Эстәлеккә күсергә

Конькиҙа йүгереү спорты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Конькиҙа йүгереү спорты
Рәсем
Пиктограмма
 Конькиҙа йүгереү спорты Викимилектә

Конькиҙа йүгереү спорты йәки конькиҙа тиҙлеккә йүгереү — ябыҡ түңәрәк эсендә боҙҙа билдәле бер араны мөмкин тиклем тиҙ үтеүҙе үҙ эсенә алған спорт төрө.

Классик төргә һәм шорт-трекҡа бүлеп ҡарала. Ғәҙәттә, «конькиҙа йүгереү спорты» тигәндән 400 метрлыҡ овалдағы классик ярыштар күҙ уңында тотола.

Конькиҙа шыуыу, XVII быуат башындағы голланд картинаһы
2006 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры Екатерина Лобышева, конькиҙа йүгереү спорты өсөн хәҙерге заман конькиҙарының үҙенсәлеге («клаптар») — конькиҙың артҡы өлөшө буш булыуы күренә.

Конькиҙа йүгереү спорты — иң боронғо спорт төрҙәренең береһе.

«Конёк» («ат»)һүҙенең тәүге ҡулланылышын Гемахтың "Инглиз-Нидерланд һүҙлеге"ндә (1648) табырға була.

Археологтар тарафынан табылғын иң боронғо конькиҙар Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында бынан 3200 йыл элек күсмә ҡәбиләләр булып йәшәгән киммерийсыларҙыҡы тип иҫәпләнә.

Рәсми рәүештә теркәлгән беренсе ярыштар 1763 йылдың ғинуарында Бөйөк Британияла үткәрелә. Ярышта 15 милдән торған дистанцияны 46 минутта үтеүсе мистер Лэмб еңеп сыға.

Спорт төрө булараҡ, тиҙ йөрөшлө конькиҙа йүгереү кеүек спорт төрө XIX быуаттың икенсе яртыһында ғына үҫеш ала.

1742 йылда[1] . Эдинбургта конькиҙа йүгереү спортының донъялағы беренсе клубы асыла. Ә бындай клубтар артабан1830 йылда Лондонда һәм Глазгола, 1849 йылда — Филадельфияла, 1863 йылда — Нью-Йоркта, 1864 йылда — Тронхеймда һәм Петербургта барлыҡҡа килә.

1879 йылда Англияла Конькиҙа йүгереү спортының милли федерацияһы ойошторола . 1879 йылдың 8 декабрендә үткән милли беренселекте иң тәүге булып Англия үткәрә.

1889 йылда Амстердамда, Нидерландыла, конькиҙа йүгереүселәр араһында донъя чемпионаты беренселеге ойошторола. Россия спортсыһы Александр Паншин еңеүсе була.

Өс йылдан һуң, Конькиҙа йүгереүселәрҙең халыҡ-ара берләшмәһе (ИСУ) булдырыла. Хәҙерге көндә ул 60-тан ашыу милли федерацияны берләштерә.

ИСУ 1889 йылда ярыштарҙы профессиональ ярыштар тип иғлан итә һәм 1893 йылда Амстердамда ир-егеттәр араһында рәсми донъя чемпионатын үткәрә. Ошо уҡ йылда беренсе рәсми Европа чемпионаты ойошторола.

Рәсми рәүештә танылған беренсе донъя чемпионы голланд Эден, ә Европа чемпионы булып швед Эрикссон һанала.

1901 йылда Стокгольмда, ул ваҡытта Рәсәй империяһының бер өлөшө булған Финляндиянан, Франц Ватен донъя чемпионы була.

Ә 1910 йылғы һәм 1911 йылғы донъя беренселегендә, шулай уҡ 1910 йылғы Европа беренселегендә Рәсәйҙән Николай Струнников еңеү яулай.

Конькиҙа йүгереү буйынса рекордтарҙы теркәү 1890 йылда башлана.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты — 1936 йылдан, ә Европа чемпионатын 1970 йылдан үткәрелә башлай.

