Бокс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бокс
Рәсем
Ил Flag of England.svg Англия
Тема тарихы история бокса[d]
Commons-logo.svg Бокс Викимилектә
Рой Джонс һәм Феликс Тринидад ҡатнашлығындағы алыш

Бокс (ингл. Boxing) — контактлы спорт төрө, спортсылар махсус бирсәткәләрҙә йоҙроҡ ҡулланып бергә-бер сығып һуғыша. 12 раундтан торған алышты рефери контролдә тота. Ҡаршы уйнаусы, һуҡҡандан һуң йығылып, ун секунд дауамында күтәрелә алмаған (нокаут) йәки алған йәрәхәттәренән алышты дауам итеү өсөн хәле булмаған осраҡтарҙа (техник нокаут) еңеүсе атала. Әгәр билдәләнелгән раундтар барышында алыш туҡтатылмаһа, еңеүсе судьялар баһаһы буйынса асыҡлана.

Бик иртә Шумер, Египет һәм Минор рельефтарында уҡ ошондай ярыштарҙың булыуын раҫлаусы дәлилдәр бар. Хәҙерге боксҡа оҡшаған йоҙроҡ һуғыштары буйынса турнирҙар Боронғо Грецияла ла үткәрелгән. Йоҙроҡ һуғыштары беренсе тапҡыр беҙҙең эраға тиклем 688 йылда, антик Олимпия уйындары программаһына индерелгәндән һуң, бокс ысын мәғәнәһендә бергә-бер алып барылған спорт алышына әйләнә. Хәҙерге заман боксы Англияла XVIII быуат башында барлыҡҡа килә[1].

Ҡайһы бер илдәрҙә бокстың үҙ төрҙәре бар — Францияла француз боксы (сават, фехтование, инглиз боксы һәм таяҡтарҙа фехтованиеларҙың берлектәге симбиозы), Мьянмала лехтвей, Таиландта муай-тай — бокс буйынса киң таралған төрөнә ҡарата ҡайһы берҙә «инглиз боксы» тигән термин ҡулланыла.

Йөкмәткеһе

Бокс тарихында иң иртә осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йоҙроҡ һуғышының тәүге һүрәте беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡта Шумер мәмерйәһендә төшөрөлгән, ә беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡтағы боронғо Египет рельефында боксер ғына түгел, ә тамашасылар һүрәте лә бар[2]. Әммә ике алышсының да ҡулдары яланғас[2]. 1927 йылда американ археологы Спенсер Бағдадта ике кешенең алышҡа әҙерләнеүен күрһәткән һүрәт төшөрөлгән таш плиталар таба. Был табыштың йәше — 7000 йыл тип иҫәпләнелә[3].

Йоҙроҡ һуғыштары боронғо һинд текстарында: Веда, Рамаяна, Маһабһараттарҙа ла тасуирлана. Бокстың электән булыуы тураһындағы дәлилдәр Мохенджо-Даро һәм Хараппа[4] ҡалаларының ҡаҙылмаларында ла табыла.

Крит утрауында һәм Сардиния тауҙарында (беҙҙең эраға тиклем 2000—1000 йылдар) бирсәткәләрҙә бокста алышыуҙы раҫлаусы беренсе табылдыҡтар беҙҙең эраға тиклем 1500—900 йылдар менән билдәләнә[2].

Боронғо Грецияла бокс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Грецияның Панатеней амфораһында һүрәтләнгән бокс күренеше, яҡынса б. э. т. 336 йылдар, Британия музейы
Йоҙроҡ менән һуғышыусы яугир ярыштарҙан һуң (бронза скульптура, беҙҙең эраға тиклем i быуат)
Арҡа һәм кәүҙәнең үҫеш күренеше.

Ливандар һәм этрусктар боксты пугилизм тип атай. Урта диңгеҙ буйында ауырлыҡ категорияларына бүлеү булмай, ә клинч ҡәтғи тыйыла. Уйындар раундтарға бүленмәй, һәм ул йыш ҡына ваҡыт менән дә сикләнмәй, нокауттан һуң ҡатнашыусыларҙың береһенең еңелгәнлеге танылғас, йәки ҡайһы берҙә хатта бер уйынсының вафат булыуы теркәлгәс тамамлана[2]. Күнекмәләр ваҡытында бирсәткәләр файҙаланылһа ла, уйынсылар ярышта ҡулдарын һаҡлау өсөн ҡаты тире таҫмаһы менән урар була[2].

Гомерҙың «Илиада»һының егерме өсөнсө йыры Эвреал һәм Эпеос араһындағы боксер алышы тураһында ентекле һөйләй[5]. "Илиада"ла һүрәтләнгәнсә, боксты микен яугирҙары вафат булған яугирҙар хөрмәтенә ярыштарға индергән. Башҡа риүәйәт буйынса, Тесей үҙе идара иткән ваҡытта бокс төрөн булдырған, унда ике ҡатнашыусы, береһенә-береһе ҡаршы ултырып, береһе вафат булғансы һуғыша. Ваҡыт үтеү менән алыштар аяғүрә баҫҡан килеш үткәрелә, ә ҡатнашыусылар ҡулдарының терһәктән түбән өлөшөн әйбер менән урай башлай.

Беҙҙең эраға тиклем 688 йылда беренсе тапҡыр бокс 23-сө антик Олимпия уйындары программаһына индерелә[6]. Ул уҡ ваҡытта пигма (pygme)[6] исеме аҫтында билдәле булған йоҙроҡ һуғыштары ҡағиҙәләрен Геракл булдырған, тип иҫәпләнелә[7]. Шундай риүәйәт тә бар, спартансылар ҡылыс һәм ҡалҡан менән һуғышырға өйрәнеүҙән алда бокс мәктәбен үтергә тейеш була[8].

Боронғо Грецияла ярыштар йылға ҡомо һибелгән дүрткел майҙансыҡта үтә, ә тамашасылар был "ринг"тың ҡоймаһы була[7]. Ҡағиҙәләрҙең үтәлешен судья — гелладоник күҙәтә. Әгәр билдәләнгән ваҡытта ҡатнашыусыларҙың береһе лә еңеүгә өлгәшмәһә — бер-береһенә һаҡһыҙ һуғыу менән алмашыу тәғәйенләнә[7]. Олимпиадала ҡатнашыуға тик иректә тыуғандар ғына индерелә. Күнекмәләр махсус мәктәптәрҙә — палестраларҙа үтә[7], спортсылар һуғышыу техникаһын тоҡтарҙы туҡмап (korykos тип атала) камиллаштыра һәм алыштар ваҡытында йәрәхәт алыуҙы булдырмау өсөн уйын ваҡытында ҡулдарын, ҡусҡар һөйәген һәм түштәрен ҡайыш менән урар була.

Боронғо Римдә бокс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Римдә бокстың ике төрө ҡулланыла, икеһе лә этруск йолаларынан килеп сыҡҡан. Бөтә Римдә халыҡ «боксы» популярлыҡ ала, әммә шулай уҡ гладиаторҙар һуғышы варианты ла ҡулланыла. Бындай алыштарҙа, нигеҙҙә, азатлыҡ яуларҙарына ышанған енәйәтселәр һәм ҡолдар ҡатнаша, ләкин ҡайһы берҙә алыштарҙа ирекле кешеләр, аристократтар һәм хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һуғыша. Гладиаторҙар үҙенсәлекле бирсәткәләр, ҡайһы берҙә сәнскеле бирсәткәләр (ҡара: цестус) кейеп һуғыша. Квириналдан килгән боксёрҙың яра эҙҙәре менән ҡапланған кәүҙәһе, шулай уҡ һуғыуҙан йәмшәйгән ҡолаҡтары ярыштарҙың ни тиклем аяуһыҙ булыуын күрһәтә.

Һуғыш кулачный популярлыҡ килтерә, хатта император ҡабул ителә башланы, улар ҡатнаша, уларҙың беренсе булып килеүсе Нерон.

Йоҙроҡ һуғышының популярлығы шул тиклем юғары була, хатта уларҙа императорҙар ҙа ҡатнаша, уларҙың иң тәүгеһе — Нерон.

393 йылда Рим императоры Феодосий руханиҙары талабы буйынса олимпия уйындарын үткәреүҙе тыя, сөнки улар мәжүсиҙәр байрамы, тип һанала[9], ә 500 йылда Бөйөк Теодорих спорт булараҡ боксты, Алланы мыҫҡыл итеүсе, тип тыя: Алланың символы булған йөҙ (кеше бите) һөжүмгә дусар ителә. Әммә был указ Көнсығыш империянан ситтә урынлашҡан ҡалаларҙың спорт тормошона әллә ни ҙур йоғонто яһай алмай. Был ваҡытҡа Көнбайыш Европа Рим империяһының бер өлөшө булыуҙан туҡтай, һәм бында Урта быуаттарҙа һәм унан һуң да бокс популяр булыуын дауам итә. Шуны билдәләргә кәрәк, көрәш, фехтование һәм ике тәгәрмәсле арба уҙыштары бер ваҡытта ла тыйылмай, сөнки улар физик кәмселектәр тыуҙырмай.

Хәҙерге вариант[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йоҙроҡ һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Стенаға стена» йоҙроҡ һуғышы

Рим ҡолатылғандан һуң классик бокстың ҡулланылыуын раҫлаусы дәлилдәр табылмай, әммә Италияның (унда XIII быуатта бокс алыштары рөхсәт ителгән закон ҡабул ителә) төрлө ҡалаларында һәм провинцияларында спорт һаҡлана һәм үҫешеүен дауам итә. Боронғо Рустә лә шулай уҡ йоҙроҡ һуғышы йыш үткәрелә, ә XVII быуат башынан Англияла яланғас ҡул менән бокс популярлыҡ яулай, шул уҡ ваҡытта «бокс» атамаһы ла барлыҡҡа килә. Бокс буйынса рәсми рәүештә беренсе булып итсе һәм герцог Альбемарльскийҙың лакейы араһында булған алыш (был турала Protestant Mercury гәзитенең 1681 йылдың ғинуар һанында баҫылып сыҡҡан)[10] теркәлгән, тип иҫәпләнелә. Әммә был хаҡта бынан да иртәрәк теркәлеүҙәр ҙә бар. Джон Пэрротаның (1582—1588 йылдаҙа Ирландияла Король вәкиле) тормош юлы һүрәтләмәһендә лорд Абергавенни менән уның алышы, шулай уҡ уның ике лейб-гвардеец менән 16-сы быуат уртаһында[11] бәрелеше иҫкә алына. Сэмюель Пепистың (17 быуатта инглиз парламенты ағзаһы) көндәлектәрендә 1660 йылдың 5 авгусындағы яҙмаһында Вестминстер баҫҡыстары янында[12] Mynheeu Clinke исемле немец һәм һыу ташыусы араһында йоҙроҡ һуғышы булыуы иҫкә алына.

