Эстәлеккә күсергә

Фильм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
16 мм Bolex камераһы.
Чарли Чаплиндың The Bond өнһөҙ фильмынан өҙөк (1918)

Фильм (ингл. film — плёнка, шулай уҡ — кино, кинофильм, телефильм, кинокартина) — кино сәнғәтенең айырым әҫәре. Технология яғынан бер сюжет менән бәйләнгән хәрәкәтләнгән һүрәттәр (монтаж кадрҙары) йыйыны[1]. Һәр монтаж кадры фотографик йәки цифрлы хәрәкәтһеҙ һүрәттәр теҙмәһе. Фильмға шулай уҡ тауыш өҫтәлә.

Фильмдарҙы барлыҡҡа килтереү һәм уйнатыуға бәйле кеше эшмәкәрлеге кинематограф тип атала. Кинематограф үҙ эсенә кино сәнғәте һәм кино индустрияһын ала. Фильмдар хәрәкәтләнгән һүрәттәрҙе кино төшөрөү аппараттары йәки цифрлы камера ярҙамында төшөрөлә, мультипликация һәм махсус эффекттар ҡушылырға мөмкин.

Фильмдар ҡарау хәҙерге заман мәҙәниәте өлөшө. Популяр фильмдар геройҙары һәм актёрҙар билдәлелек яулай, образдары таныла. Фильмдарҙы күпләп ҡарау өсөн махсус кинотеатрҙар төҙөлә. Ғәҙәттә фильм 90—120 минут (1,5—2 сәғәт) бара, өй шарттарында фильмды компьютерҙан ҡарайҙар.

XX быуат башында Рәсәйҙә «фи́льма» тип әйтеү дөрөҫ һаналған, был исем менән шулай киноплёнканы ла йөрөткәндәр].

Кинематографтың барлыҡҡа килеүен 1895 йылдың 28 декабрендә билдәләйҙәр, ул көндә Капуциндар булварында «Гранд кафе»ның бер залында тәүге кинематограф сеансы үткән.

Кинематографҡа тәүге аҙым 1685 йылда, «тылсымлы фонарь» — камера-обскура барлыҡҡа килгәс — эшләнә.

Кинематографҡа икенсе аҙымды 1832 йылда Майкл Фарадей һәм уның иптәше Макс Роджер эшләй. Бар Европа һүрәтте йәнләндерерлек аппарат уйлап табырға тырыша. Фарадей приборы фенакистископ тип атала. Аппаратҡа бер-бер артлы һүрәттәр теҙмәһе өҫтәлгән.

Өсөнсө аҙым 1877 йылда Луи Дагер һәм Жозе Ньепс тарафынан эшләнә. Калифорния губернаторы Леланд Стэнфорд һәм фотограф Эдвард Мейбридж бер ҡыҙыҡлы эксперимент үткәрәләр. Леланд аттар яратҡан, һәм Мейбридж менән «сапҡан саҡта ат тояғын күтәрәме, юҡмы», тип бәхәсләшә. Улар 60 фотокамера алып, сабыш юлының ике яғынан ҡуйып сыға. Ҡаршыһында будкала камераны тикшергән кешеләр ултырған. Фотокамера менән будка араһында бау һуҙылған. Сапҡанда, ат тояғы менән бауҙы тейеп, камераны эшләтеп ебәргән, ат хәрәкәтенең бер фазаһының һүрәте килеп сыҡҡан. Был хәрәкәтте фазаларга бүлеүҙең беренсе маташыуы[2].

Видеоматериалдың документаль (дөрөҫлөгө) буйынса:

  • уйын киноһы, псевдодокументаль кино
  • документаль кино (уйын булмаған кино), документаль-уйынлы кино
  • фәнни-популяр кино (фәнни-мәғрифәтле кино)

Уйын киноһын киләһе билдәләр буйынса айыралар:

  • ваҡытының дауамынан
  • сериялар һаны
  • сығанағына мөнәсәбәте (сценарий сығанағы йәки фильм фекере)
  • аудиовизуаль теҙмәһе, нәфис формаһы
  • новаторлыҡ ҡараш
  • ҡулланыусыһынан (фильмдың маҡсатлы аудиторияһы), шул иҫәптән, күләме буйынса, тамашасылар йәше
  • етештереүсеһе
  • драматургияның төп жанрҙары
  • автор маҡсаттары

Экран ваҡыты буйынса фильмдар төрө:

  • ҡыҫҡа метражлы фильм
  • тулы метражлы фильм

Сериялар һаны буйынса:

