Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙылташ (күл, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙылташ
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Ҡыҙылташ рус. Кызылташ - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡала округы биләмәһендәге күл.

Ҡыҙылташ күле Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡала округы биләмәһендә, Ирташ күленән көньяҡ-көнсығышҡа табаныраҡ урынлашҡан.

Силәбегә тиклем араһы – 71 км, Екатеринбургҡа – 216 км, Мейәскә – 45 км алыҫлыҡта.

Күл Кәҫле-Ҡыштым ағар күлдәр системаһын тамамлап ҡуя. Элек ул да аҡҡан, әммә Тинес йылғаһын быуғандан һуң Ҡыҙылташ менән Ирташ араһында яңы һыу ятҡылығы барлыҡҡа килә һәм уның аша яһалма ҡылымыҡ һалына. Шулай итеп, Тинес Ҡыҙылташтан ағып сығыуҙан туҡтай һәм 1955 йылдан күл аҡмай башлай[2].

Географик координаттары: 55°44'15"N 60°46'9"E[3].

Һыу көҙгөһы майҙаны 19 км² тирәһе ; һыу массаһы күләме - 64 млн м³ (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса - 84 млн м³); иң тәрән урыны— 7 м, уртаса тәрәнлеге — 3,4 м.

Төбөндәге ултырма ләм ҡатламы 8 метрға етә.

Соҡоро эрозия, тектоник ҡуҙғалыштар һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан.

Ярҙары ҡырҡа боролошло түгел. Көньяҡтан ярҙары бейек. Утрауҙары юҡ.

Һыуының минераллашыу торошо 280 мг/л тәшкил итә, гидрокарбанатлы - кальцийлы һыуҙар төрөнә ҡарай. Һуңғы йылдарҙа тоҙлолоғо һиҙелерлек арта, хлоридлы-сульфатлы һыу арта бара.

1949-96 йылдарҙа күл атом-төш ҡорамалдарын һыуытыу өсөн ҡулланыла. Тотонолоп ташланған һыуҙың температураһы +50 ° етә. Күл уртаса йыллыҡ күрһәткестән ике тапҡырға тиҙерәк боҫ сығара. Күлде тулыландырыу өсөн Ирташ күленән йылына 30-40 млн м³ һыу ағыҙыла.

Технологик эҫе һыу ташлау менән бер рәттән хужалыҡ-коммуналь йыуынтыҡтары Озерск ҡалаһының сәнәғәт майҙансыҡтарынан канализация һыуҙары ла төшә.

Шул сәбәптәр һөҙөмтәһендә экосистема составында юғары һыу үҫемлектәре тотош юғалған.

Һыу төбөндәге ултырмаларҙа химик токсиндар һәм менән бер рәттән радиоактив матдәләр тупланған. 1994 йылда һыуҙыҡ радиоактивлылыҡ 4 кБк/л-ға етә.

Һыу хужалыҡ маҡсаттарында файҙаланыуҙан сығарылған [2]

Атама башҡорт телендәге "ҡыҙыл" һәм "таш" һүҙҙәренән яһалған. Силәбе өлкәһенең атаҡлы топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, Кызыл-Таш, озеро, от башкирских и казахских слов: кызыл — «красный», таш — «камень», тип аңлата[4].[5]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Озеро Кызылташ//Энциклопедия Челябинской области
  3. Озеро Кызылташ (Спецводоём В-2) (Озерск (ЗАТО))
  4. Шувалов Н. И.Кызыл-Таш // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Кызыл-Таш
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Шувалов Н. И.Кызыл-Таш // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Озеро Кызылташ//Энциклопедия Челябинской области [1]
  • Озеро Кызылташ (Спецводоём В-2) (Озерск (ЗАТО))[2]
  • Озеро Кызылташ во всем мире известно как охладитель ядерных реакторов [3]