Эстәлеккә күсергә

Олағас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Олағас
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Олағас (рус. Улага́ч - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл.

Олағас Озёрский ҡала округының көньяғында, Арғаяш районы сигендә , Мешәлек йылғаһы башланған ерҙә урынлашҡан. Көнбайыш ярында Новогорный ҡасабаһы, көньяҡтан — Бүжәлек ҡасабаһы һәм Һеләүһен ауылы урынлашҡан. Күлдең көнбайыш яры буйында Аҡакүл һәм Тәтеш күлдәре ята[2].

Күл буйында бер нисә тораҡ пункт: Новогорный (иң ҙуры), Горный, Һеләүһен, Бүжәлек урынлашҡан. Новогорныйҙа ТЭЦ эшләй, күл һыуын ҡорамалдарҙы һыуытыу өсөн ҡуллана [3].

Координаттары: 55°37′38.05″N (55.627235), 60°44′58.23″E (60.749509)

Уртаса тәрәнлеге: 3-4м.

Максималь тәрәнлеге: 6м

Максималь киңлеге һәм оҙонлоғо (км): 6км -3,2 км

Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: һыуы саф, үтә күренмәле.

Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөм иҫәбенә туҡлана.

Унан ағып сыҡҡан йылға: Мешәлек.

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 245м

Майҙаны: 10,75км2 [3]

Күл сөсө һыулы. Төбө — тигеҙһеҙ, ташлы урындары бар.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олағас ятыуҙарында һәм яр буйҙарында екән, ҡыяҡлы ҡамыш, бөртөклө ҡамыштар күп булып үҫә.

Күлдә табан, сабаҡ, алабуға, суртан,карп, ҡорман, ҡарабалыҡ тереклек итә[4].

Олағас (рус. Улагач) гидронимы Силәбе өлкәһендәге күпселек топонимдар кеүек башҡорт һүҙҙәре: «оло» («оҙон», «ҙур») һәм «ағас» («урман») тигәндән барлыҡҡа килгән. Олағас - Улагач тигәнгә аңлатма тура килә — «оҙон урманлы күл» - үҙ исемен тулыһынса аҡлай: төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнбайыштан ул тар дуға кеүек һуҙылып киткәнд[4]. Силәбе өлкәһе топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә лә ошо уҡ фекерҙе раҫлай һәм урыҫ телендәге "Ул-Агач" тигән вариантты ла килтерә[5].[6]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  3. 3,0 3,1 Улагач
  4. 4,0 4,1 Улагач, озеро - КАРТА74.РФ. www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai. Дата обращения: 16 август 2016. 2017 йыл 17 апрель архивланған.
  5. Шувалов Н. И.Ул-Агач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Ул-Агач
  • Шувалов Н. И. Ул-Агач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7