  • бер сериялы фильм
  • аҙ сериялы фильм — 2—3 серия
  • куп сериялы фильм (мини-киносериал) — 4—9 серия
  • киносериал — 10—15 серия
  • телесериал — 15 сериянан артыҡ
  • киножурнал — 15 сығаралыштан күберәк

Сығанағына мөнәсәбәте буйынса :

  • нәфис әҫәрҙәр йәки башҡа жанрҙар — әҙәбиәт, компьютер уйындары, комикстар экранизацияһы
  • сығанаҡ фильмдың төрлө дауамы: сиквел, приквел, спин-офф һ.б.
  • Ремейк (фильмды ҡабаттан төшөрөү) һәм йөкмәтеү (фильмдың элекке сюжетын әһәмиәткә алмау)

Аудиовизуаль теҙмәһе, нәфис формаһы буйынса:

  • Тауыш:
    • өнһөҙ кино, шул иҫәптән стилләштерелгән
    • тауышлы кино
  • Һүрәте:
    • аҡ-ҡара кино, шул иҫәптән стилләштерелгән
    • төҫлө кино
  • Мультипликация:
    • анимацион (мультипликацион) фильм
    • кино-анимацион фильм
  • Музыкаль фильмдар, шул иҫәптән хореография өлөштәре менән
  • Шиғри фильмдар
  • Башҡа

Новаторлыҡ ҡараш буйынса:

  • Эксперименталь кино, шул иҫәптән авангард кино
  • Ғәҙәти кино

Ҡулланыусыһынан (фильмдың маҡсатлы аудиторияһы), шул иҫәптән, күләме буйынса, тамашасылар йәше буйынса:

  • Тамашасылар күплеге буйынса:
    • киң тамашасы өсөн кино (блокбастерҙар)
    • артхаус (элитар фильмдар)
  • Тамашасы йәше буйынса:
    • тамашасы йәшенән сикле кино (ғәҙәттә, эротика, ҡотосорғос, триллерҙар, енәйәтле фильмдар), өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән
    • ғаилә киноһы, киң һанлы тамашасы өсөн
    • балалар киноһы

Етештереүсеһе буйынса:

  • Профессиональ кино
  • Һәүәҫкәр кино.

Драматургияның төп жанрҙары буйынса:

Автор маҡсаттары буйынса:

  • Нәфис ҡыҙыҡһыныу — ирекле йәки автор киноһы (андеграунд)
  • Коммерция маҡсатлы — мейнстрим, шулай уҡ рекламалы кино
  • Ижтимағи-сәйәси ҡыҙыҡһыныу (етәкселек иткән элита, сәйәси фирҡәләр, ижтимағи һәм дини берләшмәләр заказы менән) — пропагандалы кино, идеологик кино:
    • ватансылыҡлы кино
    • социаль
    • дини кино
  • Ҡатнаш маҡсаттар

Кинофи́льм — махсус ҡоролма (кинокамера) ярҙамында фотопленкаға билдәле йышлыҡ менән төшөрөлгән фотографик һүрәттәрҙең эҙмә-эҙлеклелеге һәм экранға (шул уҡ йышлыҡ менән) проекция өсөн тәғәйенләнеше. 8 йәки 19 мм киңлектәге кинотаҫмаларҙа төшөрөлгән тар пленкалы (һәүәҫкәр) кинофильмдарҙы, һәм 16 йәки 35 мм киңлектә ғәҙәти объектив йәки махсус киң форматлы насадка ярҙамында кинокамераның һәм кинопроекторҙың кадр тәҙрләре күләмен үҙгәртмәйенсә төшөрөлгән профессиональ фильмдарҙы айыралар. Башта кинофильм «телһеҙ», йәғни ҡара-аҡ кинопленкаға төшөрөлгән кадрҙарҙың эҙмә-эҙлеклегенән ғибәрәт була. «Бөйөк телһеҙҙе» кинотеатрҙарҙа тапёр аккомпанементы аҫтында күрһәтәләр. Технологияларҙы камиллаштырыу тауышты кинопленкаға йәки магнит таҫмаға яҙҙырырға мөмкинлек бирә — 1930 йылдар аҙағында тауышлы кино дәүере башлана. Бынан тыш, төҫлө фото- һәм киноплёнка барлыҡҡа килә.

