Ҡылыс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡылыс
Рәсем
Асыу датаһы б. э. т. 1200
Код MCN 9307.00.00
Нимәнән тора лезвие[d] һәм эфес[d]
Commons-logo.svg Ҡылыс Викимилектә
Части меча[1].

Ҡылыс — тура йөҙлө сабыу һәм сабыу- ҡаҙау өсөн булдырылған һалҡын ҡорал төрө[2], дөйөмләштереп әйткәндә — тура йөҙлө киҫеүсе ҡорал .

Хәҙерге Рәсәй тарихи ҡоралдар өйрәнеү фәнендә ҡылыс тип ике яғы ла үткер 60 сантиметрҙан оҙонораҡ булған, башлыса сабыу өсөн тәғәйенләнгән тура йөҙлө һөжүм ҡоралын атайҙар. Бер яғы ғына үткер булған тура йөҙлө һалҡын ҡорал палаштар төрөнә инә[2].

Милли стандартта ла шундай уҡ аңлатма бирелә:

Контактное клинковое колющее и рубящее оружие с прямым средним или длинным массивным двухлезвийным клинком[3].

Шуға ҡарамаҫтан, ҡылыс тип яңылыш төрлө кәкре йөҙлө ҡоралдарҙы ла атайҙар. Мәҫәлән, япон ҡоралын, шул иҫәптән катану һәм вакидзаси.

Уларҙы Дәүләт стандарты ике ҡул менән тота торған кәкре ҡылыс (япондар ике яғы ла үткер йөҙлө тура ҡылысты — «цуруги» тип йөрөтә,ә тип— катана төрөндәге, иероглифы аша яҙылғанын атай, ул төрлө осраҡта төрлөсә уҡыла).

Шулай уҡ, улар бер яғы үткер тура йөҙлө ҡоралды айыра, уларҙы палаштар, йә иһә һуғыш бысағы, ҡыҫҡа ҡылыс (тесак), йә иһә фальшион тиҙәр.

Шпага һәм рапираларҙы ҡылыстар тип атау дөрөҫ түгел — улар ҡылыстар менән сығыш яғынан бәйле булһалар ҙа, айырым ҡорал төрөнә инәләр.

Урыҫ теленән айырмалы рәүештә, ҡайһы бер телдәрҙә Рәсәйҙәге ҡорал атамаларына тура килмәгән атамалар бар. Мәҫәлән, инглиз телендәге sword бер яҡлы ла, ике яҡлы ла йөҙлө тура йә иһә кәкре ҡылыс, — тәғәйенләнешенә ҡарап, һүҙҙәр өҫтәлә (dress-sword — букв. «кейем менән йөрөтә торған», еңел ҡорал шпага, граждан кейеме менән йөрөтә торған; back-sword — букв. «ауыр һаплы ҡылыс», бер яҡ йөҙлө, палаш һәм кәкре ҡылыс; һәм башҡа).

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Славян һүҙе меч (чех meč, слов. meč, пол. miecz, босн. mač, хорв. mač) с гот теленән ингән[4], унда антик донъянан килгән булһа кәрәк (грек. μάχαιρα — нож, лат. machaera — ср. мачете). Икенсе версия буйынса, «меч» — дөйөм славян һүҙе, сығышы бидәһеҙ; боронғо герман һүҙенә оҡшаш (maki — «меч»), грузин тлендә ma?va «ҡылыс» < «үткер»[5]. Славян һүҙе «метить» готтарҙың (боронғо германдар) maitan «рубить, резать» һүҙенә тура килә.[6]

  1. Анатомия меча, шпаги, сабли
  2. 2,0 2,1 Вендален Бехайм. Энциклопедия оружия. (перевод с нем. под ред. С. В. Еременко)
  3. ГОСТ Р 51215-98. Холодное оружие: термины и определения.
  4. этимология слова меч
  5. Этимологический словарь русского языка
  6. Этимологический словарь русского языка