Баскетбол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Баскетбол тубы
Баскетбол майҙаны

Баскетбо́л (ингл. basket — кәрзин, ball — туп) — спорт командалары баскетбол тубы менән уйнайҙар. Баскетболда бишәр кешенән торған ике команда уйнай, һәр командала 12-шәр кеше, алышыныуҙар сикләнмәгән. Командаларҙың маҡсаты — ҡаршы команданың кәрзиненә туп индереү һәм икенсе командаға туп менән идара итеүгә һәм үҙҙәренең кәрзиненә индертеүгә ҡамасаулау. Кәрзинә иҙәндән 3,05 метр (10 фут) бейеклектә урынлашҡан. Яҡын һәм уртаса алыҫлыҡтан индерелгән тупҡа ике мәрәй, ә алыҫ аранан индерелгәненә (өс мәрәйлек һыҙымдан ары) өс мәрәй, штраф ырғытыуға бер мәрәй бирелә. Баскетбол майҙанының стандарт үлсәме — киңлеге 15 метр, буйы (оҙонлоғо) 28 метр. Баскетбол — донъялағы киң таралған спорт уйындарынан һанала.

1936 йылдан баскетбол Олимпиада уйындарына индерелә, уйынды уйлап табыусы Джеймс Нейсмит та унда була. Ир-егеттәр араһында баскетбол буйынса донъя чемпионаты 1950 йылдан, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1953 йылдан, ә Европа чемпионаты 1935 йылдан алып үткәрелеп килә.

Европала халыҡ-ара клубтар араһында ярыштар үткәрелә: Евролига, Еврокубок, ФИБА саҡырыу кубогы.

Америка Ҡушма Штаттарында баскетбол иң ныҡ үсешкән: Милли баскетбол ассоцияцияһы (МБА) 50 йылдан артыҡ донъялағы милли клубтар араһындағы чемпионатта иң көслөһө һанала. Литвала баскетбол милли спорт булып һанала.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Килеп сығыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1981 йылдың ҡышында Массачусетс штатында Спрингфилдта Йәштәр Христиан АссоцияцияҺы колледжы талибтары (студенттары) туҡтауһыҙ гимнастика эшләп йөрөгән саҡта, ул ваҡытта йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуҙың берҙән-бер алымы булған, әммә ул бик күңелһеҙ шөғөл булған.

Үҙгәреүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Футбол Был спорт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк.