Илашты (күл)
Илашты | |
![]() | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Оло Вязовка |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Кәҫле районы һәм Силәбе өлкәһе |
![]() |
Илашты (Силач) — рус. Сила́ч - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең төньяғындағы күл, Снежинск ЗАТО-һының көньяғында, Вишнёвогорск ҡалаһынан көнсығышында урынлашҡан.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбегә тиклем алыҫлығы - 120 км, Екатеринбургҡа тиклем – 130, Кәҫлегә - 12 км
Географик координаттар: оҙонлоғо - 60°44′54.56″E (60.74849), киңлеге - 56°0′12.87″N (56.003576).
Илашты Силәбе өлкәһенең төньяғында урынлашҡан, ул ағар күлдәр: Илашты, Һуңкүл, Оло Кәҫле, Ирташ сылбырына инә.
Был һыу ятҡылыҡтары системаһы 20 км-ға һуҙылып киткән [1]:
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илашты күленең майҙаны 18,4[2] км². Иң тәрән урыны - 4 м, уртасаһы — 2,5 м . Боҙ ҡалынлығы 90 сантиметрға еткән ҡыштар була.
Төбө башлыса ләмле, ҡомло урындары бар, сығып торған таштары осрай.
Ҡылымыҡ аша Һуңкүл менән тоташҡан [3] .
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярын ҡатнаш урмандар ҡаплаған.
Күлдә суртан, алабуға, сабаҡ, табан, ҡарабалыҡ, опто, шырт балыҡ, шамбы, рипус тереклек итә.
Күлдең көнбайыш өлөшөндә утрау бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл атамаһының рус. Силач тигән варианты барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, От видоизмененного в русском языке башкирского названия небольшой речки Илашты (по древнему тюркскому мужскому имени Илашты, распространенному в прошлом у башкир), впадающей в озеро тип яҙа [4][5].Шулай ҙа күл атамаһы башҡорт телендәге "илашыу булған урын" мәғәнәһендә ҡушылған булғандыр.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ РФ һыу реестры: Силач .
- ↑ «Илашты (күл)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Силач [1] 2019 йыл 28 март архивланған.
- ↑ Шувалов Н.И. Силач// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[3]</ref>