Эстәлеккә күсергә

Оло Мейәс (күл, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Мейәс
Күлгә ҡойоусы йылғалар Няшевка[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Оло Мейәсрус.  Большое Миассово - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡала округындағы Арғаяш һәм Сыбаркүл райондары араһындағы күл.

Бында кеше б.э.т. III мең йыл элек йәшәй башлаған. Археологтар күл ярында палеолит кешеләре йәшәгән өс тиҫтәләп боронғо тораҡ урынын тапҡан һәм һүрәтләнгән.

Оло Мейәс - тектоник күсеш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күл. Ул Илмән һыртының көнсығыш итәгендә урынлашҡан, 8 километрға һуҙылып киткән. Һыу көҙгөһөнөң дөйөм майҙаны 11,4 км² тәшкил итә. Һыу күләме 128,5 млн. м³, иң тәрән урыны 25 метр. Тәбиғәттән һыуы һыуыҡ, йәйгеһен 10-12°-ҡа етә. Кесе Мейәскә ҡарағанда Олоһо бик үтәҙек түгел, әммә тәрәнлеге 6 метрға еткәнгә тиклем максималь күренеү мөмкинлеге була.

Мейәс системаһындағы ике күлдә лә һыу ноябрь аҙағында туңа башлай, һәм боҙ апрель аҙағына тиклем тора.

Оло Мейәс тулыһынса ҡурсыулы күлдәр территорияһына инә, шуға күрә бында балыҡ тотоу тыйылған [2]

Силәбегә тиклем араһы – 70 км, Екатеринбурҡа – 250 км. Координаттары: 55°9′59.89″N 60°20′51.82″E

Оло Мейәс күле ҡала округы һәм ике район киҫелешендә урынлашҡан, Илмән ҡурсаулығына инә, уның урта өлөшөндә урын биләй. Ҡылымыҡ аша Кесе Мейәс менән бәйле. Был ике ҙул күл тирәһендә бик күп ваҡтары теҙелеп киткән: Оло Таткуль, Ҡыҫыҡкүл, Бүрауыҙ, Ҡайгусты, Савелькүл һәм Оло Тәрәнкүл[3].

  • Федорищев В.Г. Язык земли миасской [1] 2019 йыл 24 март архивланған.
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Большое Миассово
  3. Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.