Щучье (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Щучье
Флаг[d]
Flag of Shchuche (Kurgan oblast).pngCoat of Arms of Schuche (2013).jpg
Нигеҙләү датаһы 1750
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ үҙәге Городское поселение город Щучье[d][1] һәм Щучье районы[1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение город Щучье[d][1]
Халыҡ һаны 9711 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 165 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Майҙан 35 км²
Почта индексы 641010
Рәсми сайт xn----etbdf6ban1a0bs9a.xn--p1ai
Урындағы телефон коды 35244

Щучье — ҡала. Рәсәй, Ҡурған өлкәһе Щучье районының административ үҙәге. 1750 йылда барлыҡҡа килгән; 1945 йылда ҡала статусын алған.

Административ-территориаль ҡоролош сиктәрендә район ҡарамағындағы ҡала булып тора[3][4]. Муниципаль ҡоролош сиктәрендә ҡала биләмәһе статусына эйә Щучье ҡалаһы муниципаль берәмек барлыҡҡа килтерә, ҡала уның составында берҙән-бер тораҡ пункт булып тора[5][6].

Халҡы 9476 кеше (2020).

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло быуын хәтерләүенсә, уларҙың ата-бабалары Тамбов, Пермь, Курск һәм Орел губернаһынан, алпауыттарҙың ҡанһыҙлығынан ҡотолоу өсөн Урал тауын артылып, билдәһеҙ күл янында төпләнгәндәр. Күлдә суртан күп булған, шуға күрә Щучье (Суртанлы) тип исем бирелгән[7].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурған ҡалаһынан 176 саҡрым көнбайышҡараҡ һәм «Иртыш» Р254 федераль автомобиль юлынан көньяҡҡа табан 3 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡала аша Транссиб тарихи юлы үтә. Көньяҡ-Урал тимер юлының Щучья тимер юл станцияһы бар.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1750 йылда барлыҡҡа килгән. Немец ғалимы, энциклопедист, тәбиғәт фәндәре белгесе Петер Симондың (Пётр Симон) маршруты Урал аръяғы Сумләк биҫтәһе Пивкино ауылында башланған һәм был төбәк тураһында иҫтәлектәр баҫып сығарған («Путешествие по разным местам Российского Государства». Часть вторая. Книга вторая. 1770 г.)

1837 йылдың 7 июнендә Силәбе аша үтеп барышлай император Александр II булып киткән. Уның свитаһында билдәле шағир Василий Андреевич Жуковский ҙа булған, ул ошо төбәктәрҙе бик күп һүрәткә төшөрөп алған.

1923 йылға тиклем Щучье ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Сухобор улусы составына ингән. 1924 йылдың 28 февралендә Урал өлкәһенең Силәбе өйәҙе Щучье районы ойошторола, ә Щучье ауылы район үҙәгенә әйләнә. 1929-1930 йылда Көньяҡ Уралда тәүге Щучье МТС-ы төҙөлә.

1941 йылда Щучье ҡасабаһына Брянск һәм Прилуки ҡалаларынан ике заводтың ҡорамалдары эвакуациялана. Завод Щучье МТС-ы бинаһында урынлашҡан. Һуғыш ваҡытында танкылар һәм самолёттар өсөн ут һүндергестәр, шулай уҡ миномёттар өсөн мина сығарыу яйға һалына. Һуғыштан һуңғы осорҙа ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының янғынға ҡаршы машиналар эшләү заводы була. Ут һүндергестәр 34 илгә етештереп һатыла. Хәҙер завод эшләмәй.

Бөйөк Ватан һуғышына райондан 9324 яугир фронтҡа китә, 5217 һалдат һәм офицер һуғыш яланынан ҡайта алмаған.

1942 йылдың йәйендә Щучье эшселәр ҡасабаһы булып китә[8].

1945 йылдың 16 майында Щучье ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.

1974 йылда Сүмләк станцияһы Көньяҡ Урал тимер юлының Щучье станцияһы тип атала башлай.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1939[9]1959[10]1970[11]1979[12]1989[13]1992[9]1996[9]
760010 27210 82210 37911 09411 00010 800
1998[9]2000[9]2001[9]2002[14]2003[9]2005[9]2006[9]
10 70010 90011 00010 60210 60010 70010 700
2007[9]2008[9]2009[15]2010[16]2011[17]2012[18]2013[19]
10 70010 80010 96310 97310 95610 79310 743
2014[20]2015[21]
10 57710 310

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала халыҡ иҫәбе буйынса Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһынан 941-се урында була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  3. Закон Курганской области «Об административно-территориальном устройстве Курганской области»
  4. Устав Курганской области
  5. Закон Курганской области от 3 декабря 2004 года № 883 «Об установлении границ муниципального образования города Щучье, входящего в состав муниципального образования Щучанского района»
  6. ЗАКОН КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ от 06 июля 2004 года N 419 «О наделении муниципальных образований статусом городского округа, муниципального района, сельского поселения, городского поселения, о месте нахождения представительных органов муниципальных районов, сельских поселений, об установлении наименований представительных органов муниципальных образований, глав муниципальных образований, местных администраций (исполнительно-распорядительных органов муниципальных образований)»
  7. История названия города.
  8. Ведомости Верховного Совета СССР. № 39 (198), 1942 г.
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 Народная энциклопедия «Мой город». Щучье (Курганская область)
  10. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  11. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  12. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  13. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  15. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  16. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 июнь 2014. 21 июнь 2014 тикшерелгән.
  17. Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  20. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Официальный сайт Администрации города Щучье Курганской области..
    • «Борьба за власть в Шадринском уезде Пермской губернии в 1917—1920 гг.» А. А. Пашков.
    • « От Тюмени до Америки». Типикина Л. А.. * Газета « Союзная мысль» от 9 апреля 1917 года. * Энциклопедия города Челябинска. *"Великий поворот в деревне" Юж. Ур.кн.изд.1965 год. «Жертвы политического террора в СССР» (2007 г.). *Газета"Коммерсант" № 81 от 15 мая 2019 года. Книга «Щучанскому району — 95 лет». «Церковно-приходские школы Оренбургской епархии (1864—1917 г.г.)…стр.3».