Елкән спорты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елкән спорты
Рәсем
Урын һыу объекты
Етәксе орган Международная федерация парусного спорта[d]
Пиктограмма
Һештег Sailing[1]
 Елкән спорты Викимилектә
Регата — елкән спорты буйынса ярыш төрө

Елкән спорты, Яхтинг, Сэйлинг (ингл. Sailing) — һыу спорты төрө, спортсыларҙың башлыса яхталарға ҡуйылған елкәндәрҙе файҙаланып ярышыуынан ғибәрәт. Елкән спорты географик урыны буйынса ҡулай илдәрҙә бигерәк тә үҫкән. Яхтинг Нидерландта[2] XVI быуатта барлыҡҡа килгән. Голландса-латинса һүҙлектә «jaght» (күрәһең, «jagen» — «ҡыуыу», «эҙәрләү» тигәндән яһалғандыр) һүҙе тәү башлап 1599 йылғы баҫмала осрай.

Елкән спорты тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елкән спорты — ел көсө менән ҡыуылыусы судноларҙа йә спорт снарядтарында (мәҫәлән, таҡтала) ярышыуҙан торған һыу спорты төрө. Бындай суднолар яхта тип атала. Хәҙер елкән спорты менән йәй көнө һыуҙа ғына түгел, ҡыш боҙҙа ла шөғөлләнергә була. Ҡышҡы елкән ярыштары конькиға йә саңғыға ултыртылған снарядтарҙа үтә. Бындай яхта буер тип атала.

Яхталарҙың төҙөлөшө һәм елкәндәрҙең аэродинамик формаһы, елкән ҡорамалының конструкцияһы яхталарҙы ел йүнәлешендә генә түгел, елгә ҡырын ҡуйып та хәрәкәтләндерергә мөмкинлек бирә. Заманса яхталарҙа ел йүнәлешенә ҡарата осло мөйөш яһап йөрөп була. Ошо арҡала яхта, галстарҙы үҙгәртеп (боролоштар яһап), баҫҡыстан үрләгән кеүек елгә ҡаршы ла хәрәкәт итә ала.

Ярыштар форматы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елкән спорты ярыштарында тиҙлек мөһим: билдәләнгән дистанцияны кем шәберәк үтә, шул еңеүсе була. Бер төркөмдәге яхталарға старт бер юлы бирелә. Әммә улар тик торған урындан стартҡа ҡуҙғалмай, ә нисек ҡулай, шулай йөрөп торалар, әммә старт мәленә тиклем ике буй араһын ғына үтергә ярамай. «Старт асыҡ» тигән сигналдан һуң яхталар, ошо ике буй араһындағы старт һыҙығын киҫеп үтеп, билдәләнгән дистанция буйлап финишҡа ҡарай хәрәкәт итә башлай.

Дистанцияла эҙмә-эҙлекле үтелә торған бер нисә буй тора, уларҙың һәр береһен ярышты ойоштороусылар күрһәткән яғынан урап үтергә кәрәк. Кем бөтә буйҙарҙы дөрөҫ эҙмә-эҙлелектә, дөрөҫ яғынан үтә һәм бөтәһенән дә алдараҡ финишҡа килеп етә, шул еңә. Төрлө тиҙлекле яхталар ярышҡан саҡта һәр яхтаның үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән гандикап һәм яхтаның дистанцияны үтеү ваҡытын иҫәпләү формулаһы төҙөлә.

Тәүге ярыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елкәнле судноларҙа тәүге уҙыштар «сәй клиперҙары» тип йөрөтөлгән Англия суднолары араһында башлана. Ул саҡта Англияға Һиндостандан сәй ташыйҙар. Англияға беренсе булып килеп еткән карап сәйҙе ҡиммәткәрәк һата алған.

Һуңынан ундай ярыштар рәсмиләштерелә.

Спорт яхталарының классификацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елкән спорты ярыштары ғәҙәттә бер иш төҙөлөшлө яхталарҙа үткәрелә. Бер йә бер нисә уҙыштан торалар. Бер нисә уҙыштан торған ярыш регата тип атала. Һәр уҙышта яхта нисәнсе урын алһа, шул һандағы мәрәйҙәр бирелә. Регатаның бөтә уҙыштары буйынса иң яҡшы күрһәткесле яхта еңеүсе була.