Шулай уҡ, 1970 йылдан алып спринтерлы күп көрәшлелек буйынса донъя чемпионаттары ла ойошторола башлай (500 һәм 1000 метрға йүгереү һөҙөмтәләре буйынса).

1996 йылдан алып донъя чемпионатының айырым аралағы ярыштары үткәрелә. Шулай уҡ, 1985/1986 йылдар миҙгелендә беренсе тапҡыр булдырылған Донъя кубогы этаптары ла ойошторола.

2003 йылғы Донъя кубогында тәүге тапҡыр командала эҙәрлекләү уҙышы барлыҡҡа килә.

Ҡышҡы олимпия уйындары программаһына ир-егеттәрҙең тиҙлеккә конькиҙа йүгереү уҙыштары 1924 йылдан индерелә. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бындай ярыштар 1960 йылдан башлап үткәрелә башлай.

Беренселек 4 дистанцияға — 500, 1500, 5000, 10000 метрға һәм күп көрәшлелеккә уйнатыла. 1928 йылда 10 000 метрлыҡ дистанцияға ярыштар үткәрелмәй. Күп көрәшлек буйынса ярыштар ҡушымтаһы ла зачетҡа иҫәпләнмәй.

Хәҙерге заман Ҡышҡы олимпия уйындары программаһы үҙ эсенә ҡыҫҡаһы — 500, 1000 (1976 йылдан алып ир-егеттәр араһында) һәм 1500 метр, оҙоно — 3000, 5000 (1988 йылдан алып ҡатын-ҡыҙҙар араһында), 10000 метрлыҡ дистанция ярыштарын ала.

Ярышта ҡатнашыусылар парлашып: береүһе — тышҡы юл буйлап, икенсеһе эске трек буйлап йүгерә. Һәр дистанцияла милли команданан 3 спортсы сығыш яһарға мөмкин.

1972 йылға ҡәҙәр 500 һәм 1500 метр араға 4 ир-егет спортсы ҡатнаша алған. Күп көрәшлек буйынса абсолют беренселек уйнатылмаған. Бары тик1924 йылдан ғына олимпия чемпионы дүрт дистанцияла яуланған урындарҙың суммаһы буйынса билдәләнә башлай.

1967 йылда ИСУ үҙ эгидаһы аҫтына шорт-тректы ҡабул итә, әммә ул 1976 йылға хәтлем халыҡ-ара ярыштар ойоштормай.

Шорт-трек буйынса донъя чемпионаты 1981 йылдан башлап үткәрелә. 1997 йылдан башлап Европа чемпионаты ойошторола.

Калгариҙа үткән 1988 йылғы Олимпия уйындарында шорт-трек күрһәтмә спорт төрө була. 1992 йылдан башлап шорт-трек Олимпиада уйындары программаһына индерелә.

2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпиадала шорт-трек буйынса 8 комплект награда уйнатыла (конькиҙа йүгереү спортында — 12).

Конькиҙа йүгереү спортының үҫеш алыуы яһалма юллы ҙур боҙлоҡтарҙың сафҡа индерелеүе менән бәйле. Яһалма юл менән туңдырылған боҙҙа үткәрелгән беренсе чемпионат булып 1959 йылда Гетеборгтағы Европа чемпионаты тора[2]. Ә 1960 йылда Скво-Веллиҙың яһалма боҙонда тәүге Олимпия уйындары уҙғарыла.

1985—1986 йылдарҙа тулыһынса ябыҡ тәүге боҙлоҡтар— береһе Берлинда, икенсеһе Херенвенала барлыҡҡа килә. Классик күп көрәшлелек буйынса1987 йылғы Донъя чемпионаты ҡыйыҡ аҫтында үткәрелгән тәүге ярыш була. Ә 1988 йылда Калгариҙа үткән Олимпия уйындары шулай уҡ ябыҡ боҙлоҡта була.

Спортсыларҙың кейемдәре лә үҙгәрә— яңы костюмдар ҡулланыла башлай, 1997 йылда конькиҙың яңы төрө — клап-скейт барлыҡҡа килә. Уның барлыҡҡа килеүе тиҙлекте арттырырға мөмкинлек бирә.

