Америка футболы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Америка  футболы
Туп тотҡан уйынсы ҡурғау уйынсыларынан ысҡынырға маташа
Туп тотҡан уйынсы ҡурғау уйынсыларынан ысҡынырға маташа
Характеристика
Категория

командалы уйын, туп менән уйын

Командалағы уйынсылар һаны

11

Ҡорамалдар

америка футболы өсөн туп, футбол шлемы

Тәүге ярыштар
Йыл

1892

Донъя чемпионаты

1999 йыл

Европа чемпионаты

1983 йыл

Халыҡ-ара федерация
Атамаһы

Халыҡ -ара америка футболы федерацияһы (IFAF)

Нигеҙ һалыу йылы

1998 йыл

Веб-сайт

ifaf.org

Бәйле проекттар
Категория:Америка футболы

Америка футболы, АҠШ-та футбол кеүек билдәле — контактлы командалы спорт төрө. Һәр яҡтан ун берешәр уйынсынан торған ике команда ҡатнаша. Оҙонлоғо 120 ярд (109,728 метр, шуның эсенән 100 ярд (~91,45 метр) уйын зонаһы һәм 10-шар ситке ярдтар — командаларҙың мәрәй зоналары (ингл. end zone), киңлеге 53,3 ярд (48,738 метр). Ике осонда сөйөртмәк рәүешендә ҡапҡалар булған тура мөйөшлө майҙанда оҙонсараҡ формалы туп менән уйнайҙар. Команда тупты мәрәйҙәр зонаһына алып барып еткергәнсе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Башта команданың береһенә тупты 10 ярдҡа алып еткерергә мөмкинлек бирелә (4 мөмкинлек бирелә). Әгәр алып барып еткерһәләр, тағы 4 мөмкинлек өҫтәп бирелә. Кире осраҡта, туп дәғүәселәргә эләгә. Тупты зонаның аҙағына еткереп (тачдаун) йәки ҡапҡаларға индереп (филдгол), мәрәйҙәр тупларға була, шулай уҡ һаҡлаусы ла (сейфти яһап) мәрәй йыя ала. Матч аҙағына ҡайһы команданың мәрәйҙәре күберәк, шул команда еңеүсе була.

Америка футболы регби һәм футболдың тәүге осор формаһынан үҫешә. Уны, ғәҙәттә футбол, АҠШ-та «соккер» тип атайҙар. Беренсе уйын 1869 йылдың 6 ноябрендә соккер уйынының бер варианты ҡағиҙәләре буйынса башҡарылған тип һанала. 1880 йылда Уолтер Кэмп (инг.)баш. ((ингл. Walter Camp), «америка футболы атаһы» һымаҡ билдәле, (ул уйынсы ла, судья ла һәм спорт комментаторы ла булған) беренсе булып уйындың аныҡ ҡағиҙәләрен булдыра: снэп индерә, ҡатнашыусыларҙың һанын ун бергә ҡалдыра. Яңы ҡағиҙәләр пас алға биреүҙе, нейтраль зона булдырыуҙы законлаштыра һәм майҙан киңлеген раҫлай

Америка футболы — АҠШ-та әлеге ваҡытта иң популяр спорт төрө, ә Милли футбол лигаһы (НФЛ) (National Football League) — Төньяҡ Америкала иң танылған лига.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канада һәм АҠШ-тың команда уйынсылары Лондон стадионында. 1944 йыл.

Америка футболының барлыҡҡа килеү тарихы футболдың (соккер) һәм регбиның үҫеше менән бәйле. Риүәйәттәр белдереүенсә, 1823 йылда Регби мәктәбендә, футбол матчы ваҡытында ун алты йәшлек Уэбб Уильям Эллис (ингл. William Webb Ellis)тупты тотоп алып дәғүәселәр яғына ҡарай йүгерә. Футбол тигәндә соккер түгел, ә уйын варианттарының береһе булараҡ күҙ уңында тотола, ҡағиҙәләре һәр мәктәптең ҡарамағы буйынса билдәләнгән һәм нығынып тороп ҡалмаған. Факттар иҫбатланмаһа ла, күп йылдар үткәс, Элиисҡа һәйкәл ҡуйыла, ә колледждың диуарына яҙыу элеп ҡуялар:

Был таҡта Уильям Уэбб Эллистың, беренсе булып тупты тотоп алып һәм уның менән йүгереп китеп, ҡағиҙәне боҙған данлыҡлы эшен хәтерләтеп торһон. 1823 йылда шулай регби уйыны барлыҡҡа килә.

Уйын «регби футбол» тигән исем ала (регби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футбол), бөгөнгө көндә күпселек илдәрҙә — тик регби.

1869 йылдың 6 ноябрендә Американың Нью-Брансуик (штат Нью-Джерси) ҡалаһында Рутгер һәм Принстон университеты командалары майҙанда осрашып, Футбол ассоциацияһы ҡағиҙәләре буйынса Рутгер университеты вариантында футбол уйнайҙар. Туп түңәрәк була һәм уны ҡулға алырға ярамай, уларға регби ҡағиҙәһенә ярашлы майҙандағы уйынсылар һанына ҡарап тупҡа һуғыу рөхсәт ителә — 25 -әр тапҡыр һәр яҡтан. Бер ниндәй ҙә тачдаун ул ваҡытта булмай. Регламент буйынса уйын 6 голға тиклем дауам итә, һәм матч Рутгер университетының еңеүе менән тамамлана. Шуға ҡарамаҫтан, был көн рәсми рәүештә америка футболының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Тик 1874 йылда Пристон һәм Монреальдың Макгилл университеттарының уйындары серияһы араһында футбол өсөн регби ҡағиҙәләренең варианты ҡулланыла, хәҙерге америка футболына оҡшатып уйнай башлайҙар һәм ҡаршы яҡтың төп зонаһына туп индергәндән һуң бер мәрәй бирелә башлай. Берҙәм ҡағиҙәләр булмай, был тачдаун өсөн мәрәйҙәр һаны артыуына килтерә, һәм шулай уҡ тупты пас алға һәм дәғүәсенең тубығынан эләктереп алыуға рөхсәт бирелә. Һуңғыһынан һуң имгәнеүҙәр һаны ҡырҡа арта.

1905 йылда «Чикаго Трибьюн» гәзитенең беренсе битендә «18 футболсы һәләк була, 159 етди яралана» исеме аҫтында мәҡәлә баҫылып сыға. АҠШ президенты Теодор Рузвельт: «Йәки футболсылар ҡағиҙәләрҙе үҙгәртә, йәки беҙ футболды бөтөнләй тыябыҙ. Аяуһыҙлыҡ һәм ғәҙел булмаған уйын язаға тарттырылырға тейеш. Уйынды үҙгәртегеҙ йәки унан баш тартығыҙ», — тип белдерә

Ҡағиҙәләргә тупаҫ уйын өсөн яза биреүгә ҡағылған үҙгәрештәр индерелә. Футболсылар шулай уҡ махсус һаҡлағыс форма ла уйлап сығарырға мәжбүр булалар — ҡалҡансыҡлы бриджи барлыҡҡа килә. Уйын ваҡытында спортсыларға башына күндән тегелгән шлем кейергә тәҡдим ителә (1939 йылдан шлем ҡулланыу мотлаҡ).

