Оло Ҡояш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Ҡояш
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Оло Ҡояш (рус. Большой Куяш) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.Урыҫ телендә Огневское тигән икенсе атамаһы ла бар [2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса ҡояш тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип иҫбатлай[3].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Координаталары: 56°8′34″N 61°32′59″E

Күл Кәҫле районының көнсығышында, Бәйнәүеш күленән ике саҡрым көнбайыштараҡ урынлашҡан. Йыраҡ түгел Кесе Ҡояш күле[4].

Көньяҡ-көнбайышында — Огневский , төньяҡ-көнсығышта Клепалово тораҡ пункттары урынлашҡан.

Силәбегә тиклем араһы – 142 км, Екатеринбургҡа – 132 км.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло Ҡояш күле төньяҡтан көньяҡҡа- 6,5 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан 5 километрға һуҙылған. Һыу көҙгөһө майҙаны – 23 кв. км. Уртаса тәрәнлеге – 2 м, максималь тәрәнлеге — 4 м тиклем. Полднево юлы яғынан тәрәнлеге яғынан ҙур түгел - 2,5 метрға тиклем. Күлде урмандар уратып алған. Төбө урыны менән ҡомло, урыны менән ләмле. Коряга күп Көнбайыш ярында ағас төпһәләре һәм һыуға батҡан ҡыуаҡлыҡтар күп.

Көньяҡтан күлде ҙур булмаған аралыҡ Кесе Ҡояш күленән айырып тора. Бәләкәй күленең диаметры яҡынса 1 км [2].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Озеро Большой Куяш 2019 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
  3. Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]