Конькиҙа йүгереүсе старт ваҡытында
Тура йүгереү. Бортик янында — тренерҙар

Конькиҙа йүгереү буйынса классик ярыш түбәндәге форматта үткәрелә:

күп көрәшлелек (ингл. allroundallround;)

айырым дистанцияларҙа, уға команда эҙәрлекләү уҙыштары ла индерелә.

Күп көрәшлелек  — иң элекке форматтарҙың береһе.

Спортсылар дүрт дистанцияла ярыша, уларҙы суммаһы буйынса еңеүсе билдәләнә.

Күп көрәшлелектең өс төрө бар:

спринтерлы − 500 метр +1000 метр + 500 м +1000 метр;

кесе − 500 метр + 1500 метр + 1000 метр + 3000 метр

һәм классик − 500 метр + 3000 метр + 1500 метр + 10000 метр (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 10000 метрлыҡ 5000 метрлыҡ дистанцияға алмаштырыла).

Һәр йүгерешкә мәрәйҙәр иҫәпләнә, һәр — 500 метрҙың үтеү ваҡыттына 1,000 мәрәй бирелә.

Башҡа дистанцияларҙағы ваҡыт, әлеге дистанцияның 500 метрға оҙонораҡ булған һанына бүленә, һәм килеп сыҡҡан һан бынан алдағы дистанциялағылар мәрәйҙәренең суммаһына ҡушыла.

Иң әҙ сумма йыйған спортсмен еңеүсе була. Спринтлы һәм классик күп көрәшлелек буйынса чемпионатар һәм донъя беренселектәре, айырым дәүләттәрҙең ярыштары үткәрелеп тора.

Айырым дистанция ярыштары донъя чемпионатында һәм Донъя кубогының айырым дистанцияларында һәм этаптарында уҙғарыла.

Йүгерештәр 500 метр, 1000 метр, 1500 метр, 3000 метр (ҡатын-ҡыҙҙар ғына), 5000 метр һәм 10000 метр (ир-егеттәр генә) дистанцияларға уҙғарыла, шулай уҡ команда эҙәрлекләү уҙыштары ла үткәрелә.

1996 йылдан башлап, спортсыларҙың мөмкинлектәрен тигеҙләү өсөн, 500 метрға ике уҙыш үткәрелә.

Һәр спортсы беренсеһендә — эске юл буйлап, икенсеһендә тышҡы юл буйлап йүгерә. Команда эҙәрлекләү уҙыштарында һәр илдән бер ҡатын-ҡыҙҙар һәм бер ир-егеттәр командаһы ҡатнаша.

Уҙышта өсәр спортсынан торған ике команда стартҡа баҫа. Улар боҙлоҡтоң ҡапма-ҡаршы ике остағы эске юлдың уртаһынан бер үк ваҡытта ярыша башлай.

Ҡатын-ҡыҙҙар — алты әйләнеш, ир-егеттәр һигеҙ әйләнеш яһай.

Конькиҙа йүгереү спортының айырым дистанцияларға үткәрелгән донъя чемпионаты, Донъя кубогы, милли чемпионаттар Олимпия уйындары программаһына индерелгән

Шулай уҡ конькиҙа йүгереү марофоны һәм масс-старт буйынса 100 һәм 300 метр (башлыса балалар араһында) милгә ярыштар үткәрелә.

Шорт-трек буйынса ярыштар: спортсылар 500 м, 1000 м, 1500 м, 30000 һәм эстафетала: ҡатын-ҡыҙҙар — 3000 м, ир − аттар 5000 метрға ярыша

Донъя чемпионаттары, Европа чемпионаты, Донъя кубогы, милли чемпионаттар үтә, шулай уҡ шорт-трек Олимпия уйындары программаһына индерелгән.

Шорт-трексылар боролоштарҙа
400 мет.лыҡр юл һыҙмаһы
Шорт-тректа уҙыштар өсөн билдәләнештәр

Конькиҙа йүгереү спорты өсөн йүгереү юлының классик варианты оҙонлоғо йә 400 метр, йә 333,3 метр булған овалдан ғибәрәт.