XX быуат башында ҡағиҙәләр хәҙерге ҡағиҙәләргә оҡшай. 1912 йылда тачдаун өсөн 6 мәрәй өҫтәлә, уйын яланының оҙонлоғо йөҙ ярдҡа тиңләшә, ә уйын ваҡытын етмештән алтмышҡа ҡыҫҡарталар. Тәүге шәхси командалар һәм һөнәри уйынсылар барлыҡҡа килә. Һигеҙ йылдан һуң беренсе футбол профсоюзы ойошторола — дүрт команда «Акрон Проза» (ингл. Acron Pros), «Булдогз Кантон» (ингл. Canton Bulldogs), «Кливленд Индианс» (ингл. Cleveland Indians) һәм «Трайэнглс Дэйтон» (ингл. Dayton Triangles) Америка Һөнәри Футбол Кәңәшмәһен (ингл. APFC) ойоштора, унан һуңыраҡ Милли Футбол Кәңәшмәһе (ингл. National Football Conference (NFC)) барлыҡҡа килә.

1904 йылда беренсе ҡара тәнле футболсы була. Ул Огайоның команда составынан сыға. Шунан һуң ҡара тәнле футболсылар һаны арта. Шуға ҡарамаҫтан, тәүге ҡара тәнле судья тик 1988 йылда ғына барлыҡҡа килә. 1932 йылда америка футболы Лос-Анджелестағы йәйге олимпия уйындарында күрһәтмә спорт төрө була. 1939 йылда матчтың беренсе телетрансляцияһы үтә. «Доджерс Бруклин» (ингл. Brooklyn Dodgers) һәм «Филадельфия Иглз» (ингл. Philadelphia Eagles) араһындағы уйынды Нью-Йорктың меңләп кешеһе күҙәтә.

1960-сы йылда инде булған Милли Футбол Лигаһына (NFL) ҡаршы Америка футбол лигаһы булдырыла (AFL). Команда уйынсылары һәм көйәрмәндәр өсөн, шулай уҡ телетрансляцияға хоҡуҡтар өсөн көрәш 1966 йылда ике лига араһында берләшеү тураһында һөйләшеүҙәргә килтерә. Милли Футбол Лигаһы менән Америка футбол лигаһының ҡушылыу шарттары булып лига чемпиондарының донъя чемпионы исеме менән аталыу хоҡуғына уйын үткәреү була. Беренсе уйын 1967 йылдың 15 ғинуарында «NFL-AFL донъя чемпионаты» исеме аҫтында үтә. 1970 йылда ике кәңәшмә бергә ҡушыла. Кәңәшмә составы элеккесә ҡала, әммә етәксеһе дөйөм була. Был ойошма Милли футбол лигаһы тип атала (NFL). Берләшкән лига кәңәшмәһенең чемпиондары араһындағы финал уйыны Супер Боул тип таныла, ә 1967 йылда үткәрелгән иң тәүге уйын Супер Боул тип атала. Был донъяла хәҙер иң тамашалы һәм абруйлы спорт ваҡиғаһы тип һанала.

Ҡағиҙәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйындың маҡсаты —бирелгән ваҡытҡа дәғүәсе командаһына ҡарағанда күберәк мәрәй йыйыу.

Майҙан һәм уйынсылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Америка футболы өсөн уйын майҙаны

Уйын оҙонлоғо 120 ярд (110 м) һәм киңлеге 53 1/3 ярд (49 м) булған тура мөйөшлө майҙанда үтә. яландың һәр осонда, бер-береһенән 100 ярд аралыҡта маҡсат һыҙыҡтары (lines goal) үтә, 10-ярдлы мәрәй (end zone) зонаһы маҡсат һыҙығы менән майҙан сиге араһында урынлаша.

Майҙандың арҡырыһы буйлап һәр 5 ярд һайын һыҙыҡтар билдәләнгән. Һәр бер 10 ярдҡа, мәрәй зонаһының сигенән алып ялан уртаһына тиклем,10-дан алып 50-гә тиклем номер һуғылған, һөжүм итеүсе команда тачдаун алыр өсөн ошо араны үтергә тейеш. Ялан сигендә ике бейек штанга ҡиәфәтендә арҡыры һайғау менән ҡапҡалар тора. Голдар ошо штангалар араһындағы һайғауҙар аша һуғып индерелә.

Һәр команда бер үк ваҡытта 11 уйынсыһын майҙанға сығарырға мөмкин. Командалар уйындар араһында бер нисә уйынсыһын йәки бөтәһен дә алмаштыра ала. Ғәҙәттә, уйынсылар йә һөжүм итеүҙә, йә ҡурғауҙа, йәки махсус командала махсуслашалар. НФЛ командаһының 53 ҡатнашыусыһы ла һәр уйында теге йәки был ролдә уйнай ала.

Ҡапҡалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәмәлдә америка футбол ҡапҡаларының үлсәме регби ҡапҡалары үлсәме менән берҙәй. Һайғау бейеклеге — 10 фут (3 метр), терәк таяҡ аралары — 18,6 фут (5,7 метр). Америка футболы өсөн тәғәйенләнгән стадиондарҙа, йыш ҡына ҡапҡалар берҙән-бер үҙәк таянысҡа нығытылған.

Уйын оҙайлылығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйын 15-әр минуттан 4 осор буйына дауам итә, ике осорҙан һуңғы тәнәфес ҡарала. Һәр шундай осор «сирек» тип атала. Әгәр туп яландан ситкә китһә, туп икенсе командаға күсһә, пас алға килеп сыҡмаһа, мәрәйҙәр тупланһа, ҡағиҙәләр боҙолһа, теге йәки был команда тайм-аут алһа һ.б., уйын туҡтатыла. Шуға күрә матч өс сәғәткә яҡын дауам итә.

НФЛ ҡағиҙәләре буйынса, дүрт сирек йомғаҡтары буйынса иҫәп тигеҙ булһа, тағы 15 минут өҫтәмә ваҡыт бирелә (овертайм). Беренсе овертаймда тачдаун йәки сейфти эшләп алған команда еңеүсе тип иғлан ителә. Тупҡа беренсе эйә булғандан һуң йәки туп икенсе командаға күскәндән һуң филд-гол булған осраҡта, икенсе команда беренсе эйә булыуында мәрәй алыу өсөн бер мөмкинлек ала. Икенсе команданың тачдауны был осраҡта уйынды тамамлай. Әгәр беренсе команда үҙенең эйә булыуында мәрәй ала алмаһа, ул саҡта икенсе командаға еңеү өсөн филд-гол һуғыуы ла етә. Әгәр һәр команда тупҡа берәр тапҡыр эйә булһа, иҫәп тигеҙ була һәм бер тачдаун да йәки сэйфти ла булмаһа, уйын беренсе йыйылған мәрәйҙәргә тиклем дауам итә. Даими чемпионат уйындарында өҫтәмә 15 минуттан һуң да иҫәптәр тигеҙ булһа, уйын бер яҡтың да еңмәүе менән тамамлана, плей-офф уйындарында өҫтәмә овертаймдар еңеүсе асыҡланғансы бирелә.

Туптың күсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Америка футболы уйыны өсөн туп.

Уйын уйын моменттарынан тора. Һәр мәл башында туп алдағы уйын тамамланған урынға һалына (шул уҡ һыҙыҡҡа).

