Бадминтон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бадминтон. Ир-егеттәр араһында парлы осрашыу

Бадминтон (ингл. badminton) — спорт төрө. Уйынсылар селтәрҙәр менән бүленгән майҙансыҡтың ҡапма-ҡаршы яғында урынлашалар һәм селтәр аша ракеткалар ярҙамында воландарҙы һуғып дошман яғына ергә төшөрөргә, шул уҡ ваҡытта, киреһенсә, уның үҙ яланына төшмәүе өсөн тырышалар.

Ярышта ике уйынсы йәки ике пар уйынсы ҡатнаша (парҙар ҡатнаш булыуы ла мөмкин — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар).1992 йылдан йәйге Олимпия уйындары программаһына ингән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Battledore» — элекке бадминтон (1804 йылдың һүрәте).

XIX быуатта һиндостанда хеҙмәт иткән инглиз офицерҙары боронғо һинд уйыны пуна менән мауығып китәләр, уны хәҙерге бадминтон прототибы тип иҫәпләргә мөмкин. Инглиздәр был уйын менән мауығыуын тыуған иленә алып ҡайта

Уйындың хәҙерге йолаларының башланғысы Англияға, Бадминтон-хаус усадьбаһына ҡайтып ҡала, уның хужаһы, билдәле спорт энтузиасы һәм спорт тураһында китаптар нәшер итеүсе герцог Бофорт 1873 йылда бадминтонда уйнау өсөн майҙансыҡ төҙөй.

1893 йылда Англияның бадминтон берекмәһе уйындың рәсми ҡағиҙәләренең беренсе регламентын баҫтырып сығара[1]

Бөтә донъя бадминтон федерацияһы (ингл. Badminton World Federation (BWF)World Badminton Federation (BWF)) 1934 йылда ойошторола.

1947 йылдан Томас Кубогына ир-егеттәр араһында ҙур команда ярыштары уҙғарыла. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Убер Кубогына төп команда старты 1955 йылдан үтә.

Ҡорамалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ракетка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бадминтон өсөн ракеткалар

Иң башта ракеткаларҙы ағастан эшләгәндәр. Хәҙерге заман ракеткалары төрлө материалдарҙан эшләнә: углепластиктан алып алюмин, ҡорос һәм титанға тиклем.

Шуға ла ҡорамал ҡылдарҙың тартылыуына һәм һуғылыуҙың ауырлығына сыҙай.

Һөнәри уйынсылар өсөн ракеткалар, ҡағиҙә булараҡ, күмерсүстәр нигеҙендә композицион материалдарҙан һәм эсенә конструктив өлөштәр ингән материалдарҙы ҡулланып эшләнә.

Һәүәҫкәрҙәр һәм яңы кешеләр өсөн ракеткалар өс яҡлы, үҙәктең һәм тирәстең сиге ялғанған урынында Т- ҡиәфәтле күҙгә күренерлек быуын булыуы менән айырыла.

Уртаса ракетканың ауырлығы 70-100 грамм тәшкил итә. Ракеткаларҙаң уйынға йоғонто яһаған төп физик үҙенсәлектәре булып, ауырлығынан тыш ауырлыҡ үҙәгенең урынлашыуы («баланс»), кендектең һәм тирәстең бөгөлөштә, кендектең боролғанда ҡатылығы тора.

Йыш ҡына ошо характристикаларға бәйле ракеткаларҙы һөжүм һәм көс манераһы ҡулланған уйынсыларға, ә оборона тактикаһы схемаһы менән мауыҡҡандарға икенсе ракеткаларҙы тәҡдим итәләр.

Һөнәри спортсылар өсөн тәғәйенләнгән моделле ракеткалар рәтендә, бер модель эсендә бер нисә грамм һәм төрлө йыуанлыҡтағы һап менән айырылған, башҡарылыу төрҙәре булыуы мөмкин. Күп һөнәри уйынсылар ракетка һабына махсус сырмауҙар, «грип» ҡулланалар, был ракетканы һәйбәт тотоуҙы тәьмин итә


Ҡылдар һәм уларҙың тартылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүҙә ҡылдар тәбиғи материалдарҙан яһалған, хәҙер улар гел синтетик тиерлек. Бадминтон спортында синтетик сүстәрҙең ишелешенән торған ҡылдар ҡулланыла.

Һәүәҫкәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән ракеткаларҙа ҡылдар 80-110 Н көсө менән тарттырыла.

Һөнәри уйынсыларҙың ҡылдарының тарттырылыу көсө 160 Н -ҡа етеүе мөмкин. Ҡылдарҙың диаметры 0,6 мм 0,8 мм тиклем арала тора, бер ракетканы тарттырыу өсөн 10 метр самаһы ҡыл талап ителә.

Ракетканы тарттырыу процесы ике этаптан тора: тәүҙә ҡылдар тирәстең тишеге аша үткәрелә һәм бер-береһе менән үрелә, һуңынан эҙмә-эҙлекле тарттырыла.

Ракетаканы сифатлы тарттырыу тик махсус станоктарҙа ғына мөмкин. Сөнки был ракетканың тирәсен бер нисә урындан ныҡ итеп беркетелеүен, тартылыуҙың теүәл көсөргәнешен һәм инде тарттырылыған ҡылдарҙың махсус ҡыҫҡыстар менән эҙмә-эҙлекле нығытылыуын тәьмин итә.


Волан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡауырһындан волан

Воландың ике төрө бар: пластик һәм ҡауырһындан(тәбиғи). Пластик воландарҙы һәүәҫкәрәҙәр һәм күнекмәләрҙең ҡайһы бер төрҙәре өсөн тәҡдим итәләр, пластик воландарҙың яҡшы яғы уларҙың ныҡлығында.

Ҡауырһын воландарҙан пластик воландар осоу тиҙлеге менән айырыла. Һөнәри спортсыларҙың ярыштары һәм күнегеүҙәре өсөн, ҡағиҙә булараҡ, ҡауырһын воландар ҡалып булып тора.

Йыш ҡына спорт ярыштарының регламентында ҡауырһын воландар серияһының аныҡ сифаты билдәләнә.

Пластик волан (синтетик йәки бөкөнән) эшләпәнән һәм уға беркетелгән пластик «юбканан» тора. Ҡауырһын волан 16 ҡаҙ ҡанатынан һәм йоҡа лайка тире менән уратып алынған бөкө эшләпәнән әҙерләнә.

Ҡанаттар эшләпә әйләнәһенең тишегенә елемләнә, ептәр менән уратып бәйләнә, ептәр шулай уҡ елемләнә. Воландың ауырлығы 4,74 г −5,50 г тәшкил итергә тейеш.

Производствола воландар сорттарға айырыла, тиҙлек һәм траектория осошо буйынса градустарға бүленә.

Сорттарға айырылыуы буйынса төрлө төркөмдәр төрлө тамғалар ала. Улар волан төргәктәренә яҙыла (3-6-12 дананан торған тубус), һәм шулай уҡ воландарға ла (воландарҙың эшләпәһенең эске өлөшөнә) тамғалар һуғыла.

Һөнәри уйынсыларҙың бер матчы өсөн бер нисә ҡауырһын волан ҡулланылыуы мөмкин. Воландарға күберәк ракетканың тирәсе менән һуҡҡанда зарар килә (ундай һуғыуҙар техникала хаталар һөҙөмтәһендә йәки яңы башлаған спортсыларға хас).

Ләкин бик яҡшы техникала ла, воланға көсөргәнеш арҡаһында ҡанаттар менән эшләпәнең берләшкән урынының бушауы, йә булмаһа айырым ҡанаттарҙың һыныуы мөмкин, ә был осош траекторияһын үҙгәртә.

Уйын майҙансығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игровое поле

Уйын тура мөйөшлө 13,4-кә 5,18 метр ҙурлыҡтағы майҙансыҡта үтә. Парлы уйын өсөн 13,4 м. (биреү ваҡытында — 11,88) 6,10 м размерындағы майҙансыҡ ҡулланыла.

Терәүҙәр эргәһендә селтәр бағанаһы 1,55 метр бейеклектә, үҙәгендә 1,524 метр (һалынып торған ерҙә).

Селтәр өҫтән киңлеге 7,5-8 см икегә бөкләнгән таҫма менән сикләнгән, уның аҫтынан бау төшөрөлә.

