Бәйге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Почтовая марка Казахстана «Байге», 1997

Бәйге (ҡырғ. байге — приз; ҡаҙ. һәм татар. бәйге /bæjˈge/; үзб. Poyga) — күпселек төрки халыҡтарында — (алтайҙарҙа, башҡорттарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, татарҙарҙа һәм үзбәктәрҙә боронғо һәм популяр булған ат сабыштарының төрө).

Бәйге — соҡор-саҡырлы урындар буйлап оҙон дистанцияға (5-15 саҡрым, үткән заманда 50 саҡрымдан да күберәк) ат сабышы, унда һыбайлының таһыллығы мөһим роль уйнай. Уның барлыҡҡа килеүе күсмә тормош алып барыу, аттарҙы оҙон юлға әҙерләү менән бәйле. Хәҙерге көндәрҙә бәйге ипподромдарҙа үткәрелә. Ҡайһы саҡ иң башта төркөмдән айырылырға мөмкинлек биреп, аҙаҡ шул һыбайлы артынан ҡыуыу рәүешендә лә үтерелергә мөмкин.

Бәйге төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аламан бәйгеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соҡор-саҡырлы урындарҙа ҙур араға ат сабыштары. Бындай бәйгелә өс йәште үткән оло йылҡы малы ғына ҡатнаша. Ярыштың дистанция оҙонлоғо буйынса берҙәм талаптар юҡ. Ҡаҙағстанда күбеһенсә 21 һәм 31 саҡрымлыҡ юл һайлана. Бик һирәк булһа ла 50 һәм 100 саҡрымға ла бәйге үткәрелә.
Ат сабыштарының бындай төрө аттарҙың сыҙамлығына иҫәп тотоп үткәрелә, шуға күрә ғәмәли тәжрибә буйынса, Аламан бәйгегә аҫыл тоҡомло таҙа ҡанлы юртаҡтарҙы ҡатнаштырмайҙар (инглиз, ғәрәп, ахалтекин һәм башҡа менге аттары). Аламан- бәйгелә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың урындағы тоҡом аттары ғына ҡатнаша алған.

Ҡайһы саҡ аламан бәйгеһендә (ҡаҙаҡтар), ғәҙәттә утыҙҙан алып илле саҡрымға тиклем алыҫлыҡҡа бөркөт менән ярыша, юртаҡтар версты (1067 м) минут ярымда үтә, ә ҡайһы берҙә минут та егерме секундта үтә» (Владимир Даль «Бикәй һәм Мәүләнә», 1836 йыл). Билдәле рус энциклопедисының мәғлүмәттәре 1881 йылда үткәрелгән Букеев Ордаһы (1 мин. 37 сек) һәм 1912 йылдағы «Бөйөк Кесе Кәмин аламан бәйге»һе (1 мин. 35 сек. – Рәсәйҙең рәсми рекорды) һөҙөмтәләре менән тап килә[1].

Ҡонан бәйгеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике йәшлек тайҙар бәйгеһе.


Был Урта Азия һәм Ҡаҙағстан халыҡтарының тигеҙһеҙ урындарҙа үткәрелгән бәйгеһе. Хәҙерге көндәрҙә ла үткәрелә. Мәҫәлән, колхоз, совхоз һәм йылҡы заводтары һыбайлыларының 1980 йылда өйрәтелмәгән аттарҙа балалар ҡатнашлығында үткәрелгән XXIII Бөтә Союз ярыштарына 6000 дистанцияға бәйге индерелә.

Аламан бәйге, Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанда киң таралған бәйгеләрҙән ҙанала. Рәсми бәйге. Йәғни ҙур араға ярыш, Ҡаҙағстандың Алма- Аты өлкәһе Күкбоҫтау ҡасабаһы «Аламан» ипподромында, Талдыҡорған ҡалаһының Талдыҡорған ипподромында, Ҡарасай районы Райымбәк ҡасабаһының яңы ипподромында, Ҡаҙағстандың административ бүленеш биләмәләрендә йылына бер нисә тапҡыр үткәрелә. Рәсми булмаған бәйгеләр күпкә йышыраҡ үткәрелә: һәр төрлө байрам, иҫтәлекле дата, туй тантаналары, ата-әсәләрҙең юбилейы йә уларҙы иҫкә алыу уңайынан теге йәки был ауыл, ҡасабаларҙа бәйге үткәреүгә сәбәп була.