Тупҡа эйә булған команда дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһы юнәлешенә ҡарай 10 ярд алға тупты ебәреүгә 4 мөмкинлек ала. Һәр шундай мөмкинлек даун (ингл. down) тип атала. Әгәр һөжүм итеүсе команда 10 ярдты үтһә, ул артабанғы 10 ярдты үтеү өсөн тағы 4 мөмкинлек ала. Әгәр һөжүм итеүсе 4 мөмкинлектә 10 ярдты үтә алмаһа, туп дәғүәсе командаға күсә, өҫтәүенә ҡайҙа 4-се мөмкинлек туҡтаған, шул уҡ һыҙыҡта уйынды башлай. Матчты трасляциялаған ваҡытта 1st & 10 формулаларын күрһәтәләр, был, тимәк, беренсе мөмкинлек бирелә һәм 10 ярдты артабанғы мөмкинлектәргә тиклем үтер кәрәк тигәнде аңлата. Тупты күсерә торған ара 10 ярд кимәлендәй сылбыр менән тоташтырылған ике маркер ярҙамында үлсәнә. Судьялар маркерҙарҙы майҙандың ситтәге һыҙығына урынлаштыралар. Һәр тапҡыр, һөжүм итеүсе команда аҙаҡҡы маркерға тупты индереп ебәрһә, баштағы маркер туп булған һыҙыҡҡа күсерелә, ә отош беренсе мөмкинлектән башлана.

Уйын башынан һәм икенсе яртыһынан, шулай уҡ яулап алынған мәрәйҙәрҙең отоштарынан тыш, туп аяҡ араларынан артҡа ташлап бирелә, был снеп (snap) тип атала. Уйын башында ике команда бер-береһенә ҡаршы туп ятҡан һыҙыҡ буйына теҙелеп торалар. Төп уйынсы аяҡ араһынан тупты үҙенең командаһы уйынсыһына — квотербекка (ҡағиҙә булараҡ, команданың төп уйынсыһына, һөжүм итеүсегә) бирә.

Уйынсы тупты ике ысул менән ебәрә ала:

  • Ҡулына туп тотоп йүгереп бара, шул уҡ ваҡытта тупты үҙ командаһы уйынсыларына бирә ала (Әммә туп тотоп йүгереүсе отош һыҙығын үтеп сыҡһа, пас алға тыйыла)
  • Туп ташлап (биреп). Уйын барышында туп бирешеүҙәрҙең һаны сикһеҙ булырға мөмкин, әммә алыш һыҙығынан пас алға тик бер тапҡыр ғына рөхсәт ителә.

Әгәр түбәндәге ваҡиғаларҙың береһе булһа, уйын мәле тамамлана:

  • Туп тотҡан уйынсыны ергә ҡолаталар; (Уйын уйынсы ҡолаған һыҙыҡтан башлана)
  • Уйынсы туп менән майҙандың сигенә сыға, йәки туп ялан ситенә ҡағыла; (Уйын, ҡатнашыусы майҙандың ҡайһы сигенән сыға, шул һыҙыҡтан башлана, әммә, әгәр ул алыш ваҡытында тупты ситкә ебәрһә, уйын шул уҡ һыҙытан башлана, тик һөжүм итеүсе команда бер мөмкинлекте юғалта)
  • Бирелгән тупты тота алмау, һуғылған туп ергә ҡағыла: (Уйын шул уҡ һыҙыҡтан башлана, Һөжүм итеүсе команда бер мөмкинлекте юғалта. Туп икенсе команда уйынсыһы тарафынан эләктереп алынған осраҡта, икенсе команда һөжүм итеүсе була, һәм ошо уҡ алыш барышында, тупты тотоп алған уйынсы, туҡтап тормай, дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһына мөмкин тиклем яҡын килергә маташа)
  • Командаларҙың береһе мәрәй туплай.

Мәрәйҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөжүм итеүсе команда мәрәйҙәр зонаһының ике ярдынан башлап сейфтинан ҡотолорға маташа.

Команданың мәрәйҙәр эшләү ысулы түбәндәгесә:

  • Тачдаун (touchdown) — 6 мәрәй. Әгәр уйынсы туп менән дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһына килеп инә йәки тупты дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһында ҡабул итә йәки туп мәрәйҙәр зонаһына эләгә (уйынсының зонала булмауы мөмкин), был осраҡта тачдаун эшләп алына.
    • Тачдаун алған команда гол индереп, тағы бер мәрәй (экстра-пойнт) эшләй ала, тачдаун яһап, 2 мәрәй өҫтәп ала. Туп мәрәйҙәр зонаһынан 3 ярдта ҡуйыла (студенттарҙың америка футболы ҡағиҙәләре буйынса) һәм мәрәйҙәр зонаһынан 2 йәки 15 ярдта ҡуйыла (НФЛ ҡағиҙәләре буйынса).
  • Ҡапҡаға гол индереү (Field goal) — 3 мәрәй. Уйын барышында тупты аяҡ менән дәғүәсенең ҡапҡаһына, ғәҙәттә, дүртенсе мөмкинлектән һуң (тачдаундан һуң түгел) тибеп индереү (һайғау өҫтөнән һәм штангалар араһынан).
  • Сейфти (Safety) — 2 мәрәй. Һаҡлаусылар тарафынан эшләп алына, был осраҡта һаҡлаусы һөжүм итеүсене үҙенең мәрәйҙәр зонаһында туҡтата. Һаҡлаусыға шулай уҡ сейфти бирелә, әгәр һөжүм итеүсе команда үҙенең мәрәйҙәр зонаһында хата ебәрһә, йәки туп һөжүм итеүселәр тарафынан юғалғандан һуң— фамблдан һуң (ингл. fumblefumble) һөжүм итеүсе команданың мәрәйҙәр зонаһы яланын ташлап китә.

Командаларҙың береһе мәрәй туплаһа, ул 35 ярдлы билдәнән тупты яланға һуғып сығарырға бурыслы. Әгәр сейфтиға юл ҡуйған команда, үҙенең 20-ярдлы һыҙығынан туп сығарып ике мәрәй алған командаға тупты кире ҡайтарһа, был сейфти ташлама булып тора. Туп ерҙән түгел, ә ҡулдан һуғыла, был ирекле һуғыу (ингл. free kick) тип атала.

Тупҡа аяҡ менән тибеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйындың һәр яртыһы бер команданың 35 ярд билдәһенән — «кикоффтан» (ингл.kick off) дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһына ҡарай тупты тибеп ебәреүе менән башлана. Тупты тибеү мәрәйҙәр туплаған командаға тәғәйенләнә. Кикофф осрағында туп махсус аҫтаҡҡа урынлаштырыла, ул тупты вертикаль хәлдә тота, (ингл. kicker) киккер югереп килеп тупҡа тибә.

Әгәр һөжүм итеүсе команда 3 мөмкинлектә 10 ярдты үтә алмаһа, ғәҙәттә пант (ингл. punt) яһай — дүртенсе мөмкинлектә дәғүәсе яғына ҡарай тупҡа ҡулдан аяҡ менән тибә, был дәғүәсе команданы һөжүм итергә мәрәйҙәр зонаһынан мөмкин тиклем алыҫыраҡ башларға мәжбүр итә. Пант булған осраҡта команданың һуғыусыһы тупты артҡа ырғыта. Уны пантер (ингл. punter) тотоп ала һәм тупты майҙанға ҡулдан һуғып ебәрә.