Инглиз яугирҙәры араһындағы алыштар бирсәткәһеҙ үткәрелә һәм тәүге осорҙа алыш алдынан ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың вәкилдәренең туранан-тура килешеүе буйынса. билдәләнелгән ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙең булыуы улар ғәҙәти һуғышыуҙан айырыла. Джеймс Фигг Англияның дөйөм танылған беренсе чемпионы тип иҫәпләнелә, әммә ул йоҙроҡ һуғышы яугиры булыуға ҡарағанда ҡылыс һәм күҫәк алышы оҫтаһы булараҡ танылған. 1743 йылдың 16 авгусында Англиялияның чемпионы Джек Бротон дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙәләр йыйынтығын баҫтырып сығара. Бротон ҡағиҙәләре һуңғараҡ 1838 йылдың Лондон призлы ринг ҡағиҙәләренә нигеҙ итеп алына. Уларҙа алыштың оҙайлығы сикләнмәй, көрәшселәрҙең береһе, ергә йығылып, утыҙ секундтан һуң алышты дауам итә алмаһа, алыш тамамлана. Йоҙроҡ менән генә түгел, ә терһәк һәм баш менән дә һуғыу рөхсәт ителә. Ныҡ итеп тотоу һәм ташлау алымдарын да файҙаланырға мөмкин була. 1853 йылда Лондон призлы ринг ҡағиҙәләренең яңы версияһы ҡабул ителә. XVII быуатта шулай уҡ Д Мендозаның «фәнни бокс» теорияһы ла барлыҡҡа килә, ул һуғыуҙарға түгел, ә алышты алып барыу стратегияһына баҫым яһарға тәҡдим итә.

Шуға ҡарамаҫтан бокс XIX быуатта законлылыҡ менән маҡтана алмай. Англия һәм АҠШ-та үткәрелгән алыштарҙы йыш ҡына полиция туҡтата. Ҡатнашыусылар көрәш техникаһын ҡулланыуҙы дауам итә, һәм ярыштар йәмәғәт тәртибен боҙоу, тип иҫәпләнелә. Тап ошо ваҡытта ярайһы уҡ ҡатмарлы алыш тактикаһын булдырған бер нисә чемпион барлыҡҡа килә.

Маркиз Куинсберриҙың ҡағиҙәләре (1867 йыл)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боксерҙар рингы

1867 йылда журналист, һәүәҫкәр атлеттар клубы ағзаһы Джон Грэхэм Чемберс Лондонда үтәсәк һәүәҫкәрҙәр чемпионаты өсөн ҡағиҙәләр йыйылмаһын төҙөй. Джон Шолто Дуглас, Куинсберриҙың 9-сы маркизы, авторға матди ярҙам күрһәтә һәм проектты артабан дауам итеүҙә үҙ өлөшөн индерергә ризалаша, шул ваҡыттан алып ҡағиҙәләр уның исеме менән бәйләнә[13]. Был ҡағиҙәләргә 14 пункт индерелә[13][14]:

  • Алыш яҡтары 24 фут булған квадрат майҙансыҡта үтергә тейеш;
  • ныҡ тотоу, быуыу, кәүҙә менән этеү, аяҡ салыу, ташлауҙар, баш, терһәк, тубыҡтар менән һуғыу тыйыла;
  • һәр раунд 3 минут дауам итә, араларында берәр минутлыҡ тәнәфес була;
  • әгәр дәғүәсе йығыла ҡалһа, ул 10 секунд дауамында ситтән ярҙамһыҙ торорға тейеш, был ваҡытта уға ҡаршы уйнаусы рингтағы үҙ мөйөшөнә китә. Боксер тороп баҫҡас, алыш дауам итә. Әгәр 10 секунд эсендә боксер алышты дауам итә алмаһа, арбитр уға еңелеү яҙа ала;
  • ҡулдары менән арҡанға йәбешергә тырышҡан боксер, ергә йығылған, тип иҫәпләнелә;
  • раунд осоронда секунданттарҙың да, кем дә булһа башҡа берәүҙең ринг эсенә инергә хоҡуғы юҡ. Боксерҙан тыш рингта тик арбитр (рефери) була ала;
  • Боксерҙар күн бирсәткәләрҙә сығыш яһай, һәм ике уйынсының да бирсәткәләре бер үк ауырлыҡта, яңы һәм яҡшы сифатлы булырға тейеш;
  • әгәр уйын барышында бирсәткә йыртылһа, ул арбитр талабы буйынса алмаштырылырға тейеш;
  • тубығы менән рингҡа ҡағылған боксер йығылған, тип иҫәпләнә;
  • осло үксәле аяк кейемен кейеү тыйыла;
  • уйын бер дәғүәсенең еңеүе менән тамамлана (бер кемдең дә еңмәүе тик боксерға ставка ҡуйғандар уйындың ошолай тамамланыуы менән риза булған осраҡта ғына таныла);
  • башҡа осраҡтарҙа Лондон призлы ринг ҡағиҙәләре ҡулланылырға тейеш.

1882 йылда Англияла «Р. Куни эше» тикшерелә, уның тыңлауҙары йомғаҡтары буйынса, иҫке ҡағиҙәләр буйынса һуғыш спортсыларҙың сәләмәтлеге өсөн хәүефле, тигән ҡарар ҡабул ителә. шулай итеп, яланғас ҡул менән бокс әкренләп бөтә, ә «маркиз Куинсберри ҡағиҙәләре» рәсми төҫ ала.

Яңы ҡағиҙәләр буйынса иң ауыр ауырлыҡ категорияһында Джон-Лоуренс Салливан тәүге чемпион була.

XX быуат башында Текс Рикард кеүек промоутерҙарҙың ярҙамына таянып, уйынсылар бокстың законлы булыуын танылыуына өлгәшергә тырыша. Тиҙҙән спорт ярыштарын көйләүсе төрлө институттар ойоштора.

Ҡағиҙәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боксеры нокдаунда, һәм судья 10-ға тиклем иҫәпләй.

1867 йылда баҫылып сыҡҡандан һуң маркиз Куинсберри ҡағиҙәләре боксёр ҡағиҙәләрен көйләүсе төп сығанаҡ булып тора.

Ҡағиҙә булараҡ, раундтар 3 минут дауам итә (Бөйөк Британияла 2 минутлыҡ раундтар ҙа ҡулланыла). Һәр боксёр үҙенә бидәләнелгән мөйөштән сыға һәм һәр раундтан һуң ял итеү, тренерынан кәңәштәр алыу, табиптан кәрәк булған ярҙам алыу өсөн шунда уҡ йүнәлә. Рефери алышты контролдә тота: ринг эсендә тороп, ул уйынсыларҙың тәртибен күҙәтә, нокдаундарҙы иҫәпләй һәм ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн штраф һала. Ҡатнашыусыларға мәрәйҙәр яҙыу өсөн ринг эргәһендә өскә тиклем судья тора ала.

Алышта ҡатнашыусы, ҡаршы яҡты нокаутҡа ебәреп, еңеүсе була ала. Әгәр боксёр, һуғыуҙан һуң йығылһа һәм аяғынан башҡа тәненең теләһә ниндәй өлөшө менән иҙәнгә ҡағылһа, рефери иҫәпләй башлай. 10 секунд эсендә күтәрелһә — алыш дауам итә, күтәрелмәһә — ул нокаутта тип иҫәпләнелә, ә уның дәғүәсеһе еңеүсе була. Боксёр йәрәхәт алһа йәки һаҡланырға хәле булмаһа, рефери, табип йәки боксеёрҙың мөйөштәге вәкилдәре техник нокаут эшләнеүен таный. Ҡайһы саҡта өс нокдаун ҡағиҙәһе ҡулланыла (WBA ҡанаты аҫтында үткәрелгән титул алыштарында), ул һандағы нокдаун техник нокаутҡа тиң була. Әгәр уйын бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланһа, еңеүсене судья асыҡлай. Иң күп һанда мәрәйҙәр йыйған спортсы еңеүсе тип иғлан ителә, әммә уйындың бер кемдең дә еңмәүе менән дә тамамлангыуы ихтимал.

Боксер рингтан ситкә йығылып төшкән осраҡта иҫәпләү 20-гә тиклем барып етә

Боксёрҙарға билдән түбән һуғыу, бер-береһен тотоп тороу, этешеү, тешләшеү, төкөрөнөү һәм көрәшеү тыйыла. Шулай уҡ аяҡ менән тибергә, баш, тубыҡ йәки, төйнәлгән йоҙроҡтан башҡа, ҡулдың теләһә ниндәй өлөшө (терһәк, иңбаш, ҡушҡар һөйәге, асыҡ ус) менән һуғырға ярамай. Арҡаға, елкәнең артҡы өлөшөнә, елкәгә һәм бөйөрҙәргә һуғыу тыйыла. Һөжүм ваҡытында арҡанға йәки дәғүәсегә тотонорға, шулай уҡ билдән түбән һуғырға ярамай. Әгәр клинчты рефери туҡтатһа, уйнай башлар алдынан ике уйынсы ла бер аҙым артҡа атларға тейеш. Боксёрҙың береһе нокдаунда булғанда икенсеһе нейтраль мөйөштә судьяның ҡарарын көтөргә тейеш.

Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн рефери иҫкәртеү яһай, мәрәйҙәрен бөтөрә йәки хатта квалификацияһынан мәхрүм итә ала. Аңлы рәүештә ҡағиҙәләрҙе боҙоп, ҡаршы яҡҡа йәрәхәттәр яһалыуы һәм алыштың туҡтатылыуы, ҡағиҙә булараҡ, һуңғы һәм иң ҡәтғи сараны ҡулланыуҙы мәжбүр итә. Осраҡлы рәүештә билдән түбән һуғыу алған боксёр 5 минут дауамында көсөн тергеҙә ала. Әгәр бирелгән ваҡыттан һуң алышты дауам итергә әҙер булмаһа, ул нокаут алған тип таныла. Баштарҙың осраҡлы бәрелешеүе алыштың дауам ителеүе мөмкин булмаған, хатта хәүефле булған йәрәхәттәргә килтереүе ҡағиҙәләрҙә айырым пункт менән билдәләнелә. Әгәр был хәл тәүге дүрт раунд барышында булһа, алышта бер кем дә еңмәгән йәки алыш булмаған тип таныла (алышҡа тиклем үк һөҙөмтәнең нисек буласағы алдан килешелә). Әгәр был хәл дүртенсе раундтан һуң була ҡалһа, алыш туҡтатыла, һәм судьялар тулы раундтар барышында йыйылған тауыштарҙы һанай. Аңлы рәүештә баштар менән бәрелешеү ҡағиҙә боҙоу, тип иҫәпләнелә, һәм бының өсөн штраф һалына.

