Авижанская София Александровна
София Александровна Авижанская | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
фольклор, этнография |
Эшләгән урыны |
СССР халыҡтары этнографияһы музейы |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре кандидаты |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
София Авижанская |
Авижанская София Александровна (5 декабрь 1920 йыл — 2014 йыл, Бруклин, АҠШ) — СССР-ҙың ғалим-фольклорсыһы, этнография һәм музей белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1946).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]София Александровна Авижанская 1920 йылдың 5 декабрендә Петроград ҡалаһында хеҙмәткәр Авижанский Александр Львович һәм Авижанская Прасковья Матвеевна ғаиләһендә тыуа.
1938 йылда мәктәпте тамамлағас, Ленинград дәүләт университеты филология факультетының этнография бүлексәһенә уҡырға инә. 1942—1945 йылдарҙа София Александровна этнография кафедраһында аспирантурала уҡый.
1945 йылдың 27 майында «Рус эпосында атай менән улдың көрәш сюжеты» темаһы буйынса «филология фәндәренең кандидаты» ғилми дәрәжәһе өсөн диссертацияһын яҡлай. Етәксеһе ЛДУ-ның филология кафедраһы мөдире, билдәле филолог-фольклорсы Пропп Владимир Яковлевич була.
Аспирантураны тамамлағас, Ленинградтағы Дәүләт этнография музейына эшкә ебәрелә. Шунда София Авижанская Волга буйы һәм Урал бүлексәһенең ғилми хеҙмәткәре, методика секторы мөдире була. Ә 1966 йылдан этнография музейының директоры урынбаҫары вазифаһын биләй.
1956—1969 йылдарҙа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорттар йәшәгән райондары буйлап биш этнографик экспедицияла ҡатнаша, традицион биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре, башҡорт кейеме элементтары коллекциялары һәм башҡа ҙур әһәмиәтле әйберҙәр йыя.
София Александровна — башҡорт халҡының биҙәү‑ҡулланма сәнғәте (биҙәкләп бәйләү, металды художестволы эшкәртеү һ.б.) буйынса ғилми эштәрҙең авторы.
1980 йылдың 1 авгусында София Авижанская этнография музейында 35 йыл эшләгәндән һуң пенсияға сыға. 1990-сы йылдарҙың башында Америка Ҡушма Штаттарының Бостон ҡалаһына йәшәргә күсә.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Этнографические коллекции по башкирам Государственного музея этнографии народов СССР // Башҡортостандың археологияһы һәм этнографияһы. Т.1. Өфө, 1962 (авторҙ.)
- Декоративно‑прикладное искусство башкир. Өфө, 1964 (авторҙ.)
- Народное искусство башкир: альбом. Л., 1968 (авторҙ.).
- Опыт использования этнографических материалов в научно-атеистической пропаганде // Материалы о работе и истории этнографических музеев и выставок. М., 1972. 84-98 б.
- Пропаганда ленинской национальной политики и показ современности в ГМЭ народов СССР // Труды Центрального музея революции СССР. М., 1973. 6 сығ. 69-78 б.
- Каталог-указатель. Краткое описание коллекций отдела народов Поволжья и Приуралья ГМЭ народов СССР // Музеи и современность. М., 1975. 186-281 б. (авторҙ.)
- Новая экспозиция ГМЭ народов СССР // СЭ. 1978. № 1. 155-160 б.
- Этнографические коллекции мирового значения ГМЭ народов СССР // Музейное дело в СССР. М., 1980. 105-112 б.
- К вопросу об изучении и научном описании предметов этнографии в процессе комплектования и научной обработки // Труды НИИ культуры. М., 1980. 90 сығ. 81-102 б. (авторҙ.)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]София Александровна Елена исемле ҡыҙын һәм Григорий исемле улын тәрбиәләй.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Решетов А.М., Авижанская С.А. // Башҡорт энциклопедияһы. Өфө, 2005. Т. 1. 38 б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авижанская София Александровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2020)
- ОТЕЧЕСТВЕННЫЕ ЭТНОГРАФЫ И АНТРОПОЛОГИ. XX ВЕК 2022 йыл 6 февраль архивланған.
- Авижанская София Александровна
- 5 декабрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 11 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2014 йылда вафат булғандар
- Филология фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- СССР фольклорсылары
- СССР этнографтары
- Алфавит буйынса этнографтар
- ХХ быуат этнографтары
- Рәсәй этнографтары
- Рәсәй фольклорсылары
- Башҡортостан шәхестәре