Ике осраҡта ла тупты һуғыусы уйынсылар ике маҡсатты: мөмкин тиклем тупты алыҫҡа һуғыу һәм мөмкин тиклем туптың оҙаҡ осоп барыуын — күҙ уңында тоталар. Был уйын ваҡиғаһының маҡсаты урынды асыҡлау була. Туп ҡабул итеүсе команда ҡайһы урындан дәғүәсе яҡтың мәрәйҙәр зонаһына ҡарай үҙенең уйынын башлағанын билдәләп, ҡабул итеүсе команда, тупты тотоп, мәрәйҙәр зонаһы тапҡырына мөмкин тиклем яҡын торған һуғыусы командаға тапшырырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта һуғыусы команда дәғүәсене мөмкин тиклем үҙенең мәрәйҙәр зонаһынан алыҫыраҡ туҡтатырға маташа. Шуның өсөн туптың оҙаҡ осоп барыуы һуғыусы команданың уйынсыларына дәғүәселәр эргәһенә мөмкин тиклем яҡын йүгереп килергә юл ҡуя.

Әгәр һуғылған туп мәрәйҙәр һыҙығы аша осоп сығып шунда ҡалһа, был тачбэк (ингл. touchback) тип атала. Был осраҡта ҡабул итеүсе команда хәрәкәтте дошмандың мәрәйҙәр зонаһына ҡарай үҙенең зонаһынан 25 ярдлы һыҙыҡтан башлай.

Филд гол (ингл. field goal) һуғырға маташыу — был өсөнсө ваҡиға, тупҡа аяҡ менән тибеү. Был осраҡта лонг -снэпер тупты артҡа ырғыта, һәм уны холдер (ингл. holder) тотоп ала. Холдерҙың бурысы — тупты ер өҫтөнә вертикаль ҡуйыу, ул, киккерға ҡапҡаларға һуғып ебәрергә уңайлы булһын өсөн, уны өҫтөнән ҡулы менән тотоп тора. Әгәр киккер сәпкә тейҙерһә, уның командаһы йә 3 мәрәй, йә 1 мәрәй ала (әгәр филд гол, өҫтәлмә мәрәй булараҡ, тачдаундан һуң һуғылһа). Хаталанған осраҡта, һөжүмгә дусар булған команда, дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһына ҡарай уңышһыҙ һуғыу урынынан күсә башлай. Тап ошо осраҡ һөжүм итеүсе командаға пант менән филд гол араһын һайлауҙы билдәләй. Киккерҙар филд голды 45-50 ярдтан ашып киткән аралыҡтан һуғыуға һирәк баҙнат итәләр.

Ҡағиҙәне боҙоуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағиҙәне боҙоу теге йәки был яҡҡа билдәле ярд һанына тупты күсереп ҡуйыу юлы менән язалана, отоштар шул уҡ мөмкинлектән яңынан уйнатыла. Шул уҡ ваҡытта һөжүм итеүсе команда автоматик рәүештә яңы 4 мөмкинлек ала, сөнки яза биреү тупты 10 ярдҡа йәки күберәккә шылдыра. Әгәр яза биреү тупты мәрәйҙәр зонаһына күсерһә, ундай яза мәрәйҙәр зонаһына тиклем араның яртыһы булған язаға алмаштырыла.

Ҡағиҙәне боҙоу тураһында судья майҙанға һары флагты ташлап сигнал бирә. Зыян күргән команда язаны ҡабул итә йәки кире ҡаға ала. Яза һөҙөмтәһендә зыян күргән команда өҫтөнлөк алһа, ғәҙәттә, яза кире ҡағыла. (мәҫәлән, һөжүм итеүсе команда тачдаун эшләп алһа, әммә был осраҡта отош мәлендә офсайд теркәлһә).

Иң йыш осраусы етешһеҙлектәр:

  • Фальстарт (ингл. False start) — һөжүм итеүсе снеп алдынан, команда отош өсөн теҙелгәс, хәрәкәт итә башлай. Һөжүмгә биш ярд менән яза бирелә.
  • Офсайд (ингл. Offsides) — отош башланған ваҡытта (снеп ваҡытында) уйынсы үҙ яғында булмай (отош һыҙығына ҡарата). Әгәр һаҡсы һөжүм итеүсе команданың уйынсыһы менән бәйләнешкә инмәй, отош һыҙығын киҫеп үтһә һәм снепҡа тиклем кире әйләнеп ҡайтһа, ҡағиҙә боҙоу тип ҡаралмай. Биш ярдҡа яза бирелә.
  • «Баҫып килеп инеү» (ингл. Encroachment) — снепҡа тиклем уйынсы отош һыҙығын киҫеп үтә һәм һөжүм һыҙығы уйынсыһы менән бәйләнешкә инә һәм уның менән (төп уйынсы) квотербек араһында уйынсылар юҡ. Һаҡсыға биш ярд яза бирелә.
  • Рөхсәтһеҙ алмашыныу (ингл. Illegal shift) — алыш алдынан ҡуйылыш, билдәле булыуынса, тик бер уйынсы ғына хәрәкәт итә, әгәр берәүҙән артыҡ уйынсы йүгереп күсһә — ҡағиҙәне боҙоу тип һанала.
  • Тотҡарлыҡ (ингл. Holding) — уйынсы тубы булмаған дәғүәсе команданың уйынсыһын тота йәки һөйрәй. Ғәйепле командаға ун ярд кимәлендә яза бирелә. Әгәр һөжүм итеүсе команда яғынан үҙенең мәрәйҙәр зонаһында ҡағиҙә боҙолһа, сейфти ҡарала.
  • Тупты биреүгә ҡамасаулау — (туп менән файҙалана белмәгән уйынсыға йәки тупты ҡабул итеүгә ҡамасау) — һөжүм итеүсе йәки һаҡлаусы ҡаршы яҡ команда уйынсыһына алға пас һуғылған тупты тоторға ҡамасаулай, ә үҙе тупты тоторға маташмай. Һөжүм итеүсегә был осраҡта 10 ярд яза бирелә. Әгәр һаҡлаусы ғәйепле булһа, туп ҡағиҙә боҙолған урынға ҡуйыла. Әгәр етешһеҙлек мәрәйҙәр зонаһында булһа, туп 1 ярдлы билдәгә ҡуйыла.
  • Уйын тотҡарланыуы (ингл. Delay of Game) — һөжүм итеүсе команда бүлеп бирелгән ваҡыт эсендә сираттағы отош уйынын башламай. Һаҡлаусы уйынды тотҡарлаған өсөн бик һирәк яза ала, тик һаҡлаусылар һөжүм итеүсе командаға сираттағы отош уйыны алдынан урындарын алырға ҡамасаулағанда 5 ярд менән язаға тарттырылалар.
  • Алдан уйлап эшләнгән ырғытыу (ингл. Intentional grounding) — квотербек алдан уйлап, ярдтар юғалыуына юл ҡуймаҫ өсөн тупты ташлай. Был ҡағиҙә боҙоу осрағында бер ни тиклем шарттар үтәлергә тейеш. Квотербек прессинг аҫтында булырға тейеш, туп төшөү зонаһында ҡабул итеүсе уйынсылар булырға тейеш түгел. Квотербек «конвертта» тора. Ошо шарттарҙы үтәгән хәлдә ҡағиҙә боҙоу тип иҫәпләнә. Һөжүм итеүсе 10 ярд штраф ала. Әгәр квотербек прессинг аҫтында булып, «конверттан» сыҡһа, һәм тупты отош уйыны һыҙығы аша ташлаһа, ҡағиҙә боҙоу булмай. Әгәр квотербек үҙенең зачет һыҙығында ҡағиҙә боҙһа, был сейфти була.
  • Шәхси етешһеҙлектәргә15 ярд яза бирелә.
    • Битлекте эләктереп алыу (ингл. Face mask) — уйынсы икенсе уйынсының битлеген тартып ала.
    • Сигенеүсегә һәм кикерға һөжүм итеү (ингл. roughing the passer/kicker) — һаҡлаусы туп тотмаған сигенеүсегә һәм кикерға һөжүм яһай. NFL ҡағиҙәләре буйынса һаҡлаусыға/ кикерға тупһыҙ ҡалғандан һуң улар яғына ҡарай бер аҙым ғына яһарға рөхсәт ителә.
    • Нигеҙһеҙ тупаҫлыҡ (ингл. unnecessary roughness) — уйынсы һөжүм иткәндә урынһыҙ көс ҡуллана, мәҫәлән, дәғүәсе майҙан ситендә, йәки һыбыҙғынан һуң булған осраҡта.
    • Спортҡа ярашлы булмаған тәртип (ингл. unsportsmanlike conduct) — уйынсы спортҡа ярашлы булмаған ҡылыҡтар башҡара, дәғүәсегә төкөрә, ҡул хәрәкәттәре ҡулланып мыҫҡыллай һ.б. Бындай етешһеҙлектәр тренерҙарға, ҡайһы саҡта тамашасыларға ҡарата булыуы мөмкин.