Хәҙерге заман боксы шоуҙың бик күп элементтарын үҙ эсенә алған, шул иҫәптән боксёрҙың (walkout) рингҡа сығыуын да, аҙағыраҡ башҡа бергә-бер көрәштәре лә был алымды ҡуллана башлай

Тыйылған алымдар:

  • билдән түбән һуғыу;
  • баш менән һуғыу (йәки хәүефле хәрәкәт);
  • елкәгә һуғыу;
  • бөйөрҙәргә һуғыу;
  • арҡаға һуғыу;
  • асыҡ бирсәткә менән һуғыу (ҡулдың ҡыры йәки һырты менән һуғыу, бигерәк тә шнур бәйләнгән урын менән);
  • тотоп алыу (башын, ҡулын, бирсәткәһен, кәүҙәһен);
  • һуғыу менән бергә тотоп алыу;
  • ҡул менән ҡаршы уйнаусының битенә баҫыу;
  • ҡаршы уйнаусыға арҡа менән боролоу;
  • ҡаршы уйнаусыны этеп ебәреү;
  • һуғыу өсөн арҡанды ҡулланыу;
  • арҡанды тотоп алыу

Күнекмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәүәҫкәр боксёрҙарҙың күнекмәләре йыш ҡына төркөмдәрҙә үтә. Күнекмәләр башында спортсылар яҙылыу өсөн махсус күнегеүҙәр эшләй. Тренер күрһәтмәһе буйынса спортсылар һуғыу, парлап алышыу техникаларын, алыш комбинацияларын йәки снарядтарҙа (боксёр тоғо, груша) күнекмәләр үтәүҙе яҡшыртыу, спарринг өҫтөндә шөғөлләнә. Махсус физик әҙерлек буйынса бик күп күнекмәләр үтәлә: скакалка, тултырылған туп, гер, штанганың грифы менән, турникта, брустарҙа һәм башҡалар.

Профессиональ һәм һәүәҫкәрҙәр боксы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олимпия уйындарында бокс

Элек аҡса алыштарҙы үткәреүҙең төп сәбәбе була — ҡатнашыусылар приз өсөн алыша, ә тамашасылар билдәле бер уйынсы исеменә аҡса (ставка) ҡуя. Хәҙерге заман Олимпия хәрәкәте һәүәҫкәр боксҡа ҡыҙыҡһыныу уятты, ул 1904 йылда ҡабаттан спорттың Олимпия төрөнә әйләнә, ә 1920 йылда тулыһынса уйындар программаһына инә.

Хәҙер һәүәҫкәрҙәр алышы өс йәки дүрт раунд менән сикләнә, ә еңеүсе ҡаршы уйнаусының кәүҙәһенә һәм битенә туп-тура һуҡҡаны өсөн йыйылған мәрәйҙәр һанына ҡарап билдәләнә. Боксёрҙар йәрәхәт алыуҙы, нокдаунға йәки нокаутҡа китеүҙе кәметеү өсөн алыштарын һаҡлағыс шлемда үткәрә. Бөтә донъяла тиерлек профессиональ бокс ҙур популярлыҡ яулаған, әммә Кубала һәм ҡайһы бер элекке совет республикаларында һәүәҫкәрҙәр варианты өҫтөнлөк менән файҙалана. Боксёрҙарҙың күбеһе өсөн Олимпия уйындарында сығыш яһау киләсәктә профессиональ төрҙәге карьераһы өсөн кәрәк булған тәжрибә сығанағы булып тора.

Һәүәҫкәр бокс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәүәҫкәр бокста 2013 йылдан алыш формулаһы 3 минутлыҡ 3 раундтан тора, өлкәндәр ир-егеттәр (элита) шлем менән файҙаланмай.

Хәҙерге һәүәҫкәр бокста ҡатнашыусылар шлем кейергә бурыслы
Boxing pictogram.svg

Олимпия уйындарында, Берҙәмлек Уйындарында һәм спорттың ошо төрө ассоциацияһы рөхсәт иткән күп кенә башҡа ярыштарҙа бик юғары кимәлдәге һәүәҫкәр боксты күрергә мөмкин. Олимпия уйындарында, Берҙәмлек Уйындарында һәм Һәүәҫкәр бокс Ассоциацияһы үткәргән башҡа ярыштарҙа алыш 3-әр минут бара һәм 3 раундта үтә. Раундта араһында — 1 минут тәнәфес.

1924 йылда Халыҡ-ара һәүәҫкәр боксёрҙар федерацияһы ойошторола (ФИБА), 1946 йылдан ул АИБА булараҡ билдәле. Европаның беренсе чемпионаты федерация асылған 1924 йылда үткәрелә, ә донъя беренселеге 50 йылдан һуң — 1974 йылда була. 1991 йылға тиклем донъя чемпионаттары һәр дүрт йыл һайын, артабан Европа чемпионаты кеүек үк, ике йылға бер үткәрелә[15].

Донъя беренселегендә еңеүҙәр һаны буйынса рекордсы — ауыр ауырлыҡта сығыш яһаған Куба спортсыһы Феликс Савон (6 тапҡыр чемпионы), ул ХХ быуаттың һуңғы ун йыллығында иң яҡшы һәүәҫкәр боксёр тип танылды[16]. 2000 йылда Сиднейҙа еңгәндән һуң өс тапҡыр олимпия чемпионы исеменә лайыҡ була, был күрһәткес буйынса ул Теофило Стивенсонды һәм Ласло Паппты ҡыуып етә. Европа беренселектәрендә 4 алтын миҙал яулаған поляк боксёры Збигнев Петшиковский иң яҡшы боксёр булып иҫәпләнә.

Һуғыусының йоҙроғо ҡаршы уйнаусылағы аҡ һыҙатҡа тейгәс кенә һуғыу иҫәпкә алына. Боксёрҙар рөхсәт ителгән ысулдарҙы ғына файҙаланһын өсөн рефери алышты күҙәтеп тора. Ҡатнашыусының билендәге билбау һуғыу мөмкин булған иң түбән кимәлде күрһәтә: маҡсатлы рәүештә унан түбән һуҡҡандарҙың квалификацияһы алына. Шулай уҡ рефери алыштан ситләшеү өсөн боксёрҙар берен-бере тотоп тормауын да күҙәтә, әгәр ҡатнашыусыларҙың береһе йәрәхәт алһа, ҡаршы яҡтан еңелеп барһа йәки иҫәптәр буйынса артта ҡалһа, алышты туҡтата[17].

2013 йылдың 1 сентябрендә бокс буйынса бөтә турнирҙар ҙа бөтөнләй шлемһыҙ үтә. Шулай уҡ һәүәҫкәр бокста мәрәйҙәрҙе иҫәпләү системаһы үҙгәрештәр кисерә. Яңы система буйынса мәрәйҙәр түбәндәгесә иҫәпләнә: берәрләп аныҡ һуғыуҙар менән мәрәйҙәр йыйыу уңышлы түгел, ә раундтарҙы ҡаршы уйнаусыға дөйөм зыян килтереп оторға кәрәк. Шулай итеп, мәрәйҙәрҙе һанау системаһы профессиональ бокстағына оҡшаш.

Ярымпрофессиональ бокс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылда ярымпрофессиональ бокс лигаһы — Boxing World Series булдырыла.

Ғәҙәти һәүәҫкәр бокстан айырмалы лига ағзалары рөхсәт ителгән алыштарҙа яланғас кәүҙә һәм һаҡлағыс шлем кеймәй ҡатнаша. Профессиональ бокстағы кеүек аҡса эшләү ҙә рөхсәт ителә. Шуға ла ҡарамаҫтан, һәм лига ағзалары һәүәҫкәр статусын хуплай һәм элеккесә Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Профессиональ бокстағы кеүек һәр алыш өс судья ҡуйған балдар ярҙамында, ҡайһы бер осраҡтарҙа нокаут, техник нокаут менән хәл ителә. WSB-ла биш ауырлыҡ категорияһы бар (үтә еңел (54 кг-ға тиклем), еңел (61 кг тиклем), уртаса (73 кг-ға тиклем), ярымауыр (85 кг-ға тиклем), ауыр (91 кг-нан артыҡ ауырлыҡ). Алыш өсәр минутлыҡ биш раундта үтә.

Профессиональ бокс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боксерҙар: Рикардо Домингес Рафаэль Ортисҡа ҡаршы

Профессиональ бокста алыштар, ҡағиҙә булараҡ, һәүәҫкәрҙәргә ҡарағанда күпкә оҙайлыраҡ, — 10 раундтан 12 раундҡа тиклем, тәжрибәһеҙ боксёрҙар менән 10 раунд үткәрелә, әммә, ҡағиҙә булараҡ, 4 раундтан кәм түгел. XХ быуат башына тиклем раундтар һаны сикләнмәгән алыштар ҙа булғылай, улар, ғәҙәттә, боксёрҙарҙың береһе нокаутҡа киткәс, йәки секунданттар һорауы буйынса тамамлана. Аҙағыраҡ 15 раундта туҡтатырға, тигән ҡарар ҡабул ителә, ә 1982 йылда, Ду Ку Ким үлгәндән һуң, WBC (Бөтә донъя боксёрҙар советы) раундтарҙың максималь һанын ун ике менән сикләй[18]. 1987-1988 йылдарҙа башҡа ике абруйлы ойошма — һәм IBF һәм WBA, уның өлгөһөнә эйәрергә ҡарар итә.

Профессиональ бокста шлем кейеү тыйыла, әммә рефери, боксёрҙарҙың береһенең, йәрәхәтләнеү сәбәпле, һаҡлана алмауын күрһә, алышты туҡтата ала. Бындай осраҡта техник нокаут һөҙөмтәһендә дәғүәсе еңеүсе тип таныла. Шулай уҡ боксёр алышты дауам итергә мөмкинлек бирмәгән йәрәхәт (бит тиреһенең сыйылыуы) алһа, техник нокаут бирелә. Шуға күрә боксёрҙар, рефери алышты туҡтатҡанға тиклем ҡан ағыуын туҡтаттырыу өсөн белгестәр (катмендар) яллай. Һәүәҫкәрҙәрҙән айырмалы профессионалдар рингҡа билгә тиклем яланғас килеш сыға[19].