Уйын яланында 4 см киңлегендәге һыҙыҡтар сағыу төҫтәр менән (һары йәки аҡ) буяла. Был һыҙыҡтар яландың сикләүсе өлөшө (мәҫәлән, һыҙыҡтан тороп биреү тыйыла) булып һанала.

Селтәрҙән 1,98 метр алыҫлыҡта биреү һыҙығы урынлаша. Биреү һыҙығы һәм артҡы һыҙыҡтар араһында һуғыу зонаһы урынлаша. Үҙәк һыҙыҡ биреү зонаһын уң һәм һул зоналарға бүлә.

Биреү, отош һәм хаталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Биреү уң (йоп) һәм һул (таҡ) зонанан иҫәпкә бәйле башҡарыла. Хәҙерге ҡағиҙәләргә ярашлы, (матчтарҙың тамашалығын күтәреү өсөн 2006 йылда индерелгән) биреүҙең ҡайһы яҡтыҡы булыуына ҡарамаҫтан мәрәйҙәр һәр отош һайын иҫәпләнә.

Уйын 21 мәрәйгә тиклем алып барыла; 20:20 иҫәбе булһа, уйын бер яҡтың 2 мәрәйгә өҫтөнлөккә сыҡҡанына тиклем йәки 30 мәрәй йыйыуына тиклем дауам итә (30 мәрәй йыйған яҡ еңеүсе тип билдәләнә).

Парлы осрашыуҙа, иҫке ҡағиҙәләрҙән айырмалы рәүештә, һәр яҡтың һуғыуҙары берешәр була.

Парлы уйында ҡағиҙәләр бер ни тиклем ҡатмарлыраҡ. Фәҡәт спортсы ҡыя торған уйынсынан биреүҙе ҡабул итергә тейеш.

Әммә уның һуғыуынан һуң (биреүҙе ҡабул иткәс) инде сиратлылыҡ юҡ — воланға команданың теләгән бер уйынсыһы, ҡайныһына уңайлы шул һуға; әгәр биргән команда мәрәй отһа, шул уҡ уйынсы биреүҙе дауам итә, тик инде икенсе һуғыу зонаһынан.

Ә ҡабул итеүсе командала уйынсыларҙың урынлашыуы үҙҙәренең биреүендә мәрәй отҡанға тиклем үҙгәрмәй.

Иҫке ҡағиҙәләр буйынса биргән уйынсының уйындағы отошо бер мәрәй менән иҫәпләнә. Әгәр биреүсе уйынсы еңелһә, биреү дәғүәсегә күсә, ә иҫәп элеккесә ҡала.

Шуға күрә уйын йыш ҡына оҙаҡҡа һуҙылып китә! Парлы осрашыуҙа һәр команданың 2 биреүе була. Ике биреүҙе лә юғалтҡан осраҡта биреү дәғүәсегә күсә.

Һуғыу ебәреүсе уйынсының мәрәйҙәр иҫәбенә ярашлы, тейешле бирелмәләр яланынан (йоп/таҡ) яһала, парлы осрашыуҙа яңғыҙ уйындағы кеүек беренсе уйынсы (уйындар башланғанға тиклем һайлана) бирә, ә икенсе уйынсы кирегә ебәрә (мәрәйҙәр иҫәбе йоп-таҡ ебәреү яланы).

Уйындар 15 мәрәйгә тиклем (11 ҡатын-ҡыҙҙар өсөн) бара. Иҫәптәр тигеҙ булған осраҡта 14-14 (10-10 ҡатын-ҡыҙҙар өсөн), беренсе булып күберәк мәрәй 14 (10) йыйған яҡ уйын 17 (13) йәки 15 (11) тиклем барыуын һайлай.

