Мейәс (йылға)
Мейәс | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 658 км |
Бассейн | 21 800 км² |
Һыу сығымы | 15,4 м³/с (24 км тамағынан) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Нәрәле һырты (Көньяҡ Урал) |
· Координаталар | 54°46′20″ с. ш. 59°37′26″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Иҫәт |
· Координаталар | 56°05′44″ с. ш. 64°29′56″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 56°05′44″ с. ш. 64°29′56″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан, Силәбе өлкәһе, Ҡорған өлкәһе |
РДҺР | 14010500812111200003411 |
Мейәс Викимилектә |
Мейәс (рус. Миасс) — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә ағыусы йылға, Иҫәт йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 658 км, бассейнының майҙаны — 21,8 мең км².
Учалы районында Нәрәле hыртының итәгендә башлана; көньяҡ-көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре биләмәләре буйлап аға. Ҡурған өлкәһендәге Каргополье ҡасабаһынан 20 км төньяҡтараҡ Иҫәткә ҡоя.
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һул яҡтан:
Уң яҡтан:
Чашковка, Смородинка, Әтлән, Черная, Һарыҫтан, Ҡуштымға, Селянка, Тый Йылга, Оло Кейәлем, Бишкүл, Йылға, Ҡуянбай, Һыры йылга, Бишкиль, Зуз йылға, Сыбар Айгыр, Кесе Сүмләк (Чесноковка), Сүмләк, Наумовский, Тоҡман, Ҡарасел, Каменка, Ҡарасук(Карачуха), Таҡташ (Такташиха), Окунёвка, Боровлянка, Бархан, Каменка, Табарка йылғалары.
Ландшафт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң үрге ағышында таулы, ҡороусан; һаҙҙар һәм күлдәр янынан үтә. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә бара, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, киң. Силәбе ҡалаһында быуа аша үтә.
Йылға буйындағы ҡалалар һәм ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Учалы районында Уйҙа, Орловка, Илсеғол, Мулдаҡай ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә -- Мейәс һәм Силәбе ҡалалары.
Гидронимия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның исеме башҡорт теленән килә. Ысын, тарихи исеме Мейәсте. Ҡобайырҙа был ап-асыҡ сағыла: Ай, Мейесте, Мейесте! Мейестенең һыуын кем эсте?..
Арғужа һыуһаҡлағысы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғала Арғужа һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Арғужа һыуһаҡлағысы — 1939—1946 йылдарҙа Арғужа ГЭС өсөн Мейәс йылғаһында төҙөлә. Һыуһаҡлағыс билмәһенә Арғужа күле инә.