Оҡонкүл (Силәбе өлкәһе)
Оҡонкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 249,4 метр |
Оҙонлоҡ | 5 km |
Киңлек | 3,5 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 8 метр |
Майҙан | 11,6 км² |
Оҡонкүл Викимилектә |
Оҡонкүл - рус. Окункуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл [2].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]рус. Окункуль топонимын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә аныҡ ҡына атамай, башҡорттарҙың популяр Окункул тигән ир-ат исеменән сыҡҡан булыуы ихтимал тигән фараз яҙа. Окунь һүҙенән килеп сығыу фаразын кире ҡаға[3][4]."Свое название озеро получило от популярного раньше башкирского мужского имени Орункул", - тигән фекер ҙә осраны[5].Балыҡ исеменән сығыуын был сығанаҡ та, башҡа бик күп сығанаҡтарҙа ышанырлыҡ түгел тип иҫбатлай, сөнки күлдә алабуға бик күп булмаған.
Окункул йәки Орункул тигәнгә оҡшаш исемдәр башҡорт исемдәре һүҙлектәрендә осрамай. Әммә башҡорт телендә "оҡон" тигән һүҙ бар - үҙ ырыуын белмәгән кеше тигәнде аңлата ул [6]. Оҡонҡол тигән исем түгел, ә ҡушамат киң таралған булыуы бик ихтимал, сөнки башҡорт яуҙарында күпләп ҡырылғандар, етем ҡалыусылар күп булған.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҡонкүл Кәҫле районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, өлкәнең иң төньяҡҡы күлдәрең береһе тип һанала. Көньяҡ ярында Воздвиженка ауылы урынлашҡан [7]
Төньяғынан ҡылымыҡ аша Кесе Оҡонкүл менән тоташа, ә көньяғында Синараға ҡоя.Был күлдән ул 2,5 км төньяҡтараҡ урынлашҡан [2].
Кәҫле ҡалаһынан йыраҡ түгел – 40 км, Силәбегә – 120 км, Екатеринбургҡа – 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан [8]. Снежинск ҡалаһынан - 10 км [9]]
Координаттары: 56°9′56″N 60°47′22″E
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу көҙгөһө майҙаны - 11,6 км² (БС буйынса кимәленең абс. билдәһе 249,4 м булғанда). Һыуйыйғыс майҙаны 29,5 км².
Тәрәнлеге — 2 метр самаһы, иң тәрән урыны — 4 метрға етә.
Күл буйҙарын ҡатнаш урман ҡаплаған, тупрағы урмандарға хас ҡара-һоро[2].
Ярҙары күпселек текә, ярлаулы, әммә бик бейек түгел. Һаҙлыҡлы. Яр буйҙарын элодия баҫып бара, ҡаты һыу үҫемлектәре ҡамлаған (һыу өҫтөнөң 30% самаһын ҡаплаған).Төбө ләмле.
Һыуы сөсө, үтәҙек. Химик составы буйынса гидрокарбонатлы-натрийлы типҡа ҡарай. Минераллылығы - 200 мг/л.
Һыуҙа һелтеле металдар (натрий һәм калий) миҡдары бик юғары, бының сығанағы - гранитогнейстар һәм ялан шпаттары. Күл ағып тора, шуның өсөн уның һыу режимын ярайһы уҡ тотороҡло.
Ихтиофаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балыҡлылығы бик юғары түгел. (10-15 кг/га).Башлыса табан, алабуға, сабаҡ, шамбы, опто тереклек итә[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Озеро Окункуль
- ↑ Шувалов Н. И. Окункуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Касарги (Косарги, Кусарги) [1]
- ↑ Озеро Окункуль
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 30-сы бит
- ↑ Озеро Окункуль 2021 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Озеро Окункуль 2019 йыл 24 март архивланған.
- ↑ ОЗЕРО ОКУНКУЛЬ
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. Окункул // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7.
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Озеро Окункуль 2019 йыл 24 март [https://web.archive.org/web/20190324090404/http://www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai/nature/lakes/okunkul/ архивланған.
- Озеро Окункуль [2]
- ОЗЕРО ОКУНКУЛЬ [3]