Һөжүм итеүсе команда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөжүм итеүсе команда тип тупҡа эйә булыусы һәм отош уйынын башлаусы команда атала.

Һөжүм командаһы квотербектан (ингл. quarterback), һөжүм итеүсе лайнмендарҙан (ингл. offensive linemen), тайт-энд (ингл. tight end), бек (ингл. backs) һәм ресиверҙан (ингл. receivers) тора.

  • һөжүм итеүсе лайнмендарҙың төп функцияһы — һаҡлаусыларҙың квотербекка йырып сығыуына ҡамасаулау. Лайнмендар һөжүм итеү һыҙығына теҙеләләр ингл. offensive line. Һөжүм һыҙығы түбәндәге уйынсыларҙы үҙ эсенә ала:
    • Төп (C) (ингл. center) — төп лайнмен: отош уйыны башында тупты артҡа квотербекка ырғыта
    • Һөжүм гардтары (OG) (ингл. offensive guard) — ике уйынсы, үҙәктән уңда һәм һулда тора (һул/уң гард).
    • Һөжүм тэклдары (OT) (ингл. offensive tackle) — ике уйынсы гардтарҙан тышҡы яҡта тора. (һул/уң тэкл).
    • Тайт-энд (TE) (ингл. tight end) — тайт-энд тэклдарҙың бер яҡ ситендә уйнай. Ул башҡа лайнмендарҙан айырмалы рәүештә тупты ҡабул итә ала, шуның өсөн ул, һайлап алынған отоштоң тибына бәйле, ҡамау йәки ҡабул итеү ролен үтәй. Майҙанда бөтә ваҡытта ла булған төп уйынсынан, ике гард һәм ике тэклдан айырмалы рәүештә, яланда конкрет отошта 0 -дән алып 3-кә тиклем тайт-энд булыуы мөмкин.
  • Бек һәм ресиверҙар тупты нигеҙҙә алға этәрә. Бектар, ҡағиҙә булараҡ, тупты квотербектан ҡабул итеп ала. Ә ресиверҙар тупты пас алға һауанан ҡабул итә.
    • Раннинбек (RB) (ингл. runningback) — һөжүм итеүсе уйынсыларҙың артында тора, уның бурысы — тупты сығарыу отоштары ваҡытында тупты алға ебәреү (ярдтар йыйылмаһы туп менән йүгереүҙәр иҫәбенә ғәмәлгә ашҡанда). Раннинбек тупты ныҡ тота белергә, оборонала кәмселектәр табырға һәм улар араһынан, ялған (финттар) хәрәкәттәр менән дәғүәсене алдап, йүгереп үтергә тейеш.
    • Фуллбек (FB) (ингл. fullback) — раннинбектың төрө, шулай уҡ һөжүм һыҙығы һәм квотербек артында тора. Ул ҡамарға, туп менән йүгерергә, ҡыҫҡа пастарҙы тоторға тейешле. Сығарыу отошо ваҡытында йыш ҡына уның төп бурысы булып, туп тотҡан раннибекка юл асыу була.
    • Ресивер (WR) (ингл. wide receiver) — ресиверҙың төп бурысы булып квотербектан тупты һауала тотоп алыу тора. Бының өсөн тупты ҡабул итеүсенән яҡшы тиҙлек һәм ҡатмарлы шарттарҙа тупты тотоп алыу оҫталығы талап ителә. Ресиверҙар ғәҙәттә һөжүм итеү һыҙығының иң ситендә урынлаша. Билдәле отошта яланда 0-дан алып 5- кә тиклем ресивер булыуы мөмкин.
  • Квотербек (QB) (ингл. quarterback)- һөжүм итеүсе команданың мөһим уйынсыһы, төп уйынсы артында тора һәм отош уйыны башында унан тупты ҡабул итеп ала. Квотербек- команданың етәкселек иткән үҙәге. Ул команданың ниндәй төрҙәге отошто уйнаясағын ҡарар итә (йәки һөжүм итеү буйынса Координатор тип исемләнгән тренерҙан күрһәтмәләр ала), пастар бирә, сығарыу отошо өсөн уйынсыларға тупты тапшыра һәм ҡайһы саҡта үҙе тупты алға ебәрә.

Һөжүм итеүсе команда тупты алға ебәреү өсөн үҙенең бөтә көслө яҡтарын файҙаланырға тырыша. Команда көслө раннибектары менән тупты ер өҫтөнән шылдырыуҙы хуп күрә. Команда көслө ресиверҙары һәм квотербегы менән тупты һауанан күберәк бирә. Ғәҙәттә, һөжүм итеүсе команда, дәғүәсе отош төрөн алдан һиҙмәһен һәм әҙерләнеп тормаһын өсөн, отош төрҙәрен үҙгәртергә тырыша. Һөжүм итеүсе команда ситуацияға бәйле төрлө баштағы ҡуйылыштар ҡуллана. Ҡайһы бер баштағы ҡуйылыштар сығарып ебәреү уйыны өсөн, ҡайһылары пас уйыны өсөн ярай. Әгәр тупты алыҫ араға шылдырырға кәрәк булһа, команда күберәк ресиверҙарын майҙанға сығара ала, йәки алыҫ булмаған араға талап ителһә, күберәк йүгереүсе уйынсыларын сығара, был мәрәйҙәр зонаһы эргәһендә тачдаун эшләп алырға мөмкинлек бирә.

Һөжүм ваҡытында уйындың төп ҡағиҙәләре:

  • Алыш һыҙығында 7 уйынсы булырға тейеш (ингл. line of scrimmage).
  • Отош уйыны башында һөжүм итеүселәргә хәрәкәт итеү хоҡуғы юҡ. Берҙән бер ташллама: бер уйынсы отош уйыны башында һөжүм һыҙығы буйлап күсә ала.
  • Һөжүм һыҙығының артында тороусы ике уйынсы һәм артта торған уйынсылар ғына тупты ҡабул итә ала. Туп юғалған осраҡта («фамбл» (ингл. fumble)), был сикләү алына, һәм уйынсылар бөтәһе лә туп өсөн көрәшә алалар.

Һаҡлаусы команда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡлаусылар туп тотҡан уйынсыға һөжүм итә.

Һаҡлаусы команда отош уйыны башында тупҡа эйә булмай.