Профессиональ бокста мәрәй иҫәпләү, аҙаҡ ҡушыу менән, кире яҡҡа иҫәп схемаһы буйынса башҡарыла. Рингҡа сыҡҡан боксёрҙарҙың һәр береһе 10 мәрәйгә эйә була. Раундта еңеүсе 10 балын да һаҡлап ҡала, ә еңелеүсенең балы,1 балға кәмеп, 9 балл була, шулай итеп, раундта алыш 10—9 иҫәбенә тамамлана. Әгәр боксёрҙың береһе нокдаунға киткән булһа, унан ике балл алына, һәм раунд (бер нокдаун менән) 10—8 иҫәбенә тамамлана. Әгәр боксёр ике тапҡыр нокдаунда булһа, 10—7 иҫәбенә, өс тапҡыр булһа, 10—6 иҫәбенә тамамлана. Әгәр раунд бер кемдең дә менән тамамланһа (ҡайһы бер боксёр ойошмалары уйындың бер кемдең дә менән тамамланыуын судьяларҙың белеп еткермәүенә бәйләй, шулай ҙа бындай хәлдәр булғылай), арбитр 10—10 иҫәбен ҡуя. Бик һирәк осраҡта ғына нокдаунда булған боксёр раундта еңеп сыға. Бында иҫәп ҡаршы яҡты нокдаунға ебәргән уйынсы файҙаһына 10—9 булырға тейеш, сөнки ҡағиҙә буйынса 10 һаны һәр ваҡыт булырға тейеш.

Бокстың стилдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бокста күп төрлө стилдәр бар. Спортсы үҙенә тап килгән хәрәкәттәрҙең ҡайһыныһын камиллаштырырға кәрәклеген һайлағанда уйын стиле лә үҫешә. Стилде билдәләүсе бик күп терминдар бар.

Ҡатнаш стиль[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боксёрҙарҙың сығышы ниндәйҙер стилгә ҡарамауы ла ихтимал: ул бер үк ваҡытта инфайтер ҙа, аутфайтер ҙа (бер сағыу миҫал — Бернард Хопкинс), йәки аутфайтер һәм боксер-панчер (сағыу миҫалдарҙың береһе — Владимир Кличко) була ала . Бокс бындай миҫалдар ифрат күп.

Аутфайтер йәки Таҙа-боксёр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бокс тарихында Мөхәммәт Али — иң сағыу аутфайтер.

Аутфайтер (ингл. out-boxer), йә Таҙа-боксёр (ингл. out-boxer), — бокста алышыу стиле, унда боксёр алыҫ дистанциянан алышыуға өҫтөнлөк бирә. Был боксёр уйын техникаһын яҡшы белә, рингта еңел хәрәкәт итә. Аутфайтер свормерҙың тап киреһе. Бындай боксёр, ринг буйлап еңел һәм тиҙ хәрәкәт итеүенә таянып, алыҫ дистанцияны һаҡларға тырыша. Ҡаршы яҡ, һаҡты үтеп, яҡын һөжүмгә сығырға тырышһа, аутфайтер дистанцияны оҙонайтырға һәм, ҡаршы һуғыу алымдарын ҡулланып, уны туҡтатырға тырыша. Һул ҡулы менән ҡаршы яҡтың башына Джеб һуғыуы — аутфайтерҙың төп ҡоралы, шуның ярҙамында ул уға ҡаршы яҡты алыҫтараҡ тота. Ҡаршы яҡтың һағы асылған мәлдә генә ул уң ҡулын эшкә ҡуша. Бының менән үҙенең һағын тағы ла арттыра төшә. Аутфайтер хук һәм апперкоттар серияларын үҙе өсөн иң уңайлы шарттарҙа, ҡаршы яҡ арыған һәм һуғыуҙан шаңҡып ҡалғанында ғына файҙалана. Ғәҙәттә, бындай боксёрҙар бер ҡасан да хистәргә бирелмәй һәм алыштың киҫкенләшеүенә бармай, ә тыныс ҡына һуғыша бирә.

Ғәҙәттә оҙон буйлы һәм оҙон ҡуллы, етеҙ хәрәкәт итә алған боксерҙар аутфайтер була. Аутфайтер бер урындан икенсе урынға тиҙ арала күсә белеүенә һәм тактик уйын алып бара алыуына таяна. Аутфайтерҙы айырып торған үҙенсәлек — уның өсөн алышты ваҡытынан алда тамамлау түгел, ә мәрәйҙәр буйынса йыш отоу, әммә киреһенсә булған осраҡтар ҙа бар. Был стилгә эйә булырға боксер етеҙ һуға белергә, реакцияһы яҡшы булырға, тиҙ йөрөргә тейеш.

Сағыу аутфайтерҙар — Мөхәммәт Али. Джин Танни, Вилли Пеп һәм Рой Джонстар ҙа аутфайтерҙар була.

Боксёр-панчер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майк Тайсон — бокс тарихында иң яҡшы боксер-панчер.

Боксёр-панчер (ингл. slugger) — бокста алышыу стиле, унда боксёр уртаса дистанцияны һаҡлай һәм, техника менән көстө берләштереп, ҡаршы яҡты бер-бер артлы һуғыу, ә ҡайһы берҙә бер генә һуғыу менән нокаутҡа ебәрергә тырыша. Боксёр-панчер аутфайтерға ҡарағанда аҙыраҡ хәрәкәт итә, әммә дөйөм алғанда уларҙың рингта йөрөү техникаһы бик оҡшаш. Был стиль нокаут менән еңеүҙе күҙҙә тотҡанға күрә, боксёр-панчер бик яҡшы физик әҙерлектә булырға тейеш.

Сағыу боксёр-панчерҙар: Джо Луис, Шугар Рэй Робинсон, йәш Майк Тайсон, Энтони Джошуа.

Был терминды ябай панчерҙар, йәки Эрни Шейверс йәки Дэвид Туа кеүек нокаутёрҙар менән бутарға ярамай.

Свормер йәки Инфайтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Свормер Генри Армстронг — бөтә замандарҙың бөйөк боксерҙың береһе.

Свормер (ингл. brawler) йәки Инфайтер (ингл. counter-puncher) — бокста алышыу стиле, унда боксёр, хуктарҙан һәм апперкоттарҙан торған бер нисә һуғыу комбинацияһын бер ыңғай үтәп, алышты яҡын дистанцияла алып барыуға өҫтөнлөк бирә. Инфайтерҙар етеҙ, агрессив һәм бик ҡыҙыуҙар. Ҡеүәтле һөжүмдәре менән улар ҡаршы яҡҡа етди ҡурҡыныс тыуҙырыуы ихтимал. Әммә свормер яҡыныраҡ килеп яуап һөжүмен башҡарғансы, уның ҡаршы яҡтың һөжүменә эләгеү ҡурҡынысы бар, шуға күрә ул һәр саҡ ҡаршы яҡтың һөжүменә ҡаршы торорға әҙер булырға тейеш. Свормер — агрессив, шартлар хәлгә еткән, емергес һөжүм серияһына таянып алышҡан, әммә техникаға аҙ иғтибар бүлгән боксёр, сөнки уның төп маҡсаты — ҡаршы яҡты бер йәки бер нисә һөжүм серияһы менән еңеү. Күпселек свормерҙар тәпәш буйлы була, шуға ла улар һаҡланыу өсөн билдән бөгөлә йәки ситкә тайпыла ала. Свормерҙы башҡаларҙан айырып торған сифат — һуҡҡанда үҙен тота белеүе, сыҙамлылығы, агрессив булыуы, һуғыу көсөнөң ифрат ҙур булыуы.

Иң яҡшы свормерҙар: Джек Демпси, Генри Армстронг һәм Джо Фрейзер.

Слаггер йәки Броулер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Слаггер Джордж Форман — иң билдәле слаггер

Слаггер (ингл. to spoil — «портить», «мешать») йәки Броулер (ингл. brawler) — хук йәки апперкот кеүек дуға һөжүмдәренә өҫтөнлөк биргән, ләкин аҙ хәрәкәтсән һәм яҡшы техникаға эйә булмаған боксёр. Слаггерҙар, дәғүәсеһен нокаутҡаҡа ебәрерлек бер һөҙөмтәле һуғыуға иҫәп тотоп, һәр ваҡыт алға бара. Әммә уларға хәйләкәрлек һәм аяҡтарының етеҙлеге етешмәй, быны улар көслө һөжүм менән тулыһынса ҡаплата. Бындай боксёрҙар бик үк хәрәкәтсән түгел, шуға күрә ҡаршы яҡ ринг буйлап етеҙ йөрөһә, улар өсөн ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Өҫтәүенә слаггерҙар бер ҡул менән һуғыуҙы (хук һәм апперкот) һирәк ҡуллана. Слаггерға һүлпәнлек хас, уның алышыу манераһы алдан билдәле, шуға ла ҡаршы яҡтың һөжүменә ул әҙер булмай сыға. Әммә улар юғары сыҙамлылыҡҡа һәм яҡшы физик көскә эйә.

Ҙур булмаған йәки урта буйлы, олоғайып барған, яҡшы һуғыу көсө булған боксёрҙар йыш ҡына слаггер була. Улар хук йәки апперкот кеүек дуға һөжүмдәренә өҫтөнлөк бирә. Ләкин шарттар талап итһә, етеҙ һәм техника яғынан көслө ҡаршы яҡты алыҫыраҡ джеб итеп тота ала. Слаггерҙың иң мөһим сифаты — емергес һөжүмгә әҙер булып, ҡаршы яҡтың һөжүменә оҫта ҡаршы тороуы.

Слаггер өсөн аутфайтерҙар һәм панчерҙар уңайһыҙ дәғүәсе булып тора.

Макс Бэр, Рокки Марчиано һәм һуңғы Джордж Форман — сағыу слаггерҙар.

Контрпанчер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флойд Мейвезер — еңелмәгән контрпанчер

Контрпанчер (ингл. counter-puncher) — бокс алышының һаҡланыу, контрһөжүм яһауға, ҡаршы яҡтың хаталарына, үҙ инициативаһы урынына контрһуғыуҙарға иҫәп тотоуға ҡоролған стиле. Контрпанчер үҙ алдына ҡаршы яҡтың һәр һөжүмен контрһөжүмдә файҙаланыу бурысын ҡуя. Яҡшы һаҡланыу, ҡаршы яҡтың һөжүменән арына белеү йәки яуап контрһөжүмдәр менән уны бикләү тактикаһын ҡуллана ул.

Контрпанчер — боксёр-агрессорҙар өсөн бик уңайһыҙ дәғүәсе, бигерәк тә — слаггер өсөн. Контрпанчер, ҡағиҙә булараҡ, мәрәйҙәр буйынса еңә, әммә иҫкәрмәләрҙең дә булыуы ихтимал.

Хуан Мануэль Маркес, Флойд Мейвезер, Пернелл Уитакер һәм Крис Бёрда контрпанчер миҫалы була ала.

