Нигеҙләү датаһы XIX быуат
Рәсем
Спорт төрө водный спорт[d]
Етәксе орган Международная федерация плавания[d]
Ил  Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d][1]
Максимальное число игроков 14
Пиктограмма
Икенсе исеме Waasserpolo
 Һыуҙа туп уйнау Викимилектә
Туп ҡапҡаға оса

һыу полоһы, һыу тубы, һыуҙа туп уйнау[2] (ингл. Water polo) — һыуҙа ҡапма-ҡаршы уйналған спорт төрө.

Уйын тәбиғи һыуҙарҙа ла, махсус йөҙөү бассейнында ла үткәрелә ала. Бер юлы ҡапма-ҡаршы ике команда ҡатнаша.

Уйындың маҡсаты — ҡаршы команданың ҡапҡаһына билдәле ваҡыт эсендә күберәк мәрәй индереү.

Ирҙәр командалары өсөн ҡапма-ҡаршы аралыҡ — 30 метр, киңлеге — 20 метр. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был арауыҡ — 25, киңлеге 17 метр тәшкил итә. Ҡапҡа артындағы сик 0,30 метр.

Уйын майҙанының ике яғына махсус ҡапҡалар ҡуйыла. Ул ике бағананан һәм ҡалынлығы 0,075 м булған тура мөйөшлө арҡыры һайғауҙан тора. Ул майҙандың уйын уйналасаҡ яғына әйләндерелгән булырға, һәм аҡ төҫкә буялырға тейеш.

Ҡапҡа бағаналарының араһы 3 метр булырға тейеш.

Бассейн тәрәнлеге, уйын ҡағиҙәһе талап иткәнсә, 1,8 метр һәм тәрәнерәк. Бейеклеге һыу өҫтөнән 0,90 метр сығып торорға тейеш.

Һыуҙың иң түбән температураһы °C буйынса 16 градустан кәм булырға тейеш түгел.

Туп түңәрәк һәм эсендә ниппел менән ябылырлыҡ һауа ҡыуығы булырға тейеш. Тыш яғынан ҡубып торған ерҙәре булмаҫҡа, һыу һеңдермәүсән һәм май йәки май кеүек матдә менән һеңдерелмәгән булырға тейеш.

Ауырлығы 400-ҙән 450-гәсә грамм булыуы шарт. Ирҙәр уйыны өсөн туптың тыш яғынан әйләнәһе 0,68 м кәм булмай, әммә шулай уҡ 0,71 м ҙур булмай. Эске баҫымы 90-97 паскаль.

Ә ҡатын-ҡыҙҙар уйыны өсөн тыш яғы әйләнәһе 0,65 тән кәм түгел һәм 0,67 күп булмай. Эске баҫымы 83-93 паскаль.

Уйындың иң билдәле атрибуттары булып ҡолаҡ тишектәре ҡалдырылған башлыҡтар. Улар уйынсыларҙың ҡолаҡтарын туп бәрелеүҙән һаҡлап тора.

Командаларҙың береһе аҡ төҫтәген кейергә тейеш. Ҡаршы уйнаған команда уға контраст төҫтәр һайлай. Тик ул туп төҫөндә булырға тейеш түгел.

Шулай уҡ ,асыҡ ҡыҙылдан да сағыуыраҡ булырға тейеш түгел. Күберәген аҡ һәм күк төҫтәге башлыҡтар менән уйнайҙар.

Ҡапҡасылар ҡыҙыл төҫтәге башлыҡ кейә. Башлыҡтар эйәк аҫтында эләктерелеп ҡуйыла. Уйынсылар уны уйын бөткәнсе сисмәй.

Ҡолаҡ протекторҙары башлыҡ менән бер төҫтә булырға тейеш. Һәр команда ағзаларының башлыҡтарында 0,10 м бейеклектәге һандар яҙылған булырға тейеш.

Халыҡ-ара уйындарҙа өс хәрефтән торған ил аббревиатураһы йәки ил флагы тегелә. Абббревиатураның бейеклеге 0,04 м.

Һыуҙа туп уйнау бик ҡатмарлы контактлы уйын. Ике команда бер-береһенә ҡаршы баҫа. Һәр командала етешәр уйынсы ҡатнаша, уларҙың береһе — ҡапҡасы.

Ҡапҡасы ла башына махсус башлыҡ кейә. Командала алты резерв уйынсы була. Сөнки уйынсыларҙы йыш алмаштырырғы кәрәк була.

Уйын дүрт өлөштән тора. Һәр өлөштөң уйналыу оҙайлығы 8 минут (был саф ваҡыт). Һәр өлөш башланып, берәй уйынсы тупҡа тейеү менән кире иҫәп башлана. Бирелгән сигналдарҙа контроль секундомер туҡтатылырға тейеш.

Ул туп уйын майҙанына индерелгәс яңынан иҫәпләй башлай. Һәр команда атакаға 30 секунд сарыф итә ала. 30 секунд уҙғас, туп ҡаршы командаға күсә.

Һәр команда ике тапҡыр ике минутлыҡ тайм-аут алырға мөмкин. Тайм-аутты тупҡа хужа булған команда ғына ала ала.

Уйындың төп асылы шунда, уйынсылар тупҡа ике ҡул менән тотонорға тейеш түгел. Ул тик бер ҡул менән генә уйнала. Уйынсылар тупты алға һуҙып команданың икенсе кешеһенә бирә ала, йәки йөҙөп алып бара ала.