Айырым отошта уйынсы еңеүсе тип түбәндәге осраҡтарҙа һанала:

  • Волан дәғүәсенең майҙансығына (яланына) ҡағыла.
  • Дәғүәсе воланды майҙан ситенә ебәрә, волан тәненә йәки кейеменә ҡағыла.
  • Дәғүәсе һуҡҡандан һуң, волан түбәгә йәки майҙансыҡтан йыраҡ түгел предметтарға ҡағыла.
  • Ярыш ваҡытында дәғүәсе тәне йәки ракетка менән селтәргә ҡағыла, ракетканы йәки тән өлөшөн ярышташы яғына сығара (әммә, фол иҫәпкә алынмай, әгәр ракетканың волан менән баштағы контакты һуғыусы яҡта булһа һәм ракетка инерция буйынса сит яҡҡа сыҡҡан осраҡта).
  • Дәғүәсе биреүҙе ҡағиҙәгә ярашлы башҡара алмай (ҡыя урынлашҡан яланға бирергә кәрәк; һыҙыҡтарға баҫырға ярамай; йөрөргә ярамай һәм аяҡты ерҙән айырмаҫҡа; һуғыу моментында волан бил кимәленән түбән булырға тейеш; ә ракетканың кендеге аҫҡа юнәлтелергә тейеш; әгәр биреүсе воланға һуға алмаһа- был шулай уҡ фол)

Хәҙерге заман бадминтоны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөнәри спортсы һуҡҡан воландың осоу тиҙлеге 493 км/сәғәткә етә, был уйын снарядының осоу тиҙлеге буйынса абсолют рекорды.

Уйынсы бер гейм эсендә яҡынса километр ярым югерә һәм воланға 400 -гә тиклем һуғыу башҡара, ә матч ике-өс геймдан тора. Бер мәрәй отоштоң оҙайлығы буйынса рекорды — ике уйынсыға 108 һуғыу, отош 2 минут тиерлек бара. (Nguyen T.M. против J.O. Jorgensen 2013 йылғы Донъя Чемпионатында).

Бөтә техник оҫталыҡҡа эйә булыу өсөн һөнәри спортсылар көсөргәнешле күнекмәләргә 10 йылдай ваҡыт сарыф итәләр.

Әлеге ваҡытта планетала азия спортсылары өҫтөнлөк итә (Ҡытай, Корея Республикаһы, Индонезия), улар донъя беренселегендә 90 % тиклем миҙалдар яулай. Мәҫәлән, Бөтә донъя бадминтон федерацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, тайвань бадминтонсыһы Дай Цзыин бадминтон буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы уйынсы тип танылған[2]. Азия илдәренән һуң Европа илдәре килә: Дания, Бөйөк Британия, Рәсәй, Германия, Нидерланд һ . б.

Халыҡ-ара майҙанда рәсәй бадминтоны үҙен күптән түгел генә белдерҙе. Был беҙҙең илдең донъя бадминтон берләшмәһенә һуңлап инеүе һәм шулай уҡ, был спорт төрө 1992 йылға тиклем олимпия уйыны булып һаналмауына бәйле.

Тәүге етди ҡаҙаныштар Андрей Антропов исеме менән бәйле. Ул 50 тапҡыр Рәсәй һәм СССР чемпионы була.

Халыҡ-ара майҙанда ул Европа Кубогы һәм донъя этаптарында төрлө титулдар, Европа чемпионатында көмөш һәм бронза, донъя Кубогы финалында бронза, шулай уҡ Олимпия уйындарында 5-се урын яулай.

Рәсәй йыйылма командаһына системалы уңыштар һуңғы ваҡытта килә. 2009/2010 йыл миҙгеле илдәге бадминтон үҫешенең 50 йыл эсендәге һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы була.

Рәсәйлеләр 2009 йылда Европаның шәхси беренселегендә иҫ киткес матур сығыш яһап, алтын миҙал ((Нина Вислова/Сорокин Валерия), көмөш Болгариянан Анастасия Русских менән Петя Неделчева) һәм бронза (Элла Диль) миҙалдар яулай.

Ҡатын -ҡыҙҙар командалары араһында Европа чемпионатының финалына һәм донъя чемпионатының ярым сирек финалына етә. Дүрт спортсы ҡатын-ҡыҙ донъя рейтингы буйынса иң көслө унлыҡҡа инә.

