Был мәҡәлә сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә

Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәбир Ғибәҙәт улы Сөләймәнов
Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.jpg
Бокс буйынса донъя чемпионы
Эшмәкәрлек төрө:

боксёр

Тыуған көнө:

17 декабрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (36 йәш)

Тыуған урыны:

Илембәт ауылы, Арғаяш районы, Силәбе өлкәһе

Гражданлығы:

АҠШ флагыРәсәй Рәсәй

Атаһы:

Ғибәҙәт Сөләймәнов

Әсәһе:

Шәһиҙә Сөләймәнова

Хәбир Ғибәҙәт улы Сөләймәнов (17 декабрь 1980) — билдәле башҡорт спортсыһы, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусы, Бөтә донъя бокс берекмәһенең «WBO NABO вакант» титулын алыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәбир Сөләймәнов 1980 йылдың 17 декабрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Илембәт ауылында тыуған. Атаһы Ғибәҙәт Сөләймәнов сығышы менән Дәрүиш ауылынан, ә әсәһе Шәһиҙә Сөләймәнова — Һабайҙан[1][2]. Игеҙ туғаны — Сөләймәнов Сабир Ғибәҙәт улы, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы, һәм ҡустыһы Марат бар[2].

Тыуған ауылының башланғыс мәктәбен тамамлап, артабан уҡыуын күрше Дәрүиш урта мәктәбендә дауам итә[2]. Туғаны Сабир менән күрше ауылдағы мәктәпкә йыш ҡына йәйәү йөрөй. Буш ваҡытында атаһы менән һунар иткән. Мәктәптә спорт менән мауыға башлай, райондың шахмат буйынса чемпионы була. Юғары белемде Силәбе ҡалаһының аграр-инженер университетында ала[3].

Бокс буйынса беренсе тренеры — билдәле спортсы, кикбоксинг буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы Салауат Байрамғәлин була. Хәбир игеҙәге Сабир менән бергә 17 йәштән алып үның кикбоксинг мәктәбендә тәрбиәләнә. Башта — Силәбе ҡалаһында, һуңынан — Силәбе өлкәһендә, ә артабан Рәсәйҙә лә еңеүҙәр яулай[3].

Ярыштарҙың береһендә Рәсәйҙән АҠШ-ҡа күсеп киткән бер тренер, игеҙәктәргә кикбоксингты ҡалдырып, үҙенең мәктәбендә Америкала киң таралған бокс менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Хәбир һәм Сабир быға риза була, һәм АҠШ-ҡа оса. Нью-Йорк ҡалаһында бокс менән шөғөлләнә башлай. 2005 йылда Канзас ҡалаһында һәүәҫкәр боксерҙар араһында үткәрелгән «Алтын бирсәткә» исемле ярышта Сабир 54 кг-ға тиклемгеләр араһында — беренсе, ә Хәбир 57 кг-ға тиклемгеләр араһында икенсе урынды яулай. 2006 йылдың декабрендә ошо уҡ турнирҙа бер үк ауырлыҡ категорияла ярышып Сөләймәновтар финалға сығып чемпион исемен яулайҙар[4]. Һуңыраҡ Хәбир Сөләймәнов Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулай[3].

2010 йылда Глендейл (Калифорния) ҡалаһында уҙғарылған Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулына лайыҡ була[5].

Хәбир донъяның ҡайһы мөйөшөндә, ниндәй генә аудитория алдында сығыш яһамаһын, кемгә генә ҡаршы һуғышмаһын — американлығамы, мексиканлығамы — бокс башланыр алдынан башҡорт милли кейеме — елән һәм ҡамсат бүрек — кейеп алып, рингты бер-ике тапҡыр урап сыға. Уны бөтә донъяла тап башҡорт милли кейемендә таныйҙар[3].

Хәбир Сөләймәнов, «БашГизхан» исемле тарихи роман яҙа һәм 2015 йылдың февраль аҙағында Өфөлә был китабының исем туйын үткәрә. Авторҙың үҙ әҫәре буйынса фильм төшөрөргә лә уйы бар[6][7].

Режиссёр Вилүрә Иҫәндәүләтова хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан» киностудияһы Хәбир Сөләймәнов тураһында фильм төшөрөү өҫтөндә эшләй[8].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • бокс буйынса Нью-Йорк чемпионы
  • Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауы
  • Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хәҙер Илембәт ауылы составында.
  2. 2,0 2,1 2,2 Хәлфетдинова Г. Бөркөттәй улдар үҫтереп // Башҡортостан ҡыҙы : журнал. — 2013. — № 3.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ишбулатов И. Америкала башҡорт булып ҡара һин! // Киске Өфө : гәзит. — 2011. — № 39. — С. 9.
  4. Терновая Л. Хабир Сулейманов: «Дома со всеми стараюсь разговаривать на башкирском». Башинформ (2012-08-22). 19 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  5. Слезин Д. Башкирский боксер Хабир Сулейманов снялся в новом голливудском клипе. Башинформ (2011-08-17). 19 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  6. Фәйезов Ә. Билдәле боксер Хәбир Сөләймәнов тарихи роман яҙған. Башинформ (2015-02-27). 19 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  7. Ишбулатов И. Ситтә чемпионлыҡ яулаһан да тыуған ерҙә үҙең булып йәшә // Киске Өфө : гәзит. — 2015. — № 8.
  8. Ҡотлогилдина З. Вилүрә Иҫәндәүләтова: «Кино — халҡыңды донъяға танытыуҙың иң отошло юлы». Башҡортостан (2016-01-05). 19 ғинуар 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]