Ҙур кимәлдәге барлыҡ ярыштар ҙа тик 400 метр оҙонлоғондағы юлда үткәрелә. Эске боролоштоң радиусы 25 метрҙан алып 26 метрға тиклем етә. Һәр боролоштоң, һәр тура юлдың оҙонлоғо яҡынса 100 метр.[3]

Конькиҙа йүгереү өсөн тәғәйенләнгән боҙлоҡ ике юлға — эске һәм тышҡы бүленә. Тура һыҙаттың береһе күсешле була.

Күсешле һыҙатта спортсыларҙың барыһы ла һәр әйләнештә юлды алмаштырырға тейеш. Бөтә спортсылар ҙа эске юлдан йүгергән команда уҙыштарына һәм масс-старттарға был ҡағылмай.

Шорт-трек өсөн йүгереү юлы, ҡағиҙә булараҡ, ҡәҙимге хоккей стадионында һыҙыла. Боролоштарҙың эске радиусы 8 метрлыҡ итеп эшләйҙәр. Түңәрәкләнеп торғандарҙың араһы — 28,85 метр. Араһы — 111,12 метр, ул бровканан 0,5 метр дистанция үлсәгәндән килеп сыға. Сәғәт йүнәлешенә ҡаршы йүгерәләр.

Ҡыҫҡа дистанция ярыштарында, спортсылар «таҙа» боҙҙа әйләнһен өсөн, трассаны старт һыҙығы менән бергә уҙыштан уҙышҡа бер аҙ күсерәләр (финишн һыҙығы фотофиниш аппаратураһы менән хәрәкәтһеҙ ҡала).

Классик конькиҙарҙа парлашып йүгерәләр — спортсыларҙың береһе тышҡы юлда урын ала, икенсеһе — эске юлда.

Һәр әйләнештән һуң улар юлдар менән алмашына. Сәғәт йүнәлешенә ҡаршы йүгерәләр.

Алмашынған ваҡытта шундай хәлдәр булырға мөмкин: спортсылар күсешле һыҙыҡта икеһе йәнәш тура килә. Был осраҡта, эске юл буйынса йүгереүсе тышҡы юлдан йүгереүсе спортсыны үткәрергә тейеш; ҡағиҙә үтәлмәһә, спортсы дисквалифициялана.

Команда эҙәрлекләү уҙыштарында өс спортсынан торған ике команда ҡапма-ҡаршы тура һыҙыҡтан старт ала һәм бөтә дистанцияны тик эске юлдан ғына үтә.

Фальстарттан һуң старт яңынан үткәрелә, ә фальстарт икенсе тапҡыр ҡабатланһа, спортсы дисквалифициялана.

Спортсыларға эске бровканың боролоштарын һәм финиш һыҙығындағы бүлеп торған юлдар һыҙығын коньки менән киҫеп үтеү тыйыла. Ҡағиҙәне боҙғандар дисквалифициялана.

Шорт-тректа ла уҙыштар сәғәт йүнәлешенә ҡаршы үткәрелә, уҙышта алтылап спортсы ҡатнаша. Бер-береһенә ҡамасаулау һәм физик ярҙам, фишкаларҙы ҡолатыу, тректы кәметеү, финишта һыңар конькиҙы боҙҙан айырып, аяҡты алға һуҙыу ҡәтғи тыйыла.

Йүгереү конькиҙарын үткерләү станогы

Классик йүгереүҙә спортсылар махсус комбинезондарҙа һәм коньки—клаптарҙа йүгерәләр.

Баш формаһына тура килгән шлем кейеү рөхсәт ителә. Радио аппаратура һәм аэродинамик шлемдар тыйыла[4].

XX быуаттың 90-сы йылдарында барлыҡҡа килгән коньки—клаптар (ингл. — clapskate) алғы өлөшөндә шарнирлы үткер ҡыр менән, ә артҡы өлөшөндә пружина менән тәьмин ителә.

