Түргеяҡ
Түргеяҡ | |
55°09′ с. ш. 60°04′ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регион | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 320 м |
Оҙонлоғо | 6,9 км |
Киңлеге | 6,3 км |
Майҙаны | 26,4 км² |
Яр һыҙығы оҙонлоғо | 27 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 34 м |
Уртаса тәрәнлек | 19,2 м |
Үтә күренеүсәнлеге | 17,5 м |
Һыу йыйыу майҙаны | 76 км² |
![]() |
Түргеяҡ — рус. Тургояк — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең күле, Мейәс янында урынлашҡан.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт теленән «түрге яҡ» һүҙбәйләнешенән килгән тип аңлата географ, топонимдар белгесе Шувалов Николай Иванович [1].[2]
Шулай уҡ "тургай аяҡ", "түр ҡояҡ" тигән варианттар ҙа осрай, әммә улары аныҡ ҡына аңлатма түгел [3].
Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Акватория майҙаны 2638 гектар. Күл грунт һыуҙары менән, атмосфера яуым-төшөмдәренең бөтә инфильтрацияһы менән, шулай уҡ ҙур булмаған йылғалар, шишмәләр иҫәбенә туҡлана.
Түргәяҡтың һыуйыйғыс майҙаны 476 квадрат километр, уның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 12,5 километр, көнбайыштан көнсығышҡа — 11,0 километр[4].
Күл көҙгөһө майҙаны — 26,4 квадрат километр. Уртаса тәрәнлеге — 19,1 м, максималь тәрәнлеге — 36,5 метр. Үтәҙеклеге 10 метрҙан 17,5-кә тиклем тәшкил итә [4], был күрһәткес буйынса күл Рәсәйҙә икенсе урында[5].
Түргеяҡ күленән 3 км төньяҡ-көнбайышта, уның үҙәгенән 7,2 км алыҫлыҡта Варган тауы түбәһе урынлашҡан.
Утрауҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күл кимәленән 10-12 утрау иҫәпләп була. Уларҙың иң ҙуры — Вера (Пинаев) утрауы (һыу ҡайтҡанда - ярымутрау), Крестовый ярымутрауы (һыу ташҡанда утрауға әйләнә).
Күл буйында йәшәгән боронғо кешеләрҙең эҙҙәре табылған. Иң билдәлеләре Вера утрауындағы мегалиттар. Бында археологик ҡомартҡылар тотош комплекс (бер нисә тиҫтә) тәшкил итә. Бында боронғо дольмен, кәшәнә, таш онтағыстар табылған. Уларҙың йәше — яҡынса 6 мең йыл [6].
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фотографии Тургояка и окрестностей
- Карта озера (базы отдыха, достопримечательности, фотографии) + схема
- Положение о памятнике природы озеро Тургояк
- Границы памятника природы озеро Тургояк
- Состояние экосистем озера Тургояк
- 75 фото озера
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- ↑ Тургояк (озеро)[2]
- ↑ 4,0 4,1 Тургояк күле тәбиғәт ҡомартҡыһы тураһында положение. Г 23.03.2007 менән силәбе өлкәһе хөкүмәте ҡарары № 62-п
- ↑ «Уральская Швейцария»: фотовыставка в Пущинском музее
- ↑ Озеро Тургояк [3]