Фильм производствоһы — күп фильмдар ижади хеҙмәткәрҙәр коллективы тарафынан махсуслашҡан киностудияларҙа постановка барышында төрлө кинотехника сараларын ҡулланып, кино төшөрөү павильондарында, тәбиғи майҙандарҙа һ.б. башҡарыла. Бынан тыш, фәнни, техник һәм уҡыу маҡсаттары өсөн фильмдар ғилми-тикшеренеү институттарының һәм уҡыу йорттарының кинолабораторияларында әҙерләнә. Һәүәҫкәр фильмдарҙы айырым кино һөйөүселәр клубтарҙа, уҡыу йорттарында һәм преприятиеларҙа ойошторолған һәүәҫкәр киностудияларҙа төшөрә[1].

Киноһүрәт сифатының артабанғы үҫеше  1950 йылдар башында тамашасылар араһында киң ппулярлыҡ алған, әммә ҡиммәт һәм киң таралыу өсөн яраҡлы булмаған панорамалы киносистеманың барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Кинематография системаһы панора́малы кино́һының форматы — ныҡ бөгөлгән экран яҡтарының ҙур нисбәте. Панорамалы киноның үҙенсәлеге булып горизонталь күҙаллауҙың ҙур мөйөшө тора, ул кешенең күреү майҙанын арттыра һәм экран ситтәрен күренер күренмәҫ итә[3]. Фильмдарҙы төшөрөү өсөн шундай системалар һүрәтте бер нисә өлөшкә, һәм, ҡағиҙә булараҡ бер нисә кинопленкаға бүлеүҙе ҡуллана. СССР-ҙа һәм башҡа илдәрҙә шундай форматтар ҡыйбатлығы һәм киң кино селтәре менән ярашҡанлығы булмауы арҡаһында киң таралыу алмай. Панорама технологиялары менән төшөрөлгән күп булмаған фильмдар һаны беҙҙә лә, сит илдә лә традицион кинотеатрҙарҙа күрһәтеү өсөн йыш ҡына киң форматҡа яңынан баҫтырылып сығарыла.

Кинопанорама (СССР, 1957 йыл)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет «Кинопанорамаһы» Мәскәүҙә Голдовский Евсей Михайлович етәкселеге аҫтында «Синерама» системаһы нигеҙендә Ғилми-тикшеренеү Кинофотоинститутында әҙерләнә (НИКФИ) һәм 1957 йылда күрһәтелә[3]. Ошо система буйынса төшөрөлгән совет фильмдары күрһәтелгән ҡайһы бер илдәрҙә, ул Soviet Cinerama тип атала. Был технология ҡулланылған беренсе кинотеатр булып Мәскәүҙә Төҫлө бульварҙың 11-се йортондағы «Мир» кинотеатры тора, ул 1958 йылдың февралендә асылған билдәле цирк янында урынлашҡан. Асылыуы ваҡытында ул Европала иң ҙур кинотеатр, ә экранының күләме буйынса (200 м2) донъяла иң ҙуры була. Ул 1220 тамашасыны һыйҙыра, ә беренсе рәттәге урындарҙан экраны горизонталь яҡтан 146° күреү мөйөшө күләме һәм вертикаль буйынса 78° эйә була[4].

Һуңғараҡ кинотеатр киң форматлы фильмдарҙы күрһәтеү өсөн үҙгәртелә[5].

Киң форматлы кино

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
НИКФИ фильм күсермәһенең кадры

