Иткүл (Үрге Өпәле округы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иткүл
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Үҙъйылға (Иткүл ҡушылдығы)
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Бассейн майҙаны 144 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 273 метр
Оҙонлоҡ 7 km
Киңлек 5 km
Вертикаль тәрәнлеге 166 метр
Майҙан 30,1 км²
Карта
 Иткүл Викимилектә

Иткүл (Этҡол; элекке атамаһы — Ыйыҡкүл; рус. И́ткуль) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәле ҡала округындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иткүл яры
Ыйыҡташ ҡаяһы ҡышҡыһын

Иткүл — Силәбе өлкәһенең төньяҡ өлөшөндә, Үрге Өпәле ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан һыу ятҡылығы.

Тәбиғәте иҫ киткес матур һәм бай, шуның өсөн дә тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[2].

Һыу өҫтө майҙаны — 30,1[3] км².

Һыуйыйғыс бассейны майҙаны 154[3] км².

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 273[4] м.

Күлдән Синараға ҡойған Исток йылғаһы баш ала[4].

Күлде бейек түгел тауҙар уратып алған, уларҙың иң бейеге — күлдең көньяҡ-көнбайыш ярындағы Ҡарабай (544 м). Бында күлгә Ҡарабай йылғаһы ла килеп ҡоя. Атама башҡорт телендәге Ҡарабай исеменә барып тоташа, «ҡара бай» — үтә, самаһыҙ бай тигән мәғәнә лә бирә[5].

Ыйыҡташ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең көньяҡ яры, башлыса текә, урыны менән ярлауҙар бик бейек. Бер ярлау ҡаршыһында яңғыҙ ҡая (торонташ) тора, уны башҡорттар «Ыйыҡташ» тип атай[6], ә урыҫтар рус. Шайтан-камень — Шайтан ташы (ғәр. «шайтан» — яуыз рух, иблис). Шундай йола булған[7]: әгәр йәй ямғырлы булһа, күктән болот китмәһә, Ыйыҡташҡа аҡ ҡуй (һарыҡ) һуйып, аяҙытыуҙы һорағандар; әгәр ҡоролоҡ килһә, шул ташта ҡара ҡуй (һарыҡ) һуйып, ямғыр һорағандар.

П. П. Бажов үҙенең «Алтын сәс» тигән хикәйәтендә йәнә бер урындағы риүәйәтте килтерә:

Дедко Филин тогда и говорит:
— Приметку надежную скажу. Побегай, погляди по озёрам и увидишь, — в одном посередке камень тычком стоит вроде горки. С одной стороны сосны есть, а с трех — голым-голо, как стены выложены. Вот это место и есть. Кто с золотом доберется до этого камня, тому ход откроется вниз, под озеро. Тут уж Полозу не взять.

Был урында аждаһа йәшәй тигән хөрәфәт булған, һәм унда батып үлеүселәр күп[8]

1973—1976 йылдарҙа Чусоваяға күлдең һыуын ебәрер өсөн насос станцияһы төҙөгәндәр. Һыу кимәле 2,5 метрға төшкәс, Ыйыҡташ аҫтында мәмерйә асылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был күл янында өс йөҙ йылдан ашыу башҡорттар йәшәй[7].

Дауыт ауылында терһәк ырыуы башҡорттарынан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға һәйкәл ҡуйылған. Күлдең төньяҡ-көнбайышында таш ҡаялар теҙмәһенән торған утрау урынлашҡан[9].

XX быуат башында күл буйында ҡымыҙ менән дауаланған курорт урынлашҡан булған.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бажов Павел Петрович «Демидовские кафтаны» тигән әҫәрендә былай тип яҙа:

«А Иткуль-озеро на высоком местичке пришлось. Берега — песок да камень, сухим-сухохоньки, а кругом сосна жаровая. Как свечки поставлены. Глядеть любо. Вода как стеклышко — все камни на дне сосчитай. Только скрасна маленько. Как вот ровно мясо в ней полоскали. Дно, вишь, песок-мясника, к нему этак отливает. Оттого будто озеро Иткулем и прозывается. На башкирском говядину называют ит, а озеро — куль, вот и вышло мясно озеро — Иткуль.»[10]

Йәғни, Бажов гидронимдың нигеҙендә «ит» һүҙе ята тип иҫәпләй.

Икенсе бер фараз буйынса күл атамаһы элек Ыҡкүл (дөрөҫөрәге Ыйыҡкүл) булған. Ыйыҡ, йәнәһе башҡорт теленән «изге» тип тәржемә ителә[7]. Күл янында Ыйыҡтау һәм Ыйыҡ йылғаһы урынлашҡан, ә күл эсендә урынлашҡан торонташ (ҡая) Ыйыҡташ — башҡорттарҙың изге табыныу, намаҙ уҡыу, ҡорбан килтереү урыны булған[6]. Хәҙерге башҡорт телендәге «ыйыҡ» һүҙе аттың муйынын ҡамыт һуғып, еүешләне торған урыны тип аңлатыла. Ыҡкүл тигән осраҡта «ыҡ» — тыныс, елһеҙ урын тигән мәғәнә бирә[11]. Был фараз ысынбарлыҡҡа тура килеүе мөмкин.

Силәбе топонимисы, географ Шувалов Николай Иванович иһә ошондай аңлатма бирә: Иткуль, озеро, село, железнодорожный разъезд, поселок, территория города Верхнего Уфалея. В источниках ХVIII — XIX вв.— Иткол, Иткул, Эткол, Иткула. Название от древнего башкирского мужского имени Иткол, Иткул, где эт (в диалектах ит) — «собака»[12][13]. Ошо фараз иң ышаныслыһы тип таныла [14].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Об утверждении границ памятника природы Челябинской области озера Иткуль и его охранной зоны | Красная Книга Челябинской области 2010 йыл 10 ғинуар архивланған.
  3. 3,0 3,1 «Иткүл (Үрге Өпәле округы)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. 4,0 4,1 Карта бите O-41-XXXI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  5. Иткуль. toposural.ru. Дата обращения: 2015-5-24. Архивировано из оригинала 27 декабрь 2014 года. 2014 йыл 27 декабрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 Студенников Евгений. Иткуль — мясное озеро // Уральский следопыт. — 2019. — № 11. — С. 15.
  7. 7,0 7,1 7,2 Священное озеро Семь тысяч лет продолжается любовь людей к озеру Иткуль 2021 йыл 14 май архивланған.
  8. Скала Шайтан-Камень 2019 йыл 31 май архивланған.
  9. Данные получены при помощи картографического сервиса Яндекс.Карты.
  10. Бажов П.П Демидовские кафтаны
  11. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 693-сө бит
  12. Шувалов Н. И. Иткуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  13. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  14. Топонимика Челябинской области. Архивировано из оригинала 28 май 2011 года. 2011 йыл 28 май архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 693-сө бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]