Пелота
Пело́та (баск. pilota) — баск милли спорт төрө, хәҙерге заман сквоштың прототибы.
Уйын ҡағиҙәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы (пелотасы) йән көскә диаметры 6,5 см булған ҡаты тупты яланғас ҡул менән ташлай йәки махсус ракетка — тоҙаҡ (әҙерәк бөгөлгән, суҡыш һымаҡ, «хиестрой», «чистерой» битаһы) ярҙамында 9 метр бейеклектәге стенаға һуға. Көнәркәш һауанан тупты йәки майҙансыҡтың (60×16 м) өҫтөнә бер һуғылыуҙан һуң кире ҡағырға тейеш.
Туп ҡаты каучуктан яһалған, тығыҙ туғыма һәм ныҡ тартылған күн менән уратып тегелгән. Ул «пелота» тип атала, һәм уның буйынса уйын ошо атаманы ала.
1900 йылғы Парижда үткән Олимпия уйындары программаһына индерелә һәм 1992 йылғы Барселона ҡалаһында уҙған йәйге Олимпия уйындарында күрһәтелә.
Пелота төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡул пелотаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡул пелотаһын (баск. esku-pilota, исп. pelota a mano) XIII быуаттан башлап Басктар илендә уйнайҙар, оҙаҡ ваҡыт дауамында пелотаның был төрөн Мексикала, Көньяҡ Америкала, Италияла, Кубала, АҠШ-тың күпселек штаттарында уйнайҙар. Ҡул пелотаһы сквошҡа оҡшаш: игрокиуйынсылар минималь һаҡлауҙы ҡулланалар йәки бөтөнләй яланғас ҡул менән уйнайҙар. Традицион рәүештә (профессиональ нигеҙҙә һымаҡ) был төр уйынды ир-егеттәр уйнай. Өс яҡлы бәләкәй майҙансыҡта, бергә бер йәки паранан параға ҡаршы уйнайҙар. Туптың стандарт ауырлығы — 92-95 грамм.
Палета (резина туп менән)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Палетаны (баск һәм испан телдәрендә бер үк атама) резина тупты ҡыҫҡа, әммә киң ағас ракетка менән кире ҡағып уйнайҙар. Ир-егеттәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа уйнайҙар. Пелотаның был төрө Аргентинала барлыҡҡа килә, урындағы ир-егет уйынсылары халыҡ-ара ярыштарҙа өҫтөнлөк итә.
Палета (күн туп менән)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был палетаның төрө юғарыла тасуирланғанға оҡшаған, әммә бында резина туп урынына традицион күн туп ҡулланыла, был төр менән башлыса ир-егеттәр уйнай.
Баск пелотаһы буйынса донъя чемпионаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылдан башлап Баск пелотаһы халыҡ-ара федерацияһы баск пелотаһы буйынса донъя чемпионаттары ойоштора.
Чемпионат миҙалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чемпионат миҙалдарының ағымдағы иҫәбе:[1][2][3]
Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Дөйөм иҫәп | |
---|---|---|---|---|---|
1 | Франция | 58 | 47 | 35 | 140 |
2 | Испания | 56 | 61 | 29 | 146 |
3 | Аргентина | 42 | 23 | 11 | 76 |
4 | Мексика | 37 | 34 | 24 | 95 |
5 | Уругвай | 4 | 29 | 13 | 46 |
6 | Куба | 2 | 4 | 9 | 15 |
7 | АҠШ | 0 | 1 | 2 | 3 |
8 | Чили | 0 | 0 | 6 | 6 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 30 сентябрь 2008. Архивировано 12 декабрь 2006 года. 2006 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 7 ғинуар 2015. Архивировано 3 апрель 2007 года. 2007 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ http://www.fipv.net/sisinfo/pub/medallero.asp 2006 йыл 2 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пелота Викимилектә |
- International Federation of Basque Pelota
- Social network in english for pelota players and fans world wide 2009 йыл 6 август архивланған.
- http://www.manista.com/
- «The History of Basque Pelota in the Americas» by Carmelo Urza
- Pelota vasca in the Spanish-language Auñamendi Encyclopedia, with sections on the game and history.
- 1959’s film Thunder in the Sun in IMDb