Ярыш яхталары ғәҙәттә бер конструкция буйынса һәм «класс ҡағиҙәләре» тигән аныҡ ҡағиҙәләр буйынса төҙөлә. Бындай яхталар бер класҡа берләштерелә.

Ҙур яхталарҙы төҙөгәндә һәр йәһәттән бер төрлө ҡағиҙәләргә тулыһынса буйһоноу ҡатмарлы. Ундай яхталар ярышҡанда тәүҙә һәр береһен параметрҙар йыйылмаһы буйынса үлсәйҙәр, шунан, махсус формула буйынса махсус коэффициенттарҙы иҫәпләп сығарып, улар ярҙамында яхтаның дистанцияны үтеү ваҡытын иҫәпләйҙәр. Шунан һуң бөтә ҡатнашҡан яхталарҙың мәрәйҙәрен сағыштырып, еңеүсене асыҡлайҙар. Бындай ярыштар «гандикап буйынса уҙыштар» тип йөрөтөлә.

Донъяла елкән спорты ярыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур яхталар араһында елкән спорты ярыштарының иң абруйлыһы — «Америка Кубогы» ярыштары. Был ярышта ғәмәлдә технологиялар, эре синдикаттар көс һынаша, ә Кубок еңеүсеһе Кубоктың киләһе циклына яхталар класын билдәләй. Америка Кубогына уҙыштар барышында фәнни, техник һәм технологик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә төрлө яңы технологиялар һәм материалдар табыла, улар хәҙер аэрокосмос сәнәғәтендә һәм башҡа тармаҡтарҙа уңышлы ҡулланыла.

Олимпия программаһына елкән спорты ярыштары 1900 йылда Париждағы йәйге Олимпия уйындарында индерелә һәм шул ваҡыттан алып һәр Олимпиадала үткәрелә.

Ярыштар яхталарҙың бер нисә класы араһында бара. Ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡатнаш экипаждар ярыша.

Олимпия уйындарында елкәнле спорттағы СССР-ҙың беренсе алтын олимпия миҙалын 1960 йылда Тимер Пинегин һәм Федор Шутков экипажы техник яҡтан ҡатмарлы «Звёздный» яхталар класында яулай.

Олимпия уйындарында совет һәм Рәсәй призерҙары (рулевойҙар): Эспер Белосельский-Белозерский, Иосиф Шомакер, Тимер Пинегин, Александр Чучелов, Валентин Манкин, Борис Будников, Виктор Потапов, Андрей Балашов, Георгий Шайдуко, Стефания Елфутина.

СССР һәм Рәсәй тарихында донъя һәм Европа Чемпионаттарында һәм беренселектәрендә, Донъя кубоктарында яуланған миҙалдар күп. 2016 йылғы Олимпия уйындарында Стефания Елфутина RS-X елкәнле таҡтаһы класында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бронза миҙал ала.

Яхтинг[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елкәнле спорттан тыш, яхтинг төшөнсәһе бар. Ул күпкә киңерәк мәғәнәгә эйә, уны елкәнле туризм тип атарға була, сөнки яхтингҡа ярышыуҙан бигерәк, ял итеү яғы хас.

Яхтинг яхталарҙың бөтә төрҙәрендә: елкәнле, моторлы яхталарҙа, гулеттарҙа, елкәнле-моторлы катамарандарҙа үткәрелә ала.

Үткәреү урыны буйынса яхтингты шартлы рәүештә түбәндәгеләргә бүлергә була:

  • диңгеҙ
  • океан
  • күл[3]
  • йылға.

Яхтинг менән шөғөләнгән кешеләрҙе яхтсмен тип атайҙар. Башҡа спорт төрҙәренән айырмалы, елкән спортында спортсының тәбиғи сифаттары бик ҙур әһәмиәткә эйә түгел. Яхтсмендарҙың квалификацияһы кимәленә ҡарап, яхтингты профессиональ һәм һәүәҫкәргә бүләләр. Квалификация кимәле сертификаттар йә төрлө ярыштарҙа, регаталарҙа ҡатнашыу менән раҫлана. Король Яхта Ассоциацияһы (Royal Yachting Association, RYA) биргән инглиз сертификаттар, Халыҡ-ара Яхта Ассоциацияһы (International Yacht Training, IYT) сертификаттары юғары баһалана. Европала ICC (International Certificate of Competence) рәсми документ һанала. Рәсәй сертификаттары (хатта яхта капитаны таныҡлығы) халыҡ-ара юридик көскә эйә түгел. Рәсәй сиктәренә иң яҡындағы билдәле яхтинг мәктәптәренең береһе Төркиәләге Мәрмәрис ҡалаһында урынлашҡан.

