Юрғамыш районы
Юргамышский районы — Рәсәйҙең Ҡурған өлкәһенең административ-территориаль берәмеге (район) һәм муниципаль берәмеге (муниципаль район).
Административ үҙәге — ҡала тибындағы Юрғамыш ҡасабаһы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район Ҡурған өлкәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, өлкәнең Каргаполь, Кет, Ҡуртамыш, Мишкә райондары менән сиктәш. Район биләмәһен көнбайыштан көнсығышҡа Көньяҡ Урал тимер юлы һәм «Байкал» автомобиль магистрале киҫеп үтә. Районда тимер рудаһы запасы, бентонит балсыҡ, кирбес балсығы бар.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[16] | 2008 | 2009[17] | 2010[18] | 2011[19] | 2012[20] | 2013[21] |
24 666 | ↘23 078 | ↘22 741 | ↘20 886 | ↘20 865 | ↘20 670 | ↘20 326 |
2014[22] | 2015[23] | |||||
↘20 042 | ↘19 673 |
- Урбанизация
Район халҡының 40,57%-ы (ҡала тибындағы Юрғамыш ҡасабаһы) ҡала шарттарында йәшәй.
- Демография
Районда даими йәшәүсе халыҡ һаны кәмей: 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, статистика мәғлүмәттәре буйынса, Юрғамыш районында 22741 кеше йәшәгән, 2008 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 23078 кеше тәшкил иткән, йәғни үткән бер йыл эсендә 337 кешегә кәмей, шуларҙан 59 кеше — халыҡтың тәбиғи кәмеүе һәм 278 кеше миграция иҫәбенә. Дөйөм халыҡ һанынан 11960 кеше (16 йәштән 18 йәшкә тиклемге граждандарҙы ла иҫәпкә алып) йәки 52,6%-ы хеҙмәткә яраҡлы граждан, 16 йәшкә тиклемге балалар — 4047 кеше йәки 17,8 %, пенсионерҙар — 6734 кеше йәки 29,6 %. 2008 йылда 338 кеше тыуған, был 2007 йыл кимәленән 39 кешегә күберәк, 2008 йылда 395 кеше вафат булған, был 2007 йыл кимәленән 16 кешегә күберәк. Үлемдең тыуымдан артыуы 2007 йылда 1,27 тапҡыр, 2008 йылда 1,17 тапҡыр кәмегән. Тәбиғи кәмеү 2007 йылда 80 кеше булһа, 2008 йылда — 57 кеше. Район үҙәге Юрғамышта 2008 йылда 115 бала тыуыуы теркәлгән, 106 кеше вафат булған, тәбиғи үҫеш коэффициенты 0,99 тәшкил итә.
Территориаль ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ-территориаль ҡоролошо буйынса, район ошондай административ-территориаль берәмектәргә бүленгән: район буйһоноуындағы 1 ҡала тибындағы ҡасаба һәм 11 ауыл Советы.[24][25]
Ммуниципаль ҡоролошо сиктәрендә, Юрғамыш муниципаль районына 12 муниципаль берәмек инә, шул иҫәптән 1 ҡала биләмәһе һәм 11 ауыл биләмәһе[26].
№ | Муниципаль берәмек | Административ үҙәк | Тораҡ пункттарының һаны | Халҡы (кеше) | Майҙаны (км²) |
---|---|---|---|---|---|
Ҡала биләмәһе: | |||||
1 | Юрғамыш ҡасаба Советы | ҡала тибындағы Юрғамыш ҡасабаһы | 5 | ↘8966[23] | 25,45 |
Сельские поселения: | |||||
2 | Вилкино ауыл Советы | Вилкино ауылы | 4 | ↘519[23] | 151,31 |
3 | Гагарье ауыл Советы | Гагарье ауылы | 3 | ↘651[23] | 172,50 |
4 | Горохово ауыл Советы | Горохово ауылы | 4 | ↘1065[23] | 139,26 |
5 | Караси ауыл Советы | Караси ауылы | 6 | ↗781[23] | 166,41 |
6 | Кипель ауыл Советы | Кипель ауылы | 5 | ↘1233[23] | 179,55 |
7 | Кислянское ауыл Советы | Кислянское ауылы | 15 | ↘1637[23] | 309,48 |
8 | Красный Уралец ауыл Советы | Красный Уралец ауылы | 3 | ↘878[23] | 171,10 |
Малое Белое ауыл Советы | Малое Белое ауылы | 5 | ↘603[23] | 246,23 | |
9 | Островское ауыл Советы | Губерля ауылы | 6 | ↘736[23] | 380,00 |
10 | Пески ауыл Советы | Пески ауылы | 2 | ↘305[23] | 92,15 |
11 | Скоблино ауыл Советы | Скоблино ауылы | 2 | ↘701[23] | 151,49 |
Таловка ауыл Советы | Таловка ауылы | 3 | ↘301[23] | 99,29 | |
Фадюшино ауыл Советы | Фадюшино ауылы | 2 | ↘432[23] | 99,79 | |
12 | Чинеево ауыл Советы | Чинеево ауылы | 7 | ↘865[23] | 202,56 |
Ҡурған өлкәһенең 2018 йылдың 20 сентябрендәге 89-сы номерлы законы менән, бөтөрөлгән Таловка ауыл Советының бөтә өс тораҡ пункттары Скоблин ауыл Советы составына индерелә[27].