Һөжүм командаһынан айырмалы рәүештә, һаҡлаусы командаһы уйынсыларының майҙандағы ҡуйылышы ҡағиҙәләр менән сикләнмәгән. Берҙән-бер сикләү — бөтә уйынсылар ҙа отош уйыны башында туп торған һыҙыҡтан (алыш һыҙығы) үҙ яғында булырға тейеш. Күп командалар үҙ ҡуйылышына һаҡлағыс лайнмендар һыҙығын индерә, ул һаҡлағыс тэклдарҙан һәм эндтарҙан, лайнбекерҙар һәм сэкондари һыҙығынан — конербектарҙан һәм сейфтинан тора.

  • Һаҡлағыс эндтар (DE) (ингл. defensive ends) — һаҡлағыс һыҙыҡтың ситендә тороусы ике уйынсы. Уларҙың бурысы — квотербекка тиклем барырға тырышыу, шулай уҡ тупты ситтән сығарыу өсөн маташҡан раннинбектарҙы туҡтатыу. Етеҙ энд ғәҙәттә уң яҡта, квотербектың сығыр урыны булмаған зонаһында урынлаша.
  • Һаҡлағыс тэклдар(DT) (ингл. defensive tackles) — энд уйынсылары араһында тора. Квотербекка һөжүм итеү һәм туптың уртаға йырып сығыуын булдырмау уларҙың бурысы.
  • Лайнбекерҙар (LB) (ингл. linebackers) — һаҡлаусы һыҙығы артында урынлашыусы уйынсылар. Лайнбекерҙар — «универсал һаҡсылар», улар ситуацияға бәйле күп функциялар башҡара. Лайнбекерға квотербекка һөжүм итеү, ресиверҙы ышыҡлап тороу, туп тотоп йүгереүсегә һөжүм итеү бурыстары ҡуйыла. Төп лайнбекерҙы ҡайһы саҡта «һаҡлауҙың квотербегы» тип тә әйтәләр. Уның бурысы булып дәғүәсенең ниәтен аңлап ҡалыу һәм һаҡлаусы уйынсыларҙың дөрөҫ урынлашыуын һайлау булып тора. Эске һәм тышҡы лайнбекерҙар була. Бынан тыш, лайнбекерҙар түбәндәге төрҙәргә бүленә:
    • Сэм (ингл. Sam) — көслө яҡтың тышҡы лайнбекеры. Һөжүм командаһының тайд-энд урынлашҡан яғынан тора.
    • Уилл (ингл. Will) — көсһөҙ яҡтың тышҡы лайнбекеры. Тайт -энд юҡ яҡта урынлаша.
    • Майк (ингл. Mike) — көслө яҡтың эске лайнбекеры.
    • Джек (ингл. Jack) — көсһөҙ яҡтың эске лайнбекеры.
  • Сэкондарҙар (ингл. secondary):
    • Корнербектар (CB) (ингл. cornerbacks) — ресиверҙарҙы ҡаплап тороусы уйынсылар, улар тупты кире ҡағырға йәки тотоп алырға тырыша. Әгәр һөжүм итеүсе команда ташлау отошон һайлаһа, корнербек туп тотҡан уйынсыға һөжүм итә.
    • Асыҡ сейфти (FS) (ингл. free safety) һәм көслө сейфти (SS) (ингл. strong safety)) — һаҡлаусылар артында урынлашҡан уйынсылар. Улар бигерәк тә алыҫ пас мөмкинлектәре ваҡытында корнербектарға ресиверҙарҙы ҡаплап тороу өсөн ярҙам итә. Йыш ҡына туп тотҡан уйынсыны туҡтатыуға сейфтилар һаҡлаусының һуңғы өмөтө була (шул сәбәпле сейфтилар — һаҡлаусының иң етеҙ уйынсылары).

Һаҡланыусы команда, һөжүм кимәлен алдан белергә теләп, иң яйлы һаҡланыу схемаһын һайлай. Ғәҙәттә схемалар түбәндәге элементтарҙы үҙ эсенә ала:

  • Блиц — лайнбекерҙар һәм һаҡлаусы бектар туп биреүсегә һөжүм итә.
  • Зона һаҡлаусыһы — һаҡлаусы майҙандың билдәле зонаһын һаҡлай.
  • Шәхси һаҡлаусы — һаҡлаусы билдәле һөжүм итеүсене ҡаплай.

Һаҡлауҙың төп ҡағиҙәләре:

  • Әгәр һөжүм итеүсе һөжүм итеү һыҙығынан биш ярдҡа алыҫ торһа, әгәр һаҡлаусылар үҙҙәре тупты ҡабул итеүгә һәләтле булмаһалар, һаҡлаусылар һөжүм итеүсегә пас ваҡытында тупты ҡабул итергә ҡамасауларға тейеш түгел. Мәҫәлән, корнербек осоп барған тупҡа ҡарамай, ресиверҙы тотҡарлай.
  • Уйынсының битлегенән тотоп алыу һәм уны әйләндереү тыйыла. Этеп ебәреү рөхсәт ителә.
  • Туптан ҡотолған сигенеп барыусы уйынсыға йәки пантерға һөжүм итеү тыйыла.
  • Отош уйыны башында һөжүм итеү һыҙығын үтеп сығыу тыйыла.

Махсус командалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гол индерергә тырышыу

Отош башы ваҡытында, дүртенсе мөмкинлектә, һөжүм итеүсе команда тупты сығарғанда, мөмкинлектәрҙә гол индергәндә йәки тачдаундан һуң өҫтәлмә мәрәйҙәр алғанда аяҡ менән тибеп башҡарған был уйынсыларҙы махсус команда уйынсылары тип атайҙар. Махсус команданың күп уйынсылары — һөжүм итеүҙең йәки һаҡлауҙың башҡа позициялары өсөн запастағы уйынсылары.

Махсус командала ҡатнашыусы айырым уйынсылар:

  • Кикер (ингл. placekicker) — баштағы отош ваҡытында һәм гол индереү мөмкинлегендә тупты һуғып сығарыусы уйынсы.
  • Холдер (ингл. placekicker) — тупты ҡабул итергә, уны ерҙең өҫтөнә ҡуйып һәм кикер өсөн тотоп торорға тейеш. Ғәҙәттә, холдер туп торған һыҙыҡтан 7-8 ярдта урынлаша. Йыш ҡына холдер ролендә запастағы квотербек йәки пантер сығыш яһай.
  • Пантер (ингл. holder) — тупты ҡул менән һуғып ҡаршы командаға бирә, әммә мөмкин тиклем үҙенең мәрәйҙәр зонаһынан алыҫыраҡҡа һелтәй (ғәҙәттә 4-се мөмкинлектә).
  • Алыҫтағы снеппер (ингл. punter) — махсус командала төп уйынсы ролен башҡара.
  • Кире ҡайтарыусылар (ингл. long snapper һәм ингл. kick returner) — тупты ҡабул итеп, артабан мөмкин тиклем алыҫлыҡҡа сығарып ебәреүсе уйынсылар.

Махсус отош уйынында һуғыусы уйынсылар (холдер менән кикер йәки пантер) һөжүм итеү һыҙығынан байтаҡ ҙур арала урынлаша, был һаҡлаусы уйынсыларға һуғыуҙы ҡамасауларға мөмкинлек бирмәй. Алыҫта урынлашҡан снеппер был ваҡытта тупты аяҡ араларынан көслө итеп һуғып ебәрә.

