Софтбол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Софтбол (ингл. softball)- туп менән командалы спорт уйыны, бер төрө бейсбол. Софтбол өсөн туп ҙурлығы буйынса грейпфрутты хәтерләтә һәм осошта түбәнерәк тиҙлеккә эйә. Софтболды ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай. Уйындың бер Нисә төрө Бар: «Фаст-питч» — «Тиҙ бирелеш», «Слоу-питч» — «Әкрен бирелеш», «Модифай-питч» — «Уртаса бирелеш». 1996 йылдан 2008 йылға тиклем олимпия дисциплинаһы булып ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында «фаст-питч» уйыны тора.

Бейсбол киң таралған илдәрҙә софтбол да популяр. Софтболда бейсболдан айырмалыҡтар йәрәхәтләнеүҙе кәметеүгә йүнәлтелгән һәм спортсыларҙың түбән физик мөмкинлектәренә яраҡлаштырылған.

Софтбол Башҡортостанда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Софтбол уйыны өсөн туп

Башҡортостанда С. үҫеше 1987 й. Өфө р‑ны Николаевка а. урта мәктәбендә беренсе секция асылыуға бәйле (ҡара: “Башҡортостан”). Өфөлә (18‑се һәм 90‑сы урта мәктәптәр), Булгаков, Нөрлө, Чесноковка, Шемәк аа. (бөтәһе лә — Өфө р‑ны) секциялар эшләй. 1993 й. Николаевка а. Рәсәйҙәге тәүге софтбол стадионы төҙөлә. Респ. С. б‑са “Башҡортостан” командаһының 12 уйынсыһы [беренсе Рәсәй чемпионатының көмөш призёрҙары (1992)] Рәсәйҙең тәүге спорт мастерҙары була. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында юғары ҡаҙаныштарға И.Ю.Полецкова һәм А.Р.Уйылданова ирешә. Респ. Өфө р‑ны СДЮСШОР‑ында 50‑гә яҡын кеше шөғөлләнгән С. бүлеге эшләй (2008). 1990 й. алып БР С. федерацияһы эшләй. С. м‑н тренерҙар В.В.Маклаков, Е.Ф.Маклакова, бөтә Рәсәй категориялы судья А.Ю.Степанов эшмәкәрлеге бәйле. [1]