Ҡурған өлкәһенең 2018 йылдың 4 декабрендәге 154-се номерлы законы менән, бөтөрөлгән Малое Белое һәм Фадюшино ауыл Советтарының бөтә тораҡ пункттары 2018 йылдың 17 декабренән Кислянское ауыл Советы составына индерелә[28].
Тораҡ пункттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрғамыш районында 65 тораҡ пункты бар.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы производствоһы тәшкил итә. Райондың эре ауыл хужалығы предприятиелары — эре мөгөҙлө мал үрсетеүгә һәм иген культуралары үҫтереүгә махсуслашҡан «Путь к коммунизму» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, иген культуралары үҫтереүсе «Полесье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт. Эшкәртеүсе предприятие «ВИТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, шулай уҡ «Юрғамыш элеваторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тотороҡло үҫешәләр. Сәнәғәт предприятиелары: ауыр иреүсән балсыҡ сығарыусы «Бентонит» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Новый Мир ҡасабаһында урынлашҡан Ҡурған нефть үткәргес идаралығы Юрғамыш ЛПДС-ы (һыҙыҡлы производство диспетчер станцияһы). 2008 йыл өсөн бөтә предприятиелар буйынса сәнәғәт продукцияһы күләме 763 млн. һум тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области (урыҫ)
- ↑ Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ 18,00 18,01 18,02 18,03 18,04 18,05 18,06 18,07 18,08 18,09 18,10 18,11 18,12 18,13 18,14 18,15 18,16 18,17 18,18 18,19 18,20 18,21 18,22 18,23 18,24 18,25 18,26 18,27 18,28 18,29 18,30 18,31 18,32 18,33 18,34 18,35 18,36 18,37 18,38 18,39 18,40 18,41 18,42 18,43 18,44 18,45 18,46 18,47 18,48 18,49 18,50 18,51 18,52 18,53 18,54 18,55 18,56 18,57 18,58 18,59 18,60 18,61 18,62 18,63 18,64 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ 23,00 23,01 23,02 23,03 23,04 23,05 23,06 23,07 23,08 23,09 23,10 23,11 23,12 23,13 23,14 23,15 23,16 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Закон Курганской области «Об административно-территориальном устройстве Курганской области»
- ↑ Устав Курганской области
- ↑ ЗАКОН КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ от 06 июля 2004 года N 419 «О наделении муниципальных образований статусом городского округа, муниципального района, сельского поселения, городского поселения, о месте нахождения представительных органов муниципальных районов, сельских поселений, об установлении наименований представительных органов муниципальных образований, глав муниципальных образований, местных администраций (исполнительно-распорядительных органов муниципальных образований)»
- ↑ Закон Курганской области от 20 сентября 2018 года N 89 «О преобразовании муниципальных образований Скоблинский сельсовет и Таловский сельсовет, входящих в состав Юргамышского района Курганской области, путем их объединения и внесении изменений в некоторые законы Курганской области»
- ↑ Закон Курганской области от 4 декабря 2018 года N 154 «О преобразовании муниципальных образований Кислянский сельсовет, Малобеловский сельсовет и Фадюшинский сельсовет, входящих в состав Юргамышского района Курганской области, путем их объединения и внесении изменений в некоторые законы Курганской области»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район на сайте Курганской областной Думы 2021 йыл 28 ғинуар архивланған.
- Официальный сайт района