Киң форматлы кино́ — кинематография системаларының төрө, уның нигеҙендә стандарт 35-мм киңлегенән артҡан кинопленкалар ята[6] (йышыраҡ 50 мм алып 70 мм тиклем[7]). Киң форматлы киносистемалар ҙур майҙанлы кадрҙар менән айырыла, улар арттырыуҙы талап итмәй һәм ҙур экрандарҙа юғары сифатлы һүрәт алырға мөмкинлек бирә[8]. Киң форматтар ҡыйбатлы панорамалы кинематографияға алмаш булараҡ булдырыла һәм һүрәттәрҙең ялғауһыҙ бер бөтөн һүрәтен бирә. Бейеклектә 5 перфорация һәм киң экранлы кадр менән киңлеге 70-мм кинопленкалы фильм күсермәләрен эшләү өсөн ҡулланыусы киң форматлы системалар ныҡ киң тарала[9]яҡтарҙың нисбәте 2,2:1 (формат «5/70»). Киң форматлы кинематографияның хәҙерге төрө SMPTE нормативтарына ярашлы ISO 2467:2004 стандартына тап килә[10]. Хәҙерге ваҡытта киң форматлы кинола төшөрөү өсөн 65-мм киңлектәге кинопленка һәм сферик аксиаль-симметрик оптика, ә фильм күсермәләрен баҫтырып сығарыу өсөн 70-мм киңлектәге кинопленка ҡулланыла[11]. Киң форматлы киносистемалар тауышлы кинематография барлыҡҡа килеү менән үҫешә башлай. Тауыш сифаты юлдың киңлегенән тора һәм стандарт 35 мм кинопленкала кадр, әгәр фонограмманың киңлеге ныҡ ҙур булһа, квадрат була. Проблеманы киң пленка хәл итә, унда теләһә ниндәй киңлектәге фонограмманы, шулай уҡ ҙур майҙандың киң экранлы һүрәтен баҫтырырға була. Киң форматлы кинематографияны булдырырға маташыу кино барлыҡҡа килгәндең беренсе көндәренән алып башлана, әммә киң форматлы киноны практик ҡулланыу тик XX быуаттың 50-се йылдар уртаһында ғына, анаморфот оптикаһын ҡулланып, 35 мм-лыҡ киң форматлы фильмдарҙы төшөрөү һәм күрһәтеү тәжрибәһе һүрәттең күләменең отошо уның сифатының насарайыуы арҡаһында өлгәшеүен күрһәткәндән һуң башлана. Киң форматлы киноны булдырыу кинематоргаф үҫешендә яңы этап башланыуын аңлата, ул экран һүрәтенең сифатын насарайтмай ғына уның күләмен арттырырыу менән айырылып тора, был кинопленканы икеләтә киңлектә ҡулланыу һәм 6-каналлы стереофон яҙыуы системаһын ҡулланыу арҡаһында өлгәшелә. Ҡайһы бер киң форматлы кино системаларында киң кинопленка менән бер рәттән бер үк ваҡытта һүрәтте оптик ысул менән үҙгәртеү ҡулланыла[7].

Ябай перфорация менән 2×8 мм киноплёнка өсөн һәүәҫкәр кинокамера «Кварц-М»
«Super» тибындағы перфорация менән икеләтә 8-мм киноплёнка өсөн һәүәҫкәр кинокамера «Кварц-2×8С-3»
16-мм киноплёнка өсөн кинокамера «Красногорск-2»

Һәүәҫкәр кино́ (кино һөйөү) — хобби йәки кинематограф сараларын һәм ысулдарын ҡулланыу менән үҙешмәкәр ижадтың бер төрө. Кинематоргаф өлкәһенең беренсе эксперимент дәүерендә һәүәҫкәр һәм профессиональ киноға ҡәтғи айырыу булмай. Шулай итеп, теге йәки был коллективты (төркөмдө), шулай уҡ киноһәүәҫкәр кинематографҡа теге йәки был ҡоролманы ҡулланыу кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙәр тарафынан атау яҡынса 1920 йылдарға тиклем ирекле була. 1970 йылдарға яйлап күп тамашасыға кинотеатрҙарҙа күрһәтеү 35 мм киңлектәге кинопленкаға ҡараған классификация барлыҡҡа килә, ә тарырағы һәүәҫкәр кинола ҡулланыла. Һәүәҫкәр кино күп илдәрҙә бар һәм профессиональ кинематограф менән бер үк ваҡытта барлыҡҡа килә. Һәүәҫкәр фотография кеүек үк, һөҙөмтәлә тар пленкаға, бәләкәй форматҡа, әҙ бюджетҡа йүнәлтелгән бөтөн индустрия үҫешә.

Кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙең байтаҡ сығымдары (матди, шулай уҡ ваҡыт) фильмға киноплёнка һәм уның химик һәм фотографик эшкәртеүе тәшкил итә. Был сығымдарҙы кәметергә тырышыу һәүәҫкәр кинематографтяң төп үҙенсәлеген билдәләй.

  • СССР-ҙа тар негатив һәм позитив киноплёнка һатыуҙа бик һирәк була. Кино күсереү аппараттары кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙәр өсөн әҙ партияла сығарылды, мәҫәлән, КАУ-16[12]) һәм тик һәүәҫкәр берләшмәләргә генә мөмкин булды. Бынан тыш, 8 мм фильмдарҙың баҫтырып сығарыу өсөн яраҡлы булған «Экран» кинокамералары сығарылды, әммә технология ҡатмарлығы һәм бәдәкәй форматта һүрәт сифатының насар булыуы һәүәҫкәр баҫтырып сығарыуҙы экзотика яһаны.
  • СССР-ҙа йорт һәүәҫкәр кино төшөрөү «8 мм» или «Super-8» («8 мм тип С») форматтағы кинопленкала төшөрөлдө. Фильмдың оҙонлоғон арттырыу өсөн икеләтә перфорация менән 16 мм плёнка сығарылды, ул «2×8 мм» тип билдәләнде. «16 мм» кинопленкаһы башлыса түңәрәктәрҙә һәм клубтарҙа ҡулланылды. Йорт кино төшөрөү һәүәҫкәрлеге аппаратураның ҡыйбатлығы, уның ҙур күләме һәм ауырлығы, шулай уҡ кинопленканың ҙур хаҡы арҡаһында тотҡарланды.

