Боронғо олимпия уйындары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Олимпияның Палестралағы емерелмәй ҡалған өлөштәре

«Олимпия уйындары» беҙҙең эраға тиклемге 772 йылдан һәм беҙҙең эраның 394 йылына тиклем Пелопоннестың Олимпияһында элиндарҙың иң юғары Панэллин уйындарының милли байрамы булып торған.

Олимпия уйындарының төп элементы булып спорт уйындары торған. Тик улар был уйынға дини мәғәнә биргән. Атлеттар беренсе көндә ант иткән һәм хоҙайҙарға ҡорбан килтергән.

Баһалаусылар (судьялар) шулай уҡ дөрөҫ баһалауға ант биргән. Артабанғы өс көндә ярыштар уҙғарылған. Иң төп ярыш — бишалыш булған.

Бишалыш ярышы һәр саҡ йүгереүҙәрҙән башланған. Артабан алыҫлыҡҡа һикереү. Был ярыш бик ауыр булған, сөнки ярышыусылар ҡулдарында герҙәр ҡыҫып тотҡан.

Өсөнсө ярыш — һөңгө ырҡытыу, дүртенсеһе — әйләнмә(дискы) ырғытыу торған. Бишенсеһе — көрәш.

Көрәштә еңеүсе булыр өсөн ҡаршы көрәшеүсене өс тапҡыр ергә йығырға тейеш булған.

Тәгәрмәстәр менән ярыш иң ҡыҙыҡ тамаша булған. Ике урында бағаналар ултыртылған. Һәр ҡатнашыусы ошо бағаналарҙы урап сығырға тейеш булған. Әммә ара-тирә йығылыусылар ҙа булған.

Уйындар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо риүәйәттәргә ҡарағанда Олимпия уйындары Идей Гераклының Идаһы хөрмәтенә Кронос ваҡытында уҡ барлыҡҡа килгән. Миф буйынса Рея яңы тыуған Зевсты Дактилгә бирә. Идей Дактилдәренең бишәүһе Крит Идейынан Олимпияға күскән була. Һәм унда Кронс хөрмәтенә храм төҙөлә.

Геракл оло ағалары булараҡ, йүгереү буйынса бар туғандарын еңеп, ҡырағай зәйтүн тажын ала. Шуның хөрмәтенә биш йыл үткәс, Олимпияға килеүсе туғандар араһында ярыштар үткәрергә тейеш була.

Байрамдың килеп сығыуына, шулай уҡ, башҡа легендалар ҙа барлыҡҡа килгән.

Олимпия уйындарына бәйле беренсе тарихи факт булып, Элида батшаһы Ифит менән Спартаның закондар сығарыусыһы Ликургоның был уйынды тергеҙеүе тураһындағы мәғлүмәт тора. Уларҙың исемдәре боронғо дискыларҙа һынландырылған. Ул дискылар Гера храмында беҙҙең эраға тиклемге 2-се быуаттарҙан һаҡланған.

Шул дәүерҙән алып ике ярыш уйындар араһы дүрт йылдан торған. Грецияла иҫәп беҙҙең эраға тиклемге 776 йылдан иҫәпләнгән.

Төрлө илдәрҙең ғалимдәре араһында бөгөнгәсә атлеттар ниндәй ярыш төрҙәре буйынса ярышыуҙары тураһында бәхәстәр бара. Иң киң таралған версия булып йүгереү торған. Әммә артабан тәгәрмәстәрҙә әйләнеү төрө лә ҡушылған.

Ярыштарҙа тик тулы хоҡуҡлы эллиндар ғына ҡатнаша алған. Гректар һәм варварҙар тик тамашасылар булараҡ ҡына килгәндәр.

Һуңғараҡ римлеләр, хужа булараҡ, дини уйындар буйынса үҙгәрештәр индерә алған. Жрецтарҙан башҡа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйынды тамаша ҡылыу хоҡуғына эйә булмағандар. Шулай ҙа, ҡатын ҡыҙҙағар ситтән тороп ҡатнашыу мөмкмнлеге бирелгән. Улар ярышҡа тәгәрмәстәр ебәрә алған.

Бынан тыш маҡсаттарына ынтылыусан ҡатын ҡыҙҙар өсөн гректар махсус уйындар ойошторған. Еңгән ҡатнашыусыға бүләк итеп зәйтүн гөлләмәһе һәм ризыҡтар бирелгән. Шулай уҡ, бүләкте итләтә лә бирергә мөмкин булған.

Олимпиялағы спорт ҡоролмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олимпия стандионы яйлап ҡына, уйындарҙың популярлығы үҫеүенә ҡарап төҙөлгән. Был Боронғо Грецияның минбәрҙәре булған беренсе стадионы. Беҙҙең эраға тиклемге V быуатта модернизация үткәрелгәндән һуң, ул 40 мең тамашасыны һыйҙыра алған. Спорт стадионының үлсәмдәре 212 × 32 метр иәшкил иткән. Ә йүгереү һуҡмағында бер юлы егерме кеше йүгерә алған.

Олимпия ипподромы, шулай уҡ, иҫ китерлек ҙурлыҡта булған. Оҙонлоғо 700 һәм киңлеге 300 метр булған.

Спортсмендар тренировкаһы өсөн Гимнасиялар файҙаланылған. Ул ҡоролма асыҡ ерҙә, әммә ҙурлығы буйынса төп стадион һымаҡ булған. Яндарында көрәшселәр шөғөлләнһен өсөн палестралар булған. Улар эсендә көрәш, ҡул һуғышы, һәм башҡа спорт төрҙәре күнекмәләре өсөн махсус майҙандары булған шаҡмаҡ ҡоролмалар торған.

Беҙҙең эрәғә тиклемге IV быуатта архитектор Леонид олимпия уйындары өсөн «Леонидойон» ауылын төҙөгән. Ул бина 44 калонна менән уратып алынған үҙәк йорттан торған. Дүрт тарафҡа ла асылмалы ишектәре булған. Тышҡы яҡтан 138 июник колонна теҙмәһенән торған колоннада булған.

Олимпия уйындары дини яҡтан мөһим урын тотҡан, шуға күрә Олимпияла ғибәҙәтханалар һәм изге йорттар булған.

Уйындарҙы тыйғандан һуң ҡоролмалар ташландыҡ хәлгә килгән. VI быуаттағы ике көслө ер тетрәү һөҙөмтәһендә биналар емерелгән. Ә ипподром һыу баҫыу һөҙөмтәһендә тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

Хәҙерге сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Латышев. «Очерк греческих древностей» (ч. II, 1889).
  • Обнорский Н. П. Олимпийские игры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Krause, «Olympia» (В., 1838)
  • Bötticher, «Olympia» (Б., 1886)
  • Förster, «De hellanodicis Olympicis» (Лейпциг, 1879)
  • Dissen, «Ueber die Anordnung der Olympischen Spiele» («Kleine Schriften»)
  • Mommsen, «Ueber die Zeit der Olympien» (Лейпциг, 1891)
  • Förster, «Die Sieger in den Olympischen Spielen» (Цвиккау, 1891-92)
  • Gardner a. Jevons, «A manual of Greek antiquities» (Л., 1895)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]