Был үткер ҡырҙың бутыйға ҡарата сағыштырмаса хәрәкәт итеүенә мөмкинлек бирә. Ул этәрелештең өҫтәмә оҙонлоғон тыуҙыра, бының менән тиҙлекте арттыра.

Үҙенең «клап» тигән атамаһын коньки үҙенсәлекле тауыш сығарғаны өсөн алған (ингл. clap — мамыҡ), уны, этәрелгәндән һуң пружинаның кире бутыйға ҡайтарылғанда, конькиҙың үткер ҡыры сығара.

Шорт-тректа спортсылар өҫтәмә рәүештә шлем, һаҡлаусы күҙлек, бирсәткә, тубыҡлыҡ, муйынды һаҡлау ҡулайламаһы кейәләр. Коньки-клаптар тыйыла.

Конькиҙарҙың үткер ҡыры овалы (кәкрелек радиусы) 21 — 28 метрға тиклем етә[5], шорт-тректа 11 метр самаһы, бынан тыш, шорт-трек конькиҙарының ситке кәкрелеге бар.

Конькиҙың үткер ҡырҙары юғары сифатлы углеродлы ҡоростан эшләнә. Ул фигуралы һәм хоккей конькиҙарыныҡына ҡарағанда күпкә йоҡараҡ — 1,0-1,2 мм.

Конькиҙарҙы үткерләү өсөн станок ҡулланыла. Үткерләгәндә ике коньки ҙа бер үк кимәлдә үткер ҡырҙары менән өҫкә ҡуйылып, бер-береһенә параллель нығытыла.

Башта, 90° мөйөшлө ситке яғы тигеҙ булһын өсөн, ҡырҙың өҫкө ҡаты яныу менән шымартыла. Бынан һуң, тағы ла йоҡараҡ беләү менән, бер-береһенә оҡшаш булырлыҡ итеп, үткерләнә.

Бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтар, тигеҙһеҙ ҡырҙар, лезвиялағы соҡорайып торған урындар рөхсәт ителмәй, сөнки ул коньки лезвияһының боҙ буйлап шыуғанында ҡаршылыҡғын арттыра

Рәсәйҙә конькиҙа йүгереү спорты тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1889 — 1893 йылдарҙа үткән беренсе Рәсәй чемпионаты 3 саҡрымға ярыштар уҙғара (3180 метр). 3-шәр ҡатнашыусынан торған уҙыштар һәм финалдар үткәрелә.

Рәсәй беренселегенә сит ил спортсылары ла саҡырыла. 1894 йылда 3000 метғар ярыштар уҙғарыла. Финалы айырым стартлы була, уларҙың интервалы — 20 секунд.

1895 — 1907 йылдарҙа чемпионат ике дистанцияла — 1500 һәм 5000 метрға уҙғарыла. Уҙыштарҙа парлы сығыштар ҡарала.

Ярышта Рәсәй чемпионы исемен яулау өсөн ике дистанцияла ла еңергә кәрәк була. 1907 йылғы чемпионатта тәүге тапҡыр юниорҙар араһында 1500 метрлыҡ дистанцияға наградалар уйнатыла.

1908 йылдан алып 1914 йылға тиклем чемпионат өс дистанция буйынса — 500, 1500 һәм 5000 метрға үткәрелә.

Рәсәй чемпионы исемен алыу өсөн ике дистанцияла ла еңеү яулау тейеш була. Артабанғы урындар мәрәйҙәр суммаһы буйынса билдәләнә. Бөтә ярыштар ҙа бер көн үткәрелә.

1913 йылғы конькиҙа йүгереү спорты буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ярыштар Рәсәй чемпионаты тип нарыҡлана, уны Мәскәү лигаһы ойоштора. Ҡатын-ҡыҙҙар 500 метр дистанцияға ярыша. Мәскәүҙән Елена Кремнечевская еңеү яулай. Ул спринтер дистанцияһын 1.05, 0 ваҡытта үтеп, донъя рекорды ҡуя.

1915 — 1917 йыл. т Чемпионат дүрт дистанцияла — 500, 1500, 5000 һәм 10000 метрға үҙғарыла. Ярышта өс дистанцияла ла еңеү яуларға йәки иң әҙмурын-мәрәйҙәр суммаһын йыйыр кәрәк була, өҫтәүенә бер дистанцияла еңеү шарты менән.

