Ҡурған өлкәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Ҡурған өлкәһе

Flag of Kurgan Oblast.svg Coat of arms of Kurgan Oblast.svg

Map of Russia - Kurgan Oblast (2008-03).svg

Административ үҙәк

Ҡурған ҡалаһы

Майҙаны

46-сы

- Барлығы
- һыу өҫтө %

71 488 км²
0,4

Халҡы

53-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

885 759 (2013)

12.39 кеше/км²

ТТП

62-се

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

115,2 млрд. һум (2010)

111,3 мең һум

Федераль округ

Урал федераль округы

Губернатор

Кокорин Алексей Геннадьевич[1]

Губернаторҙың беренсе урынбаҫары

Путмин Сергей Геннадьевич

Ҡурған өлкәһе Дума рәйесе

Хабаров Владимир Петрович

РФ субъекты коды

45

ISO 3166-2 коды

RU-KGN

Сәғәт бүлкәте

Екатеринбург ваҡыты

Бүләктәре:

Ленин ордены

Ҡурған өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы төбәге, Урал федераль округына инә. 1943 йылдың 6 феврелендә ойошторолған. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба.

География[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш-Себер тигеҙлегенең көньяғында урынлашҡан. Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан менән сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. Майҙаны — 71 мең км2.

Халҡы[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы — 0,9 млн кеше, шул иҫәптән 12,3 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 12,7 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе — 2,8 мең кеше. Урбанизация — 54,6 %; ҙур ҡалалары — Ҡурған, Шадринск. Иҡтисади әүҙем халҡының һаны — 473 мең кеше. Миграция иҫәбенә кәмеүе — 4,2 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 90, татарҙар — 1,9, башҡорттар — 1,4. Ҡурған өлкәһе башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай.

Тарих[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

16 быуат уртаһына тиклем Ҡурған өлкәһенең хәҙерге биләмәләре Себер ханлығында була, уға Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә, Исәт, Мейәс, Уй ылғалары буйында йәшәгән башҡорттарҙың ерҙәре инә. Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Себер даруғаһының Ҡатай, Ҡалмаҡ һәм Һарт улустары, 1919 йылға тиклем — Силәбе өйәҙе, 1919—22 йылдар — Ялан кантоны, 1943 йылда өлкәнең Әлмән һәм Сафакүл райондары башҡорттар айырыуса тупланып йәшәгән территориялар иҫәбенә инә.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурған өлкәһе Уставына ярашлы, дәүләт власы суд, башҡарма һәм ҡанундар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡурған өлкәһе Губернаторы — өлкә башлығы һәм төбәктең иң юғары вазифалы кешеһе[2]. Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе. Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡурған өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.

Суд власы[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурған өлкәһе суд системаһы составында:

  • Ҡурған өлкәһе суды, Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды
  • Ҡурған өлкәһе арбитраж суды, Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өлкә Парламенты — Ҡурған өлкәһе думаһы.

Административ ҡоролошо[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

Өлкәлә 24 муниципаль район һәм 2 ҡала округы бар.

Муниципаль райондар
Ҡурған өлкәһенең административ ҡоролошо
  1. Әлмән районы
  2. Белозерский районы
  3. Варгаши районы
  4. Далмат районы
  5. Звериноголовский районы
  6. Каргаполье районы
  7. Ҡатай районы
  8. Кетов районы
  9. Ҡортамыш районы
  10. Лебяжье районы
  11. Маҡуш районы
  12. Мишкин районы
  13. Мокроус районы
  14. Петухов районы
  15. Половинское районы
  16. Тубыл яны районы
  17. Сафакүл районы
  18. Сиҙәм (Целинный) районы
  19. Частоозерье районы
  20. Шадрин районы
  21. Шатров районы
  22. Шумиха районы
  23. Щучье районы
  24. Юрғамыш районы
Ҡала округттары
  1. Шадринск
  2. Ҡурған

Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан м‑н Ҡурған өлкәһе араһында Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә (1995), Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1998), Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2006) ҡул ҡуйылған. Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе араһында сауҙа әйләнеше 2006 йылда 1485,8 млн һум тәшкил иткән. Башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре, 18 башҡорт фольклор, шул иҫәптән өс балалар коллективы эшләй. 1995 йылдан башлап өлкә радиоһында башҡорт телендә ай һайын «Тыуған яҡ» тапшырыуы сыға. Райондың 17 мәктәбендә (7‑һендә башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ өйрәнелә) башҡорт халҡының тарихы һәм әҙәбиәте буйынса факультативтар, түңәрәктәр ойошторола. Әлмән районы Тәңрекүл урта мәктәбе башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса методик үҙәк итеп билдәләнгән.

2005 йылдан башлап Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе ғилми һәм медицина учреждениелары араһында үҙ‑ара хеҙмәттәшлек үҫешә, атап әйткәндә, Ҡурған ҡалаһындағы академик Г. А. Илизаров исемендәге «Тергеҙеү травматологияһы һәм ортопедияһы» Рәсәй ғилми үҙәге Башҡортостандың медицина учреждениеларына консультатив һәм методик ярҙам күрһәтә. Ҡурған өлкәһендә тыуған Ғ. С.Ғәлиуллина, Ш. Ә.Манатов, Д. П.Соколов, Ғ. Ғ.Тағанов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан менән бәйле.

Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе иҡтисад өлкәһендә төбәк-ара бәйләнеште лә йылдың-йылы әүҙемләштерә. 2016 йылдың мартында өлкәнең Ҡортамыш районы менән иҡтисади мәсьәләләрҙе үҫтереү, тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау, байытыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Вики-тексты үҙгәртергә]