Спойлер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джон Руис — иң билдәле спойлер

Спойлер (ингл. to spoil — «боҙоу», «ҡамасаулау») — туранан-тура һөжүмдән ҡасырға һәм алышты «икенсе номер» булараҡ алып барырға тырышҡан ҡаршы яҡ. Ҡағиҙә булараҡ, спойлер күберәк ваҡытты клинчта үткәрергә тырыша һәм ҡайһы берҙә тыйылған алымдарҙы ҡулланыуҙан да баш тартмай. Йыш ҡына уның өсөн еңеү үҙмаҡсат түгел, ул ҡаршы яҡты көлкөгә ҡалдырырға тыраша. Спойлер айырып торған үҙенсәлеге — күп һандағы клинчтар менән пассив рәүештә яҡындан алышыу. Спойлер төп маҡсаты — ҡаршы яҡтың үҙен тулыһынса күрһәтә алыуына юл ҡуймау. Ул ҡулланған алымдар ҡаршы яҡҡа үҙенең көслө сифаттарын күрһәтергә мөмкинлек бирмәй, алыш оҙаҡҡа һуҙылған, ялҡытҡыс бер ваҡиғаға әйләнә. Ҡаршы яҡтың һөжүм итергә йыйыныуын һиҙеп ҡалыу менән спойлер дистанцияны ҡапыл ҡыҫҡарта, ҡаршы яҡтың ҡулдарын тотоп ала һәм уның һуғырға тырышыуын юҡҡа сығара. Күпселек алыштарҙы ул шул юл менән еңә. Спойлер өсөн бик яҡын дистанцияла уйнау отошло. Сөнки спойлерҙың яратҡан алымы — клинч. Үҙенең оҫта маневрҙары менән ул ҡаршы яҡтың тырышлығын юҡҡа сығара һәм уның һөжүмен хәүефһеҙгә әйләндерә. Спойлер яҡын алышта үҙен һыуҙағы балыҡ кеүек тоя. Спойлер уйынды ҙур өҫтөнлөк менән тамамларға ла тырышмай, уға иң мөһиме — нисек кенә булһа ла еңеү. Ғәҙәттә боксёрҙар көслө уйнаусы ҡаршы яҡты нейтралләштереү өсөн спойлер тактикаһын ҡуллана.

Был стиль төрө вәкилдәре — Андре Уорд, Джон Руис, Демаркус Корли, Гильермо Ригондо, Лара Эрисланди, Ише Смит һәм башҡалар.

Әммә бөтә боксёрҙар ҙа спойлер алымдарын ҡуллана, тип әйтеп булмай. Ләкин ҡайһы бер осраҡта, хатта, донъя чемпиондары спойлер тактикаһын файҙалана.

Спойлер тактикаһы яңы алым түгел, һәм бул бөгөн генә уйлап табылмаған. 1926 йылда, мәҫәлән, Джин Тенни, донъяның иң яҡшы инфайтеры Джек Демпси менән алышта, ошо ысулды ҡулланып, уның яҡын алыш тактикаһын юҡҡа сығара һәм хәлен бөтөрә. Был алышта Демпси яҡын дистанциянан һөжүмгә күсеү менән унан көсһөҙөрәк булған Тенни ҡапыл ғына ҡулдары менән Демпсиның ҡулдарын ишеп ала һәм клинч алымы шартын тыуҙыра. Рефериның «брейк!» командаһы яңғырау менән Тенни, алыҫ дистанцияға күсеп, үҙе өсөн уңышлы дистанцияла алышты дауам итә.

Бокста алыштың аҙыраҡ таралған стилдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тайсон Фьюри — билдәле универсал

Боксер-универсал — ике торошта ла эшләй белгән боксёр. Тайсон Фьюри һәм Брюс Селдон был стилдең сағыу вәкилдәре.

Боксер-һулаҡай — һул ҡулы көслөрәк булған боксёр, һул ҡулы ныҡ булмаһа, ул алыш мәлендә уң яҡ торошто һайлай, йәғни ҡаршы яҡҡа кәүҙәһенең уң яғы менән борола һәм уң аяғын алға ҡуя. Ошо торошта һулаҡайға һул ҡулы менән көслө итеп һуғыу уңайлы. Ләкин тактик яҡтан ҡарағанда уға ҡаршы яҡҡа ҡарата һул яҡтан тороу файҙалыраҡ. Алға һуҙылған көслө һул ҡул менән еңел генә хук һәм джебтар ярҙамында маҡсатына табан юлды таҙарта ала. Уңға боролған кәүҙә ҡаршы яҡтың уң яҡтан һөжүменән һаҡланған була. Һөжүмде дауам итеү өсөн яҡын дистанцияға күскәндә һулаҡай аяҡтарын алмаштырып ҡуйып ҡына уңайлы мәлдән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Алышты һулаҡай ҡул менән алып барырға тура килә. Инфайтингта һулаҡайға тура һәм уң яҡ торошта ла алыш алып барыу уңайлы, сөнки ҡаршы яҡ менән тығыҙ бәйләнештә булыу һул ҡулдың һуғыу көсөн арттыра, шуның менән ҡаршы яҡтың ориентирын юғалттыра. Маневр яһауға етерлек һәләте булғанда һулаҡай боксерға һул яҡтан тороп алышыу уңышлыраҡ.

Решер — агрессив, сая һөжүм иткән, тактика нескәлектәре тураһында уйлап тормаған боксёр. Ғәҙәттә физик яҡтан көслө, ауыр нокаут һуғыуына эйә булған боксёрҙары шундай була. Решер ике ҡулы менән берҙәй алыша ала. Хук һәм апперкоттарын күберәк яуҙырыу маҡсатында ул алыш мәлендә ҡаршы яҡҡа яҡынайырға тырыша. Ул, ғәҙәттә, үҙен һаҡлауға аҙ иғтибар бүлә, сөнки көслө һуғыуҙарҙы ла бик еңел ҡабул итә ала. Үҙенең бер туҡтауһыҙ һөжүме менән ҡаршы яҡтың ориентирын юғалттырырға һәләтле. Тик үҙенең һөжүмдәренән арыта алған осраҡта ғына решерҙы еңеп була.

Билдәле решерҙар: төрмәнән сыҡҡан Майк Тайсон, Корри Сандерс.

Нокаутёр — күпселек осраҡта ул нокаутта еңеү яулаусы боксёр. Ҡағиҙә булараҡ, бөтә панчерҙар нокаутёр булып тора.

Панчер — бер тапҡыр һуғыуҙан ҡаршы яҡты нокаутҡа ебәреүсе боксёр. Үҙ сиратында, бөтә панчерҙар ҙа нокаутёр була алмай.

Ҡорамал[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бокстың төп өлөшөн көслө һуғыуҙар тәшкил иткәнгә күрә ҡул йәрәхәттәрен булдырмау буйынса саралар күрелә. Күпселек тренерҙар үҙ спортсыларына бинт һәм боксёр бирсәткәләренән башҡа спаррингҡа сығырға рөхсәт итмәй . Был кәрәк-яраҡты файҙаланыу артыҡ көслө һөжүм яһау мөмкинлеген бирә, ә йәрәхәт алыуҙы кәметә. Алыш алдынан боксёрҙар бирсәткәләрҙең ауырлығының ниндәй булыуы тураһында килешә, сөнки еңел бирсәткәләр күпкә көслөрәк йәрәхәт һала. Тештәрен, теш ҡаҙналарын һәм яңаҡтарын һаҡлау өсөн боксёрҙар капа кейә.

Боксёрҙар төп ике төрлө боксёр грушаһы менән оҫталыҡтарын арттыра. Пневматик груша һуғыу етеҙлеген камиллаштырыу өсөн ҡулланыла, һуғыу көсөн булдырыу өсөн ауыр тоҡто файҙаланалар. Боксёр тоғо аҫылмалы йәки иҙәнгә ҡуйыла торған да була. Боксёр күнемәләре үҙ эсенә күп һанда дөйөм күнегеүҙәрҙе лә ала: мәҫәлән, скакалканан һикереү, йүгереү һәм көс күнекмәләре.

Шлем һәүәҫкәр бокста, спаррингтар ваҡытында бит йәрәхәттәрен булдырмау өсөн профессионалдарҙа ла ҡулланыла.

Техника[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Торош[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Торош — ҡаршы яҡҡа һуғыу йәки һуғыуҙан һаҡланыу өсөн кәүҙәнең уңайлы торошо. Хәҙерге заман торошо XIX быуатта һәм ХХ быуат башында ҡулланылғандан ныҡ айырыла.

Молино Криббҡа ҡаршы (1811 йыл.)
Крибб (XIX быуат башы)
Боксёрҙың хәҙерге торошо

Һул яҡтан торошта (уң ҡул менән эш итеүсе өсөн торош) боксёрҙың алғы аяғы алға сығарып ҡуйыла. Уң аяғы бер аҙымға артҡа һәм ярымаҙымға уңға табаныраҡ урынлаша. Аяҡтар тубыҡтан бер аҙ бөгөлгән, кәүҙә ауырлығы ике аяҡҡа ла тигеҙ бүленгән, ләкин уң аяҡҡа ауырлыҡ саҡ ҡына күберәк төшә. Терһәктән бөгөлгән һул ҡул кәүҙәнән алға сығарылған, шул уҡ ваҡытта терһәк аҫҡа табан төшөрөлгән һәм иңбаш быуыны тәңгәленә тура килә. Уң ҡул да терһәктән бөгөлгән һәм ул эйәк тапҡырында аҫҡа ҡаратып ҡуйыла[20].

Уң яҡтан торош (һулаҡайҙар өсөн) — һул яҡ тороштоң көҙгөләге сағылышы, унда ла шул уҡ принцптар һаҡлана, тик уң ҡул һәм уң аяҡ алда тора.

Тороштоң өсөнсө төрө — фронталь. Ул яҡын алыштарҙа ҡулланыла[21].

Боксёрҙың буй-һынына, уның алышты алып барыу манераһына бәйле тороштар ҙа бер-береһенән айырыла. Типик торошто үҙләштергәндән һуң тәжрибәле боксёр үҙе ҡуллана торғанын булдыра. Ҡайһы бер боксёрҙар, мәҫәлән, ике ҡулын да башы тәңгәлендә тотоуға өҫтөнлөк бирә, әммә был осраҡта кәүҙәгә һөжүм ҡурҡынысы тыуа[20].

Тороштар төркөмләшеү кимәле буйынса асыҡ һәм ябыҡ, дөйөм ауырлыҡ үҙәгенең бейеклегенә ҡарап, бейек һәм тәпәш булыуы ихтимал[21].

Һуғыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бокста дүрт төп һуғыу төрө бар: джеб, кросс, хук һәм апперкот.

Бер-бер артлы, бәйләүес булдырып, һөжүм яһарға мөмкин.

Һаҡланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөжүмдән һаҡланыу өсөн боксёр бер нисә төп хәрәкәтте ҡуллана ала[22].

Тайшаныу — уң һәм һул яҡҡа, алға табан хәрәкәт. Ҡаршы яҡтың йоҙроғо баш янынан үтеп китә, һәм яуап һөжүмен башлау мөмкинлеге тыуа. Тура һуғыуҙарға ҡаршы ҡулланыла.