Башланғыс отоштағы төп ҡағиҙәләр

  • Туп һуғылғанға тиклем бер кемдә һөжүм һыҙығын киҫеп үтергә тейеш түгел.
  • Һуғып сығаруысы команда ҡағылғанға тиклем, туп 10 ярд араһы осоп үтергә тейеш.
  • Әгәр һаҡлаусы тупты мәрәй зонаһында тотоп алып, туп шунда тороп ҡалһа, йәки туп мәрәйҙәр зонаһында яланды ҡалдырһа, ҡабул итеүсе команда уйынды 25-ярдлы билдәнән башлай (тачбек).
  • Әгәр ҙә туп, кемдер ҡағылырҙан алда, ситтәге һыҙыҡҡа осоп сыҡһа, ҡағиҙә боҙоу тип һанала, һәм ҡабул итеүсе команда уйынды 40 ярдлы билдәнән башлай.

Башланғыс отоштоң төп ҡағиҙәләре:

  • Алыҫҡа һуғыу — иң киң таралған төр. Тупты кире ҡайтарған команда мәрәйҙәр зонаһына тиклем оҙон ара үтеүен мәжбүр итеү өсөн, һуғыусы команда тупты мөмкин тиклем алыҫҡа бәрә.
  • Шыуҙырылған һуғыу (ингл. squib kick) — туп был осраҡта, ерҙән ҡағылып, түбәндән оса. Тупты кире ҡайтарыусы команданың етеҙ уйынсылары тупты бөтә майҙан аша кире ҡайтарыуға һәм тачдаун эшләп алырға һәләтле булған ситуацияларҙа ҡулланыла. Һуғып сығарыусы команда яланда үҙенең позицияһынан ҡолаҡ ҡағыуы мөмкин, әммә был саҡта туп яйыраҡ уйынсылар ҡулына барып эләгә.
  • Бер яҡҡа һуғыу (ингл. on-side kick) — был осраҡта туп иң ҡыҫҡа араны (10 ярд) осоп үтһен һәм һуғыусы команда ҡулына барып эләкһен өсөн, кикер тупты ергә һуға. Был төрҙәге һуғыу киҫкен ситуацияларҙа: һуғып сығарыусы команда уйын аҙағында иҫәп буйынса ҡалышҡанда уйынды тигеҙләү йәки еңеү өсөн ҡулланыла. Әгәр тупты кире ҡайтарыусы команда туп ҡабул итһә, ул команда һөжүм итеү өсөн бик яҡшы позицияла — ғәҙәттә дәғүәсе яғында тора.

Тупты ҡулдан һуғыуҙың төп ҡағиҙәләре — панте:

  • Һаҡлаусылар пантерға һөжүм яһай алмай, уларҙың маҡсаты булып тупты һуғып сығарыусы түгел, ә туп тора.
  • Ҡабул итеп алыусыға мөмкин:
  • тупты алырға һәм кире ҡайтарырға тырышыу. Был осраҡта уны һөжүм итеүсе тип туҡтатырға маташалар.
  • Өҫкә күтәрелгән ҡулдарҙы болғап, тупты ҡайтарырға йыйынмағаны тураһында сигнал биреү. Был осраҡта тупты ҡабул иткәс, отош тамамлана, һәм һуғыусы команда ҡабул итеүсегә тейә алмай.
  • тупты ҡабул итмәү. Был осраҡта туп яланды ташлап киткән урында йәки һуғыусы команда тупҡа ҡағылған урында урынлаштырыла.
  • Әгәр туп мәрәйҙәр зонаһында һуғылһа (йәки студенттар һәм мәктәп футболында һыҙыҡты үтеп сыҡһа) кире ҡайтарыусы команда һөжүмде 25 ярдлы билдәнән башлай, тачбек (ингл. touchback) т.а.

Төп стратегиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәү ҡарашҡа америка футболы тулыһынса уйынсыларҙың физик параметрҙары бәйле һымаҡ күренә. Ә ысынында футболда стратегия мөһим ролде уйнай. Команданың тренерҙары көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы күҙ уңында тоторға, тышҡы факторҙарҙы, мәҫәлән, һауа торошон, уйын барасаҡ урынды, майҙандағы хәлдәрҙе баһалай белергә тейеш. Был мәғлүмәттәр нигеҙендә тренерҙар уйын стратегияһын планлаштыра, һәм уйынсыларҙың бурысы булып ошо стратегияны тайпылышһыҙ үтәү тора. Һәр уйынсы, майҙанда ниндәй позицияла тороуына ҡарамаҫтан, командаһының стратегияларын яҡшы белергә һәм дәғүәсе команданың стратегияларына яуап бирә белергә тейешле.

Һөжүмдә уйын стратегияһы.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөжүм стратегияһын планлаштырғанда, тренерҙар үҙ һөжүм итеүсе командаһының көслө яҡтарын арттырырға һәм башҡа күп факторҙарҙы иҫәпкә алып, дәғүәсе команданың көсһөҙ яҡтарын файҙаланырға тырыша. Дөйөм алғанда, тупты ҡулда тотоп уйнаған отоштар ышаныслы булып һанала, ә тупты биреү хәүефлерәк, сөнки был осраҡта һаҡлаусылар яғынан тупты эләктереп алыу мөмкинлеге арта. Икенсе яҡтан, тупты уңышлы һуғып биреү, ҡағиҙә булараҡ, туп менән йүгереп үтеүгә ҡарағанда, тупты алыҫҡа ебәрә.

Һөжүм итеүсе команда, һаҡланыусы командаға бер схемаға ҡаршы уңышлы һаҡланып, һөжүмгә ҡамасау яһауына мөмкинлек бирмәҫ өсөн, ике төр һөжүм араһында баланс табырға тырыша. Йыш ҡына һөжүм итеүсе команда йүгергән булып, шул уҡ ваҡытта пас бирешеп, йәки, киреһенсә, тупты биреүгә ялған хәрәкәттәр яһап, тупты ерҙән үткәреп ебәрергә тырыша.

Лайнбекер квотербекка һөжүм итеп, тупты эләктерергә маташа.

Уйын барышында һөжүм итеүсе команда өҫтөнлөк алыу өсөн, отоштар төрөн үҙгәртергә тырыша. Ғәҙәткә ингән стратегия — беренсе мөмкинлектә туп менән күберәк йүгереү (даун), ә беренсе мөмкинлектән һуң тороп ҡалған ярдтарға бәйле һөжүм төрөн һайлау. Заманса һәм баҫҡынсыл стратегия — Көнбайыш яр буйы Һөжүме (West Coast offense), тип атала, сөнки беренсе булып АҠШ-тың көнбайыш яры буйы уйынсылары ҡулланған, беренсе мөмкинлектә уртаса һәм ҡыҫҡа пас, ә беренсе мөмкинлектән һуң һөжүм төрөн һайлау тороп ҡалған ярдтарҙан тора.

Ҡайһы бер командалар ғәҙәттә, йырып сығыуға һәләтле булған бер йәки бер нисә тейлбекка эйә булып, туп менән шәп йүгереүгә таяна. Ҡайһылары нигеҙҙә пас уйынына иҫәп тотоп, көслө квотербек һәм ресиверҙарға таяна.

Ямғыр, ел, һалҡын һауа торошо кеүек һауа шарттары пас уйынына ныҡ ҡамасаулай һәм һөжүм итеүсе команданы туп менән йүгереүгә мәжбүр итә.

Отош уйындарының нәҡ тренер уйлағанса башҡарылыуы команданың махсус «Отоштар китабына» теркәлә. Уйынсылар бөтә отоштарҙы ятлап алалар һәм уларҙың номерҙарын йәки шартлы атамаларын ғына ҡулланалар.