2012 йылда Лондондағы Олимпия уйындарында беренсе тапҡыр бүләкләү тарихында бадминтон буйынса олимпия турнирында рәсәй командаһынан ҡатын ҡыҙҙарҙың парлы разрядында Сорокина Валерия һәм Нина Вислова 3-сө урын өсөн матчта канада парлылары Алекс Брюс менән Мишель Лины еңеп, бронза миҙалы яулай. [3]

Тиҙлек рекорды[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Воландың рекордлы осоу тиҙлеге реаль уйындарҙа түгел, ә «лаборатор шарттарҙа», YONEX NANORAY Z-SPEED ракеткаһы ярҙамында, 2013 йылдың авгусында ҡуйыла, ул 493 км/сәғ тәшкил итә[4] . Был осоу тиҙлеге осош башында була, аҙаҡ ул, әлбиттә, тиҙ арала кәмей.

Тыйылған өйрөлтөп биреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1980 йылдар башында бадминтонда өйрөлтөп биреү «Сидек-спин» революция яһай. Был биреүҙең принцибы — воландың ҡанаттары буйлап шыумалы һуғыу юралмаған осош траекторияһына алып килә.

Малайзиялы Мисбун Сидек, үҙе уйлап сығарған биреү арҡаһында, донъяның иң көслө уйынсылар исемлегенә инеп китә.

Әммә тиҙҙән бындай техниканың етешһеҙлектәре асыҡлана. Воландар тиҙ яраҡһыҙ хәлгә килә.

Бадминтон тамашалығын юғалта, сөнки был биреүҙән һуң, отоштар 2-3 һуғыуға тиклем кәмей. Халыҡ -ара бадминтон федерацияһы «Сидек-спинды».ҡулланыуға тыя.

Халыҡ-ара турнирҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер нисә категорияға бүленә: улар сығыштар өсөн иҫәпләп сығарылған рейтинг мәрәйҙәре һаны, бүләкләү фонды, абруйлығы менән айырыла.

Таблица 1. Турнир категорияһына бәйле мәрәйҙәр иҫәбен сығарыу[5]

Донъя бадминтон федерацияһы

ваҡиғалары

Суперсерия

донъя турниры

Донъя турнирҙар серияһы алтын гран-при Донъя Кубогы этабы Европа Кубогы этабы — челленджеры Европа Кубогы этабы Европа Кубогы этабы — фьючерс
Еңеүсе (1) 12000 9200 7000 5000 4000 2500 1700
Көмөш призер (2) 10200 7800 5950 4250 3400 2130 1420
Ярымфиналсы(3,4) 8400 6420-се 4900 3500 2800 1750 1170
Сирек финалисы (5/8) 6600 5040 3850 2750 2200 1370 920
9/16 4800 3600 2720 1920 1520 920 600
17/32 3000 2220 1670 1170 920 550 350
33/64 1200 880 660 460 360 210 130
65/128 600 430 320 220 170 100 60
129/256 240 170 130 90 70 40 20
257/512 120 80 60 40 30 20 10
513/1024 60 40 30 25 20 10 5

Таблица 2. Бадминтон буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа бүләкләү фонды

Ярыш категорияһы Донъя бадминтон федерацияһы ваҡиғалары Суперсерия донъя турниры Донъя турнирҙар серияһы алтын гран-при Донъя Кубогы этабы Европа Кубогы этабы — челленджеры Европа Кубогы этабы Европа Кубогы этабы — фьючерс
Бүләкләү фонды - $200000
$120000 кәм булмаған $50000 кәм булмаған $15000 кәм булмаған $5000 кәм булмаған баш $0

Бөтә донъя бадминтон федерацияһы (BWF) һәм Европа бадминтон федерацияһы (Europe Badminton) ҡағиҙәләренә ярашлы бер илдә бер тапҡырҙан артыҡ түгел донъя Кубогы һәм Европа Кубогы этабын үткәрергә мөмкин.

Рәсәйҙә был донъя турниры серияһы Гран-при «Open Russian» (2007 (Алтын серия), 2008 — Мәскәү, 2009, 2010, 2011 — Владивосток)[6] һәм Европа Кубогы этабы (челленджеры) White Nights[7] (Гатчина, 2007 йыл).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Национальная федерация бадминтона России
  • Всемирная федерация бадминтона
  • Европейский союз бадминтона
  • Независимый форум о бадминтоне в СНГ
  • Правила игры в бадминтон (утверждённые Минспорттуризма РФ)