Эстәлеккә күсергә

Алакүл (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алакүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Алакүл (рус. Алакуль) — Рәсәй, Ҡурған өлкәһе Шучье районында, Тубыл һәм Мейәс йылғалары араһында урынлашҡан күл.

Күл тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килгән, төрлө яҡтан сикләнгән, һыуы тоҙлораҡ. Күлдең уртаһында утрау урынлашҡан. Һыу ятҡылығы түңәрәк һауыт рәүешле, майҙаны 18 м2[2] Һыуйыйғыс майҙаны башлыса болондар, көтөүлектәр һәм ҙур булмаған япраҡлы урмандар буйында. Күл һыуы ташҡындар һәм атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә тулылана.

Һыу көҙгөһө — 4.4 3.8 км, уртаса тәрәнлеге 2-3 метр, максималь — 4 метр[3].

Яр буйҙары уйһыу, тәпәш, тигеҙ генә түңәрәкләнеп бара. Тәрәнлеге лә яйлап ҡына үҫә бара. Һыу өҫтөндә төрлө ҡамыштар, күрән һәм башҡа һыу үҫемлектәре үҙә. Һыуҙы үҫемлек баҫыу 15 процентҡа тиклем етә. Ләм ултырмалары яҡынса 30 см тәшкил итә. Йәйге осорҙа зәңгәрһыу-йәшел ылымыҡтар сәскә атыуы күҙәтелә. Күл ваҡыты-ваҡыты менән туңа һәм балыҡтар тонсоға.

Абориген ихтиофаунаһы (йәғни, күлдең үҙенә тәбиғи рәүештә хас) булараҡ ике төрлө балыҡ — табан һәм майма үрсей. Йылғаға йыл да алабалыҡ, климатҡа яраҡлаштырылған карп селбәрәләре ебәрелә .

Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре сигендә урынлашҡан. Силәбегә тиклем араһы яҡынса — 80 км, Екатеринбургҡа — 130 км.

Р254 «Иртыш» федераль автомобиль юлдары уға яҡын үтә . Күлдән йыраҡ түгел Пивкин (трассанан Силәбе боролошона яҡын), Петрушин (Ҡурған яғынан яҡыныраҡ) ауылдары урынлашҡан. Был ауылдар араһынан күл күлгә йомро юл һалынған.

Көньяҡ-көнбайышҡа күл буйынан 4 километр алыҫлыҡта — Пивкин тимер юлы станцияһы, ә көньяҡ-көнсығышында Алаккүл станцияһы урынлашҡан.

Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә урынлашҡан был күлдең атамаһы башҡорт телендәге ала һәм күл һүҙҙәренән яһалған. Ала — тимәк, төрлө төҫтәр менән сыбарланған[4]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Алакуль
  3. Озеро Алакуль
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит. — 46-сы бит
  • Светлана Кулешова, Николай Рундквист. Рыбные озера Курганской области и Северного Казахстана. — 2-е изд.. — Екатеринбург: Азимут, 2007. — С. 55. — 76 с. — (Рыбалка на Урале). — 5000 экз.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит.