Өйәлге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өйәлге
Дәүләт  Рәсәй[1]
Оҙонлоҡ 12 km
Киңлек 5 km
Майҙан 60,3 км²
Күләме 138,7 гектометр кубический
Карта

Өйәлге — рус. Уелги́[2] Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең атамаһы буйынса бер нисә фараз йәшәп килә. Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ошондай аңлатма бирә:"Уелги, озеро, Кунашакский район. При объяснении происхождения топонима допускается, что «уелги» и «уелды» одного корня и однозначны (см. Увильды), а поэтому топоним Уелги по своему происхождению и значению должен быть аналогичен Уелдекул. Любопытно отметить, что среди местного населения сохранилось предание о внезапном появлении этого озера и название Уелги осмысливается как «провальное»[3][4].

Йәғни, топонимдар белгесе ике күлдең атамаһын (Уйылды) тамырҙаш тип һанай һәм «уйылыу» һүҙенән барлыҡҡа килгән тип фараз итә. Ихтимал, күл атамаһы Уйылғы булғандыр һәм ваҡыт уҙыу менән нәҙек формаға күсеп, «Өйәлге» рәүешен алғандыр. Урындағы халыҡ телендә иһә ул тап Өйәлге булып йөрөй һәм тамырында «өйөлөү» һүҙе ята тип аңлата[5]

Шул уҡ ваҡытта башҡорт телендә «өйәләү» һүҙе лә бар, «өйәҙәү» һүҙенең диалект формаһы ул. Өйәҙәү — салҡан йығылып, тора алмай аҙапланып ятыуҙы аңлата[6]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең көньяҡ-көнбайыш ярында — Ҡәнзәфәр ауылы, төньяҡ ярынан 1 км алыҫлыҡта — кеше йәшәмәгән Өйәлге ауылы, көнсығышында — 2 һунарсылыҡ хужалығы һәм һыу ҡыуыу ҡоролмаһы, көньяҡта — тирмән.

Өйәлге көньяҡ ярынан ҡылымыҡ аша Ҡоншаҡ күле менән тоташҡан. Көньяҡ ярынан 2 км алыҫлыҡта — район үҙәге урынлашҡан Ҡоншаҡ ауылы.

Силәбегә тиклем алыҫлығы — 80 км, Екатеринбургҡа — 164 км.

Координаттары: 55°47′7″N 61°33′22″E[7]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйәлге Урал аръяғы тигеҙлегендәге соҡорло (рус. котловина) күлдәр тибындағы, сөсө һыулы күл.

  • Һыу көҙгөһө майҙаны — 60,3 км²[8].
  • Һыу күләме — 138,7 миллион кубометр.
  • Минераллылығы — 3339,3 мг/л.
  • Уртаса тәрәнлеге — 2,3 м, максималь тәрәнлеге — 3,2-3,8 метр (1969 йылғы мәғлүмәт буйынса күлдең максималь тәрәнлеге 7 метрға еткән)[9].
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 10*5км
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 170м[10]

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл яры буйлап — ҡамыш өйкөмдәре (бигерәк тә төньяҡ-көнсығыш ярының һаҙлыҡлы урындарында күпләп баҫҡан).

Һыуында табан балыҡ, карп, алабуға, аҡ сабаҡ, алабалыҡ, суртан, гольян тереклек итә.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Уелги́ // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 391. — ISBN 5-86066-017-0.
  3. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  5. 2020 йыл 25 сентябрь [https://web.archive.org/web/20200925065228/http://vatandash.ru/pics/pdf/831.pdf архивланған. Ссылка на статью о районе в журнале Ватандаш]
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 69-сы бит
  7. Озеро Уелги 2019 йыл 16 май архивланған.
  8. «Уелги» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  9. Озеро Уелги 2019 йыл 16 май архивланған.
  10. Озеро Уелги

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 416, 418-се биттәр/ Иш; Ишле
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7