СССР-ҙа буерҙарҙағы хәрби хәрәкәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуатта буерҙар Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1941—1944 йылдарҙа Ладогала һәм Балтикала уңышлы файҙаланыла. Автомобиль юлдары һалғанға тиклем улар блокадалағы Ленинградты тәьмин итеүҙә һәм халҡын эвакуациялауҙа, Тормош юлын хеҙмәтләндереүҙә ҡулланыла. Буерҙарҙы хәрби файҙаланыуға спорт мастерҙары И. П. Матвеев һәм Н. М. Ермаков етәкселек итә[4] [5][6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. #Sailing - Twitter Search / Twitter
  2. Возможно, что в Нижней Германии.
  3. Первые три вида яхтинга в англоязычной литературе объединяются в категорию круизинга (Cruising).
  4. В битве за город Ленина. Встреча ветеранов в редакции. "Катера и яхты", вып. 54, с. 1-10 (1975). Дата обращения: 24 сентябрь 2016.
  5. Рогаткин А. В., Шиянов Л. П. Книга памяти и славы профсоюзного спорта Ленинграда. Справочное художественно-публицистическое издание, 240 с. С-Петербург с. 74 (2015). Дата обращения: 28 сентябрь 2016. 2016 йыл 29 июль архивланған.
  6. Про парусники на Дороге жизни, или Буера в обороне Ленинграда. 2014-02-12

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Баринов М. М. Песня о парусе / Оформление художника В. Т. Давыдова. — М.: Физкультура и спорт, 1962. — 136 с. — 25 000 экз.
  2. Батюшков Ю.Н., Липский М.П. "Паруса над заливом". — М.: "Советская Россия", 1961. — 79 с. — 6000 экз.
  3. Список призёров первенств (чемпионатов) СССР по парусному спорту. 1948—1958
  4. Список чемпионов СССР по парусному спорту до 1976 года. sport-history.ru. Дата обращения: 22 февраль 2017. Архивировано 22 февраль 2017 года.
  5. Сухов Л. В., Гальперин М. Юбилей московских яхтсменов // «Катера и яхты» : журнал. — 1977. — № 5(69). — С. 24-27. Из истории спорта.
  6. Кондаков А. Н. История парусного флота СССР в цифрах (Word). ФПС Нижегородской области (6 ноябрь 2016). Дата обращения: 25 ноябрь 2016. Архивировано 25 ноябрь 2016 года.
  7. Сергей Борисов. Наша Олимпийская история. Стокгольм. 1912. Журнал Yacht Russia, вып. 85, 2016
  8. Сергей Борисов. Наша Олимпийская история. 1952-1956-1960-1964-1968-1972-1976. Журнал Yacht Russia, вып. 86, 2016
  9. Сергей Борисов. Наша олимпийская история: 1980-1984-1988-1992 Журнал Yacht Russia, вып. 87, 2016
  10. Сергей Борисов. Наша олимпийская история: 1996-2000-2004-2008-2012 Журнал Yacht Russia, вып. 88, 2016
  11. Ирина Белова. 80 лет под парусом (2016). — «Восьмидесятилетняя история парусного спорта в Горьком хранит имена Валерия Павловича Чкалова — почетного главного судьи 2-й Поволжской парусной регаты, профессора Михаила Вениаминовича Колокольцева — первого руководителя Нижегородской парусной секции, яхтсмена и конструктора Ростислава Евгеньевича Алексеева, братьев Рябовых — строителей первых спортивных парусных судов. В годы Великой Отечественной войны яхтсмены-буеристы, в состав которых входили и нижегородцы, используя свое спортивное мастерство, обеспечивали патрулирование Финского залива и защиту «Дороги жизни» на Ладожском озере. Невзирая на трудности того времени, соревнования по парусному спорту проходили даже в блокадном Ленинграде!» Дата обращения: 14 апрель 2017.
  12. Парусный спорт на портале Wikibooks, (англ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]