Йорт кино төшөрөүсе һәүәҫкәр өсөн мотлаҡ кәрәк була:

  • запас кинопленка йәки кассеталар менән кинокамера,
  • ҡара-аҡ йәки төҫлө кинопленканы лаборатор эшкәртеү өсөн химикаттар,шулай уҡ лаборатор һауыт-һаба һәм термометр,
  • киноплёнканы сығарыу өсөн бәләкәй һауыт.
  • киноплёнканы киптереү өсөн киптергес,
    • СССР-ҙың эре ҡалаларында фотопленканы эшкәртеү өсөн үҙәкләштерелгән эшкәтреү мөмкин була
  • плёнка өсөн ҡырҡҡыс (әгәр икеләтә 8-мм плёнка ҡулланылһа),
  • төшөрөлгән фильмды ҡарау, монтажлау һәм йәбештереү өсөн монтажлау өҫтәле (ҡайһы саҡта был маҡсат өсөн кинопроектор йәки фильм каналы менән махсус ҙурайта торған быяла ҡулланылған),
  • монтажланған фильмды урау өсөн махсус бобиналар,
  • 8 мм фильмдарға тауыш биреү өсөн көнкүреш бобина магнитофонына синхронизатор,
  • төшөрөлгән фильмды күрһәтеү өсөн кинопроектор һәм күсмә экран (йыш ҡына аҡ простыня),
  • фильмды урау өсөн станок (йышыраҡ ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләнә),
  • киноплёнканы йәбештереү өсөн пресс һәм махсус кино елеме (һуңыраҡ кассеталарҙа скотч сығара башланылар]]).

Көнкүреш видеокамералары һәм видеомагнитофондары таралыу менән һәүәҫкәр фильмдар видеокассеталарға төшөрөлә башлай. Әлеге ваҡытта видео төшөрөү һәүәҫкәрлеге тулыһынса кино төшөрөү һәүәҫкәрлеген ҡыҫырыҡлап сығарҙы, ә төшөрөү ҡоролмалары һәм тар кинопленкалар сығарылмай.

  1. 1,0 1,1 Е. А. Иофис. Фильм. 2014 йыл 7 ноябрь архивланған. БСЭ — 1969—1978.
  2. Даровский В.
  3. 3,0 3,1 И. Б. Гордийчук, В. Г. Пелль. Справочник кинооператора / Н. Н. Жердецкая. — М.,: «Искусство», 1979. — С. 38—48. — 440 с.
  4. Приглашает сферорама // Наука и жизнь. — 1988. — № 4. — С. 33—35.
  5. Панорамное кино. Кинотеатр «Круговая кинопанорама» (2006). Дата обращения: 12 май 2012.
  6. И. Б. Гордийчук, В. Г. Пелль. Раздел I. Системы кинематографа // Справочник кинооператора / Н. Н. Жердецкая. — М.,: «Искусство», 1979. — С. 25—34. — 440 с.
  7. 7,0 7,1 [ Широкоформатное кино] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  8. Relative Frame Dimensions (ингл.). The American WideScreen Museum. Дата обращения: 12 май 2012. Архивировано 18 июнь 2012 года.
  9. Aspect ratios (ингл.). The Letterbox and Widescreen Advocacy Page. Дата обращения: 9 май 2012. Архивировано 18 июнь 2012 года.
  10. ISO 2467:2004 (ингл.). ANSI. Дата обращения: 21 август 2012. Архивировано 3 октябрь 2012 года.
  11. Типы и форматы киноплёнки 39. Kodak. Дата обращения: 9 май 2012. Архивировано 10 май 2012 года. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  12. Г. Андерег, Н. Панфилов. Справочная книга кинолюбителя / Д. Н. Шемякин. — Л.,: «Лениздат», 1977. — С. 252. — 368 с.
  • Розенталь Д. Э., Теленкова М. А. Словарь трудностей русского языка. — М.,: «Русский язык», 1976. — С. 646. — 696 с..
  • Лукин В. В., Микрофильмирование, его настоящее и будущее, «США. Экономика, политика, идеология», 1973, № 4.
  • Механизация инженерно-технического и управленческого труда. Справочная книга, под ред. И. И. Кандаурова, Л., 1973.