Сумыу — кәүҙәне бер аҙ алға тайшандырып һәм тән ауырлығын бер аяҡтан икенсеһенә күсереп, бер аҙ сүкәйеү. Ҡабырғаға һөжүмгә ҡаршы ҡулланыла, әгәр һаҡланыу дөрөҫ ҡоролһа, был һөжүм баш өҫтөнән үтә.

Аҫлыҡ — терһәк менән һуғыуҙан тайшаныу өсөн иңбашты, беләкте, усты ҡуйыу.

Накладка — ҡулды ҡаршы яҡтың бирсәткәһенә, иңбашына, яурынына һалыу.

Отбив — һуғыуҙы урта фазала туҡтатып, уны ситкә йүнәлтеү.

Блокаж — һуғыуҙан һаҡланыу өсөн ҡулдарҙы, яурынды йәки терһәкте ҡулланыу.

Клинч — ҡаршы яҡтың һөжүмен тотҡарлау, уның ҡулдарын «бәйләү».

Күсеүҙәр — супер ауырлыҡтағы донъя чемпионы Мөхәммәт Али ҡулланған артҡа, уңға-артҡа, һулға-артҡа, уңға, һулға, уңға-алға, һулға-алға хәрәкәте.

Һаҡланыу тороштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡланыу торошо — боксёрҙың, ышаныслы һаҡ һәм уңышлы һөжүмдәргә булышлыҡ итерлек итеп тәнен уңайлы урынлаштырыуы. Һаҡтың бер нисә стиле бар, һәм һәр боксёр үҙенә ҡулай вариантын һайлай: ҡайһы берәүҙәр башын һаҡлау өсөн ҡулдарын юғары кимәлдә, икенселәре кәүҙәгә һуғыуҙан ҡасыу өсөн түбәнерәк тота. Алыш барышында күптәр һаҡ стилдәрен алмаштыра.

Боксёрҙар юғары торошта эйәкте алыҫтан ҡулы менән һаҡлай, ә түбән торошта «пик-ә-бу» стилен ҡуллана (ингл. peek-a-boo).

«Пик-а-бу» (йәшенмәк уйыны) — Кас Д’Амато уйлап тапҡан стиль. Боксерҙың бите алдында, сикәләре янында урынлаша, терһәктәре тәненә тығыҙ булып тейеп тора. «Пик-а-бу» сумыу хәрәкәтенә оҡшаш, маятник кеүек, бер яҡтан икенсе яҡҡа даими күсеүҙе аңлата. Тайшанған һәм сумыуҙан сыҡҡан мәлдәрендә һуға һала; һөжүм техникаһы шартлауға һәм үтәнән-үтә үтеп сығыуға ҡоролған. Майк Тайсон — был стилдең сағыу вәкиле, ул «пик-ә-бу» хәрәкәтен юғары камиллыҡҡа еткерҙе.

Тәре — бер иңбаш икенсеһе янына, горизонталь рәүештә баш кимәленә ҡуйыла, бирсәткәнең береһе икенсе ҡул терһәгендә ята[23]. Арттараҡ торған ҡул вертикаль хәлгә инеү менән был стиль ныҡ үҙгәрә. Был стиль башҡа һуғыуҙан ҡотолоу өсөн иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе булып тора. Баштың өҫкө өлөшөнә генә джеб һуғыуы эләгеүе ихтимал. Боксерҙарҙың күпселеге кәүҙәгә һуғыу эләкмәһен өсөн бөгөлөүҙәренә ҡарамаҫтан, тән асыҡ ҡала, һәм бик йыш ҡына һөжүм маҡсатына ирешә.

Краб — был торош контрһөжүм өсөн бик һәйбәт мөмкинлек бирә, сөнки ҡаршы яҡты күҙҙән ысҡындырмай, кәүҙә менән әйләнергә, эйелеп-бөгөлөргә һәм контрһөжүм яһарға була. Алда торған ҡул күкрәк аҫтына, бирсәткәһен икенсе ҡабырғаһына тейҙереп, кәүҙәгә арҡыры ҡуйыла. Артта торған ҡул өҫкә, бирсәткәһе сикәһе янында торорлоҡ итеп ҡуйыла. Икенсе ҡулдың иңбашы сикәгә тейеп тора. Был торошто контрһөжүм яратыусылар ҡуллана. Яҡшы атлетик әҙерлекле һәм ҙур тәжрибәгә эйә булғандар ғына был торошто файҙалана ала. Кәүҙәне әйләндереү, тайшаныу мөмкин булғанға күрә, ҡаршы яҡты күҙҙән ысҡындырмай, был торош контрһөжүм яһау мөмкинлеген бирә. «Филадельфия ҡабырсағы» йәки "Краб"ты хәҙерге заман боксерһары бик һирәк ҡуллана, техниканы оҫта файҙаланыусы танылған оҫталар: Флойд Мейвезер һәм Джеймс Тони. Тониның һаҡлағыс алымдарҙың береһе — эйәкте яурын артына йәшереп, һуғыуҙан ҡасыу өсөн кәүҙә менән хәрәкәт итеү, ә аҙаҡ үҙ һөжүмен үткәреү.

Әллә ни киң таралмаған стратегиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арҡанда аҫылынып тороу — 1974 йылда «джунглиҙағы шартлау» тип аталған алыш барышында Мөхәммәт Али Джордж Форман менән алышында ҡулланған тактика. Унда боксер, ҡаршы яҡҡа һөжүм итеү мөмкинлеген биреп, арҡанда оҙағыраҡ ята. Һөжүм итеүсе арығас, ул үҙе һөжүмгә күсә һәм ә әлһерәгән оппоненты һаҡлана алмай. Хәҙерге заман боксында бындай стратегия ҡулланылмай, сөнки ул бөтә донъяға танылды, һәм бик аҙһандағы ғына уйынсы ҡаршы яҡтың дауыллы һөжүменә ҡаршы тора ала.

Боло һуғыуы — түңәрәк дуғаһы эффектын биргән көслө һуғыу. Һөҙөмтәлелеге көс-ҡеүәткә түгел, ә һуғыуҙың көтөлмәгән мөйөштән башҡарылыуына бәйле. Был техник маневр түгел, ә хәйлә ҡороу. Был һуғыу төрө өйрәнелмәй. Шуға ҡарамаҫтан, уны бик яҡшы ҡулланған бөйөк боксерҙар бар: икенсе ярымурта ауырлыҡтағы чемпиондар Шугар Рэй Леонард һәм Кид Гавилан.

Оверхенд — был һуғыу төрө менән бөтә боксерҙар ҙа маҡтана алмай. Ергә параллель рәүештә килеүсе уң кросстан айырмалы рәүештә, оверхенд дуға буйынса бара. Был һуғыу төрөн әллә ни оҙон булмаған боксерҙар үҙенән бейегерәк оппонентына һуғыу өсөн ҡуллана. Рокки Марчиано һәм Тим Уизерспун оверхендты бик һөҙөмтәле файҙалана.

Check хук — ҡаршы яҡтың алға йылдам хәрәкәте мәлендә ҡулланыла. Һөжүм ике өлөштән тора: тәүгеһе — ябай хук, ә икенсеһе — аяҡтарҙың да ярҙамы ҡушылған һуғыу. Дәғүәсе ҡаршы килгәндә, боксер, һул аяғына таянып, уң аяғын 180° бороп, хук һуғыуын башҡара. Флойд Мейвезер 2007 йылда Рик Хаттон менән алышҡанда идеаль хук өлгөһөн күрһәтә.

Ғәҙәттә боксерҙарҡыҫҡа һәм етең комбинациялар үтәргә тырыша, аҙаҡ яуап һөжүмен булдырмаҫ өсөн позицияһын алмаштыра һала. Рингтың үҙәге — боксер өсөн иң уңайлы урын, сөнки уйынсы теләһә ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итә ала. Хәрәкәт — һуғыуҙан ҡотолоуҙа иң яҡшы ысул.

Тактика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бокс тактикаһы әҙерлек, һөжүм һәм һаҡҡа бүленгән өлөштәрен камил рәүештә һәм ваҡытында яраҡлаштырып ҡулланыуҙан ғибәрәт.

Әҙерлек эше туранан-тура һөжүм менән һаҡланыуҙан алдағы ғәмәл. Уға разведка, хәйләләү һәм маневр яһау инә.

Һөжүм ғәмәле әҙерлек һәм һөжүмдән тора. Ул төрлө яҡлап һөжүмгә әҙерләнеүҙе һәм контрһөжүмде, төрлө дистанцияларҙа ҡапма-ҡаршы һәм яуап һуғыуҙарын үҙ эсенә ала.

Һөжүм — бокста төп алышыу сараларының береһе. Ул төрлө тактик маҡсаттарға хеҙмәт итә: әйтәйек, инициативаны үҙ ҡулыңа алыу һәм мәрәйҙәр туплауҙа өҫтөн булыу өсөн. Айырым һөжүм ялған булыуы ихтимал. Уның маҡсаты — ҡаршы яҡты һөжүмгә йәки контрһөжүмгә саҡырыу, шулай уҡ артабанғы ғәмәлдәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Һөжүмдәр бик күп төрлө. Улар бер йәки ике һуғыуҙан (шул иҫәптән ҡабатлап һуғыуҙан), йәки уң ҡул менән дә, шулай уҡ һул ҡул менән дә башланған һөжүм була ала.

Контрһөжүм — һөжүм итеүсегә ҡаршы контрһөжүм башлау боксер өсөн иң мөһим тактик ғәмәлдәрҙең береһе. Һәр контрһөжүмде һаҡланыу менән тығыҙ бәйләнештә булған контрһуғыуға ҡорорға кәрәк. Һаҡ менән һуғыуҙың берләшмәһе ҡаршы яҡтың һуғыуынан ҡасыу мөмкинлеген бирә, артабан һуғыуҙар менән инициативаны үҙ ҡулыңа алырға ла мөмкин. Яҡшы техника һәм тәүәккәллек контрһөжүмгә тәьҫир итә, әлбиттә. Көтмәгәндә башланған контрһөжүм ҡаршы яҡ өсөн көтөлмәгән хәл була. Теге йәки был боксерҙың бөтә алышы контрһөжүмдәргә ҡоролоуы ихтимал. Контрһөжүм ялған һөжүмдәр, алғараҡ сығыуҙар менән әҙерләнә, бының менән ул ҡаршы яҡты һөжүмгә саҡыра һәм ҡапыл уны ҡапма-ҡаршы һәм яуап һуғыуҙар менән ҡаршы ала. Алышты ошо манерала алып барған боксерҙар етеҙ реакция һәм яугирлыҡ хәрәкәттәре менән башҡаларҙан айырылып тора.