Һәр команданың уйнау маҡсаты шунда: ҡаршы команданың ҡапҡаһына бер тупҡа артығыраҡ мәрәй керетеү. Тупаҫлыҡ, уйынды боҙоу, уйынсыларҙы уйындан сығарыу осраҡтары уйын ҡағиҙәләре буйынса башҡарыла.

Ҡулында тубы булмаған уйынсыға һөжүм яһау рөхсәт ителмәй. Шулай уҡ, ҡағиҙә буйынса тупты һыуға батырыу тыйыла. Әгәр туп батырыла икән туп икенсе командаға күсә. Шулай уҡ, тупҡа эйә булмаған уйынсыны һыуға батырыу, һөйрәү, тотҡарлау ҡәтғи тыйыла. Ул тупаҫ хатаға керә.

Тупаҫ хаталар эшләүсе уйынсы 20 секундҡа йәки ҡаршы уйынсыларҙың атакаһы аҙағынаса уйындан сығарыла. Штраф ваҡыты сыҡҡандан һуң уйынсы кире уйынға ҡайта.

Тупаҫ булмаған хатаға туп ырғытыу менән яза бирелә. Ул тура ҡапҡаға ырғытыуҙан тора. Әгәр хата биш метр һыҙаттан тыш эшләнелһә, яза өсөн тупты ла биш метрҙан ырғытырға тейеш булалар.

Һыуҙа туп уйнау уйыны уйынсыларҙан яҡшы физик әҙерлек һәм юғары координация талап итә.

ФИНА халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы 2016 йылда үҫмерҙәр араһында үткәреләсәк һыуҙа туп уйнау уйынының эксперементаль ҡағиҙәләрен раҫлай:

  • Уйын маҙаныны ҙурлығы 25х20 метр;
  • 4-cе һанлы туп ҡулланыла (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн)
  • Уйындың һәр этабында 11 спортсмен ҡатнаша;
  • Уйын майҙанында уйынсыларҙың һаны, ҡапҡасыларҙы ла керетеп, алты кеше.
  • Туп менән файҙаланыу осоро — 30 секунд.
  • Ситләштерелгән уйынсының штраф ваҡыты — 15 секунд.

19 йәшлек үҫмер егеттәр араһында 2015—2016 йылдарҙа уҙғарылған Рәсәй беренселеге, шулай уҡ 2015-0016 йылдарҙа уҙғарылған үҫмер ҡыҙҙар Рәсәй беренселеге ярыштары ошо ҡағиҙәләргә таянып үткәрелә.

ФИНА ҙыуҙа туп уйнау ярыштары ҡағиҙәләрен үҙгәртелгән вариантына эксперимент уҙғарыуын дауам итә

Был ваҡыттарҙа үҫмерҙәр араһында Донъя беренселеге ярыштары уҙғарылған осорҙа, FINA ҡағиҙәләр үҙгәрешенә таянып, майҙансыҡты 30-ҙан 25 метрғаса кәметкән.

FINA бюроһы ағзалары иҫкәртелгән, бюро ағзаларының күпселеге был алымды хуплаған.

Үҙгәртелгән өс яңы ҡағиҙә:

1. Оборонанан Һөжүмгә күсеү осорон тиҙләтеү өсөн туп менән файҙаланыу осорон 30 секундтан 25 минутҡаса ҡыҫҡартылы;

2. Уйындың тамамланыуын тиҙләтеү маҡсатында, ситләштерелгән уйынсының ваҡытын 20 секундтан 15 секундҡа ҡалдырыла;

3. Команда составы ун бер кешенән һәм ике резервтан тора. Улар уйындың икенсе турнирында файҙаланыла.

Ошо ҡағиҙәләргә ярашлы һуңғы Донъя беренселектәре уңышлы уҙа.

Шотландлы Уильям Уилсон — һыуҙа туп уйнау уйынының тәүге ҡағиҙәләрен индерә

Һыуҙа туп уйнау XIX быуатта Бөйөк Британияла Уилсон Уильям тарафынан уйлап сығарылған. Уға оҡшаш уйын булып регби тора. Тәүге варианттарҙа туп өсөн көрәшергә рөхсәт ителгән була. Аҙағынан тупты тартып алыу өсөн уны һыуға батырып тоторға тейеш булған. Ҡапҡасы майҙандан ситтә торған. Уйындың хәҙергесә варианты 1880-се йылдарҙан алып уйнала.

Уйынды бар донъя илдәре уйнай. Бигерәк тә, Венгрияла һәм элекке Югославияла киң таралған.

Ул иң боронғо олимпия уйындарының береһе. Тик 1900 йылдарҙа ғына ул олимпия уйындары программаһына индерелгән.

  1. https://olympics.com/fr/sports/water-polo/
  2. Рус телендә иҫкесә варианты — ватерпол
  • Рыжак М., В.Михайлов Водное поло М., 1977
  • Кудрявцев В., Ж.Кудрявцева Спорт мира и мир спорта. М., 1987
  • Правила спортивных игр и состязаний. Иллюстрированный энциклопедический справочник. Пер. с англ. Минск, 2000
  • Philipps, Wolfgang, «Aquatic football», «aquatic polo», «water-polo»… Grundzüge der Geschichte des Wasserballs in Großbritannien und Hannover (1870 bis 1933), in Becker, Christian et al. (eds.), «Als der Sport nach Hannover kam» — Geschichte und Rezeption eines Kulturtransfers zwischen England und Norddeutschland vom 18. bis zum 20. Jahrhundert, Мюнстер.2015
  • Водные виды спорта. — Учебник для вузов. Под ред. Н.Булгаковой. М., 2003