Ат спорты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ат спорты
Рәсем
Практика үтә жокей[d]
Ҡуллана Йылҡы
Commons-logo.svg Ат спорты Викимилектә
Конные скачки.jpg

Ат спорты — был йыйылма төшөнсә, ул аттар ҡатнашлығында үткәрелгән спорт уйындары мәғәнәһенә эйә.

Һыбай йөрөгән ваҡытында  һыбайлы аттың хәрәкәте менән әүҙем бәйләнештә була. Һыбайлы ауырлыҡты төрлө яҡҡа күсерелеү, аяҡтар ярҙамында, шулай уҡ теҙгенде тартыу йәки бушатыу аша ат менән идара итә. Һыбайлының тауышы ла аттың хәрәкәтенә йоғонто яһай, ләкин бындай алым ат спортының бөтә төрҙәренә лә рөхсәт ителмәй.

Ат спорты төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара ат спорты федерацияһы (франц. Fédération Equestre Internationale, FEI) тарафынан   түбәндәге төрҙәр рәсми рәүештә танылған:

  • Сығыш
  • Конкур
  • Өс көрәшлек
  • Рейнинг —  Вестерн-спортының бер төрө
  • Драйвинг
  • Дистанцион ат сабыштары
  • Вольтижировка

FEI-ҙың рәсми классификацияһына ярыш-шоуҙың түбәндәге төрҙәре инмәй: ҡатын-ҡыҙҙар йөрөшө, егетлек, ат полоһы һәм бәйге. Шулай уҡ,  ат юрттырыу менән ат сабыштарын ат спорты тип иҫәпләүгә ҡоролған хата фекерҙәр булыуға ҡарамаҫтан, улар аттарҙы һынау булып ҡына тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ат спорты тәүге тапҡыр  йәйге олимпия уйындары программаһына1900 йылда индерелә.  Стокгольмдағы V олимпиаданан башлап,  йәйге Олимпия уйындарында ла ат спортын тәбрикләйҙәр. Стокгольмда 10 ил вәкилдәре: Бөйөк Британия, Бельгия, Германия, Дания, Норвегия, Рәсәй, АҠШ, Франция, Чили һәм Швеция сығыш яһай. Швед атлылары сығыш төрөндә, Милләттәр кубогында ҡаршылыҡтарҙы еңеүҙә, команда ярышында бөтә өс миҙалды ла: алтын, көмөш һәм бронзаны  яулай,  һәм өс көрәшлектә алтын миҙал ала[1].

Ат әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыштарҙа сығыш яһарҙан алда, ат әҙерлек үтергә тейеш. Рәсәйҙә әҙерлекле аттар 250-350 мең һум тора, ә донъя кимәлендә хаҡтар миллион евроға тиклем барып баҫырға мөмкин (2008 йылға ҡарата).

Омск ипподромында бик көслө ат тренингы мәктәбе эшләй, ул заманса булмаған шарттарҙа ла йылҡыларҙы сифатлы әҙерләргә мөмкинлек бирә. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә Омск аттарына ҙур ихтыяж бар.

Амуниция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • йүгән (трензель теҙгене) —  амуниция өлөшө, ул аттың башына кейҙерелә һәм ат менән идара итеүҙе еңеләйтергә мөмкинлек бирә. Һыбайлының һәм аттың йүгәндең ниндәйенә өҫтөнлөк биреүенә ҡарап, шулай уҡ билдәле бер спорт ҡағиҙәләренә ярашлы,  трензель йәки ауыҙлыҡлы теҙген хакаморға алмаштырылырға мөмкин. 
  • Ауыҙлыҡ (ауыҙлыҡлы теҙген) — ат менән идара итеүҙе еңелләштереүсе йүгәндең аңҡау эргәһенә тигеҙеп ҡуйылған тимер өлөшө. Сығыш ярыштарында ғына ҡулланыла ( ППЮ һәм юғарыраҡ)
  • Хакамора — теҙгендең бер төрө. Хакамораның  классик төрө ат моронон уратҡан ике күн ҡайыштан ғибәрәт. Беренсеһе, шылып йөрөмәле ҡайыш, ул күпселек осраҡта яһалма йәки ысын тиренән тегелә, ә икенсеһе, эйәк аҫты ҡайышы, йыш ҡына сылбырлы була. Морондоң ике яғынан был ҡайыштар тимер яҫма менән беркетелә, уға йүгәндең урт аҫты ҡайыштары тоташтырыла. Яҫмаларҙан аҫҡа ҡарай һалмауырҙар һуҙыла, уларға теҙген беркетелә. 
  • Эйәр — атта йөрөгәндә һыбайлығы уңайлы булһын һәм аттың һыртын һаҡлау өсөн эшләнгән ҡулайлама. Аттың һыртына үндек һалғандан һуң ғына эйәр үҙе һалына.
  • Ногавкиҙар — эш ваҡытында ат тояҡтарын һаҡлау өсөн кәрәкле ҡулайлама. Ноговакиҙар механик зыяндан да (бәрелеү) һаҡларға мөмкиндәр, шулай уҡ тарамыш-һеңер аппараттарын һаҡлау һәм яҡлау өсөн хеҙмәт итәләр. Денник ногавкиҙары ла бар, һәм улар төрлө медицина процедуралары өсөн тәғәйенләнгән.
  • Үндек йәки вальтрап —  ҡабартмалы туҡыманан эшләнгән амуниция өлөшө. Үндек тирҙе үҙенә һеңдерер өсөн һәм аттың һыртын зарарланыуҙан һаҡлау өсөн эйәр аҫтына һалына.
  • Септә йәки попона — аттарҙы һыуыҡтан, себендәрҙән (селтәр япма) һаҡлау өсөн ҡулайлаштырылған япма. Уларҙың ҡышҡы  (йөндән, флистан, синтепондан һ. б. эшләнә) һәм йәйге (мамыҡтан, селтәрҙәрҙән һәм башҡа еңел материалдарҙан эшләнә) төрҙәрен айырып йөрөтәләр. Ҙур япмалар  капорлы ла булырға мөмкин, улар йылҡы малының муйынын ҡаплау өсөн ҡулай. 
  • Айыл — ныҡлы киң ҡайыш, эйәрҙе ышаныслы тотоу өсөн тәғәйенләнгән  (егеүле атта ыңғырсаҡты тотоу өсөн кәрәк). Аттың бауыр аҫтынан уратып, ике яҡлап эйәргә беркетелә. Күндән, ныҡлы таҫманан һәм башҡа материалдан була. Эйәрҙәрҙең ҡайһы берҙәренең 2-3 айылы була.
  • Нуҡта  — ауыҙлыҡһыҙ йүгән, уның тәғәйенләнеше — йылҡы малын бәйҙә тотоу. Ул ат һарайы кәрәк-яраҡтары әйберҙәренә инә, күндән һәм ҡунысбауҙан да булырға мөмкин.
  • Чомбур — ауыҙлыҡһыҙ йүгәнле атты бәйләп ҡуйыу өсөн кәрәкле бау. Чомбурҙар ҡунысбауҙан да, сылбырҙан да һәм бауҙан да булырға мөмкин.
  • Шпрунт — йылҡы малы менән эш итеү өсөн өҫтәмә ҡулайлама. Ул оҙон бауҙан ғибәрәт, күпселек осраҡта капрон, брезент һәм башҡа синтетик ҡайыштан эшләнә, күндән эшләнгәне һирәк осрай. Был ҡайыштың ике яҡ осонда ла ҡаптырмалар бар, улар үҙҙәре аша эйәрҙең айылын үткәреүсе һәм  оҙонлоҡто көйләй торған тоҡандарҙы хасил итә. Шпрунт айылдан  төрлө ысулдар менән үткәрелә, һыбайлы ҡулына теҙген үтә килеп, шыма йөрөткөс (шыма теҙген) ролен үтәй, ул аттың башын мәжбүри түбән эйҙереп, уға булған тәьҫир итеү көсөн арттыра. Ярыштарҙа шпрунтлы килеш сығыш яһау тыйылған, әммә күнекмә ваҡытында ҡайһы бер аттар өсөн ул бик файҙалы.

Дуғаһыҙ  егелгән яңғыҙ ат өсөн кәрәк-яраҡтар:

  • ҡамытҡа дүңгәләкле ҡолаҡбау беркетелә, улар мисәүгә тоташтырыла
  • ҡайыш ҡолаҡсын (ҡолаҡбау урынына), ул ҡамытты теҙген менән бәйләй
  • дилбегә — ат менән идара итеү өсөн ике ҡайыштан йәки бауҙан торған  сбруйҙың бер өлөшө. Дилбегәләр бер осо менән йүгәндең дүңгәләгенә беркетелә икенсе осо атлыға атты йөрөтөү өсөн хеҙмәт итә. 

Парлап егелгән ат кәрәе-яраҡтары:

  • ҡамыт
  • күкрәк ҡайыштары,
  • мисәү,
  • ышлыя — егеү кәрәк-ярағының бер өлөшө, ул аттың ике яҡ ҡабырғаһы буйлап үткәрелеп, ике осо менән дә ҡамытҡа беркетеп ҡуйыла.
  • ҡуш дилбегә.
  • Трензель йәки ауыҙлыҡ сынйыры - күпселек осраҡта конкур һәм өс көрәшле бәйгеләрҙә ат менән идара итеүҙе еңелләштереү өсөн ҡулланыла. 

Кейем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Амазонка
  • Бриджи
  • Редингот
  • Жокейка
  • Крага — тиренән эшләнгән, ҡуңыс формаһы буйынса ҡалыплаштырылған замша йәки кирза өҫтәлмә ябыу. Һыбайлының аяҡтарын һаҡлау өсөн  хеҙмәт итә. Улар бутый менән бергә кейелә.
  • Шпор
  • Торҡос
  • Цилиндр
  • Фрак- 18 йәштән өлкән кешеләргә сығыш төрө  ярыштары өсөн тәғәйенләнгән, 
  • Редингот - ат спортының бөтә төр ярыштарында төрлө йәштәге кешеләр өсөн тәғәйенләнгән
  • Бирсәткә
  • Сыбыртҡы
  • Һаҡлағыс күкрәксендәр.

Традицион спорт төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Данлыҡлы аттар
  •  СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең билдәле атлылары
  • Ат спорты һәм ат тураһында фильмдар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]