Һаҡлау ғәмәлен боксер ҡаршы яҡтың йылдам һәм етеҙ һөжүменән йәки контрһөжүменән һаҡланыу өсөн ҡуллана, сөнки ул алыштың дистанцияһын билдәләй һәм үҙгәртә, шулай уҡ оппонентты арыта һәм уға йоғонто яһай алмай, шуға күрә масус тактиканы файҙаланып, туҡтауһыҙ һөжүмгә ҡаршы һаҡланыу ғәмәлдәрен ҡуйырға кәрәк. Һаҡлау ғәмәленә боксерҙың үҙенең һаҡлыҡ саралары ғына түгел (аҫлыҡ, сумыу, тайшаныу һ. б.), ә айырым ҡапма- ҡаршы һәм яуап һуғыуҙар ҙа инә, әгәр улар контрһөжүмгә әйләнмәй, ҡаршы яҡты туҡтатыу һәм уны йонсотоу өсөн ҡулланылһа.

Хәҙерге заман алышы — ринг буйлап күсеп йөрөүҙәрҙең, төрлө дистанцияларҙа һуғыу һәм һаҡ ғәмәлдәренең ҡатмарлы берекмәһе.

Уйынсылар алышҡан дистанция күбеһенсә техниканың үҙенсәлегенә һәм боксерҙарҙың алышта теге йәки был физик һәм ихтыяр көсөн ҡулланыуына бәйле.

Өс төп дистанция бар: алыҫ, уртаса һәм яҡын.

Алыҫ дистанцияла алышҡа әҙер торошондағы боксер, алға табан бер аҙым яһап, икенсе боксерға һөжүм итә ала. Үҙ һағын еңеләйтергә, ҡаршы яҡтың һуғыуынан һаҡланырға, үҙенең өҫтөнлөгөн һаҡлап ҡалфырға теләгәндә боксер алыҫ дистанцияны һайлай.

Уртаса дистанция — аяҡты алға табан күсермәйенсә ҡаршы уйнаусыға һөжүм итергә булған ара. Был дистанцияла ҡаршы яҡҡа яҡынламай ғына, яңғыҙ һәм икеләтә һуғыуҙарҙы ҡулланып һәм уларҙы сериялап яуҙырып, инициативаны үҙ ҡулыңа алғандан һуң алышты тулы көсөнә алып барырға мөмкин. Әммә был дистанцияла, алыҫ һәм яҡын дистанциялар менән сағыштырғанда, ҡаршы яҡтың даими рәүештә һуғыу ҡурҡынысы менән янауын һәм һаҡланыуҙың ауырлығын да билдәләргә кәрәк. Шуға күрә ярыштарҙа сос, тәүәккәл һәм инициативалы, үҙенең һуғыуҙарын аныҡ һаҡ менән берләштерә алған боксёр ғына был уртаса дистанцияла хәрәкәт итә ала.

Яҡын дистанция — боксёрҙар бер-береһенә бик яҡын тора, һәм ҡыҫҡа һуғыуҙар ғына яһау мөмкинлегенә эйә.

Яҡын дистанцияла боксёр бигерәк тә һаҡланыуға иғтибарлы булырға тейеш.

Ысын боксёрҙы яҡшы физик әҙерлек һәм техника ғына башҡаларҙан айырмай. Иң беренсе сиратта спортсы алдан уйлап эш итеү, ҡаршы яҡтың ниндәй аҙым яһаясағын алдан белеү һәләтенә эйә булырға тейеш. Ринг оҫталарының алышын ҡайһы берҙә юҡҡа ғына шахмат партияһы менән сағыштырмайҙарҙыр.

Алышты алып барыуҙа төрлө тактик типтағы боксерҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киҫкен комбинациялы ҡаты алыштар алып барған боксерҙар уйын шарттарын дөрөҫ анализлауға һәм баһалауға һәләтле булыуҙары менән айырылып тора. Алышты алып барыуҙың үҙенсәлектәренән тактиканың бихисап төрҙәре хасил була. Шуға ҡарап боксёрҙарҙы типтарға бүлеп йөрөтәләр:

1-се тактик тип. Боксёр-темповик

2-се тактик тип. Боксёр-силовиктар

3-сө тактик тип. Алышты дистанцион планда алып барыусы боксёр

4-се тактик тип. Алышты контрһөжүм ҡулланып алып барыусы боксёр

5-се тактик тип. Алышты комбинациоя ҡороп алып барыусы боксёр

6 тактик тип. Нокаутёр

7 тактик тип. Һөжүм итеүсе нокаутёр

8-се тактик тип. Контрһөжүм итеүсе нокаутёр

9-сы тактик тип. Урта һәм яҡын дистанциянан алышыусы боксёр

10-сы тактик тип. Боксёр-һулаҡай

11-се тактик тип. Алышты шәхси манерала алып барыусы боксёр (үҙенсәлекле)

12-се тактик тип. Боксёр-универсал

Боксёрҙарҙы әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боксёр алыштарының үҙенсәлеге спортсыларҙан яҡшы физик әҙерлек талап итә: бөтәһенән элек, ҙур көс һәм колоссаль сыҙамлылыҡ кәрәк. Дөрөҫ итеп һулыш алырға өйрәнеү ҙә мөһим, шулай уҡ үҙенсәлекле күнекмәләрҙе белеү мотлаҡ: реакция, «шартлау» һәләтен булдырыу, ҡаршы яҡтың һуғыуын ҡабул итә белеү. Боксёрҙа был сифаттарҙың бөтәһен дә булдырыу өсөн төрлө ритмда һәм төрлө дистанцияларға йүгереүҙе файҙаланалар. Боксёрҙың көсөн, бигерәк тә һуғыу көсөн арттырыу өсөн төрлө ауырлыҡтағы һәм конструкциялағы тоҡтар һәм грушалар ҡулланыла: резина валсығы тултырылған ауыр тоҡ (100 килограмға тиклем); шыйыҡса тултырылған уртаса ауырлыҡтағы тоҡ; иҙәнгә, түбәгә һәм башҡа яҫылыҡтарға тарттырып бәйләп беркетелгән туп формаһындағы еңел тоҡтар. Һуғыуҙың аныҡлығына «тәпәй» тип аталған махсус бирсәткәләр ярҙамында өлгәшеп була, ул бирсәткәне тренер үҙ ҡулына кейеп ала ла уйынсыға һуғыу алымдарын өйрәтә. Яурын, арҡа мускулдарын нығытыу өсөн утын ярыуға оҡшаған күнекмәләр файҙаланыла: боксёр балға менән йөк машинаһы тәгәрмәсенә һуға. Һуғыу тиҙлеген арттырыу өсөн берәр килограмлы гантелдәрҙе ҡулға тотоп, һауаға һуғыуҙар яһала. Боксёр күнекмәләрендә тағы ла бер мотлаҡ була торған пункт — скакалка һәм онтаҡ тултырылған туп менән уларҙың фирма күнегеүҙәре үткәрелә.

Спарринг[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спарринг — күнекмәләр үткәрелеүсе алыш, ул боксёрҙы әҙерләүҙә айырым бер урын алып тора. Сираттағы алышҡа әҙерләнгәндә профессионалдар физик кондицияһы, техникаһы һәм башҡа күрһәткестәре буйынса уға ҡаршы уйнаусыға нығыраҡ оҡшаған боксёрҙы (йәки бер нисә боксёрҙы) спарринг-партнеры итеп һайлай. Спаринг ваҡытында буласаҡ алыштың айырым элементтары эшкәртелә һәм уның ҡулай «тактик һүрәте» һайлана.

Шәүлә менән алыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәүлә менән алыш — күнекмәләр үткәрелгән ваҡытта боксёр күҙ алдына килтерелгән дәғүәсеһе менән алыша. Бындай күнекмәләр һәүәҫкәрҙәрҙә лә, шулай уҡ профессиональ бокста ла үткәрелә.

Боксёр ғәҙәти боксёр торошона баҫа һәм бөтә билдәле һуғыуҙарҙы һәм һаҡланыуҙы ҡуллана, ләкин тренер уларҙың бер нисәһен генә файҙаланырға тигән күрһәтмә бирә. Бындай алышта башҡарылған бөтә һуғыуҙар һәм һаҡланыуҙар техниканы яҡшыртыуға һәм алыш алдынан парнер менән йәки груша ярҙамында мускулдарҙы йомшартыуға булышлыҡ итә. Уңайлылыҡ өсөн бинттар йәки боксер бирсәткәләрен дә ҡулланырға була.

Ауырлыҡ категориялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауырлыҡ категорияһы — алышты ойоштороу йәки ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн боксёрҙың төп параметры. Бер ауырлыҡ категорияһындағы спортсылар ғына үҙ-ара бокста алыша ала, шул уҡ ваҡытта башҡа антропометрик мәғлүмәттәр иҫәпкә алынмай. Ошондай классификация арҡаһында йыш ҡына боксёр үҙенең физиологик үҙенсәлектәре иҫәбенә (буйы, ҡоласы) башҡа боксёр менән сағыштырғанда күрәләтә өҫтөнлөк ала. Шундай хәл килеп тыуҙы: XXI быуатта боксёрҙарҙың антропометрик мәғлүмәттәре ярайһы уҡ мөһим, ҡайһы берҙә билдәләүсе роль уйнай. Әлеге мәлдә ауырлыҡ категорияһы боксёрҙарҙы төркөмдәргә бүлеүҙең берҙән-бер ысулы, сөнки башҡа параметрҙарҙы иҫәпләү бик ҡатмарлы, һәм һөҙөмтә субъектив буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта профессиональ бокста 17 ауырлыҡ категорияһы бар, шул уҡ ваҡытта, һәүәҫкәрҙәрҙә улар ни бары 10 ғына.

Ауырлыҡ категориялары XIX — ХХ быуат башында ойошторола, сөнки ауыр ауырлыҡтағы уйынсы алышта һәр саҡ еңел ауырлыҡтағы дәғүәсеһенән өҫтөнөрәк була. Классификация АҠШ һәм Англияла төҙөлә[24].

Һигеҙ ауырлыҡ категорияһы булдырыла:

Иң абруйлы версиялар буйынса ауыр ауырлыҡта бокс буйынса донъя чемпиондары исемлеге
Категория Ауырлыҡтар
Иң еңел ауырлыҡ — «себен ауырлығы»

(ингл. flyweight)[25]

112 артыҡ түгел фунт (50,8 килограмм)
Еңел ауырлыҡ — «әтәс ауырлығы»

(ингл. bantamweightbantamweight)

118 фунт (53,5 кг.)
Ярым еңел ауырлыҡ — «ҡауырһын ауырлығы»

(ингл. featherweightfeatherweight)

126 фунт (57,2 кг.)
Еңел ауырлыҡ

(ингл. lightweightlightweight)

135 фунт (кг 61,2)
Ярымурта ауырлыҡ

(ингл. welterweightwelterweight)

147 фунт (66,7 кг.)
Уртаса ауырлыҡ

(ингл. middleweightmiddleweight)

160 фунт (72,6 кг.)
Ярымауыр ауырлыҡ

(ингл. light heavyweightlight heavyweight)

175 фунт (79,4 кг.)
Ауыр ауырлыҡ

(ингл. heavyweightheavyweight)

175 ашыу фунт (79,4 кг.)