Һаҡлауҙа уйын стратегияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡлауҙа команда дошман стратегияһын билдәләргә һәм иң яҡшы һаҡлауҙы ҡуйырға тырыша. Һаҡлау күберәк консерватив уйнай ала: артҡа сигенә, пасты эләктерә йәки кире ҡаға, йәки баҫҡынсыл рәүештә күп һанлы уйынсылар менән квотербекка һөжүм итә, тылдарҙы асыҡ ҡалдыра.

Һөжүм уйынсылары һәмаҡ, һаҡлау уйынсылары ла квотербекка һөжүмде үҙгәртергә мәжбүр итеп, бер схема буйынса ҡыланып, икенсе схема буйынса уйнай.

Һаҡлау һөжүмгә һөҙөмтәлерәк ҡаршы тороу схемаһын һайларға тырыша (зона, шәхси, йәки блиц). Шулай уҡ һаҡлау уйындағы ситуацияларға бәйле, майҙандағы уйынсылар тибын әүҙем үҙгәртә, мәҫәлән, әгәр һөжүм итеүсе команда уйынға күберәк ресиверҙар сығарһа, һаҡлаусы команда күберәк һаҡлаусы бектарҙы сығара.

Популярлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Калифорния университеты командаһы ҡатнашлығындағы уйынды 90 меңдән ашыу тамашасы ҡарай

Америка футболы АҠШ -та иң танылған спорт төрө, телевизор экрандары янына миллионлап тамашасы йыя. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, америка футболы АҠШ халҡы араһында 1972 йылдан алып яртаҡан спорт төрө булып һанала, был күрһәткес буйынса ул тәүге тапҡыр бейсболды үтеп китә.

Милли футбол лигаһының телевизион матч рейтингы Төньяҡ Америка спорт лигаларына ҡарағанда юғары. Супер Боул көнөндә — НФЛ-да миҙгелдең хәл иткес матчын АҠШ-та 100 миллионға яҡын кеше ҡарай.

АҠШ-та һөнәри булмаған студенттар футболы ла шулай уҡ киң танылған. Дүрт университет стадионы АҠШ -та 100 мең кешене һыйҙыра, һәм һәр ваҡыт ул шығырым тулы була. Хатта оло синыф уҡыусылары араһында үткән уйындар ҙа йыш ҡына 10 меңдән ашыу тамашасыны йыя..

Төньяҡ Америка сиктәрендә америка футболы бик үҫешмәгән. 64 милли федерацияларҙың көн итеүенә ҡарамаҫтан, америка футболы тик 7-8 илдә генә юғары кимәлдә үҫешкән. АҠШ-тан башҡа был Канада, Мексика, Япония, Германия, Франция, Австрия һәм Швеция. Әммә был илдәр ҙә америка футболының үҫеше, спортсыларҙың һәм стадиондарҙың һаны буйынса АҠШ -тан күпкә ҡалыша.

Канада футболының ҡағиҙәләре айырмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канада футбол лигаһында, мәҫәлән, канада футболының ҡағиҙәләре һәм тактикаһы америка футболы ҡағиҙәләренә һәм тактикаһына оҡшаш, әммә һиҙелерлек айырмалар уйын стратегияһын үҙгәртә. Мәҫәлән:

  • Канада уйыны оҙонлоғо 150 ярд (135 метр), киңлеге 65 (60 м) булған тура мөйөшлө майҙанда алып барыла. Яландың һәр сигендә, бер-береһенән 110 ярд аралыҡта маҡсат һыҙыҡтары үтә, һәм 20 ярдлы мәрәйҙәр зонаһы маҡсат һыҙығы менән ялан сиге араһында урынлаша. Ҡапҡалар, америка футболынан айырмалы рәүештә, майҙан сигендә түгел, ә маҡсат һыҙығында тора.
    Канада футболы өсөн уйын майҙаны
  • Майҙанда бер үк ваҡытта һәр командала 11 уйынсы урынына 12 уйынсы ҡатнаша. Һөжүм итеүсе команда составында йә өҫтәмә тайт-энд, йә слотбек тип аталыусы ресивер, һаҡлаусы команда составында өҫтәмә һаҡлаусы бек ҡаршы көс сифатында ҡатнаша.
  • Тупҡа эйә булыусы команда дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһына ҡарай 10 ярд алға тупты шылдырыу өсөн 4 мөмкинлек урынына 3 мөмкинлек ала.
  • Әгәр туп пант һөҙөмтәһендә мәрәйҙәр зонаһына барып төшһә, йәки аяҡ менән типкәндә ҡапҡаларҙы йырып үтһә, һәм һаҡланыусы команда уйынсылары тарафынан туп зонанан сығарылмаһа, һөжүм итеүсе команда бер мәрәй ала (ингл. single).
  • Әгәр кире ҡайтарыусылар панттан һуң йәки аяҡ менән типкәндә ҡапҡаларҙы йырып үткәндән һуң тупты алырға маташһалар, ҡаршы уйынсыларҙан тик кикерҙар ғына кире ҡайтарыусыға биш ярдҡа яҡын бара ала. Биш ярдтан яҡыныраҡ барған уйынсыға ун биш ярд штраф бирелә. Был ситуация ингизсә no yards, французса infraction à l’immunité тип атала.
  • Ресиверҙар — һөжүм итеүсе команданың тупты ҡабул итеүсе уйынсылары, улар тупты уйынға индереү алдынан 1 секундҡа ла туҡтап ҡалмайынса алға хәрәкәт итә ала. Америка футболының типик вариантында ошондай күренештәр ҡағиҙә боҙоу тип һанала (illegal motion).

Имгәнеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Америка футболы —йәрәхәт ала торған спорт төрө. Бигерәк тә күп тапҡыр башҡа йәрәхәт алыу ҡурҡыныс тыуҙыра. Был ҡатнашыусыларҙың уйын ваҡытында баштары менән төкөшкән саҡта килеп сыға, аҙаҡ имгәнеүҙәр тупланма эффектҡа эйә булып, хроник имгәнеү энцефалопатияһына әйләнә һәм һөҙөмтәлә ваҡытынан алда үлемгә килтерә[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  •  (инг.)Стивен Баррер. Осторожно, спорт! О вреде бега, фитнеса и других физических нагрузок = Exercise Will Hurt You. — М.: Альпина Паблишер, 2015. — 230 с. — ISBN 978-5-9614-5127-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Официальный сайт Национальной футбольной лиги: Основная страница (англ.)
  • Официальный сайт Национальной футбольной лиги: NFL.com: История НФЛ в хронологии (англ.)
  • Официальный сайт Национальной футбольной лиги: NFL.com: обзор правил игры (англ.)
  • Сайт Американский футбол — сайт Детской лиги американского футбола
  • Сайт Федерация американского футбола России — сайт ФАФР
  • Сайт «NFLrus.ru: Американский футбол по-русски» — Новости НФЛ, публицистика.
  • Сайт «Footballnuts.ru» — информационно-аналитический сайт, посвященный американскому футболу в США и в мире.
  • NFL24.ru: Российский сайт об американском футболе — информационно-публицистический сайт, посвященный американскому футболу.
  • Раздел американского футбола на портале SportLook — новости, аналитика и публицистика, посвященные НФЛ, студенческому футболу и американскому футболу в России.
  • Сайт rookies.ru — все об Американском футболе — новости, интервью, информационные статьи