Эстәлеккә күсергә

Елән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ялан башҡорттары менән Ҡазан ҡатын-ҡыҙҙары. Braun & Schneider. 1861—1880 йылдар тирәһе.
Һулдағы ир елән кейгән
Башҡорт милли кейеме байрамы, 2016 йыл.
Башҡорт милли кейеме байрамы, 2016 йыл.

Елән (урыҫса зилян) — Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа кейгән. Еңле, мамыҡ һалмай тегелгән эслекле, киң таралған оҙон кейем. Бишмәт, кәзәкей, камзул, күлдәк өҫтөнән елбәгәй йә ҡаптырма менән эләктереп кейгәндәр. Ғәҙәттә кешелеккә, байрамдарға кейә торған кейем, ҡалымға ла һалғандар. Мари, татар, сыуаш халыҡтарында ла булған.

Ирҙәр өсөн билһеҙ итеп, тура төшөрөп, ҡараһыу, кер күтәрмәле төҫтәрҙәге мамыҡ, ебәк, бәрхәт, атлас туҡымаларҙан теккәндәр. Еңдәрен, итәген, салғыйын уҡа менән ситләгәндәр, ҡыҙыл, ҡомас төҫлө туҡыманан биҙәк һалғандар.

Ҡатын-ҡыҙ еләне билләп, итәге аҫҡа табан киңәйтеп тегелгән. Асыҡ төҫтәге бәрхәттән, ебәктән, ҡара сатиндан теккәндәр. Түш-яурынына, бөйөрҙәренә уҡа-суҡ, тәңкә-мәрйен таҡҡандар. Еңенә, итәгенә, салғыйына ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтәге туҡымаларҙан семәрләп биҙәк һалғандар, уҡа, тәңкә теккәндәр. Өсмөйөшләп яурынса беркетеп, ҡабырсаҡ менән биҙәгәндәр.

  • Атлас елән
  • Батышай елән
  • Бәрхәт елән
  • Ебәк елән
  • Ҡытат елән
  • Уҡалы елән
  • Әҙрәс елән
  • Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү: «Русский язык», 1993. 1-се том — 319-сы бит.
  • Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
  • Женская одежда северных башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. I. Уфа, 1962.
  • Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — № 3, 2005.
  • Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
  • Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
  • Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.