Классификация үҫешә, һәм бөгөнгө көндә профессиональ бокста 17 ауырлыҡ категорияһы бар[26]:

Ауырлыҡ кг (йәйә эсендә — фунттарҙа) Булдырылыу йылы Категория атамаһы WBC WBA IBF WBO BoxRec
Свыше 90,718 (200) 1885 Тяжёлый вес Heavyweight Heavyweight Heavyweight Heavyweight Heavyweight
До 90,718 (200) 1980 Первый тяжёлый вес Cruiserweight Cruiserweight Cruiserweight Junior heavyweight Cruiserweight
До 79,378 (175) 1913 Полутяжёлый вес Light heavyweight Light heavyweight Light heavyweight Light heavyweight Light heavyweight
До 76,203 (168) 1984 Второй средний вес Super middleweight Super middleweight Super middleweight Super middleweight Super middleweight
До 72,574 (160) 1884 Средний вес Middleweight Middleweight Middleweight Middleweight Middleweight
До 69,85 (154) 1962 Первый средний вес Super welterweight Super welterweight Junior middleweight Junior middleweight Light middleweight
До 66,678 (147) 1914 Полусредний вес Welterweight Welterweight Welterweight Welterweight Welterweight
До 63,503 (140) 1959 Первый полусредний вес Super lightweight Super lightweight Junior welterweight Junior welterweight Light welterweight
До 61,235 (135) 1886 Лёгкий вес Lightweight Lightweight Lightweight Lightweight Lightweight
До 58,967 (130) 1959 Второй полулёгкий вес Super featherweight Super featherweight Junior lightweight Junior lightweight Super featherweight
До 57,153 (126) 1889 Полулёгкий вес Featherweight Featherweight Featherweight Featherweight Featherweight
До 55,225 (122) 1976 Второй легчайший вес Super bantamweight Super bantamweight Junior featherweight Junior featherweight Super bantamweight
До 53,525 (118) 1894 Легчайший вес Bantamweight Bantamweight Bantamweight Bantamweight Bantamweight
До 52,163 (115) 1980 Второй наилегчайший вес Super flyweight Super flyweight Junior bantamweight Junior bantamweight Super flyweight
До 50,802 (112) 1911 Наилегчайший вес Flyweight Flyweight Flyweight Flyweight Flyweight
До 48,988 (108) 1975 Первый наилегчайший вес Light flyweight Light flyweight Junior flyweight Junior flyweight Light flyweight
До 47,627 (105) 1987 Минимальный вес Miniflyweight Minimumweight Mini flyweight Mini flyweight Minimumweight

Һәүәҫкәр бокста башҡа система эшләй, унда боксерҙар 10 ауырлыҡ категорияһына бүленгән (категорияларҙың исемдәре шартлы булып тора, тик рәсми документтарҙа тик кг-ҙа күрһәтеү ҡулланыла). 2002 йылда түбәндәге 10 категория билдәләнә (элек улар 12 булған)[27]:

Категория Ауырлыҡтар
Иң еңел ауырлыҡ 49 кг.
Икенсе иң еңел ауырлыҡ 52 кг.
Еңел ауырлыҡ 56 кг.
Ярымеңел ауырлыҡ 60 кг.
Ярымурта ауырлыҡ 64 кг.
Беренсе урта ауырлыҡ 69 кг.
Икенсе урта ауырлыҡ 75 кг.
Ярымауыр ауырлыҡ 81 кг.
Беренсе ауыр ауырлыҡ 91 кг.
Суперауыр ауырлыҡ свыше 91 кг.

Өҫтәмә факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ауыр ауырлыҡта түбәндәгеләр чемпион билбауына эйә:
    • WBC Бөтә донъя боксёрҙар советы версияһы буйынса — Деонтей Уайлдер (АҠШ)
    • WBO Бөтә донъя боксёрҙар ойошмаһы версияһы буйынса — Паркер Джозеф (Яңы Зеландия)
    • IBF Халыҡ-ара боксёрҙар федерацияһы версияһы буйынса — Энтони Джожуа (Бөйөк Британия)
    • IBO Халыҡ-ара боксёрҙар ойошмаһы версияһы буйынса — Энтони Джожуа (Бөйөк Британия)
    • WBO Бөтә донъя боксёрҙар ассоциацияһы версияһы буйынса — Энтони Джожуа (Бөйөк Британия)
    • The Ring абруйлы журналы версияһы буйынса — Тайсон Фьюри (Бөйөк Британия)
  • Бөйөк Британияның цирк артисы һәм донъя чемпионы Джем Мэйсты хәҙерге заман боксының атаһы тип атайҙар. Һуңғы тапҡыр ул 73 йәшендә рингҡа сыға.
  • Берлинда йәшәгән голланд Йепе Рубинг шахбокс идеяһын барлыҡҡа килтерә. Ул — бокс һәм шахмат раундтарын алмашлап алып барыуға ҡоролған гибрид спорт төрө. 2003 йылдан алып шахбокс буйынса донъя беренселеге үткәрелә. 2008 йылда тәүге тапҡыр рәсәйле Николай Дубровин чемпион исемен яулай.

Боксерҙарҙың һөнәри йәрәхәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боксёрҙар мейеһендә дауалап булмаҫлыҡ сир хасил булыуы ихтимал, ул — хроник травматик энцефалопатия, был сирҙе йыш ҡына, боксёрҙар деменцияһы йәки боксёрҙарҙың аҡылға зәғифлеге, тип тә атайҙар. Сир әкренләп үҫә. Бихисап йәрәхәттәр һөҙөмтәһе булараҡ, мейелә барған үҙгәрештәр нервы күҙәнәктәрен һәләк итә, йөйҙәр һәм нейрофибрилляр йомғаҡтар барлыҡҡа килтерә. Нокауттар бигерәк тә хәүефле, әммә даими рәүештә башҡа һуғыу ҙа мейе сирен булдырыуға үҙ өлөшөн индерә. Танылған спортсыларҙан, бәлки, Флойд Паттерсон, Джерри Кварри, Майк Кварри, Шугар Рэй Робинсон ошо сирҙән яфаланғандыр. Боксёрҙарҙа шулай уҡ Паркинсон ауырыуы ла үҫеүе ихтимал.

Башҡорт бокссылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История бокса. Профессиональный бокс. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 ғинуар 2007. 27 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Boxing  (инг.). Encyclopedia Britannica. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 27 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  3. The Ancient History of Boxing  (инг.). brownielocks. 27 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  4. History of Games and Sports in India  (инг.). Indian Mirror. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 27 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  5. Гомер. Илиада. Всемирное классическое наследие. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 29 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 Ҡалып:Из БОЭ
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 История. combat-art.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 17 февраль 2009 тикшерелгән.
  8. Развитие рукопашного боя до нашей эры. crb-sar.narod.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 29 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  9. История древних Олимпийских игр. Visa в России - информация о системе. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 ноябрь 2007. 29 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  10. James Peller Malcolm. volume III // Anecdotes of the Manners and Customs of London from the Roman Invasion to the Year 1700 — London: Longman, Hurst, Rees, Orme, and Brown, 1811. — Б. 38.
  11. Joseph Towers. volume III // British Biography; or An Accurate and Impartial Account of the Lives and Writings of Eminent Persons, in Great Britain and Ireland — London, 1767. — Б. 314.
  12. Samuel Pepys. Volume 07. August/September 1660 // Diary of Samuel Pepys — London: George Bell & Sons, 1893.
  13. 13,0 13,1 «Кодекс Броутона» и «Правила маркиза Куинсберри». «Энциклопедия Кругосвет». Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 июль 2003. 29 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  14. Marquess of Queensberry rules  (инг.). Encyclopedia Britannica. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 29 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  15. Любительский бокс. Энциклопедия Кругосвет. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 май 2003. 21 февраль 2009 тикшерелгән.
  16. Феликс Савон. Чёртовы Кулички : информационно-развлекательный портал. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 21 февраль 2009 тикшерелгән.
  17. Boxing - Olympic Rules, Judging and Officials  (инг.). boxing.about.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 2 февраль 2009 тикшерелгән.
  18. Дук Ку Ким — корейский боксёр. Умер через четыре дня после проигранного американцу Рэю Манчини боя
  19. Боксёры-профессионалы просятся на Олимпиаду. Родная газета. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 2 февраль 2009 тикшерелгән.
  20. 20,0 20,1 Боевая стойка боксёра. Техника бокса, боевая стойка, передвижения, техника ударов, защита боксёра. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 11 февраль 2009 тикшерелгән.
  21. 21,0 21,1 Общие понятия бокса. Вулканештский спортивный клуб им. «В.Н.Тютина». Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 17 февраль 2009 тикшерелгән.
  22. Защиты. Специализация единобоств МФТИ. «Физтех-Портал». Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 11 февраль 2009 тикшерелгән.
  23. Cross Arm Position in Boxing  (инг.). youtube. 17 февраль 2009 тикшерелгән.
  24. Весовые категории. bokse.narod.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 апрель 2008. 17 февраль 2009 тикшерелгән.
  25. перевод всех категорий проверен словарём ABBYY Lingvo x3
  26. Weight divisions
  27. Спортивный портал Омской области. Количество участников традиционного всероссийского турнира по боксу им. А. Островского увеличивается. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 март 2011. 28 февраль 2009 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бокс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Стивен Баррер Осторожно, спорт! О вреде бега, фитнеса и других физических нагрузок = Exercise Will Hurt You — М.: Альпина Паблишер, 2015. — 230 б. — ISBN 978-5-9614-5127-6.
  • Бакешин К. П. Бокс под запретом (из истории отечественного спорта). — Журнал: Ученые записки Университета им. П. Ф. Лесгафта. Выпуск № 1(143), 2017.С.17-21
  • Градополов, Константин Васильевич. Бокс. Рипол Классик, 2013.
  • Бакешин К. П. Бокс под запретом (из истории отечественного спорта). Журнал «Ученые записки Университета им. П. Ф. Лесгафта». — Санкт-Петербург.- № 1 (143), 2017.С.17-21
  • Никифоров Ю. Б. Эффективность тренировки боксеров //М.: Физкультура и спорт. — 1987. — С. 34-35.
  • Градополов К. В. Тренировка боксера //М.: ФиС. — 1960. — Т. 12.
  • Никифоров Ю. Б., Викторов И. Б. Построение и планирование тренировки в боксе //М.: Физкультура и спорт. — 1978. — Т. 21.
  • Остьянов В. Н., Гайдамак И. И. Бокс (обучение и тренировка) //Киев: Олимпийская литература. — 2001. — Т. 11.
  • Остьянов В. Н. Обучение и тренировка боксеров //К.: Олимп. лит. — 2011.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]