Бәйге — ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, татарҙарҙың, башҡорттарҙың традицион милли күңел асыу сараһы, бәйге үткәреү уларҙың ҡанына һеңгән. Шуның өҫтәүенә, дөйөм иҡтисади күтәрелеш менән бергә, ауыл халҡының матди хәле лә яҡшырҙы. Мал һаны артҡан һайын, ит һатыуҙан килгән килем дә үҫә, натураль хужалыҡ тотҡанлыҡтан һәм һәр саҡ аҙыҡ-түлек һатып алыу кәрәклеге булмағанлыҡтан, халыҡтың сығымдары сикләнгән. Тупланған аҡсаны һәр төрлө байрамдарҙың һәм туйҙарҙың айырылғыһыҙ өлөшө булған бәйгегә тотонмай, башҡаса ҡайҙа тотонорға?

«Берәй ауыл кешеһе ниндәй ҙә булһа байрам уңайынан бәйге үткәрергә уйлаһа, был туралағы хәбәр шунда уҡ тирә-яҡҡа тарала, — тип һөйләй йылҡы тотоусы һәм ат йәнле кеше, Алма-Аты өлкәһенең Эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Жомахан Шортанбаев. — күпселек осраҡта, приз фонды ат сабышы башланғанға тиклем йә бер ай элек, йә 20 көн ҡалғас та иғлан ителә. Был бәйге еңеүсеһенә автомобиль тейеш. Бәйгене ойоштороусының хәленә ҡарап, әллә ни ҡыйбатлы булмаған Жигули („ВАЗ“) автомобиле, йәки „Урал“ мотоциклы булырға ла, ҡыйбатлы иномарка булырға ла мөмкин. Ҡайһы саҡ беренсе урын өсөн аҡсалата приз, мәҫәлән, биш мең доллар күләмендәге бүләкләү ҙә ҡуйыла. Өлкә буйлап туйҙан туйға үҙ аттарын бәйгегә ҡатнаштырыу өсөн күсененеп йөрөп аҡса эшләүселәр ҙә бар. Үкенескә күрә, беҙҙә аттың бәйгелә нисә саҡрым үтергә тейешлеге буйынса берҙәм талаптар юҡ. Өлкән юртаҡтар өсөн үткәрелгән аламан бәйгеһендә ул 27, 31 саҡрым. К үп кенә ғәрәп юртаҡтары һәм таҙа ҡанлы инглиз тоҡомло аттар бындай дистанцияны үтә алмайҙар. Минеңсә, аламан бәйгеһе өсөн 52 саҡрым ара бик ҡулай булыр ине, ә ҡонан бәйгеһендә ҡатнашыусы йәш аттар өсөн 9 саҡрым да етер ине...»

Ат тотҡан кешеләргә, Европаның классик ат сабыштарына ҡарағанда, бәйгелә ҡатнашыу еңелерәк һәм ябайыраҡ. Бәйге – ул аттарҙың сыҙамлығы буйынса ярыш. Аттарҙың беренсе урын яулау мөмкинлеге уның әҙерлегенән һәм сәләмәлегенән тора, сөнки бәйгелә аттың таҙа ҡанлы тоҡомдан булыуы мөһим түгел. Бәйгегә сығарыу өсөн, иғәнә лә, аттың паспорты ла, уның тоҡомо ла мөһим түгел. Ярыш үткәреү географияһы ла шыма бәйгеләрҙән күпкә киңерәк, бәйге даими үткәрелә. Классик ат сабышына ҡарағанда, ул тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Бәйге сабыш булыуҙан бигерәк, күмәк тамашасы өсөн үткәрелгән сара. Мәҫәлән, аламан бәйгенең 30 саҡрымы Алма-Аты ипподромында 15 әйләнәгә тура килә. Ә тамашасылар ябай сабыштарға ҡарағанда оҙағыраҡ янып-көйөп, ярыш өсөн борсолоп, унан йәм алалар. Шул уҡ ваҡытта, йылҡы малы өсөн бәйге иң травматик ярыш төрө һанала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. БЫУАТТАР АША ЮРТАҠТАРҘА(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]