Ҡартабыҙ (күл)
Ҡартабыҙ | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Ҡартабыҙ - рус. Картабыз - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Октябрьский районындағы күл.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡартабыҙ күле Силәбе өлкәһе Октябрьский районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Күлдән көнбайыштараҡ Ҡартабыҙ аймағы урынлашҡан.
Яр буйындағы тораҡ пункттар: Болан ауылы, Бурһыҡ, Октябрьский ҡасабалары, Сладкое.
Яҡындағы күлдәр: Үләнле, Тоҙло, Аҡҡош, Оло Ҡолтай, Кесе Ҡолтай.
Октябрьскийға тиклем ара – 20 км, Силәбегә - 120 км, Екатеринбургҡа – 330 км
Координаттар: 54°29′42″N 62°33′4″E [2]
Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010501011111200014994
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 211201499
- Бассейн округы — Иртыш һыу бассейны округы (14)
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2 [3]
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡартабыҙ - түңәрәк күл. Һыу көҙгөһө майҙаны - 1250 га. Уртаса тәрәнлеге: 4-5 м. Диаметры яҡынса 6,5 км. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге - 176 м. Майҙаны - 20,9 км²
Төбө ләмле һәм ҡомло. Һыуы ҡырҡыу тоҙло. Көнсығыш яры буйында утрау бар.
Далаға хас күл, ярҙары һөҙәк. Көньяҡ ярында бик ныҡ һаҙлыҡлы, ул яҡҡа үтеүҙе был ҡатмарлаштыра. Ике ҡултығы бар [4].
Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ярҙары ҡамышлы, екәнле.
Күлдә сабаҡ, алабуға, табан, ҡорман тереклек итә.
Ҡартабыҙҙа күп төрлө һыу ҡоштары оя ҡора, үрсей.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең русса Картабыз атамаһының килеп сығыуы былай аңлата: От древних тюркских мужских имен Картабыз и Картак, где карт — «старый», «старец», абыз — «ученый», «просвещенный», или просто «грамотный» человек (из арабского хафиз — «защитник»).[5][6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Картабыз (озеро)
- ↑ РФ һыу реестры: Ҡартабыҙ .
- ↑ Картабыз
- ↑ Шувалов Курга// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>