1918—1922 йылдарҙа РСФСР чемпионаттары үткәрелә, 1923—1991 — классик күп көрәшлек буйынса СССР чемпионаттары ойошторола. 1971 йылда спинтерлы күп көрәшлек буйынса беренсе тапҡыр СССР чемпионатын үткәрелә.

Совет конькиҙа йүгереүселәре тәүге тапҡыр стартҡа 1956 йылдың VII Ҡышҡы олимпиадаһында сығалар һәм 7 миҙал яулайҙар. Совет спортсыларынан беренсе булып донъя чемпионы исеменә Мария Исакова лайыҡ була. Ул рәттән өс тапҡыр донъя беренселегендә еңә, 3 олимпия наградаһы яулай.

1957 йылда Иматрҙа (Финляндия) үткән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы XV донъя беренселегендә спортсылар 15 мөмкин булғандан 13 призлы урын яулай.

Олимпиада −1964-тең баш ҡалаһы Инсбрукта Лидия Скобликова бөтә дүрт ярышта ла еңеп сыға. Ә 2010 йылға ҡарата ул конькиҙа йүгереү спорты тарихында 6 тапҡыр олимпия чемпионы булған берҙән-бер спортсы булып тора.

Һарай ҡалаһында (1984) үткән конькиҙа йүгереү марафонында Игорь Малков советтарҙан беренсе олимпия чемпионы була.

1983 йылда спринтерсы Павел Пегов конькиҙа йүгереү тиҙлегенең яңы дәүерен аса, 500 метрҙы — 36,57секундта һәм 1000 метрҙы 1.12,58 секундта үтеп, ул Медеоның танылған боҙлоғонда донъя рекорды ҡуя.

1987 йылда популяр спортсы Николай Гуляев конькиҙа йүгереү спорты буйынса бөтә юғары наградаларҙы ла яулай — ул Европа һәм донъя чемпионы булыуға өлгәшә.

Донъя чемпионы һәм Олимпия уйындары чемпиондары исемен түбәндәге спортсылар ала: В. Моратов, С. Марчук, Б Стенин, Ер Куликов, И. Железовский, Т. Аверина, Н. Петрусева.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, классик күп көрәшлек буйынса беренсе Рәсәй чемпионаты 1992 йылдың февралендә Иркутскийҙа үтә. Ошо уҡ йылда спринтерлы күп көрәшлек буйынса ла чемпионат ойошторола.

2003 йылдан алып айырым дистанцияларҙа конькиҙа йүгереү спорты буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелә.

2004 йылдан конькиҙа йүгереү буйынса Рәсәй чемпионаты Мәскәүҙең, Силәбенең һәм Коломнаның ябыҡ боҙлоҡтарында үткәрелә.

Филателия һәм нумизматика конькиҙа йүгереүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Конькиҙа йүгереү спортында донъя рекордтары.
  • Red Bull Crashed Ice



  1. Петров Н. И. Конькобежный спорт: Учебник для техникумов физической культуры. — 4-е, доп. и перераб. — М.: Физкультура и спорт, 1982. — 222 с. — 22 000 экз.
  2. На твердом льду Гетеборга Журнал Огонёк, 25 января 1959, стр. 25 2018 йыл 12 июнь архивланған.
  3. Правила конькобежного спорта и шорт-трека 2012 йыл 4 февраль архивланған., ISU.org
  4. ISU Rule 223 2012 йыл 12 ноябрь архивланған.
  5. Информация о конькобежном спорте - Специализированная детско-юношеская спортивная школа олимпийского резерва «Центр подготовки спортсменов по циклическим и игровым видам спорта». Дата обращения: 2 май 2013. Архивировано 11 май 2013 года.
  • Петров Н. И. Конькобежный спорт: Учебник для техникумов физической культуры. — 4-е, доп. и перераб. — М.: Физкультура и спорт, 1982. — 222 с. — 22 000 экз.